|
|||
Йөкмәтке. Иҫке Мөхәмәт ауылы тарихы.Стр 1 из 6Следующая ⇒
РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ МӘҒАРИФ МИНИСТЫРЛЫҒЫ ЮҒАРЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ «М. АҠМУЛЛА ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ПЕДАГОГИЯ УНИВЕРСИТЕТЫ»
Башҡорт филологияһы факультеты Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы
Диалектологик практика буйынса отчет Ҡыйғы районы
Башҡарҙы:2 курс Ғәлимова В.А. Тикшерҙе: өлкән уҡытыусы Куланчин А.Ю.
Өфө - 2020 Йөкмәтке 1. Ауыл тарихы. 2. Көнсығыш диалект тураһында дөйөм төшөнсә. 3. Әй һөйләше. 4. Иҫке Мөхәмәт ауылының шишмәләре һәм тауҙары. 5. Диалект телендә текстар.
Иҫке Мөхәмәт ауылы тарихы. Әй берекмәләренең тарихы XIV-XV быуаттарға барып тоташа. Иҫке Мөхәмәт ауылы башҡорттары Әйле ырыуының Тырнаҡлы нәҫеленә инә,икенсе төрлө «Туғыҙ ауыл тырнаҡлы» тип тә йөрөтөлә. Әйле ырыуының Тырнаҡлы олоҫо тип ҡабул ителгән батша ваҡыттарында. Әммә ҡайҙан килеп кергән бына был «Тырнаҡлы» тигән атама беҙҙең яҡтарға? Әйҙең яр буйҙарына ултырған башҡорт ауылдары бар, ғөмүмән башҡорттар гел генә ауылды йылға ярҙарына һалырға тырышҡандар. Бына беҙҙә инде Яуын, Шәрәк, Иҫке Мөхәмәт, Лағыр ( элек Үәскәй тип аталған), Ибрай, Йүкәле, Әнйәк, Яңы Мөхәмәт, бына барыһыла Әйҙең ярында ултырғандар. Шуларҙы тикшерһәк, шул ауылдарҙың еренә беҙҙең Әй йылғаһы гел генә һуҡтырып аға. Тимәк уның боҙҙары, һыуҙары, ярҙарҙы емерә, тырнай. Тырнаҡлы ырыуы тип аталғанбыҙҙыр инде, сөнки тап шул ауылдар эргәһенән Әй боролош яһай, әллә ауылдар нәҡ боролоштарҙың тышҡы яғында ултырғанға микән. Иғтибар итһәң, картанан ҡараһаң да ауылдар тик боролоштарҙың тышҡы яғында ултыра, ә уның эске яғында , мәҫәлән Лағыр ауылың туғайлыҡтары. Шуға беҙҙең яҡ башҡорттары тамғаларында тырнаҡ рәүешендә ҡуйғандар. Һуңынан мин шуның менән риза түгел, беҙҙең тамғабыҙҙы «ярым ай» тип йөрөткән булалар. Ярым булһа ул 1,5 булырға тейеш бит инде, ундай 1,5 ай юҡта. Шулай ярым ай берәй кем алып киткәндер ҙә, ә бын элекке ҡәбер таштарында ярты ай торған тамғалары бар. Тимәк ул ярты ай яңы айҙыр инде ул. Ә менә был туғыҙ ауыл «Тырнаҡлы» ға килһәк инде, туғыҙ ауыл «Тырнаҡлы» тигәндәр, сөнки Әйҙең ҡырҡа боролоштарында туғыҙ ауыл ултыра.
|
|||
|