Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина.



 Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина.

х х х

Зөһрә Хәдит ҡыҙының һүҙҙәренә өҫтәп  шуны әйтер инем:

Ҡаҙмаш ауылы халҡының хәтерендә ул халыҡсан, ғорурланырлыҡ яҡташ, оло шәхес булып иҫендә ҡалһа, яҡындары хәтерендә–туған йәнле, ярҙамсыл, изге йәнле туғаныбыҙ булараҡ хәтеребеҙҙә һаҡлайбыҙ.

Ә ил алдында 40 йыл журналистика өлкәһендә эшләүсе, бик күп китаптар авторы булып та дан ҡаҙанған Ил улы ул.

…Ул беҙҙең ғаиләлә генә түгел, тыуған ауылы Ҡаҙмашта көтөп алған хөрмәтле кеше ине.

Йыл һайын тыуған ауылына ҡайта торғайны. Атайым мәрхүм менән һарыҡ һуйып, ҡымыҙ алдырып бар туғандар менән оло табын йыйып, аралашып алыу мөмкинлеге тыуҙыра ине. Ысынын әйткәндә, туғандар осрашыуы ине был. Һәр береһенең ғаилә хәле, тормошо менән ҡыҙыҡһынып, кем ниндәй ярҙамға, кәңәшкә мохтаж–барыһын да тиң күреп ярҙам ҡулы һуҙа ине.

Әсәйем Фатима Ишбулатова менән хат аша алышып торҙолар, әсәйем бушамаған саҡтарҙа хаттарға яупты мин яҙа инем.

Ауыр тормош юлдары үтеп, донъяның бар һынауҙарын үҙ иңендә татыған ауыл малайы, үҙенән һуң яҡты иҫтәлектәр, изге эштәр эшләп китеүен бөтә район ғына түгел, бөтә Башҡортостан белә. Ҡаҙмашта Дуҫлыҡ баҡсаһы булдырыу, музей һәм обелиск асыуҙа ла Ғәли Ирғәли улының хеҙмәте ҙур һәм оло хөрмәткә лайыҡ.

Беҙ ҙә Ишбулатовтарҙың зат-ырыуы, туғандары (улар бик күп) хөрмәтле Ғәли (уны Шаһғәли тип түгел, ҡыҫҡартып Ғәли тип йөрөтәләр–авт.) Ирғәли улы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Ул үҙенең күргән, әсе яҙмышын теркәп барған яҙмаларын, үҙе иҫән саҡта беҙҙең ғаиләгә бүләк иткәйне. Ҡул менән яҙылған әҫәрҙе, яңынан йыйып, баҫмаға әҙерләнек. Был эште ҡыҙым Гөлнәзирә Илһамова башҡарҙы.

Әсәйем, Фатима Хәжғәли ҡыҙы Ишбулатова (мәрхүмә), йәнеләй күреп һаҡлаған яҙманы үҙ ҡулдары менән миңә тапшырып, оло бурыс йөкмәтеп китте, үҙ башынан үткәндәрен, ил күтәргән ыҙаларҙы асыҡ һәм йәнгә үтәрлек итеп, һандар, факттар менән асып биреүе уның тел байлығын, аҡыл тәрәнлеген дә иҫбатлай. Күҙ йәштәреһеҙ уҡып булмаған был яҙманы киләсәк быуын өсөн фәһимле тарихи әҫәр тиер инем мин. Өтөрөн дә, нөктәһен дә үҙгәртмәйенсә (быға минең хаҡым да юҡтыр тип уйлайым), райондаштарға тәҡдим итәм.

Хөрмәтле яҡташтар, туғандар, мәрхүмдең ауылдаштары, дуҫтары Шәһиғәли Ирғәли улы Ишбулатовты хөрмәт менән иҫкә алайыҡ! Уның ауылдаштары, район халҡы өсөн башҡарған хеҙмәттәрен һаҡлап тотайыҡ, киләһе быуындарға еткерәйек!

Йылдар ғына уның башҡарған эштәренең баһаһын юйҙырмаһын, изге эштәре менән халыҡ күңелендә оҙаҡ йәшәһен, хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Барлыҡ яҡындары, ауылдаштары исеменән туғаны,



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.