Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы



 

                     

 

             Ғәли Ирғәли улы Ишбулатов    

(1906– 1982)

 

                                               

                                              

 

 

                                      

                                              Баш һүҙ

Шундай шәхестәр осрай, был донъянан китһәләр ҙә, йылдар үтеү менән уларҙың исемдәре онотолмай. Шундайҙарҙың береһе – РСФСР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре, күренекле журналист, рус классиктарын башҡорт теленә тәржемә итеүсе, "Башҡортса иң тәүге әлифба" (1946), “Ғәрәп алфавитендәге башҡортса яҙыуҙарҙы өйрәнеүселәр өсөн ҡулланма“ (1976), "Ҡанатлы дуҫтарым" (1982), "Ғәрәп яҙмаһын өйрәнеүселәргә әлифба" (1988) һ. б. хеҙмәттәрҙең авторы, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре – Шаһиғәле Ирғәле улы Ишбулатов.

                       

 

  1906 йылдың 5 майында, элекке Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур өлкәһе (хәҙерге Әбйәлил районы) Ҡаҙмаш ауылында тыуған егет ауылында белем алғандан һуң, Ырымбур педтехникумын тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайта. Бер аҙ эшләгәндән һуң Өфөгә саҡырыла. 1929 йылда урындағы партия совет мәктәбен тамамлай һәм ошонан алып үҙенең бар ғүмерен матбуғатҡа арнай. Төрлө гәзит-журналдарҙа баш мөхәррир вазифаларын башҡара. Ә ауылдаштары хәтерендә Шаһиғәле Ишбулатов үҙ яғының ысын патриоты булараҡ билдәле. 1966 йылда тәүге тапҡыр "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын ойоштороу арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың исеме менән бәйләнгән.

Быйыл был күркәм байрамға 50 йыл тула. Бөгөнгө көндә был үтә лә әһәмиәтле сара Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы сиктәренән республикабыҙға һәм Рәсәйҙең төрлө өлкәләренә таралды. Беҙ, ҡаҙмаштар, ошондай данлы шәхесебеҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса төрлө саралар үткәрәбеҙ. Ауылдың оло урамы яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә, музейҙа, китапханала уның хаҡында хәтирәләр тупланыла. Ә инде уҡыусыларға тәҡдим ителгән был архив яҙмалары оло шәхесебеҙҙең яҡын туғаны, шағирә Илһамова Нуриҙә Юныс ҡыҙы тарафынан эшкәртелеп бирелә. Шәхестәребеҙҙе онотмау – беҙҙең изге бурысыбыҙ.

 Шағирә, драматург,

 Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.