Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





фө приютында 1 страница



                                  Өфө приютында

Беҙҙе Телеграф урамы менән Приют урамы (хәҙерге Цюрупа менән Киров урамдары) мөйөшөндәге ике ҡатлы ҙур ғына ағас йортҡа урынлаштырҙылар. (Ул йортто 1966–69 йылдарҙа һүтеп, урынына 1969-70 йылдарҙа туғыҙ ҡатлы оҙон торлаҡ йорто һалып ҡуйҙылар. Аҫҡы ҡатында «Трансагентство»).

Өҫтөбөҙҙәге кейемдәребеҙҙе һалдыҡ, кәҫәләрҙәге ҡағыҙ, ҡәләм, янсыҡ, бәкене, ә ҡыҙҙарҙың энә-еп, ойоҡ энәһе, кизе, ебәк, дебет йомғаҡтары, көҙгө, тараҡ, хатта сисмәү, ҡашмау, балдаҡ, йөҙөк, беләҙек кеүек нәмәләрен йыйып алып, яңы ғына эшләнгән ағас һарай эсендә тауҙай итеп өйөп ҡуйҙылар. Ә беҙгә йыуа-йыуа, ылдырап бөткән, ала-ҡола күлдәк-ыштан кейҙерҙеләр.

 Әҡлимә тигән ҡыҙ матур ғына ҡашмауын бирмәҫкә ҡырт талашып ҡараһа ла, ҡулынан һыпра тартып алып, ҡашмауҙы һарай эсенә быраҡтырҙылар. Бүтән балалар кеүек, Шаһүәли менән беҙ ҙә ҡупшылап тегелгән, ике ян кеҫәле, түш кеҫәле өр-яңы тула кәзәкиҙәребеҙҙән, ситса күлдәк-ыштандан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ.

Был приютта хәҙерге Ғафури, Архангель райондары тирәһенән беҙҙән алда килгән балалар бар ине. Улар араһында ир еткән тиерлек, өлкән үк йәштәгеләр ҙә булып, «Беҙ–табынтар, табын башҡорттары», – ти торғайнылар. Беҙ ҙә килеп өҫтәлгәс, приюттағы балалар һаны мең тирәһе булғандыр.

 Бында күргән күрәнкәйҙәрҙе яҙырға ҡул, һөйләргә тел бармай. Берҙән, унда кисергән яфаларҙы ҡабаттан күҙ алдына килтереүе бик ауыр.

Икенсенән, был яҙыуҙы уҡыған кеше: беҙҙең Советтар илендә бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тийәсәк.

Әйе, һеҙҙең урында мин дә шулай тиер инем. Шуға ҡарамаҫтан, мин, Совет власе йәшәй генә башлаған сикһеҙ ауыр йылдарҙағы был фәжиғәле көндәрҙең йәнле шаһиты булып, был әҙәм ышанмаҫлыҡ ғәжәп нәмәләрҙе, әсенән дә әсе хәҡиҡәтте үҙем кисергәс, ул хаҡта ҡыҫҡаса, иҫтә ҡалғандарын яҙып китәйем әле тинем. Аңлашыуынса, Ҡаҙмаштағы кеүек үк, бында ла Совет власының һис ғәйебе юҡ!

Приютҡа беҙҙән алда килгән «Табын башҡорттары», бындағы тәртиптәргә риза булмайынса, йә үҙ талаптарын ҡуйып, йә ҡасып китеп, приют етәкселәрен асыуландырып, уҫаллаштырып бөтөргәндәр булһа кәрәк. Инде шыла алмаһындар, типтер инде, элеккеләрҙе юғары ҡатҡа күсереп, Белореттан килгән күбеһен түбәнге ҡатҡа ҡуйҙылар. Шулай ҙа беҙ, 20-ләп бала, икенсе ҡаттағы бер бүлмәгә эләктек. Бүлмәләргә бүлгәндә, боларып йөрөп, Шаһүәлиемде юғалттым. Ул өс көн, өс төн илаған, меҫкен. Ашарға төшкәндә осрашып, ҡыуанышып, бергә илашып, беҙҙең бүлмәгә киттек. Әкбәр ҙә беҙҙең бүлмәгә килде.

Бүлмәләрҙә карауат, постель түгел, хатта ултырғыс та юҡ. Әллә нисә балаға бер одеял ғына бирелде. Бүлмәлә шул тиклем тығыҙ, ятырға түгел, ҡаҡ иҙәндә ултырырға ла урын етешмәй. Ашарға ғына төшөп менәбеҙ ҙә, бүтән ваҡытта көнөн-төнөн шул бүлмәлә булабыҙ. Ишек бикле тора. Тышҡа, хәжәткә сығып та йөрөргә түгел,биҙрә тәүлек буйына бүлмә эсендә ишек төбөндә ултыра.

– Уҡырға тип килеп, ағый, бикләнеп ҡуйҙыҡмы?– тигән булды бер көнө Шаһүәли.

 – Ҡаҙмаш һынды ерҙән килеп, бикләнеп ятсы, ә! Бына һиңә Өфө!– тип өҫтәне Әкбәр.

–Ҡасайыҡ, ағый,– ти, ул һәр ваҡыт.

– Бағры мәскәүләрбеҙ, ҡымыҙлыҡҡа йөрөрбөҙ,– тип өҫтәп ҡуя.

–Нисек ҡасаһың, нисек төшәһең икенсе ҡаттан?–тип ғәжәпләнә Шаһүәли.

Бер аҙҙан, Баим менән Һиҙиәт тә беҙҙең бүлмәгә күсте. Йәнә бер нисә көндән Зәйни менән Хәмитйән дә беҙҙең янға килделәр ҙә, беҙҙең менән ҡалдылар ҙа ҡуйҙылар. Бүлмә үтә тығыҙ була башлағас, бер нисә бала иптәштәрен табып сығып китте.

Көн һайын иртә менән ишекте асып, – перекличка!–тип һөрәнләйҙәр ҙә, ҡулдарына ҡағыҙ тотоп, фамилияларҙы ҡысҡыралар. Көн һайын тиерлек, бер нисә бала «артыҡ» та сыҡҡан көндәр була. Перекличка яһаусы бының сәбәбен тикшереп-нейтеп тормай, өҫтәп яҙа ла ҡуя. Ә ҡасырға уйлаған бала, үҙенең фамилияһын ҡысҡырғанда өндәшмәй тороп ҡала ла, аҙаҡтан исемлеккә икенсе фамилия менән яҙыла, ата-улды, инә-ҡыҙҙы белмәй, тигәндәй, бында приют етәкселәр беҙҙе, беҙ уларҙы белмәйбеҙ. Ике-өс фамилияға еткән балалар булды. Шаһүәли менән беҙ ҙә бер олатайыбыҙҙың исеменән алып, Бохаровтар булып йөрөнөк. Башҡорттарҙың исемен яҙып тормайҙар. Улар фамилия менән генә йөрөй. Ә Перчаткиндарҙың, береһен икенсеһенән айырыр өсөн, исемдәрен дә яҙалар. Уларҙың Мишка тигәне минең менән дуҫлашып китте. Уның менән мин урыҫса һупалайым.

Беҙҙең бүлмәнең бер тәҙрәһе ишек алдындағы эре ҡайынлы ҙур ғына баҡсаға, икенсеһе Приют (хәҙерге Киров) урамына ҡараған. Балалар тәҙрәне һәр ваҡыт һырып алған була. Шулай ҙа этешә-төртөшә барып, беҙ ҙә тәҙрәнән төрлө яҡҡа ҡарап торабыҙ. Бик күп өй ҡыйыҡтары өҫтөнән, тәрән үҙәк (Сутолока) аша һөрөлгән, сәселгән ерҙәр, ала-ҡола ялан, бейек ағаслы урман, ҡалҡыу ғына оҙон уба һуҙылып күренә.

Бер көн Шаһүәли шул яҡҡа текләп-текләп, тәҙрәнән сығырҙай булып, һонолоп-һонолоп ҡарап торҙо ла, бошоноп, һуп бармағын төҙәп, эйәген ата-ата, һуҙып-һуҙып ҡына:

–-Анааау яҡта, ошо яландарҙың, урмандарҙың, тауҙарҙың аааръяғының, аааръяғының аааааръяғындалыр инде беҙҙең Ҡаҙмаш… Атайымды күрһәң ине… Һамааан ауырый микән?... Ул да беҙҙе һағыналыр инде, – тип һөйләнеп торҙо балаҡай.

Беҙ ни әйтергә лә белмәйенсә, күңелебеҙ йомшарып киткәнен һиҙҙермәҫкә тырышып торғанда Әҡбәр:

– Самакат! Ана самакат! – тип һөрәнләп үк ебәрҙе. Шаһүәли баяғыларҙы онотоп, уң яғына боролоп, самакатҡа ҡараны. Ул бөтәбеҙҙән дә нығыраҡ шатланды. Сөнки самакатты беренсе тапҡыр күрә ине.

–Боролдо, боролдо! Ҡалай ҡапыл боролдо. Ҡыйшайып- ҡыйшайып китте. Бәләкәй генә малай үҙе. Нисек ҡоламай икән, ә? Тәгәрмәсе лә икәү генә бит!... Эх, минең дә самакатым булһа!...–тип, теҙеп алып китте Шаһүәли.

Балаларҙың тәҙрәләрҙе күбәләктәй ҡаплап алып ҡыҙыҡһынып ҡарауын күрептер инде, был велосипедист малай ҡала яғынан көнөнә әллә нисә килеп, беҙҙең күҙҙе ҡыҙҙырып, ошо мөйөштә әйләнеп йөрөй башланы. Бынан ары китә алмай. Сөнки урамдың таш түшәлгән өлөшө ошо ерҙә бөтә. Бынан ары инде ҡаланың сите башланып Телеграф (хәҙерге Цюрупа) урамының да, Приют (хәҙерге Киров) урамының да теге яғына, урмандағы һымаҡ, тәгәрмәстәр ҡырҡып төшкән арба юлы китә.

Ҡала яғынан килгән дағалы ат та беҙгә хәтле таҡыр таш юлда шаҡ-шаҡ юртып килә лә, беҙҙән ары дөп-дөп баҫып, йөгөн ауыр тартып китә. Матур ҡара ат егелгән бейек ҡупшы тәгәрмәсле, көймәле әкәмәт арба ла, иртә менән шул таш юлдан һинкелдәй-һинкелдәй килеп, беҙҙең приют эргәһендә туҡтай. Беҙ күсәрҙе генә күреп ҡалабыҙ.

Күберәк ваҡыт кеше һөйләгәнде тыңлаусан, үҙе әллә ниҙә бер һүҙ ҡыҫтырыусы Барый, зарығып, бик йыш йырлай торғайны. Илап та ебәрә. Ул илай тип, беҙҙең дә күҙҙән йәштәр мөлдөрәй башлай. Ә ҡыҙҙар һымаҡ нескә күңелле Шаһүәли шым ғына иларға тотона. Шул саҡта Барый илауҙан туҡтай ҙа, әүрәтә башлай:

–Тиҙ үк уҡый башларбыҙ, күңелле булып китер,–тигән була. Шунан инде йәнә йыр, таҡмаҡ менән йыуата башлай. Әкиәт тә һөйләп ҡуя. Шаһүәлигә шул етә ҡала. Яҙылып, күңеле күтәрелеп китә. Зәйни, ә уның артынан Һиҙиәт менән Әкбәр ҡасыу яғын ҡарайҙар. Беҙҙе лә ҡоторталар.

Беҙ торған бүлмә мөйөштә. Баҡсала өйгә һөйәлә яҙып ҡына ултырған ҙур ҡайындың ботаҡтары урам яғындағы тәҙрәгә тейә яҙып тора.

– Анау ботаҡҡа йәбешәм дә, ҡайын буйҙап ҡына, ергә төшәм дә ҡуям… Ҡайтты китте, ағайың–ҡашҡар, үҙенең Ҡаҙмашына! Хуш Өфө! -– тип көлөп ҡуйҙы бер көн Әкбәр. Мин тыйған булдым. Ә Баим Әҡбәрҙән:

–Ҡаҙмаштың ҡайһы яҡта икәнен, юлын беләһеңме һуң?–тип һорай.

Әҡбәр бирешмәй.

– Шаһүәли күрһәтте лә инде,– ти.

– Юлын белмәһәң, бына ошо бар бит, – тип, оҙон телен сығарып ҡуя Зәйни.

Көлгән дә булабыҙ, уйға ла ҡалабыҙ. Улар Һиҙиәтте, Ғәшүрәне, Барыйҙы, Хатипты, йәнә әллә кемдәрҙе ҡасырға димләйҙәр. Тик Баим менән миңә генә һүҙҙәре батмай. Сөнки, беренсенән, Шаһүәли, Хәмитйән, Гәүһәр кеүек бәләкәйҙәребеҙ бар, икенсенән, уҡыуҙан өмөт өҙмәйбеҙ. Шуның өсөн килгәнбеҙ бит.

– Юҡ, уҡытмаҫтар. Бер ҙә оҡшамаған уҡытыуға, – ти Әҡбәр.

– Булмаҫ нәмәгә ышанмағыҙ,– тип ҡул һелтәй Зәйни.–Баш һау саҡта таяйыҡ ошонан. Булмаҫ быларҙан,– тип өмөтөн өҙә.

Килгәндән бирле йыуыныу, мунса кеүек нәмә күргәнебеҙ юҡ. Иртә менән ҡул-битте лә йүнләп йыуып булмай. Һабын юҡ. Маңлайҙы, күҙ, танау, ауыҙ тирәһен еүешләтеп, һыпырып алабыҙ. Шул ғына. Ҡашҡалаҡ өйрәк һымаҡ булып бөттөк. Маңлайыбыҙ менән танауыбыҙ ғына ағарып тора. Ҡалған еребеҙҙә биш иле кер.

Ашатыуҙары ла насарланғандан-насарлана. Бөтә ашатҡандары: тоҙға ҡатҡан балыҡ, әсе кәбеҫтә һыуы, һирәк-мирәк картуф, сөгөлдөр һурпаһы. Ит, май заты күренмәй. Ике-өс ҡабырлыҡ ҡына икмәк бирәләр. Ашхана бәләкәй булғанлыҡтан, балаларҙы әҙләп-әҙләп индерәләр. Ике-өс бүлмә балалары бергә инә. Улар ултырыу менән, тимер тәрилкә күтәреп, ишектән нянялар күренә. Уларҙы «ҡаршылап», бөтә балалар аяғөҫтө тора.

– Не протягивайте руку!

Няняларҙың бөтә һүҙе шул була. Ләкин ас бала уның һүҙен ҡолағына ла элмәй.

Ун балаға иҫәпләнгән тәрилкә өҫтәлгә тейер теймәҫтән, андағы ыҙыратҡансы ҡайнатылған ҡаты, осло һөйәкле балыҡты кемуҙарҙан, күпме эләктерә алһаң, шул хәтле һәрмәп та алаһың. Ала алмай ҡалғандар иһә алғандар ҡулындағы балыҡҡа йомола. ә уныһы эләктергән балығын, һөйәк-һаяғы менән ауыҙына тығып ебәрә лә, ике усы менән ауыҙын ҡаплап, эре-торо ҡылсыҡтарын төшөргөләп, һоғалана-һоғалана йотоп ҡуя. Ҡарлығыуын ҡарлыға, ләкин тамағына ҡылсығы ла ҡаҙалмай, һөйәге лә һиҙелмәй үтеп китә. Боғаҙ киңәйеп, күнегеп бөтә ахрыһы. Балыҡһыҙ ҡалғандар, тамшана-тамшана, “кеше ашағанын”, күҙ өҙмәй ҡарап ҡына ултыра. Былар, ғәҙәттә, ваҡ балалар була. Беҙҙең Әҡбәр кеүек сосораҡтарыбыҙ күберәк һәрмәп, бәләкәйҙәргә лә өлөш сығара.

«Иртәнге закуска», ана шулай «ашала». Бының аҙағынан, кофеға йәки какаоға оҡшай биреп ҡалған берәр кружка нәмә эсерәләр. Уға ҡушып, бармаҡ башындай икмәк бирәләр. Завтрак шуның менән тамам була. Төшкөлөктә ҡоштабаҡ төбө үтә күренеп торған, шып-шыйыҡ суп йәки щи бирәләр. Дүрт-биш бала бер һауыттан, шаҡ-шоҡ килеп, ҡуш бармаҡ ҙурлығында икмәгенә ҡушып, 5-6 ҡалаҡ ҡапһаң, ул да бөтөп ҡуя, шунан йә котлет, йә компот, йә кеҫәл һымаҡ бер нәмә бирәләр. Ужинда ла завтрактағы кеүек була.

Ҡыҫҡаһы, кем көслө-шул күберәк ашай ала. Ә күпселек, бигерәк тә бәләкәй балалар ныҡ асыға. Шуның өҫтөнә, ялағайланып, ярамһаҡланып, ашхана, кухня тирәһенә оялап, бүтәндәр өлөшөн юлдап һолдап йөрөүселәр була башланы. Көслөрәк, туғыраҡ, уҫалыраҡ малайҙарҙы тәрбиәселәр, нянялар, тәртип һаҡларға тип, үҙ тирәһенә йыялар. Уларҙы айырым ашата башланылар.

 Беҙгә таныш булған Мөхәммәт, йәнә Перчаткиндарҙың байтағы шундайҙарға эләкте. Өфөнән дә бер нисә егет бар ине. Ни өсөндөр уларға «Ходя» тип исем бирҙеләр.

Килгәндән бирле беҙҙән ауылға, ауылдан беҙгә, хат-хәбәр булғаны юҡ. Шул хаҡта һөйләшеп ултырҙыҡ та, Байым, Зәйни, Әҡбәр, Һиҙиәт, Шаһүәли, мин приют мөдиренә бармаҡ булдыҡ. Төшлөктө ашаныҡ та, һораша-һораша, уның бүлмәһен эҙләп киттек. Үткәрмәйҙәр ҙә. Бүлмәһенең ҡайҙа икәнлеген дә әйтмәйҙәр, әллә белмәйҙәр, әллә юрый ебәрмәйҙәр. Икенсе көндө, күпте белә торған Ғәлләм тап булды. Ул беҙгә мөдир бүлмәһенә барыу юлын өйрәтте лә:

   –Бер кемдән дә һорашмағыҙ, бер кемдең дә туҡтатыуын тыңламағыҙ,– тине.

Беҙ, үҙебеҙсә инде, һыпыра атлап йөрөй торғас, бейек, матур ишеккә барып төртөлдөк.

– Куда!? – тип ҡотто осорҙо өс малай.

– Суда, – тинек тә, ишектән индек тә киттек.

Ишектең эс яғында ҡалын ғына шаршау ҙа бар икән.

 Ә тәҙрәләргә ап-аҡ селтәр ҡоролған. Иҙәнгә матур биҙәкле, ҡалын балаҫ «келәм» түшәлгән. Стеналар күҙҙең яуын алып торған картиналар менән биҙәлгән. Өҫтәл, ултырғыс, шкафтар йылтырап тора. Бындай ғәжәп бүлмәне ғүмеребеҙҙә беренсе тапҡыр күреп, иҫебеҙ китеп, күҙебеҙ семәрләнеп торғанда, өҫтәл артында ыҫпай һынлы, лаулаған бөҙрә сәсле, ялт-йолт итеп торған сағыу күлдәкле, һарғылт-ҡыҙыл йөҙлө, ике ҡолағы ла һалбыр һары һырғалы, ҡып-ҡыҙыл иренле, зәңгәр күҙле бер ҡатын ултырғанын күрҙек. Ул аяғөҫтө торҙо. Урманда аңғармаҫтан кеше тап булып үрә баҫҡан айыу кеүек, ул да, шундай айыу алдында ҡалған кеше кеүек, беҙ ҙә өндәшмәйенсә, ләм-минһеҙ ҡарашып тора торғас, мин, ҡыйыуланып:

– Здрастый,–тигән булдым. Минең арттан бүтәндәр ҙә шуны ҡабатланы. Ләкин теге апай яуап ҡайтарманы.

Беҙ бер-бер артлы:

 – Завидуший нады.

 – Зэбитшәй эздис?

 – Дирәүнәм бисма бисәйт нады.

 –Там һарайҙа нашим адиждам карман жись, карманда бумашкы ла, карындаш та жись.

 – Уат иты бумагы ла карындаш нады бит тәпир нам, – тинек.

Апайыбыҙ һул ҡулына ағас һаплы ҡыңғырау шылтыратҡайны, баяғы өс малай килеп инде. Бөҙрә сәсле апай уларға:

– Дайте им карандаши, – тигән әмер бирҙе. Мин:

– Бумагы да нады, – тип әйтеп тә бөтөрмәнем, анау малайҙар беҙҙе елтерәтеп алып сығып та киттеләр.

 Ә коридорҙа улар беҙҙе бешә һуғып, «Вот вам карандаши»,–тип сыбыҡ менән ялландары тартып, бүлмәбеҙгә алып барып бикләп ҡуйҙылар. Ҡағыҙ, ҡәләм юллап йөрөүебеҙ ана шулай бөттө.

Әлеге Ғәлләм, Приюттың завидушшәйе шул үҙе инде, – тине.

– Зәвидшәйҙәр шулай була икән,– тигән булды Әкбәр.

–Өҫтөндәге күлдәге үҙе ни тора?! Һай, һай, һай! Алтын да көмөштөр инде йылтылдағаны. Һай, һай, һай!–тип ғәжәпләнде Зәйни. Тик ирендәре генә беҙҙең ҡан ялаған һаҡҡолаҡтыҡына оҡшаған,– тип, күҙ сите менән генә ҡарап ҡуйҙы Шаһүәли.

Теге яҡшы ҡара ат егелгән әкәмәт арба менән килеүсе лә, ошо апай булып сыҡты. Үҙенең тышҡы ишеге төбөндә генә килеп туҡтай икән ул.

Мөдирҙе беренсе күреүебеҙ ҙә, һуңғы күреүебеҙ ҙә шул булды. Бынан һуң ул беҙҙе, беҙ уны күрмәнек. Балаларҙы һуғыу, туҡмау йышайып китте. Бер көн Шәпей апай зарланып ултырҙы. Приюттың мөдире тәрбиәсәләрҙе, «Ходяларҙ» йыйып алып:

–Тәрбиәһеҙ, аңһыҙ, русса әйткәнде аңламай, белмәй торған балалар күбәйеп китте. Бындай балаларға сыбыҡ менән аңлатырға кәрәк булыр. Шунһыҙ улар кеше булмаҫ, – тип аҡыл өйрәткән.

Мөхәммәт, «русса белмәгән өсөн баланы туҡмарға нисек ҡулың барһын», тип ғәрләнеп, бынан түбән ундай эшкә ҡыҫылмаҫ булды. Ә бер аҙҙан приюттан уҡ ҡасты.

Ғөмүмән, ҡасыусылар күбәйҙе. Әмәлен табалар. Икенсе этаж тәҙрәһенә арҡан бәйләп, шул арҡан буйлап төшөп тә, һикереп төшөп тә ҡасалар.

«Табын башҡорттары» бик аҙ ҡалды. Беҙҙең Ғәлләм дә юғалып, ҡалала йөрөп ҡайта. Ояһындағы балаларына ем ташыусы ҡош кеүек, ул да бәләкәй балаларға күстәнәстәр алып ҡайта.

Ҡайһы бер ҙурыраҡ балаларҙы икенсе приюттарға күсерҙеләр. Ауырыу балалар күбәйеп киткәс, уларға аҫҡы ҡатта бер бүлмә бирҙеләр. Шаһүәлиҙе лә, ауырығас, шунда күсерҙеләр. Ныҡ ауырыусыларҙы больницаға алып китәләр. Приютта балалар байтаҡ кәмене.

Бер көн беҙҙе унар-унар итеп, төркөмдәргә бүлделәр. Һәр төркөмгә бер баш ҡуйҙылар. Баим менән мине лә ике десятканың башлығы иттеләр.

Был десяткаларҙың ни өсөн төҙөлөүе, десятка башлыҡтарының, десятниктең, эше, бурысы хаҡында бер ваҡытта ла, бер нәмә лә әйтелмәне. Эт саба тип бет саба, тигәндәй, бүтән приюттарҙан ишетеп кенә бүлгеләгәндәр булһа кәрәк.

Минең десяткаға егет булып өлгөргән 3-4 табын башҡорто эләккәйне. Улар:

–Мынта беҙҙен тисәтник барыһынан та уңҡаныраҡ күренә. Күнтәм тә булһаҡ, эшебеҙ уңар,–тип, мине ҡупайттылар. Уларҙың шул һалам ҡыҫтырыуҙары хәтеремдә ҡалған.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.