Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Имтихандар.. Атай хаты.. Улым иҫтәлегенә.



Имтихандар.

Синыф, парта, уҡыу китаптары

Тороп ҡалды инде алыҫта,

Төрлө һынау, имтихандар етте,

Алда әле бик күп асыштар.

 

Кемдер атлар белем үрҙәренә,

Бәхет эҙләр кемдер алыҫта,

Иҫкә төшә һәр саҡ имтихандар,

Ауыр саҡта һәм ҙур шатлыҡта.

 

Имтихандар, мәсьәләләр һәм һорауҙар,

Кешелекте алға этәрә,

Яуап биргән һайын һорау артып,

Көн күреште алға етәрә.

 

Ғүмер бит ул үҙе ҙур имтихан,

Һәр бер аҙым - һорау, мәсьәлә,

Ҡайһылары оҙаҡ йылдар үткәс,

Сәс ағарғас үҙе сиселә.

   

Атай хаты.

-Һаумы, улым!-тип башлайым һәр саҡ,

Яҙған һайын һиңә хаттарҙы,

-Беҙҙең хәлдәр һәр ваҡыт та яҡшы,

Һағындыңмы тыуған яҡтарҙы?

Үҫкән саҡта, ауған саҡтарыңда,

Илағанда үкһеп ҡайһы саҡ,

-Малай кеше түҙә белә улым, -

Тип әйттем мин, улым, ҡолонсаҡ.

Ил һағында торған саҡтарыңда,

Тыуған ерҙе һәр саҡ уйла һин,

Тыуған илгә биргән бурысыңды

Яңылыштан да боҙоп ҡуйма һин.

 

Улым иҫтәлегенә.

Аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡ,

Томаланды ҡапыл аң, йөрәк,

Өс тағандың бер терәге һынды,

Мин ҡалдым ма инде, ҡарт терәк.

Алтын бөртөктәре кеүек нурлы булып

Өсәү бергә уйнап үҫтегеҙ,

Әсәй йөҙө хәр саҡ яҡты булды,

Өйгә шатлыҡ һәм йәм бирҙегеҙ.

Һин доньяға килгәс бер шатландыҡ,

Тәпәй баҫҡас, өмөт өҫтәнең.

Бөгөнгөләй күҙ алдымда тора

Алпан-толпан атлап киткәнең.

Ҡурай тартып, гармун уйнауҙарың,

Бөркөт һымаҡ бейеп йөрөүең,

Һабан туйҙан тәкә алып ҡайтып,

Ғорур баҫып өйгә инеүең.

Чечен һуғышынан һау сәләмәт

Ауыҙ йырып йырлап ҡайттың һин,

Соҡор биттәреңдән үпкән саҡтарымда

Ҙур шатлыҡтан илап алдым мин.

Өйләнеүең, тормош көткән сағың,

Йөрәк өтә һуңғы уйҙарым...

Ун дүрт йәшкә етә ейәнсәрем,

Ә һин күрмәҫһең шул туйҡайын!



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.