|
|||
ин етемме, мин етемме, Таналығым?⇐ ПредыдущаяСтр 15 из 15 Һин етемме, мин етемме, Таналығым? (Ҡәҙим Аралбай, “Таналығым”) Таҡмаҡ – бейеү йә дәртле ҡыҫҡа көйгә һалынып йырлана торған шиғырҙар. Теҙем - әҫәрҙә бер нисә күренештең бер юлы теҙмә һөйләмдәр ярҙамында бирелеүе, улар ғәҙәттә нөктәле өтөр аша бирелә бара: мәҫәлән, “Бейек тауҙың үлгәне – башын монар алғаны; Ир-егеттең үлгәне – илен дошман алғаны...” Фигуралы шиғыр – шиғырҙың тышҡы ҡиәфәтен уның йөкмәткеһе менән тап килтереү: мәҫәлән, Әхмәр Үтәбайҙың “Хәнйәр” тигән шиғыры яҙылышы менән дә хәнйәргә оҡшап тора. Хитап – махсус рәүештә халыҡҡа мөрәжәғәт ителгән телмәр формаһында яҙылған шиғыр: мәҫәлән, Бабичтың “Башҡорт халҡына көйлө хитап” тигән әҫәре. Һамаҡ, һармаҡ – көйләп (һамаҡлап) әйтелгән шиғри текст. Һамаҡлау – шиғырҙы таҡмаҡ һымағыраҡ көйгә һалып әйтеү. Һыҡтау – илау ҡатыш йырлап әйтелгән ҡайғылы текст. Шиғыр – теҙмә әҫәр, билдәле бер ритмикаға һәм үлсәмгә ҡоролған текст. Шиғыр инструментовкаһы – шиғри телмәр алымы, уҡымлыраҡ һәм яңғырашлыраҡ булһын өсөн, шиғыр юлында төрлө саралар ҡулланыу. Шиғыр төҙөлөшө - ниндәйҙер ритмик берәмеккә (ижеккә, баҫымға) ҡоролған юлдар системаһы. Шиғыр үлсәме – шиғырҙарҙа ритмиканы барлыҡҡа килтергән системалар (ямб, хорей, робағи һ. б.). Шиғыр юлы – шиғыр строфаһы берәмеге, берҙәм бер юл. Элегия – һағышлы шиғыр, моңайыу. Эпиграмма – кемгәлер бағышлап яҙылған ҡыҫҡа сатирик шиғыр. Эпитафия – ҡәбер таштарына яҙылған тәрән мәғәнәле шиғырҙар. Эпитет – сифатты йә билдәне аныҡлаусы һүҙ, һүҙбәйләнештә сифат ролен үтәй: һалҡын усаҡ, боҙло ямғыр. Эпос – тура мәғәнәһендә хикәйәләү мәғәнәһен бирә, әҙәбиәттә прозаны эпик әҫәр тиҙәр, шиғри юл менән яҙылған ҙур әҫәрҙәр ҙә эпос була. Эске рифма – шиғыр юлындағы һүҙҙәрҙең дә рифмалашып килеүе: Бер йән инек, бергә көлгән инек (Рәми Ғарипов) Әйләнмә рифма, әйләнмә строфа – шиғыр төҙөүҙең алымдары, рифманы йә тотош юлды ҡабатлап, баҫым яһау. Әйтеш – шиғыр ярҙамында тапҡырлыҡта ярышыу. Борон ҡапма-ҡаршы тороп импровизация юлы менән әйтешкәндәр, таҡмаҡ әйтеше лә бар. Хәҙер бер-береңә ҡаршы яҙышып ярышыуҙы ла әйтеш тиҙәр. Юл башы рифмаһы – Шиғыр юлдарының тәүге һүҙҙәренең рифмалашыуы: Илем, тиеп әйтәм тиһәм, Гөлөм, тиеп өндәшәм... Ябай рифма – бер һүҙҙән торған рифма. Ябыҡ ижек - ябыҡ рифма һымаҡ уҡ, тартынҡы өнгә бөткән ижек.
|
|||
|