Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ерән бейә тауы. Диалект телендә текстар. Ауылым- Иҫке Мөхәмәт. Күкәй тәгәрәтеү йолаһы.. урмас байрамы



Ерән бейә тауы

Бер ағайҙың ерән бейәһе юғала. Хужалары бейәне бик оҙаҡ эҙләйҙәр. Ә бейә бер тау битендә ҡолонлаған булған. Шул ваҡыттан бирле был тауҙы «Ерән бейә» тауы тип йөрөтәләр.

 

 

Диалект телендә текстар

Әпәй бешереү

Иҫке Мөхәмәт ауылы. Харисова Юлиә Ситдиҡ ҡыҙынан  яҙып алынды.

Мин кис сәғәт ундарҙа 3-4 ағас ҡалағы онға 1 стакан тирәһе ҡайнар һыу һалып баш эшләйем,йылымыс булғас 2 ағас ҡалаҡ сөпрә һалып болғап , урап йылы урынға ҡуям. Иртәнсәк сәғәт 7-8 ҙәрҙә башты «ҙурайтып» 3 һоҫҡо ондо 1 литр йылымыс һыу менән болғағас, әҙер баштың күберәген һалып (баштың яртыһын банкаға һалып һыуытҡысҡа ҡуям, икенсе яртыһын әпәй һалыу өсөн)болғап йылы урынға ҡуям, 4 сәғәт үтеүгә ул ҡабара . Хәҙер инде 4 һоҫҡо он,1 услам тоҙ һалып ҡамыр баҫам да тағы 3-4 сәғәткә йылыға ҡуям.Ҡабарған ҡамырҙы тағыла баҫам да тимер формаларға һалам,4 ҙур форма була.1,5-2 сәғәт ултырып ҡабарғас духовкаға 1 сәғәткә ҡуям. Бына әпәй әҙер.

 

Ауылым- Иҫке Мөхәмәт

Әй буйҙарын төйәк иткән

Әллә күпме ауылдар.

Шул ауылдар араһында

Йәнгә ғәзиз ауыл бар.

Йырҙарыма бирә илһам

Йөрәккә бирә ҡеүәт.

Ғүмерлек төйәгем минең

Ауылым- Иҫке Мөхәмәт.

Пәйғәмбәр исемдәренә

Лайыҡһың һин, ауылым.

Һинең ҡосағыңа ҡайтып

Баҫам йөрәк дауылын.

Был тормошта юғалмаҫлыҡ

Бирсе көстәр,бирсе дәрт.

Ғүмерлек төйәгем минең

Ауылым- Иҫке Мөхәмәт.

Зарипова Лида Вәкил ҡыҙынан яҙып алынды

Күкәй тәгәрәтеү йолаһы.

Ғәлимова Рәзилә Ғабдулла ҡыҙынан яҙып алынды

Был йола шулай уҡ “кәкүк сәйе” йә “ҡарға бутҡаһы” йолалары кеүегерәк. Күкәй тәгәрәтеү йолаһы беҙҙең яҡтарҙа ғына бар.Йоланың исеме үҙе әйтеп тора. Беренсе май көндө балалар үҙҙәре менән аҙыҡ алып, күкәйҙе бөтәү көйө бешереп уға төрлө һүрәттәр төшөрөп йә төрлө төҫкә буяп тауға менәләр.Тауға менеп тәгәрәтеп төшөрөп ебәрәләр. Кемдең күкәйе ярылмайынса аҫҡа тиклем төшә шул еңеүсе. Был йоланың килеп сығыу ваҡытын белмәйем, ул иген, уңыш уңһын өсөн үткәрелгән.

 

Ҡурмас байрамы

Ҡурмас байрамы август һуңдарында, сентябрь баштарында үткәрелә. Ҡурмасты бойҙайҙан эшләйҙәр. Быны ҡурмас ҡурыу тип атайҙар . Уны ҡурыр алдынан һәйбәтләп йыуалар, шунан майлы табала ҡыҙҙырып алалар. Артабан килелә төйәләр, йә ҡул тирмәһендә тарталар. Балалар төрлө уйындар уйнайҙар, йыр йырлайҙар, шиғыр ятлайҙар. Иң аҙаҡта уларҙы бүләкләйҙәр. 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.