|
|||
Сәләм, “Республикам иртәһе”)(Ғ. Сәләм, “Республикам иртәһе”) Өн эйәртеме – шиғырҙа ымлыҡ рәүешендә башҡа нәмәләрҙең тауышын да ҡулланыу: “сип-сип, тиҙәр себештәр...” Өндәр яңғырашы – шиғырҙа ритмиканы көсәйтеү өсөн ҡулланылған саралар, төрлө булыуы ихтимал: рифма, аллитерация һ. б. Параллеллек – йәнәшәлек мәғәнәһендә. Пародия – сатирик һәм юмористик әҫәр, тиҫкәре йыр мәғәнәһен бирә. Башҡаларҙың әҫәрҙәренең етешһеҙ яҡтарын күрһәтеп, уны көсәйтә биреп, яңы әҫәр яҙыу. Ғәҙәттә башта әҫәр үҙе килтерелә, шунан һуң ғына уға пародия бирелә, сөнки уҡыусы уларҙы сағыштырып уҡырға тейеш. Пауза – шиғырҙа ритмиканы биреү йә берәй һүҙҙе нығыраҡ айырып күрһәтеү өсөн ҡулланылған ҡыҫҡа ваҡытҡа туҡтап алыу. Яҙма текста йә юл күсереү аша, йә башҡа тыныш билдәләре менән бирелә. Поэма - әҙәбиәттең синтетик, лиро-эпик жанры. Ғәҙәттә прозаның берәй жанры алына ла, шул шиғри берәй формаға һалына. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы таҡмаҡ формаһында яҙылған хикәйә, Рәйес Түләктең “Зөләйха” поэмаһы – балладаға һалынған роман. Поэтик пунктуация - дөйөм грамматик пунктуациянан айырмалы, шиғырҙа ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе биреү өсөн махсус пунктуация ҡулланыу: өҫтәмә өтөрҙәр, өндәүҙәр, баш хәрефтәр һ. б. Бөтөнләй тыныш билдәләре ҡуймай, уҡыусының үҙ белдегенә ҡалдырыла торған юлдар ҙа була. Риторик һорау – уҡыусынан яуап таптырмай, яуабы былай ҙа аңлашылып торған һорауҙы автор тарафынан биреүе. Күберәк әсенеүле, үкенесле мәғәнәләрҙә була. Робағи – Көнсығыш шиғриәтенән ингән, күберәк дүрт юлдан торған һәм беренсе, икенсе, дүртенсе юлдары рифмаланған шиғыр төрө. Силлабик шиғыр төҙөлөшө Силлаби-тоник шиғыр төҙөлөшө Стопа – силлабо-тоник шиғыр төҙөлөшөндә баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙән яһалған бер быуын. Ул 2 – 4 ижекле була. Строфа – шиғырҙың рифмалар, уртаҡ фекер һәм интонация менән берләштерелгән юлдарҙан торған айырым берәмек өлөшө. Строфалар икенән туғыҙға тиклем юлдарҙан тора. Сәсән – башҡорт халҡында шағир-импровизатор. Тавтология – ҡабатлау һүҙенә синоним төшөнсә, ләкин тавтологияла бер үк фекер икенсе һүҙҙәр менән дә әйтеп ҡабатланыуы ихтимал. Тавтологик рифма – рифма яһағанда бер үк һүҙҙе аҙаҡҡа сығарыу, йә омонимдар файҙаланыу: Атам кейәү, әсәм килен булған ерҙә, Тирҙәр түккән, ҡан ҡойған, йәш йыуған ерҙә, Ҡурсалаған, ҡалҡан булған тыуған ерҙә, Тәм-йәм биргән, йән дә бер аҙ тынған ерҙә,
|
|||
|