Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Дневальный.. Атайыма.. устыма.



Дневальный.

Һаҡта тора йәп-йәш егет

Туп-тура етди ҡарай,

Бар уйын бергә туплаған

Ҡараштары бик ябай.

 

Тып тын ҡалған ятаҡ эсе

Тамсы тама, тыпылдай,

Тик шул егет һиҙгер генә

Тыңлай, күҙен дә йоммай.

Бүлмәләрҙә иптәштәре

Тәмле йоҡоға сумған,

Тыныслыҡты һаҡлар өсөн

Баһадир постҡа торған.

 

Килеп инде йәш командир

Тура баҫты шәп егет,

Ҡаршы баҫып рапорт бирҙе:

- Бында бик тыныс,-тиеп.

 

Сәғәт, төндәр һәм аҙна ла

Үтеп китер ялт итеп,

Тик әсәләргә оҙаҡтыр

Улдарын көндә көтөп.

 

Атайыма.

Атай, һинең етди йөҙөң, сал сәстәрең

Һағындыра, күҙ алдында тора, мәңге хәтерҙә,

Йәшләй генә һуғыш яланында еңеп

Ҡайтҡан инең һин, кире китергә.

 

Еңеүҙән һуң йәнә биш йыл буйы

Порт-Артурҙа,тыныслыҡтың ҡалдың һағында,

- Йәш  командир өйрәт танкаға, - тип,

- Ҡытай, корейҙарҙы диңгеҙ ярында.

Тыуған төйәгеңә ҡайтып еткәс

Ең һыҙғанып сумдың ҙур эшкә,

Баш күтәрмәй илгә хеҙмәт иттең

Еткәнсе һин йәшең етмешкә.

Етмеш берҙә хаҡлы ялға сығып,

Үткән тормошоңдо барланың,

Биш улыңдан, өс ҡыҙыңдан үҫкән

Ейән-ейәнсәрҙәр һананың.

 

Әйе, атай, күптән күк үләндәр

Үҫкән һинең күкрәк өҫтөңдә,

Еңеү яулап ҡайтҡан иптәштәрең

Ҡалды инде илдә аҙ ғына.

 

Беҙ ҙә атай инде олоғаябыҙ,

Ил һағында тора ейәндәр,

-Олатайҙар биргән тыныслыҡты

Һаҡларбыҙ! - тип ҙур һүҙ биргәндәр.

 

Фашист, ил баҫарҙар, террористар

Тыныслыҡты боҙа һаман да.

Атай, һеҙҙең һымаҡ илде һаҡлай

Батыр ирҙәр һәр бер заманда.

 

Ҡустыма.

Туғандарым минең бик күп

Иң яҡындары дүртәү.

Ике улым, өс ейәнем,

Ейәнсәрҙәрем икәү.

 

Биш малай һәм өс ҡыҙ инек

Мыж килә инек өйҙә,

Күпме һыуҙар аҡты инде

Үҫкәнгә шулай бергә.

Һағындыра бала саҡтар

Атай-әсәй икмәге,

Инде олатай булһам да

Шул һағыныу бөтмәне.

 

Бына бөгөн бик тә шатмын

Илле йәш бит ҡустыма,

Шуға бәлки йыраҡ йылдар

Киләлер уйҙарыма.

 

Оҙон ғүмер, байлыҡ, һаулыҡ

Теләйем һиңә ҡустым,

Татыу тормош, ҙур мөхәббәт,

Эргәңдә булһын дуҫың.

 

Ҡатыныңа, балаларға

Һәр ваҡыт һин терәк бул,

Әйҙә шулай матур йәшә

Барыбыҙға кәрәк бул.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.