|
|||
фө приютында 4 страница–Шаһүәли булһа, быны ла бишкә бүлер инек,– тип ысҡындырҙым. Тағы күмәкләп иланыҡ та ебәрҙек. Быныһы–һөйөклө, ҡәҙерле баланы, үҙ ҡаныбыҙҙы юҡһынып, һағынып илау ине. –Һинең иҫән-һау ҡайтып, күҙгә күренеүең дә ҙур шатлыҡ әле, улым, –тине атайым, ултыра биргәс. Мөъминә һаман һыңҡылдай. Шаһүәлиҙе ул бигерәк ныҡ ярата торғайны. Нужна ҡалас ашата, тигәндәй, атайымдар, ҡайҙандыр орлоғон табып, ҡутарғансы йәшелсә ултыртып ташлағандар. Мал торған тиреҫле ерҙә ҡотороп үҫкән дә киткән. Көндәр ҙә бик яҡшы килде бит ул 22-се йылда. Яуа ла ҡыҙҙыра, яуа ла ҡыҙҙыра. Атайым, баяғы әйткәндәрҙән тыш, бер генә ҡаҙаҡ картуф, хатта кәбеҫтә, бер нисә бөртөк кукуруз сәскән. Кәбеҫтә шул тиклем уңды, сей көйөнсә лә ашап, өйрәһен дә эсеп һимереп бөттөк. Өҫтәүенә Маркиндың Машкаһы менән Настяһы көҙ көнө ике өс кәтке тоҙлап бирҙеләр. Ҡыш буйына етте. Бына гем әй! Ә кукуруз урман ҡырҡыһында емерелеп үҫә торған болануттан икеләтә бейек булып ултырҙы. Хатта сәкәне лә ышыҡ ерҙә ни, өлгөрә яҙып ҡуйҙы. Ярғылап ултыртылған бер ҡаҙаҡ (400 грамм) картуфтан, көҙ еткәс 23 ҡаҙаҡ (32 килограмм) картуф алдыҡ! Бына һиңә кәрәк булһа! Буҙыҡайҙағы Мөслимә апайым менән Фәтхислам еҙнәй ҙә килеп төштө. Улар алдында минең «ҡыҙ» булып йөрөүем бер ҙә килешмәй. Етмәһә, еҙнәм мине «балдыҙ» тип шаяртып ҡуя. Атайым әлеге Шәйхем ҡартҡа барып, баш эйеп, миңә кейемлек һорарға булғайны, ағайым да, апайым да ҡаршы төштө. – Эт кеше бит ул Шәйхем мулла. Бот сабып, үсәп көлөр үҙеңдән… Элеккеһе өсөн дә эшен эшләп бөтөрмәгәнбеҙ бит әле, – тине ағайым. Күмәкләп, йәмәләшеп, Ғәрифә еңгәй ҙә ярҙамлашып, мине малай итеп кейендереп ҡуйҙылар. Тамағыбыҙ туйып, шәбәйҙек тә киттек. Хәлебеҙ яҡшырған һайын Шаһүәлиҙе нығыраҡ һағынабыҙ. –Уҡытмаҫтарын белһәк, Өфөгә тип аяҡ та атламаған булыр инегеҙ. Шаһүәли ҙә бында, моғайын, бирешмәҫ ине,–тип ауыр көрһөндө атайым.– рай инде, үткән эштән төш яҡшы,–тип тынысландырҙы ул беҙҙе. Ә ултыра биргәс: – Барыбер уҡырға кәрәк. Заманы шундай,– тип өҫтәне атайым. Мин бындай аҡыллы кәңәштәрҙе атайыма һис тә үҙемдән таҡмайым. Уның биргән бик күп матур-матур кәңәштәрен, бәлки, бер ергә үҙенә башҡа яҙып та ҡуйырмын әле. Ул биргән кәңәштәрҙе мин хәлдән килгәнсе үтәргә тырыштым. Уның өйрәтеп әйтеүҙәре–мине яҡшылыҡҡа ғына алып барҙы. Тик бына Шәйәхмәт тигән еҙнәйҙең, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған, саф күңелле, алтын ҡуллы эш кешеһенең берҙән-бер кәңәшен тыңламауыма ғүмерем буйына үкендем… Бесән дә ул йылда бик ныҡ уңды. Байҙар, маллы кешеләр бесәнгә төштө. Шәйһем бай ҙа, атайымды саҡыртып алып, тирләткәнсә тиргәп, сығарған. Шаһүәли менән миңә тип алынған теге тула, киндер, ситсаны, ә унан аҙаҡ атайымдар алып ашаған баш-тояҡ, эс-ҡарынды теҙеп сыҡҡан Шәйхем мулла. Шунан: –Бата уҡытып бирҙемме ни мин һиңә уларҙы, ә!? Һиңә бит мин барманым, һин үҙең килеп ала торҙоң уларҙы! Оноттоңмо ни вәғәҙәләреңде? Ахмаҡ! Күрәһең бит, эшләр кешем юҡ. Бөтөнөһө өс тиҫтә самаһы ғына малым ҡалды. Күпме генә бесән кәрәк уларға! Бөгөндән үк бесән эшләргә сыҡ!–тип, тешләнә-тешләнә екеренгән ул атайыма. – Байҙарға бәйләнһәң, шулай инде ул,–тип әсенеп ҡуйҙы атайым. Иртәгеһенә тотош семьябыҙ менән Шәйхем муллаға бесән эшләргә сығып киттек. Ҡымыҙ байҙан. Икмәк урынына ҡорот бирә. Ойотҡан да эсерә. Һирәк-һаяҡ икмәк тә эләгеп ҡуя. Атайым бесән саба алмай. Ағайым эште емереп алып бара. Ә Мөъминә менән минең бакуйҙы ҡайырып алырға көсөбөҙ етмәй. Үлән бейек, ҡуйы булып үҫкән. Шулай ҙа, тырыша торғас, әллә нисә кәбән ҡойоп ташланыҡ. Өй эргәһенән генә сабып, үҙебеҙгә лә бер кәбән бесән ултырттыҡ. Ауыл тирәһе сабынлыҡҡа әйләнгән дә киткән. Сөнки берәм-һерәм мал ашалып бөткән. Улай ғына түгел, япон һуғышынан да, империалистик һуғыштан да иҫән-һау, имен–аман ҡайтып дыу-теттереп донъя көтөп йөрөгән, бынамын тигән ағайҙар үлеп бөткән. Ҡара көҙ килеп етте. Шаһүәлиҙең булмауы бөтөнөбөҙҙөң дә йөрәген өйкәп тик тора. Тамағына йүнләп ашай алмаған атайым бер көн, уйға батып ултыра торғас: –Ғәлләм тинеңме әле, теге егетте? Оноторлоҡ түгел икән дә. Үҙебеҙҙең Мәхмүттин улының исеме бит,– тине. Мин Ғәлләмдең тышҡы ҡиәфәтен дә һүрәтләп бирҙем. Мыҡты ғына, әҙерәк бөкөрәйеп, ҡулына һәр ваҡыт бер нәмә, йә таяҡ тотоп йөрөүсән, алсаҡ һөйләшеүсән егет, тинем. – Табырмын. Ауырыуым еңеләйә биргәс, Өфөгә китәм. Ғәлләмде табып алырмын да, икәүләп Шаһүәлиҙе эҙләп табырбыҙ. Ҡайҙан беләһең, Шаһүәлибеҙ шул уҡ Ғәлләм менән үк йөрөйҙөр әле хәҙер,– тине ул, күңеле күтәрелеп. Ләкин сирле генә атайым Өфөгә бара алманы. Ғәлләмдән дә һис ниндәй хәбәр булманы. Аҙаҡтан (1924-26 йылдарҙа) мин Өфөлә Шаһүәлиҙе эҙләп тә, редактор Кәрим Иҙелхужа ағайға инеп, «Башҡортостан» газетаһына иғлан да биреп ҡараным. Ләкин һис ниндәй хәбәр булманы. Шаһүәлибеҙҙе мәңгегә юғалттыҡ… Ҡайһы бер өҫтәмәләр, ҡушымталар I. Приют йылдары шуның менән бөттө. Анда бергә йөрөгән иптәштәрҙән Һиҙиәт хәҙер – юридик фәндәр кандидаты. Зәйни ФЗУ-ны тамамланы. Әбйәлил районы элемтә бүлеге начальнигы булған сағында (1930 йыл) үҙ ҡулы менән 10-12 номерлы коммутатор эшләне. Район газетаһының тәүге редакторы булды. Фамилияһы Ямалов ине. Партия райкомында бүлек мөдире булып эшләне. Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатында эшләп йөрөгәндә үлеп ҡалды. Әҡбәр ҙә уҡып, күтәрелеп, Бөйөк Ватан Һуғышынан ҡайтып, Дәүләт колхозында партия ойошмаһы секретаре булып эшләгән сағында вафат булды. Барый ҙа Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашып, күҙһеҙ булып ҡайтҡан. Яңыраҡ ул да мәрхүм булып ҡалған. Баим Рәжәпов ғүмере буйына балалар уҡытты.Амангилде ауылында йәшәне. II. Юғарыла Өфө приютында йәй көнө бер ағайҙың килеүен, беҙҙең менән һөйләшеүен, хатта беҙҙең Ҡаҙмашты белеүен яҙғайным. 1954 йылда, мин Башгосиздатта баш редактор булып эшләгән сағымда беҙҙең авторыбыҙ Исмәғил ағай Ишмөхәмәтов (Педагогия институтының кафедра деканы, һуңынан БГУ доценты) менән һөйләшеп киттек. Шул һөйләшеү ваҡытында, теге саҡта Өфө приютына килгән ағай ошо Исмәғил Ишмөхәмәтов булып сыҡты. Стәрлелә Башҡортостан АССР-ы Наркомпросында эшләгән сағында беҙҙең ауылда булған. Ул ваҡытта һеҙҙең приюттың мөдире булып йәш кенә, уңған егет эшләй ине, тине ул. Быныһы ла дөрөҫ. Бик һәйбәт ауылдашыбыҙ Муса Дәминов эшләне. Уны (өс егетте) ниндәйҙер ҡара көстәр Белоретҡа китеп барғанда юлда үлтереп ҡуйҙы. Унан һуң приют эше Вафа Сәлмәнов ҡарамағына күсте. Өфөлә беҙ булған приюттың башында бик насар кеше торғанлығын, уларға һуңынан ҡаты сара күренгәнлеген һөйләне Исмәғил ағай. III. Аслыҡ, эпидемия йылдарында, приюттарҙа үткән көндәремдең әсе факттарын иҫкә төшкән һайын электән үк төрлө ергә теркәп килгәйнем. Шуларҙы бер ергә тик һуңғы йылдарҙа ғына теҙеп сыға алдым. Шул яҙыуҙы бер иптәшкә уҡытҡайным, ул бында яҙылғандарға бик үк ышанып етмәне. Мин йәнле шаһит – Рәжәпов Баимға хат яҙып ебәрҙем. Ә ул үҙ хатында (1971 йыл, 30 сентябрь) мин яҙғандарҙы дөрөҫләгән. 1971 йылдың 10 октябрендә Баим үҙенең ғаиләһе менән беҙгә (Өфөгә) килгәйне. Шунда ла һорашып ултырҙым. Шул уҡ хәлдәрҙе һөйләне. –Сәлмәнов Вафа ҡып-ҡыҙыл була торғайны. Беҙҙең хаҡты күп ашаны ул,–ти Баим. Ҡаҙмаш приютында, үлгән балаларҙы тере күрһәтеп, шул балаларҙың аҙығын начальниктар үҙҙәре ашағанлығын дөрөҫләне. Балаларҙы үлер-үлмәҫтән сығарып ташлай торғайнылар. Бер “үлгән” баланы ата-әсәһе Асҡарға алып ҡайтып терелтеп алған. Һуңынан ул Райсовет председателе булып эшләне, ти Баим. Ләкин ул егеттең исемен, фамилияһын онотҡан. Мин дә шундайыраҡ бер хәлдең булыуын хәтерләп ҡалам. Белорет детдомында ла үлгән тип һарайға сығарып ҡуйылған балалар араһында ике баланың күҙҙәрен асып-йомоп ятыуҙарын күреп, Зәйни менән беҙ кереп әйткәс, ул ике тере баланы кире алып инделәр. IV. 1972 йылдың 3 февралендә Һиҙиәт Ғәйнуллиндәргә барып, һөйләшеп ултырҙыҡ. –Элек бөтә Тамъян-Түнгәүер волосенә бер фельдшер Малыгин була торғайны,– ти Һиҙиәт. Ә мин: –Ялбыр яллы, ҙур ҡорһаҡлы туры ат менеп, аяҡтарын һалындырып йөрөй торғайны. Төрлө дарыуы ла, әллә ниндәй үләндәре лә була ине шикелле,– тигәс: –Әйе шул,–тип дөрөҫләне Һиҙиәт.–Минең атайым менән бергә улар Семипалатинскиҙа батшаға хеҙмәт иткәндәр. Дуҫтар ине. 1936–37 йылдарҙа Малыгинды, граждандар һуғышы ваҡытында аҡтарҙы дауалағанһың, тип ултыртҡандар. Шунан ҡайтманы,– тине. Шунан Һиҙиәт теге бандиттар үлтергән Ағзам бисәһенең хәҙерге көндә лә Күсәр ауылында тороуын әйтте. Ә Хәкимйән байҙы атып (1924) өйҙәрен яндырған Ирғәле (өй яндырған өсөн) 3 йылға хөкөм ителеп, 1929 йылда ҡайтып килә. Шул ваҡытта улы тыуа. Шул улы бар, тип һөйләне Һиҙиәт. Ирғәле үҙе 1941 йылда Мортаҙа Фәйзуллин (Дауыт) менән һуғышҡа китеп барғанда үлгән, ти. Өфө приютында булған хәлде былай һөйләне: – Приютҡа килгәс, үҙебеҙҙең бөтә нәмәне һалдырып алып, беҙгә алам -һалам кейем бирҙеләр. Карауат, постель кеүек нәмә булманы. Аслыҡ бик яман булды. Белоретта ла, бигерәк тә Өфөлә астан балалар күп үлде. Өфө приютында балалар бәҙрәфтән картуф, сөгөлдөр, кишер серек-сарығын төшөп алып ашай торғайны. Үләндең һәр төрлөһөн, бер ҡымыҙлыҡ тәме килгән әсеһен дә ашаныҡ. Ул, значит, һин әйткән әрекмән булған икән. Ағас япрағы ла ҡалманы. Чанышев тигән малай балаларҙы бигерәк тә яман, һис аямай туҡмай торғайны, настоящий хулиган ине. Бер көн үҙен одеялға төрөп, күмәкләп туҡмағас, унан ҡотолдоҡ. Баҡсаға эшкә йөрөй торғайныҡ. Урамда симешкә һатыусыларҙың симешкәһен, үҙҙәре бирмәһә, услап-услап алып китә инек. Баҡсала бер йортто емереп, кирбесен алыҫҡа ташыныҡ. Ул приютта Күбәләктән Игликов Вәлит, Салауаттан Мансурова Зифа(?), Бораңғолдан Сәлимйән Дауытов йәки Дауыт Сөләймәнов (хәҙер дипломат), Күсемдән Ҡарағужин (Маҡар лесхозында эшләне) булыуы Һиҙиәттең хәтерендә ҡалған. –Беҙҙең кантондан Өфөлә бер нисә йөҙ бала булды. Ул приютҡа Стәрленән Абитаев та килде. Ул: «Башҡортостанды ҙурайтабыҙ», тип һөйләне. Аҙаҡ ул беҙҙе Ырымбурҙа уҡытты,– ти Һиҙиәт. (Ә мин был Абитаевты хәтерләмәйем). Һиҙиәттәр приюттан Ямалов Зәйни (Ҡаҙмаш), Абдуллин Барый (Тупаҡ), Шәмсиҡәмәр Юлмухаметова (Амангилде), Ҡыҙдәүләт (Үтәгән), Ғәшүрә (Әбделғәзе) ҡасҡандар. Ҡасып сығып, бер аҙ йөрөгәс, беҙҙе милиция тотоп алды ла ултыртып ҡуйҙы (нач. Иванов ине). Бүтән малайҙар төндә мейес мөрйәһенән сығып ҡасҡандар. Ә беҙгә, уңлы-һуллы бирҙеләр ҙә: – Ҡабаттан эләкмәгеҙ!–тип, ҡыуып сығарып ебәрҙеләр. Бер нисә көн йөрөгәс, Белоретҡа китмәк булдыҡ. Ә юлды белмәйбеҙ. – Тимер юл буйлайыҡ та китәйек,–тине Зәйни. Ҡариҙел күперенә барып төртөлдөк. Красноармеец үткәрмәй. Икенсеһе килде лә, хәлде һорашып: –Барығыҙ. Поезд килә башлаһа, беҙ атырбыҙ, ә һеҙ ятырһығыҙ,– тине. Атып та ебәрҙеләр, поез да күренде. Беҙ яттыҡ. Поезд үтеп китте. –Күперҙе сығып, бер станцияла асыҡ ишектән вагон эсенә инеп урынлашһаҡ, унда мискә лә йәшник булып сыҡты. (Быны миңә Зәйни ҙә һөйләй торғайны). Поезд ҡуҙғалып киткәс, мискәләр алға ла, артҡала тәгәрәй башланы. Ҡотолор әмәл юҡ. Бер станцияла төштөк кенә тигәндә, йәнә милиция тотоп алды. Өфөгә кире килтерҙеләр, приют балалары икәнде белгәс, сығарҙылар. Бер магазинға инеп, кейем алырға йөрөйбеҙ. Ҡараһаҡ бер сумка ултыра. Эләктерҙек тегене. Эсен асып ҡараһаҡ, документ та документ. Хужаһы сумкаһын эҙләп йөрөй. Ул Хәҙисә Кушаева тигән ҡатын булып сыҡты. Хафиз Кушаев ҡатыны, ине, ти. Беҙҙән һорашып, тамаҡты туйҙырҙылар. Асҡарға беҙҙе милиция алып барып ташланы,– ти Һиҙиәт. Шунан Һиҙиәт Белоретҡа кире приютҡа килгән. Сермән приютына күскән. Унда мөдир беҙҙәге Мөхәррәм Хәиров ине, ти. Уның һөйләүенсә, беҙҙең Өфөләге приют мөдиренә 1922 йылда (йә 1923 йылда) Белоретта суд булған. Һиҙиәт, Ҡорманаев, Ҡарағужин, Игликов, Дауыт Сөләймәнов свидетель булып килгәндәр. Ул ҡатын, приют мөдире (әллә татарка, әллә мәрйә) Верхуралдыҡы булып, аҡ офицер ҡатыны булһа кәрәк, ти. Уны зав.-лыҡҡа Ғөбәй Ҡорманаев, Һарун Ситдиҡов (ул саҡтағы волос етәкселәре) рекомендовать иткән икән, ти. Ҡорманаев бисәһенә яҡын булған ул ҡатын. Ҡорманаев бисәһе лә офицер ҡыҙы ине шикелле, ти. V. Һиҙиәт миңә, Яфаева Хаят, уның ире Хәсәнов, йәнә Нәсибулла тигән берәү ҙә приютта булғандар, тип һөйләне. 1972 йылдың 7 февралендә Хәмит Хәсәнов менән һөйләшеп ултырҙым. Ул Күгәрсен районы Теләмбәт (Теляумбетово) ауылыныҡы икән (Уфа-25, Карла Маркса, 9, кв.7, тел. 3-40-71). Хәсәнов Өфөлә булмаған. Ә 1921-24 йылдарҙа Ташлылағы (Джитару кантоны) приютта, дөрөҫөрәге, балалар хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнгән. Был колония Шот тигән немец (помещик) имениеһында ойошторолған. Ул колонияла Бикташев Ҡыям (полиграфист), Батыр Вәлит (шағир) һәм башҡалар булған. Управляющийҙары – Деев. Балалар бында эшләгәндәр. Һәйбәт йәшәгәндәр. Ваня Баскаков тигән һуҡыр ҡарауылсылары (колония балаһы) баҡсалыҡты бик яҡшы ҡарауылдаған. Урларға килеүселәрҙе күрмәгән көйөнсә таяҡ һалмауырҙап һуҡһа, шул таяҡ тейә торған булған. Бурҙар ҡабат килмәй башлаған. “Ленин баш” – тип йөрөтөлгән, бик күпте белеүсе егеттәре булған. Ул хәҙер Ленинградта инженер, ти (исем, фамилияһын онотҡан). Йылайырҙан да бер яҙыусы был колонияла булған. Ул 1936 йылда юғалған (исем, фамилияһын онотҡан). Сәңкем ауылынан Ниғмәт Әбдрәхимов (Күгәрсен районы, Ҡыҙыл Байраҡ колхозы) Бөрө пединститутында уҡытҡан. Ватан һуғышында үлеп ҡалған. Уның да ағаһы яҙыусы ине,– ти. Комсомол Кантком секретаре беҙҙә тәрбиә эше алып барҙы, ти. Был колония хаҡында Бикташевта материал күп булырға тейеш ти Хаят Яфаева, Өфөлә Ямашев исемендәге балалар йортонда булған саҡта.
|
|||
|