|
|||
Бәшәй бәйләү.Бәшәй бәйләү. Беренсенән, һарыҡтын йөнөн алалар, унан тазартаһың,тетәһең. Икенсенән ҡолғаға һалып бәйләйһен,аҙаҡтан иләйһең, ике орсок иләгәс сиратаһың,сираткандан һуң йыуырға кәрәк. Йыуғас йомғаҡҡа урайһың да бәшәй бәйләйһең. Бәпембә ҡайнатмаһы Май бәпембәләренең яңы сыҡҡан “бәпкә” генәләрен йыйып алабыҙ. Һабағын ташлап, бары сәсәкәһе генә кәрәк. Шуларҙы бер ҡоштабаҡҡа һалып, өҫтөн ҡаплағансы һыуыҡ һыу һалабыҙ. Ошо көйө бер-ике сәғәт ултырып торһон. Аҙаҡтан ағым һыу аҫтында баҫҡылап,бөжәктәрҙән таҙартабыҙ. Бер шыптыр сәскәгә 1 литр самаһы һыу, 3 кг песок кәрәк була. Беренсенән, һыу менән песокты ҡайнатып, сироп эшләйбеҙ, уға бәпембәләрҙе өҫтәп, әкрен утта ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас та, 20 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Унан, 3-4 лимон ҡабығын,1 лимонды һутлы көйө турап һалабыҙ, ярты устай теленгән имбирь, 5-6 һабаҡ бөтнөк(мята) йә мелисса өҫтәйбеҙ. Барыһын бергә 15-20 минут әкрен утта ҡайнатҡас, ҡоштабаҡты ябып, ултыртып ҡуябыҙ.. Һарыүҙәк Яруллина Сәриә Сәлим ҡыҙынан яҙып алынды. Мөхәмәт менән Ибрай араһында юлдың ике яғына киткән йылға бар. Шул йылғаның эргәһендә, ике яғында ла еректәр үҫә. Һуңынан туғайлыҡ китә, шул йылғаның бер яғынан Мәхәмәттәр бесән саба, икенсе яғынан Ибрайҙар саба. Шул туғай атала “Һарыүҙәк” тип. Беҙ һорай торғайныҡ инде: нейә “ Һарыүҙәк” тип әйтәһегеҙ. Кәтәйемдәр, инәйемдәр әйтә торғайнылар: элек анда гел генә һап - һары сәскәләр үҫә торғайны,тәүге сәскәләр инде. Шунан беҙ һөйләгән булабыҙ инде “ умырзая ҡар аҫтынан шытып сыға, тәүге сәскә” тигән булабыҙ. Күпме һынайбыҙ беҙҙең яҡта ул умырзая бар ул , тик бик һирәк, әммә беҙҙә иң тәүге булып шул һары сәскәләр сыға. Сисәкәй тауы Һеҙҙең баҡса артындағы тауҙың исеме “Сисәкәй”. Кәтәйемдәр (1906 йылғы) шул Сисәкәйҙән еләк жыйып, Һатҡыға көйәнтәләп һатырға йөрөткәндәрен һөйҙәй торғайнылар. Беҙ аптырай торғайныҡ: “ анда еләк үҫмәне,ббыҙау-һыҙау йөрөнө гел генә. “ Сисәкәй” тигәс иманһыҙыраҡ атама тип уйҙай торғайныҡ. Хәҙер иҫкә төшә: кәтәйем “ сәскә”тигәнде гел “сискә” тип әйтә торғайны. Умарталарҙы ул үҙе ҡарай, беҙгә баҡсаға сәскә ултырттырмай. “Сәскә ҡортто ялҡау иттерә“ тип әйтә торғайны. Ә шул тауҙа атрасмандыр, күгәрсен күҙе, меңяпраҡ, тубылға күп үҫте . Тик хәҙер шунда еләк иҫ киткем күп булып үҫә.
|
|||
|