|
|||
Яҙма эш.. ыйғас ҡаштар.. Минең комсомол йәшлегем.Яҙма эш. Күҙ нурҙарын сәсеп уйға сумған, Фекерҙәрен туплай, эҙләнә, Ҡапыл ниҙер тапҡан һымаҡ, Яҙып ҡуя дәфтәр битенә.
Йәнә, китап битен асҡан һымаҡ, Шатлыҡ урғый уның йөҙөнә, Осҡонлана ҡараштары, йәнә Ышанысы тыуа үҙенә. Ике ҡулы менән башын тотоп, Йоҡлап китер һымаҡ күренә, Тертләп уянғандай, ҡәләм алып, Белеменә үҙе һөйөнә. Яҙыуынан туҡтап уйға сума, Һыҙып ташлай яҙған һүҙҙәрен, Сүп ингәндәй итеп ҡулы менән Ышҡып ала уйсан күҙҙәрен.
Һорауҙарҙа бәйнә-бәйнә итеп Яуап таба хәтер төбөнән, Ә мин тып-тын күҙәтәмен, Үрмәләүҙе ғилем үренә.
Ҡыйғас ҡаштар. Сыйып ҡуйған ҡыйғас ҡаштарыңдан Һурып ҡына килә үбәһем, Йылмайғанда ҡаштарың да көлә, Йөрәгемә һин хуш киләһең.
Сихырлымы әллә ҡаштарың, Туҡтаттылар сапҡан атымды, Ә күңелем йылға һымаҡ ташты, Мөхәббәтем сикһеҙ урғылды.
Һирпеп кенә күҙ ташланың миңә, Күтәрмәйсә серле ҡашыңды, Ҡапыл Ергә нур һибелгән һымаҡ, Ялмап алды яңғыҙ башымды. Йәшен йәшнәп, дауыл ҡупҡан һымаҡ, Мейә ярып инә мөхәббәт, Ә матурлыҡ мәңге тороп ҡалмай, Уны сырлай ғүмер-сихриәт. Йылдар үтте, ә һин һаман шулай Күҙ алдымдан китмәй тораһың, Уйҙарыма батып һине көтәм, Һағындыра ҡыйғас ҡаштарың.
Минең комсомол йәшлегем. Комсомол бит йәштәр ойошмаһы Тырыштарҙы алған үҙенә, Бөтә йәштәр унда старт алып Туҡталмайса алға югерә.
Күпме үҙгәрештәр һәм һынауҙар Сыныҡтырҙы беҙҙең йәшлекте, Бер кем беҙгә килеп тотторманы, Беҙ үҙебеҙ таптыҡ бәхетте. Сал башымды тотоп уйға сумам, Үткән йәшлегемә мин ҡайтам,
Ҡояш менән уны иҫкә алам, Ә кис еткәс йәнә онотам. Йылдар аша беҙгә йылмаяһың, Комсомол, һин минең йәшлегем, Йөкмәйткәйнең беҙгә киләсәкте, Ә киләсәк бына ул –бөгөн.
|
|||
|