Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Килендәр шишмәһе



Килендәр шишмәһе

(Зауыт шишмәһе)

1930 йылдарҙа колхоз төҙөлгәс шул шишмәнең һыуын быуып ҡуйып, шунда фләктәрҙе ултыртып һөт зауытын эшләйҙәр. Хәҙер ул шишмәне «Килендәр шишмәһе» тип йөрөтәләр, сөнки шул зауыттың нигеҙен яңынан таш түшәп, ауылға килен булып төшкән ҡыҙҙарҙы бейетәләр.

 

 

Яҙғы шишмә

Ул шишмә ҡоролоҡ булған йылды ғына сыға. Уның һыуы иҫ киткес күп була, ул ер аҫтынан сыға. Май айында был шишмә туҡтай.

 

Һалҡын шишмә

Унда ла бәләкәй генә өй ултырған, шул бураның эсенән һыу ағып үткән. Шулай уҡ һөт һыуытҡандар.

 

 

Бикташар

Йоносҡа ҡаршы Бикташар яланы бар. Ғүмер үткән һайын исеме үҙгәргән. Ул элек Биктешар тип аталған. Анда гел ҡыуаҡтыҡ була икән. Элекке боронғо башҡорттар ат менән ҡыр кәзәләрен ҡыуып апарғандар ҙа, яландан ҡыуғандар ҙа шул һаҙҙың эсенә кергәндән дә юғалғандар. Ул ҙур һаҙ, бер 150 гектар. Шуның ара ҡыуаҡҡа керһә ҡыр хайуандары юғалғандар. Шуға һунарсылар Биктешар тигәндәр. Аҙаҡ килә - килә Бикташарға әйләнеп киткән инде.

 

 

Сәлим ҡыуағы

Хәшүрә исемле әбей була торғайны. Ул әбейҙең берҙән – бер улы булған, Сәлим исемле. Әнә шул әбей Ҡыйғыға китеп барған микән , Йоносҡа микән. Шул улы бәләкәй генә булып аның артынан эйәргән. Ул әбейҙең ҡолағы ишетмәгән, был улы ҡысҡырғанда ҡысҡырған, әбеә киткәндә киткән. Шунан был малай барып, шул бер ҡыуаҡтыҡҡа кергән дә шунда ятып йоҡтаған. Шунда ул малай үлеп ҡалған. Шул малайҙы ике - өс айҙан тапҡандар. әнә шунан Сәлим ҡыуағы исемен биргәндәр. Ул ҡыуаҡтыҡ ҙур ул, бер ваҡытта ла бөтмәй. Юл буйында матур булып ултыра инде.

 

Өстармаҡ тауы

Нейә Өстармаҡ ул? Унда бер ниндәй тармаҡ юҡ. Әле беҙҙең баласаҡта урманада юҡ ине. Үҙенән, шул Өстармаҡтың араһынан төшкән йылғаһы бар. Шулай уҡ Бейектау яғынан ике йылға килеп төшә, шул өсөһө килеп ҡушылғанға Өстармаҡ тип аталған ул.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.