Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Көнсығыш диалект.



Көнсығыш диалект.

 Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы көнсығыш диалектҡа ҡарай. Шулай уҡ Дыуан, Салауат, Мәсетле, Балаҡатай райондары ла был диалекта һөйләшә.

Фонетика өлкәһендә күплек ялғауҙары һәм лөнөнән башланған килеш аффикстары, ҡылым һәм сифат яһаусы ялғауҙар, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, дүрт төрлө килә. Был ялғауҙар һуҙынҡыларҙан һуң лөнөнән башлана: мәҫәлән, күплек ялғауҙары һуҙыңҡыларҙан һуң - лар-ләр, бүтән осраҡтарҙа – тар-тәр, -дар-дәр, -ҙар-ҙәр формаһында ҡулланыла. Ошо үҙенсәлек әҙәби тел нормаһы итеп алынған: аттар, һыйырҙар, болондар, урмандар, ҡалалар. Исем, ҡылым һәм сифат яһаусыялғауҙарға миҫалдар: таштыҡ, утындыҡ, тауҙыҡ, балалыҡ, йырҙау, ямандау һ.б.

Һүҙ һәм ижек башында йыш ҡына йөнө урынына  ж өнө ҡулланыла: жите ( әҙәби телдә ете), жейәү ( әҙәби телдә йәйәү) , жыйыу (әҙәби телдә йыйыу).

Көнсәғәш диалектта ялғау ҡушылғанда һүҙ аҙағындағы лөнөнөң төшөп ҡалыуы киңерәк урын ала. Был өн, мәҫәлән, макиҫәксәһе алдынан да төшөп ҡалыусан: аманы ( әҙәби т. алманы) , һаған ( әҙәби т. һалған) , киһен ( әҙәби т. килһен).

Морфологик йәһәттән бүтән диалекттарҙа һирәк ҡулланылған - ҡаҡ/-кәк, -ғак/-гәк, -шыҡ/-шек, -маҡ/-мәк һүҙ яһаусы аффикстарҙың продуктив булыуы күҙәтелә: йарғаҡ «грязный» , ҡыйышҡаҡ «сильно загрязненный» , ҡатҡаҡ «твердый», ҡыҫҡаҡ «короткий».

Көнсығыш диалект бойороҡ һөйкәлешенең –ың/-ең формаһында боронғо вариантын актив ҡулланыу йәһәтенән дә бик үҙенсәлекле: барың, ҡайтың, килең, көтөң, төшөң. Әҙәби телдә был һүҙҙәрҙә бойороҡ һөйкәлеше барығыҙ, ҡайтығыҙ, килегеҙ, көтөгөҙ, төшөгөҙ формаһында ҡулланыла.

 

Башҡорт теленең көнсығыш диалекты 6 һөйләштән тора:

- Арғаяш (был һөйләш эсендә - ялан-ҡатай һөйләшсәһе)

- Асыуҙы һөйләше (Учалы райынына ҡарай)

- Ҡыҙыл һөйләш ( был һөйләш эсендә - Күбәләк һөйләшсәһе, ҡарағай – ҡыпсаҡ һәм бөрйән һөйләшсәләре)

- Мейәс

- Һалйот

- Әй һөйләше ( был һөйләш эсендә - дыуан-мәсетле, лағыр, лапаҫ һәм петрушка һөйләшсәләре инә.

 

Әй һөйләше.

 Был һөйләш вәкилдәре тарихи-этнографик планда әйле, түбәләр, тырнаҡлы, мырҙалар, дыуан, ҡошсо, һарт ырыу-ҡәбилә төркөмдәренән тора. Әй һөйләшендә элегерәк (й) өнөн (ҙ)урынында бер – ике һүҙҙә ҡулланғандар: әҙәбисә «ҙур» диалект «йүр» , мәҫәлән, Йүрүҙән йур+Үҙән тигәндә барлыҡҡа килгән. (өй) өндәр ойошмаһында (ү)һуҙынҡыһына күсеүе: әҙәбисә «өйрәк» - диалект һүҙе «үрҙәк».

(ж)тартынҡыһын (й)урынында ҡулланыу: әҙәбисә «мәрйен» – диалек һүҙе «мәржен».

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.