Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Хәким ҡойоһо



Хәким ҡойоһо

Ғәлимов Амур Сәлим улынан яҙып алынды.

Хәким боай бик эшкә тырыш,бик булды ғүмер буйы, тракторист булды. Колхоз булғас бөтөн апайҙар, инәйҙәр бесәнгә салғы менән сыға. 75 йыл ҡоролоҡ булды, ныҡ ҡоролоҡ. Әнә шул яланда ҡойо юҡ , сәй ҡайнаталар, аш бешерәләр обедҡа. Шунда Хәким боай белорус менән барғанда соҡоған. Соҡоғас, эллеке шишмә юлы булғас микән ап- аҡ тап- таҙа һыу сыҡҡан. Хәҙер менә ҡырыҡ нисә йыл, шул таҙарыҡ ағып ята. Шунан “Хәким ҡойоһо” тигәндәр.

Мөнәжәт

Камаев Ильфат Ривол улынан яҙып алынды.

 

Ҡунаҡтың шарты алтын:

Аңа кәрәк сәйең ҡаты,

Әгәр сәйең булһа йомшаҡ,

Ҡунаҡтың күңеле ярты.

 

Дәхибарҙыр уның шартын

Бешермәктер уңа ҡоймаҡ,

Һары майға манып алып,

Ҡунаҡтың алдына ҡуймаҡ.

 

Тағы барҙыр аның шарты:

Бешермәктер аңа сәк-сәк,

Табындарҙан өҙөлмәһен

Тәмле ризыҡ һәр саҡ.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.