|
|||
Тарих өҫтөнә - тарих.Тарих өҫтөнә - тарих... Күренекле журналист, РСФСР–ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре, тәржемәсе, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре – Шаһиғәли Ирғәли улы Ишбулатовтың ,,Күрелгән күрәнкәйҙәр,, йәки ,,Күрәнкәйҙәр аша үткән ғүмерем,, исемле яҙмаһында күп тапҡыр иҫкә алынған яҡташы, дуҫы – Рәжәпов Баим (Баймөхәмәт) Әбүталип улының артабанғы яҙмышын ҡыҙҙары Ләлә һәм Лилиә Баимовалар бәйән итә... ...Атайыбыҙ – Рәжәпов Баим Әбүталип улына ла 12-йәшендә генә етем ҡалып, приют (детдом) михнәттәрен кисерергә тура килә. Аҙаҡ Ҡаҙмашҡа ҡайтҡас та ағаһына эйәреп, байҙарға ялланып, тамаҡ туйҙыралар. Үҫә төшкәс ауылында яңы тормош төҙөүҙә актив ҡатнаша. 1922-се йылда комсомол сафына инә. Бала саҡтағы уҡыу теләге уны Ырымбур Башпедтехникумына алып килә. (Унда ул күренекле яҙыусылар – Зәйнәп Биишева, Кирәй Мәргәндәр менән бер группала уҡый). Каникулдарҙа комсомол эштәрендә актив ҡатнаша; культура –ағартыу эштәре, лекциялар менән концерттар ҡуйыу, йәштәрҙе комсомолға йәлеп итеүгә күп көс һала. Уҡып ҡайтҡас уны яңы һәм 7 йыллыҡ мәктәптәр асыу өсөн төрлө ауылдарға директор итеп ебәрәләр. Баим Әбүталип улы Ташбулат, Асҡар, Ишҡол, Ҡаҙмаш, Баим мәктәптәрендә тәүге директор вазифаһын башҡара. 1937-се йылғы ваҡиғалар Баим Рәжәповты ла урап үтмәй. Бер туған ағаһы – Моталлап Рәжәпов ҡулға алынып – атып үлтерелгәндән һуң, Баимды ла ғәйепләп, хөкөм итеп Магданға ебәрәләр. Унан ул һаулығы ҡаҡшап әйләнеп ҡайта. Шул саҡтан алып пенсияға киткәнсе мәктәптә белем бирә. 1946-сы йылда ул ,,Хеҙмәт батырлығы,, (За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945г.г.) миҙалы менән бүләкләнә. 1933-сө йыл Өфө педтехникумын тамамлап Әбйәлил районына эшкә ебәрелгән Учалы ҡыҙы Орҡоя Юлдыбаеваға өйләнә атайыбыҙ. Улар алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары барыһы ла маҡсус урта һәм юғары белем алалар. Хәҙерге көндә өс ҡыҙы – Амангилде ауылында йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары атайҙарының яҡын дуҫын – Ғәли Ишбулатовты яҡшы хәтерләйҙәр. Ҡайтҡан һайын осрашып тороуҙарын да онотмайҙар. Бергә төшкән фотоларын ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Уларҙың айырылғыһыҙ дуҫтар булыуын, хаттар яҙышып та аралашыуҙарын әсәйем Фатима Ишбулатова ла һөйләй торғайны. Матур тормошта, гөрләтеп донъя көтә бөгөн Баим апаның ҡыҙҙары. Уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре Өфө, Магнитогорск, Сибай ҡалаларында йәшәйҙәр. Хәл белешеп торалар, онотмайҙар тип ҡыуана әңгәмәселәрем. Атайығыҙ өсөн ғорурланып тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә хөрмәтле апайҙар. Матур хәтирәләрегеҙ өсөн оло рәхмәт. Ғәзиз атайығыҙҙың да күргәндәре тарихта ҡалһын һәм онотолмаһын. * * * Ғәли Ишбулатов менән күрәнкәйҙәр күргән Зәйни Ямалов 1907 йылдың 13 декабрендә Ҡаҙмашта тыуа. Ата-әсәһе тиф ауырыуынан вафат булғас, ағаһы Фәсхетдин Ямалов ҡарамағында ҡала. Ҡаҙмаш, Асҡар, Белорет, Өфө приюттарында тәрбиәләнә. Ҡаҙмашта башланғыс мәктәпте бөтә. Бер йыл Белорет ҡалаһында ФЗО-ла уҡый. Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһында мартен цехында башлай. 1928 йылдың октябрендә Тамъян-Түнгәүер волость комитеның секретары итеп тәғәйенләнә. 1930 йылдан Әбйәлил район элемтә бүлеге мөдире булып эшләй. Бер аҙҙан «Осҡон» гәзите мөхәррире итеп күсерелә. Бер йыл Өфөлә партия работниктары әҙерләү курстарында уҡып ҡайтҡандан һуң, КПСС-тың Әбйәлил район комитетында инструктор, бүлек мөдире вазифаларын башҡара. Унан һуң Буранғол урмансылығына лесничий итеп ебәрелә. 1941 йылдың сентябрендә cовет армияһы сафтарына алына. 21-се уҡсылар дивизияһы составында һуғышҡа инә. 1942 йылда фашистарға әсирлеккә төшә. 1945 йылдың 28 мартында әсирҙәр Америка ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә һәм 28 майҙа уларҙы совет армияһына тапшыралар.Бынан һуң, махсус тикшереү үткәнсә, 1946 йылдың сентябренә тиклем Горький өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында урынлашҡан Калинин исемендәге химия заводында эшләргә тура килә. Тыуған яғына ҡайтҡас, Магнитогорск металлургия комбинатына эшкә урынлаша. Оҙаҡ йылдар ошонда эшләй. Әммә ҡаты сир уны яҡты донъянан ваҡытынан алда, 1961 йылда алып китә. 1919 йылда Хәснә Фәттәх ҡыҙы менән никахҡа инә. Улар ике ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бирә. Бөгөнгө көндә улдарҙың Зифа ҡыҙҙары ғына иҫән. Зифа Рамазанова Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, уға 80 йәш. Был мәғлүмәттәр Ҡаҙмашта йәшәүсе апайы Ғәйшә Ямаловала һаҡланған Зәйни Ямаловтың үҙ ҡулы менән яҙылған автобиографияһынан алынды.
|
|||
|