Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ышҡы каникулдар.. Салауат Юлаевтың 250 йыллығына арнап.



Ҡышҡы каникулдар.

Сикһең урмандарҙы бәҫкә төрә,

Ҡар тауҙарын өйә яланға,

Ҡоторона бабай ял белмәйсә,

Һалҡын бөркә йәнгә һәм тәнгә.

 

Сыуаҡ көндәр, ҡаты елдәр

Ҡыш бабайҙың дуҫтары,

Ҡулға төшкән ҡар бөртөгө

Өтөп ала устарҙы.

 

Тау битендә гөж киләләр,

Саңғы шыуа балалар,

Һис ҡурҡмайҙар бит өшөүҙән,

Ҡарға сумып тулайҙар.

 

Бүректәрҙән йылы бөркә,

Уйын ҡыҙғандан ҡыҙа,

Тик көндәрҙең ҡыҫҡалығы

Бала күңелен боҙа.

Яңы ҡояш тыуып ер яҡтырғас,

Урмандарға сыға балалар,

Саңғы, саналарын ҡулға алып,

Тау итәген сырмап алалар.

 

Хуш киләһең ҡышҡы каникулдар

Бирәһең һин шатлыҡ, таҙалыҡ,

Шулай бик тиҙ үтә көндәр, йылдар,

Артта ҡала шаян балалыҡ.

 

Салауат Юлаевтың 250 йыллығына арнап.

Ике быуат ярым күп тә түгел,

Аҙ ҙа түгел төплө уйлаһаң.

Һәр тамсыны бергә йыйғас ҡына,

Йылға була ипләп уйлаһаң.

Тарҡаулыҡ бит һәр ваҡытта илтә бөлгөнлөккә,

Аямайса хатта илдәрҙе,

Берләштереп азатлыҡҡа өмөт һалдың, батыр,

Айырмайса туған телдәрҙе.

Данко һымаҡ ут яҡтырттың илгә,

Ирештек беҙ изге теләккә,

Азатлыҡҡа әйҙәп алда елдең, батыр,

Мәңге ҡаласаҡһың йөрәктә.

 

Шәм.

Шәм өҫтәлдә талғын яна,

Бүлмә яҡтылыҡ ала,

Минең уйҙар, шәмгә ҡарап,

Сикһеҙ хистәргә сума.

 

Ҡайһы шәмдәр оҙаҡ яна,

Ләкин яҡтырта бик аҙ,

Ә шәм инде яҡты янһа,

Тиҙ генә һүнә ялтлап.

 

Бына был шәм быҫҡып яна,

Башҡаһы төтөн бөркә,

Сиркәү шәме янып бөтһә,

Күптәре иреп һүнә.

Бәлки ошо шәмдәр һымаҡ,

Үтәлер Ерҙә ғүмер,

Яҡты янырға тырышһаҡ,

Йәш быуын йыраҡ күрер.

 

Беҙ эшләгән хаталарҙы,

Улар бәлки күрерҙәр,

Яҡшылыҡтан яманлыҡты

Айырырға белерҙәр.

     



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.