Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Тархан Сәғит улы иҫтәлегенә.



Ғаилә.

Быйылғы йыл - ғаилә йылы,

Тыныслыҡ һәм тырышлыҡ,

Ғаиләләге һымаҡ һәр саҡ

Илдә булһын татыулыҡ.

 

Ғәлиуллин Фидан была

Беҙҙең ғаилә башлығы,

Һылыу әсә Лианабыҙ

Ғаиләнең шатлығы.

Дүрт йәш тула август еткәс

Оло ағай Ниязға,

Ғаилә йылы тамамланғас

Ике тула Исламға.

 

Нияз отҡор, тырыш малай,

Ярҙам итә атайға,

Ислам да унан ҡалышмай,

Үҙе менә диванға.

 

Атай беҙҙең Янғантауҙа

Хеҙмәт итә Ватанға,

Әсәйебеҙ әле өйҙә,

Ҡараусы ул Исламға.

 

Ҡарт булһа ла бер тик тормай,

Буш түгел шул олатай.

Тәмле аҙыҡтар бешерә

Һәр саҡ өйҙә өләсәй.

 

Барыһына закон бит ул

Ғаилә ҡанундары,

Шулай мул, йүнсел йәшәйҙәр

Салауат тоҡомдары.

 

Тархан Сәғит улы иҫтәлегенә.

Тыуған саҡта Салауат рухы менән

Был доньяға ауаз һалғанһың,

-Беҙҙең төйәк - батыр төйәге!- тип

Данлар өсөн бурыс ҡуйғанһың.

 

Ерҙе ярып сыҡҡан Шөҡшөйҙөләй,

Һин дә һәр саҡ үргә ынтылдың,

Балаларға төплө белем биреп

Ғилем шишмәһенә юл һалдың.

 

Башҡорт халҡым өсөн башын һалған

Салауаттың рухын данланың,

-Һәр йөрәктә ҡалһын исеме,- тип

Бөтә эштә алда атланың.

Изге эшең өсөн тыуған илең

Исемеңде һинең данланы,

Халҡың өсөн булдың оло ағай,

Тархандарҙың да һин бит Тарханы!

Беренсе ейәнемә.

Сәйер генә тура ҡарап ята,

Ҡулға алғас минең ейәнем,

Ниндәй уйҙар күңелендә икән,

Шул хәҙәре килә беләһем.

 

Ҡапыл ғына ҡашҡайҙарын йыйып,

Сәйер итеп миңә ҡараны,

Яңы ғына күргән кеше һымаҡ,

Оҙаҡ итеп күҙен алманы.

 

Күп тә үтмәй Ҡояш йылмайғандай,

Ауыҙ йырып рәхәт бөркәһең.

Аллаҡайым, ғәмәлдәргә ашты,

Күпме йылдар һине көткәнем.

 

Өләсәйем.

Өләсәйем бик һөйкөмлө, алтын уның ҡулдары,

Хатта телеңде йотарлыҡ бешергән аш-һыуҙары.

Тәмлекәскә һәр саҡ тулы өләсәйҙең янсығы,

Кәрәкле әйберҙәр һаҡлай уның серле һандығы.

 

Беҙ уны бик яратабыҙ, һағынабыҙ күрмәһәк,

Оҙаҡ йәшә, өләсәйем, беҙҙән һиңә шул теләк.

Һинең йылмаяҡ йөҙөңдә яҡты нурҙар сағылһын,

Йылы, яғымлы һүҙҙәрең йөрәк түрендә ҡалһын.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.