Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Оглавление. Көҫкәндем.. Тыуған төйәк.



Оглавление

Көҫкәндем. 3

Тыуған төйәк. 3

Дневальный. 4

Атайыма. 5

Ҡустыма. 6

Яҙма эш. 7

Ҡыйғас ҡаштар. 8

Минең комсомол йәшлегем. 9

Имтихандар. 10

Атай хаты. 10

Улым иҫтәлегенә. 11

Ҡышҡы каникулдар. 12

Салауат Юлаевтың 250 йыллығына арнап. 13

Шәм. 13

Ғаилә. 14

Тархан Сәғит улы иҫтәлегенә. 15

Беренсе ейәнемә. 16

Өләсәйем. 17

 


 

Көҫкәндем.

Сәскәләрҙән хуш еҫтәрҙе йыйып,

Ваҡ шишмәләр һиңә ҡушыла.

Шуғалыр ҙа һинең тере һыуың,

Ғәйрәт өҫтәп ҡанда урғыла.

       Ҡушымта: Һыуһынымды ҡандыраһың,

                         Йөрәгемә ял бирәһең.

                         Һыуыңды эсеп үҫкәнмен,

                         Шифа һыулы, Көҫкәндем!

Һоҡланыуҙан иҫһеҙ ҡалып әллә,

Баш эйгәндәр талдар теҙмәһе.

Муйыл, миләш, балан, ҡарағаттар,

Тәмләтәләр һине һәммәһе.

Ҡуш-та шул уҡ:                                                 

Тауҙар араһынан борғаланып,

Йурғалайһың йәмле болонға,

Тирә юнгә йәшәү бөрккәнгәлер,

Бар тереклек үрсей юлыңда.

 

Батырлыҡ та, бөтә матурлыҡ та,

Алынғандар сихри һыуыңдан,

Һине маҡтай, мәңге данлай илем,

Ләззәт ала борон-борондан.

                                         

Тыуған төйәк.

Сал ҡаялар ғорур баҫып тора,

Йәйрәп ята хәтфә баҫыуҙар.

Урмандарҙа ҡымжый ҡош һәм кейек,

Иркен тота үҙен айыуҙар.

                  

Был төбәктең ожмах икәнлеген,

Иҫбат иткән бөйөк ғалимдар,

Хайран ҡалып ошо гүзәллеккә,

Шиғыр яҙған үлмәҫ шағирҙар.

 

Йыһан яралтҡандай тере Ерҙе,

Тыуа бында һәр саҡ батырҙар,

Матурлыҡҡа сумған был төбәктә,

Тыуа Гөльшат, Айгуль, Алһыуҙар.

 

Ынйы йыйған һымаҡ сәскәләрҙән,

Шифа, татлы бал йыя ҡорттар,

Йырсы, импровизатор Салауат та,

Яҙған бында алтын шығырҙар.

 

Йәшә илем, хуш еҫтәргә сумып,

Үҫтер әйҙә алмаш быуындар,

Салауаттар, Фидан һәм Фәнүрҙәр

Һаҡлап һине һаҡта торорҙар.         

                            



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.