Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ике рәт үлеп терелеү



Ике рәт үлеп терелеү

1963 йыл барғанда Сочиҙа мине Бурмистров тигән оло ғына врачҡа беркеттеләр. Ҡарап тороуға ул үҙ эшен белгән кеүек ине. Бронхиттан ул иртә менән (8 сәғәттә) ингаляция яһата. Был йылы процедуранан һуң 15-20 минут булһа ла ял итә алмай ҡалам, һыуыҡ йылға буйынан йүгер-атлай барып, машинаға ултырам да Мацестаға елдерәм. Ванна алып ҡайтҡас, ашай һалам да врач ҡушыуы буйынса ҡояш ваннаһы алырға, дингеҙҙә һыу инергә китәм. Ҡояшта ҡыҙынып, ныҡ тирләгәндән һуң һыу инеп, шул уҡ врач ҡушыуы буйынса, һыуыҡ шишмә душын алам. Ужинға хәлем бөтөп, аяҡтарҙы көскә һөйрәп ҡайтып йығылам.

– Бик арыта бит әле, – тип барып әйтәм врачҡа.

–Үҙеңдең Өфөңә ҡайтҡас ял итәрһең. Ә Сочиға дауаланырға килгәнһең. Сыҙарға, сынығырға кәрәк,– ти ҙә ҡуя ул.

Беҙ Нәзирә менән ҡайтып етеүгә  Өфөлә лә көҙгө еүеш, һыуыҡ, үткер елле, быҫҡаҡ ямғырлы көндәр әҙерләнеп торған. Эшкә йөрөйөм. Сәй эсеп, йылынып, кейенгәндә тирләп сығып китәм. Транспорт көткәндә яуырындан әсе ел өрә. Сочинан үк сирләп ҡайтҡан кешегә был етә ҡалды.

Бына бер көн (ноябрҙә) тыным ҡурылып, арҡалығы ныҡ күтәрелгән аттай һығылып, шырылдап йығылдым да ҡуйҙым.

Врачтар өйгә килә. Улар:

–Пройдет, пройдет,– тип рецепт яҙалар ҙа, китергә ашығалар. Ауырығанымды Рамазан Ғимранович белеп, баш врач Владимир Анатольевич менән һөйләшеп, врач В.Е. Седованы ебәрткән.

Седова иҙәнгә баҫтырып, йөрәкте, үпкәне тыңлап торғанда, мин тын ала алмайынса, күҙем аларып, хәлем бөтөп, аны ҡосаҡлап икәүләп иҙәнгә йығылдыҡ та ҡуйҙыҡ. Ул тора һалды ла:

– Хәҙер машина килер,– тип сығып китте.

Больницанан машина, медсестра килеп етте. Нәзирә менән медсестра ярҙамлашһалар ҙа, кейенеп тә, атлап та, баҫҡыстан төшөп тә булмай. Машинала ла үлеп кенә барам.

Күтәреп тигәндәй карауатҡа алып барып һалдылар. Врачтарҙан К. В. Тимофеева, В. Е. Седова килеп етте. Баш врач В. А. Скачилов та ҡарап үтте. Рамазан Ғимранович Өмөтбаев та килеп хәлде белеште.

Бер нисә көн ятҡас, төнөн йөрәгем ғалдыр-ғолдор килеп, ауыртып, приступ булып, хәлем һөртәйҙе лә ҡуйҙы. Ярай әле дежурҙа невропатолог Р. Ф. Ғәбитова булған. Минең эргәлә йүгереп йөрөй башланылар. Укол артынан укол. 20-нән артыҡ укол биргән көндәр булды. Хатта беләгемдә, ботомда укол яһар урынды табыуы ҡыйынлашты.

Ике кешелек бүлмәгә күсерҙеләр. Баш врач, уның урынбаҫары, дауалаусы врачтар, бер нисә медсестра бергә килеп, ярты сәғәт-бер сәғәт буйына бара торған укол яһай башланылар. Укол яһағанда:

–Больно? Где больно? Что болит?– тип һорашып ҡына тора баш врач.

–Нигде ничего не болит, и даже ничего не заметно,– тип яуап биргән булам мин.

Быуындары талып һыҙлаған ҡул-аяҡты ҡуҙғатып та, кәрәкле урынға күсереп һалып та булмай. Бөтә һөйәк, бөтә мускул сәнсеп ауырта. Билде ҡуҙғатыр әмәл юҡ. Баш врачтың урынбаҫары Байков бер көн килеп, ҡарап ултырҙы ла, карауатҡа таҡта йәйеп, аҫтыма 5-6 мендәр һалдырҙы. Былай яҡшыраҡ булып китте. Эйелеп-бөгөлөп түгел, төҙ ятыла. Ләкин барыбер бөтә тән һыҙлай. Хатта күҙ ҡабаҡтарын асып-ябыуы ла ауыр була башланы. Ҡулымды, битемде ятҡан еремдә генә йыуҙылар, ә үҙем һөртөнә лә алмайым – таҫтамалға көс етмәй. Ашап булмай. Ауыҙ эсе ҡоп-ҡоро. Ә шулай ҙа иҫем дөрөҫ. “Ошолай үләләрҙер инде”, тип уйлаған булам. Мине ҡарай торған медсестралар ҙа, няняләр ҙә:                                                                                                                       

–Того старика к утру, к нашему приходу на работу в живых не будет, – тип ҡайтып китә инек, тип һөйләнеләр аҙаҡтан.

  Айҙан ашып китте. Хәл бер ҙә яҡшырмай. Шул уҡ Рамазан Ғимранович хәстәрлеге арҡаһында врачтар дауалауҙың эффектлерәк әмәлдәрен эҙләргә мәжбүр булғандар, ә минең эргәгә тәүлек буйына үҙ тыуғандарымдан дежур ҙа ҡуйҙылар. Төндә, хәл ауырайғанда, мин уларҙың силуэттарын ғына күрә торғайным. Ике айҙан артыҡ ятҡанлыҡтан ҡултыҡ аҫты-фәлән «ылымыҡланып» бөттө. Нәзирә мине одеколон менән йыуындырып алғыланы.

Врачтар строфантин уколынан преднизолонға күстеләр. Ике - өс көндән хәлем еңеләйә төштө. Бара-бара, шөйлә арыулана биреп, ауыҙ ҙа аҙыҡ тәмен һиҙеп, тамаҡҡа әҙ-мәҙ булһа ла, шыйыҡ ашамлыҡ үтә башланы.

Ҡаты ауырығанымды ҡайҙандыр ишетеп, Нажия ҡарындашым Асҡарҙа торған еренән мин ятҡан больницаны таптырып, телефондан шылтыратты. Алай ҙа телефон күрше бүлмәлә генә ине. Шыуышып барып тигәндәй Нажия менән һөйләштем.

Дүрт ай ауырып (ай ярым бер нәмә лә ашай алмай) ятҡас, 1964-се йылдың февралендә, элекке бер ҡосаҡ ауырыуға йәнә бер нисә (пневмосклероз, бронхиальная астма, кардиосклероз с явлениями коронар-спазма, склероз сосудов головного мозга тигәндәрен) өҫтәп, больницанан сығарырға булдылар. Больницала уҡ Республика ВТЭК-енең ултырышы булып, миңә 3 группа инвалидлек бирҙеләр, ул мәңгелек булып ҡалды.

Был ауырығанда ҡотолғоһоҙ үлемдән ҡотҡарыусым Рамазан Ғимранович Өмөтбаев (Совмин председателе урынбаҫары) булды. Ғөмүмән был яғында минең, бик ҡаты ауырыуҙарҙан да ҡотолоп, донъяла бер-бер артлы рәхәтлектәргә осрап йәшәп йөрөүемдең сәбәпсеһе шул кеше инде. Шуны ла әйтәйем. Рамазан Ғимрановичты мин түгел, ә мине ул үҙе тапты, мин һорап түгел, ә үҙе белеп һәр төрлө кәрәкле ярҙам күрһәтте, хәҙер ҙә күрһәтә. Була икән ул шулай киң күңелле, ярҙамсыл кешеләр. Хәҙер ҙә ул хәлебеҙҙе белешеп кенә тора. Мең рәхмәт инде Рамазан Ғимрановичҡа. Шундай кешеләр күберәк булһын да, оҙағыраҡ йәшәһен ине.

Ҡаты ауырыуҙан һуң бер аҙ ял итеп, эшкә тотондом. Үҙебеҙҙең коллектив директоры С. С. Куватов тәҡдиме, Рамазан Ғимранович булышлығы менән миңә, башҡорт журналистары араһынан тәүге итеп, 1967 йыл башында РСФСР-ҙың атҡаҙанған культура работнигы тигән почетлы исем бирелде.

Дәртләнеп, эште дауам иттерҙем. Ләкин ауырыу үҙенекен итә, эшкә аяҡ сала. Йөрәк сәнсеп, зыңлап баш ауыртып, приступтар йышайҙы. 1967 йылдың авгусында, 62 йәштә пенсияға сығырға тура килде. Күп тә үтмәҫтән, РСФСР-ҙың персональ пенсияһын тәғәйенләнеләр.

69-сы йылдың апрелендә юғары температура, шул уҡ пневмрсклероз менән йәнә ауырып киттем. Поликлиника ?????халыҡ яҡындан ярҙам итте. Врач И.К. Байракова көндә тигәндәй өйгә килеп, ә баш врач citо тамғаһы менән дарыуҙар ебәреп, көнөнә ике-өс укол яһап, 23 көндә аяҡҡа баҫтырҙылар.

Ғүмерем буйына: эшләгәндә лә, атлап йөрөгәндә лә, ашап-эскәндә лә, хатта йоҡлағанда ла манма тиргә төшөүемде, мәңгелек тымау менән интегеүемде, ә аяҡ тирләүен һис ниндәй дауа менән дә бөтөрә алмауымды яҡшы беләм. Ошо тирләү арҡаһында бит үпкәгә һыуыҡ үткәреп 4 ай дауалап, үлемдән саҡ-саҡ ҡотҡарып алып ҡалдылар. Врачтарҙың һыуыҡ үткәрергә, өшөргә ярамай, тип ҡат-ҡат киҫәтеүҙәрен беләм.

Ауыҙ бер бешкәс, өрөп ҡабырға кәрәк ине лә. Юҡ! Мин, шәп кешеләй булып, 70-се йылдың июлендә, бик эҫе бер көндә, шыбыр тиргә төшөп, баҡсала күлдәксән генә көнө буйы ауыр эш эшләп йөрөнөм. Ә тиҫтән көн буйы өргән әсе һыуыҡ елгә иғтибар ҙа итмәгән булдым. Баҡһаң, ул еүеш тәнгә үтә өргән дә йөрөгән.

Шул көн кис үк йығылдым. Йөрәк тә үпкә. Ҡуҙғалып та, тын алып та булмай. Үлеп барам. Нәзирә машина табып, көскә өйгә алып ҡайтты.

Больницаға алып барғанда машинала йәнем сыға яҙҙы. Анда ҡул-аяҡ, ҡабырға мускулдары ла тартыша башланы. 1963 йылғынан да ауырыраҡ приступтар ҡабатланды. Палаталағы ике иптәшем мине үлә тип, постелдәрен күтәреп, икенсе палатаға шылдылар. Иртәгеһенә, мин баш ҡалҡытҡас, ғәфү үтенделәр…

67-се йылдан башлап 5 йыл рәттән «Янған тау» курортына барҙыҡ. 3 йыл Нәзирә менән бергә барҙыҡ. Йылдан-йыл диагноздар аныҡлана, үҙгәрә, өҫтәлә тора. Хәҙер: бронхиальная астма, стенокардия, ишемия головного мозга кеүектәре–төп ауырыуҙар булып ҡалды. Ошо ауырыуҙар менән 71-се йылдан алып йыл һайын (5 тапҡыр) больницала ятып сыҡтым.

 Һуңғы йылдарҙа мин өҙлөкһөҙ преднизолон таблеткаларын ашайым. Ул тын ҡурылыуын кәметә, тымауҙы ла өркөтә, псориазды ла баҫа бирә. Йөрәк шашына башлаһа, нитроглицерин менән ауыҙлыҡлап ҡуям. Валидол хәҙер ярҙам итмәй.

Был яҙманы уҡыған кеше:

–Ауырыуын яҙа ла ауырыуын яҙа. Ниңә кәрәк булды икән? Ауырыған да ауырыған. Ә эште ҡасан эшләне икән?– тип ғәжәпләнер.

Әйе, мин ауырыным ды ауырыным. Шул уҡ ваҡытта ғүмерем буйына эшләнем дә эшләнем.

 

(Асҡарҙа, Райсовет һабантуйы, 15 июнь, 1968 йыл, Шәрифә Хисмәтуллина менән)

  

Үҙемә шөһрәт, бүтәндәргә ғибрәт өсөн түгел, ә ауырыуҙы еңә белергә, өҙлөкһөҙ эшләй белергә кәрәк, тип әйтер өсөн яҙҙым был юлдарҙы.

Ауырыуҙы бер кем дә һорап, һатып алмай. Ул һине үҙе эләктереп ала ла ысҡындырмай маташа. Ә мин иң ҡаты, иң ныҡышмалы ауырыуҙан да ысҡынырға, арынырға тешем-тырнағым менән тырышам, унан ҡотолоп, бөтөнләй ауырыуһыҙ йәшәү өмөтөн бер ваҡытта ла өҙмәйем.

Бәләкәй саҡта минең ике-өс тапҡыр ҡот осҡос тиф менән, яҙлы-көҙлө һыуыҡ тейҙереп, йыл һайын тигәндәй тамаҡ шешеү (ангина), тир ауырыуы (грипп) менән ауырыуым, приютта күргән күрәнкәйҙәрем ҡалдырған миңә ул сирҙәрҙе. Шуның өҫтөнә тағын сәскә кеүек, һөйөклө өс балабыҙҙың бер-бер артлы үлеүе, үлгән ҡыҙыбыҙ Диләнең гөрләп үҫеп килгән улын юғалтыуыбыҙ (йүнһеҙ атаһының уны беҙҙән йәшереп, күрһәтмәй алып йөрөүе) миңә лә, Нәзирәгә лә яңы ауырыуҙар өҫтәне.

Шулай ҙа бер инәнән тыуған 9 баланың иң нығы мин булғанмын. Мин ауырыуға бирешмәҫкә тырышам, кәүгәкләнмәйем. Әсәйем, атайым үлеп, үкһеҙ етем ҡалғас, арҡаланыр кешем дә булманы. Олоғайғас инде врачтар кәңәшен ышанып тыңлайым, улар ҡушҡанды эшләйем, биргән дарыуҙарын ашайым, эсәм. Араҡы эсмәүем, тәмәке тартмауым, ауыртҡан урындарымды өҙлөкһөҙ һылап (массаж яһап) тороуым, регуляр рәүештә физзарядка яһауым, эшкә йәйәү йөрөүем ауырыуҙарҙы еңә барырға ярҙам итәләр.

 Бер ваҡыт атайым менән һөйләшеп ултырғанда:

– Атый, мин 60-ҡа етһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем, – тигән булдым. Хәҙер 7 тиҫтәне тултырып, 8-се тиҫтәне ҡыуып барам. Барыбер үлге килмәй. Был хәтле һәйбәт тормошто нисек ҡалдырып китәһең! Ауырыуҙарым әллә күпме булһа ла, мин, тешем менән бөйөрөм, бауырым менән ашҡаҙаным имен булғас, алдымда өйөлөп ултырған һәр төрлө тәмле аҙыҡты тамаҡҡа бер-бер артлы оҙатып торғас, рәхәтләнеп йәшәй бирәм.

Ҡайһы саҡта тәгәрмәстәрем ҡурап, күсәрҙәремдең дегете бөтөп, үрәсә баштарым бушап арбам талъян-толъян, шағыр-шоғор килә башлай. Шул саҡта мин тәгәрмәстәрҙе һыуға батырып, күсәрҙәрҙе майлап, үрәсә баштарын ҡағып-һуғып нығытҡылап алам да, елле генә ат егеп, йәнә йән-фарман елдерәм дә китәм.

Йәнә шуныһы бар. Ниндәй генә ауырлыҡтар килгәндә лә мин иптәштәрем, дуҫтарым, туғандарым, таныштарым менән күңел күтәреп, уйнап-көлөп, шаярып, шат йәшәргә тырышам. Был да һәр төрлө ауырыуҙы тиҙерәк ауыҙлыҡлап алырға, ғүмерҙе оҙонайтырға ярҙам итәлер тип уйлайым.

Ғүмеремдең ауырлыҡтарға, ауырыуҙарға, семьяларыбыҙға ябырылып, ауыр эҙ ҡалдырған фажиғәле хәлдәргә бәйле булған бәләкәй өлөшө ана шулай. Ә эш менән үткән ҙур өлөшөнә ентекләп, айырым туҡталып тороуҙың кәрәге юҡ. Аныһы һәр төрлө автобиографияларҙа, анкеталарҙа, справка-характеристикаларҙа күп яҙылған. Матбуғат биттәрендә лә булды.

Шуны ғына ҡабатлап әйтәм. Ауырыуҙар, ҡайһы саҡта көлтәһе-көлтәһе менән тәкмәктәй килеп һуғылһа ла, ярты быуатҡа яҡын эш дәүеремдә хеҙмәт дисциплинаһынмы, партия, комсомол, профсоюз дисциплинаһынмы боҙоу, тәғәйенләнгән йыйылышҡа, ултырышҡа, кәңәшмәгә, семинарға, уҡыуға бармай ҡалыу йәки һуңлап барыу факты миндә булманы. Был тәңгәлдә миңә ғүмеремдә бер генә лә замечание яһаманылар.

Тик 1936–37 йылдарҙа бер-ике “йән дуҫым” юҡты бушҡа ауҙарып, мәсьәләне ҡуйыртып, буръяҡ һыуҙа һыуҙа балыҡ һәрмәргә, мине йәһәннәмгә быраҡтырырға маташып ҡарағайны ла, уларса барып сыҡманы ла ҡуйҙы. Эй, һөмәйҙеләр исемдәре яла яғыусы – клеветник тип аталған ул әҙәм йораттары!

Ғүмер итеүемә алтмыш йыл, журналистик хеҙмәтемә ҡырҡ йыл тулғанда, 1966 йылдың май башында Башнефть клубы тулғансы республиканың күренекле журналистары, яҙыусылары, институттарҙың фән эшмәкәрҙәре, министерстволарҙың, редакцияларҙың, юғары уҡыу йорттарының вәкилдәре миңә 60 йәш, журналислыҡ эшемә 40 йыл тулыу көнө билдәләү юбилейына йыйылдылар. Телмәр тотоусылар минең эшем хаҡында бик күп йылы, маҡтау һүҙҙәре әйттеләр, миңә почет грамоталары, ҡотлау адрестары, ҙур бүләктәр бирҙеләр. Был кисәне ойоштороусылар Башҡортостан китап нәшриәтенең директоры Сафый Ҡыуатов, партия ойошмаһы секретаре Хәлис Гәрәев, МК председателе Раил Байбулатов, өлкән редактор Хәлисә Ғәлиева булды. Шул көндө кис 50-ләп дуҫ-ишем, ҡәләмдәштәрем өсөн Нәзирә, Неля, Дилә бик һәйбәт киске аш әҙерләнеләр. Аш мәжлесен Рамазан Өмөтбаев менән Ғайнан Әмири тамада ла, аяҡсы ла булып, күтәренке күңел менән алып барҙылар. Яҡташым ҡурайсы Мөхәмәт Рәхмәтуллин уларҙың һәр телмәренә үҙенең ҡурай моңдарын өҫтәне.

1976 йылдың майында, миңә 70 йәш тулған көндө 60-лап кеше: коллегаларым, дуҫтарым, замандаштарым, районыбыҙ етәкселәре, яҡташтарым, туғандарым «Башҡортостан» ресторанының банкет залына йыйылдылар. Кисәне тел оҫталары, яҙыусылар: баш аяҡсы булып Фәрит Иҫәнғолов, уның ярҙамсылары булып Әбделхаҡ Игебаев, Рафиҡ Сәлмәнов, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов бик һәйбәт алып барҙылар. 5 сәғәткә тартылған кисә күңелле һөйләшеү, ҡурай, йыр, бейеү менән үтте. Был юлы ла миңә бик ҡәҙерле ҡотлау адрестары, ҙур-ҙур бүләктәр бирелде. Кисәне ойоштороусылар Рамазан Өмөтбаев, Раил Байбулатов, Неля, Нәзирә Ишбулатовалар булды.

                 (Тормош иптәше Нәзирә менән, октябрь, 1976 йыл)

    

Шул йылдың йәйендә үҙемдең ауылыма ҡайттым. Рысҡужалағы ҡарындашым Фатима менән Юныс кейәүем, Мөнирә еңгәм һарыҡтар һуйып, һый әҙерләп, минең 70 йәшем айҡанлы 15-ләп пар ағай-энеләр, дуҫ-иште, элеккесә әйтһәк, 15 дуға ҡунаҡ йыйып, ҙур аш мәжлесе үткәрҙеләр. Яҡташтарым, ҡорҙаштарым миңә ҡотлау һүҙе менән бергә ҡиммәтле бүләктәр бирҙеләр. Ҡунаҡтар күңел асып, күңелдәре туйғанса йырлап-бейеп, уйнап-көлөп ултырҙылар. Хөбъямал менән Ғәйнүр кеүек дәртле ҡарындаштар йырҙың да, таҡмаҡ әйтеүҙең дә, бейеүҙең дә башында булдылар.

Ун биш дуға тигәс тә, был ун биш пар ҡунаҡ боронғо атай-олатайҙарса дуғалап ат егеп-туғарып мәшәҡәтләнмәнеләр. Ә мәңге егеүле торған легковушкаға, мотоциклға ултырып килеп төштөләр. Шәүҡәт, Мөштәбә, Мөхтәр кеүек егәрле егеттәр ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең «жигули»һында, люлькалы мотоциклында елдерҙеләр.

Был мәжлестә күрше райондан беҙҙең Ҡаҙмашҡа (ҡорҙаштарым Рәжәпов менән Сафа Фәйзуллинға) килен булып төшкән ике ҡорҙаш бикәм : Орҡиә менән Сәкинә лә булды. Алар икәүһе лә оҫта йырсы булып, йыр араһында:

              «Йырҙар йырлап ултырабыҙ – беҙ үҙебеҙ Учалы!

                 Беҙ бейемәй ултырғанға әллә эсегеҙ бошамы?»

– тип һамаҡланылар.

Быға мин:

            «Рәжәповтар, Фәйзуллиндар барыһы ла Ҡаҙмаштан!

               Йырсы кәләш алған улар Учалынан ҡармаҡтап!»

 – тип ялғаным.

Мәжлес барышы Өфөләге кеүек үк магнитофонға яҙылып, ошондай уҡ йән рәхәте, сикһеҙ күңелле йыйынды хушбуй еҫтәре аңҡып торған йәйге, сыуаҡ, йылы саф һауала, түбәләре күккә олғашҡан мәшһүр Ҡаҙмаш ташы ҡырҙарында, йәмле Оло Ҡыҙыл таш морононда колхоз менән ауыл советы активе үткәрҙе. Бында ла йыр, гармун, таҡмаҡ, ҡурай моңо бөтә тирә яҡты, урман-тауҙарҙы яңғыратып торҙо. Был мул булған һыйға Фатима менән Юныс кейәүҙең тәмленән дә тәмле, танһыҡтан да танһығыраҡ күстәнәстәре өҫтәлде…

 Ғәли Ирғәли улы Ишбулатов. Өфө – 1977, ғинуар.

       

Йәмийәт ашаһындағы бер ҡарағас төбөндә – июнь, 1979 йыл

 

               Ауылдаштары менән, йәй, 1966 йыл

        Рысҡужа ауылында ҡор йыйғанда, 15 июль, 1976 йыл

 

 Колхозницалар Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарса һәләк булған ауылдаштары хөрмәтенә һалынған обелиск янында. Ғәли Ишбулатов фотоһы.

 

    Ҡыҙыл йылғаһы буйында, Бабаш тауының һыртында, июль, 1979 йыл.        

  

Ҡаҙмаш ауылы урамында байрам, июнь, 1946 йыл.

 

 

Ошолай итеп, үҙ ҡулы менән яҙып, әсәйемә ҡул яҙмаларын, китаптарын бүләк итә ине, Ғәли апам.

                               Ғ. Ишбулатов ҡатыны, ҡыҙҙары һәм ейәне менән

 

Ғәли Ишбулатовтың тарихи яҙмаларын ҡулға алған һайын ундағы телгә алынған – уның менән бергә, “күрәнкәйҙәр күргәндәр”ҙең артабанғы яҙмышын асыҡлау теләге тыуҙы. Һәм мин иң тәүҙә Тупаҡ ауылы Абдуллин Барыйҙан башларға булдым.

Абдуллин Барый апаны эҙләп, һораша торғас, улы барлығын әйттеләр. Фирғәт Барый улы Озерный ауылында йәшәй икән, тик ул атаһы тураһында аҙ белеүе сәбәпле, уны белеүсе Тупаҡ ауылында бер инәй барын әйтте.

Атаһының бер фотоһын, үлеү тураһында таныҡлығын да бирҙе. Ул инәйҙе табышыуҙа Гөлдәр Абдуллина (Барый Абдуллиндың ейәнсәре, оло улының ҡыҙы) ярҙам итте. Нурисафа Таһирова ихлас ҡаршы алды, белгәндәрен тасуирлап һөйләп бирҙе. Уның һуғышта булыуын да яҡшы иҫләй.

– Был ауылға килмәҫ элек, мин уны Таштимер ауылының почта мөдире булып эшләгән сағынан алып белә инем, – ти ул. Уның ҡатыны Шәрифә Кәлимулла ҡыҙы була, уларҙың өс улдары бар: Миҙәхәт, Милләт, Фирғәт. Балалар барыһы ла Тупаҡ ауылында тыуа.

Барый Абдуллиндың ҡатыны Шәрифә инәй Ҡужан ауылынан, ҡыҙ фамилияһы Байбулова. Ҡатыны бер ҡайҙа ла эшләмәй, Барый апа һуҡрайғас уны ғына ҡарап йәшәй. Ул 1957 йылдың 16 ноябрендә мәрхүм була. Шәрифә инәй унан һуң оҙаҡ йәшәп донъя ҡуя. Улар икеһе лә Тупаҡ ауылында ерләнгәндәр. Уртансы улдары Милләт күптән мәрхүм. Нурисафа инәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан хәтере яҡшы, исемдәрен дә онотмаған. Уның һөйләүенсә, оло улы Миҙәхәт 10 йыл элек мәрхүм булып ҡалған. Уның 5 малайы һәм бер ҡыҙы бар – Айҙар, Маҙһар, Зөлфәр, Гөлдәр, Мирза, Дим. Абдуллиндарҙың балалары уның кисергәндәре тураһында бер нәмә лә белмәгән булалар. Сөнки аталары иртә китә был донъянан.

 

                                        _________________

Ғәли Ишбулатовтың бер туған ҡарындашы Мөъминәнең дә артабанғы яҙмышы аяныслы була.

1931 йылда уны ике балаһы–улдары Нәжип һәм Тимерйән һәм ире менән һөргөнгә ебәрәләр. Был турала ҡыҙҙары Нәбирә Сабирйән ҡыҙы Хисмәтова-Мырҙагилдина һөйләне.

Ул үҙе шунда Прокопьевскиҙә тыуа. Уларҙы унда ҡайҙа эш булһа – шунда ҡыуалар. Ир заттары ағас ҡырҡа, ҡатындары ботаҡ ботай.

Ағасты ҡырҡҡас, арҡанлап йылғаға яҡынайталар, төҙөлөш өсөн яраҡлыларын һал менән артабан ағыҙалар.

Том һәм Уса йылғалары киҫешкән урында ҡурай еләге йыйыуҙарын да иҫләй...

 – Бер сәғәттә бер биҙрә йыя инек, – ти ул. Йылға аша кәмәгә ултырып ағайҙары менән еләккә йөрөүҙәрен онотмай. – Йылға ағымы көслө булһа ла аша сыға инек, Васил ағай шул тиклем көслө булды,– тип хәтерләй ул. Тик аҙаҡ башына травма алып ауырыуға әйләнә.

Себерҙә улар 1958 йылға тиклем йәшәйҙәр. Нәбирә Сабирйән ҡыҙы һигеҙенсе класта уҡып йөрөгән сағында, Междуреченьский ҡалаһында 15 йыл йәшәгәс, ҡайтырға рөхсәт алалар.

“Себерҙә беҙ ыҙа сикмәнек. Тамағыбыҙ ҙа туҡ булды, өҫтөбөҙ ҙә бөтөн ине. Бында ҡайтҡас күрмәкәйҙе күрҙек”, –тип иҫләй Нәбирә апайым.

Ғаилә Сабирйән апаның тыуған ауылына яңынан ҡайтып төпләнә.

Тик Асҡарға көҙөн-ҡышын күрмәкәйҙәр күреп йөрөп уҡырға тура килә. Башҡа балалар (күбеһе) Темәскә йөрөп уҡыйҙар. Йыш ҡына бүрегә лә тап булалар. Һеңлеләре Зөһөрәне күтәреп тә, йөкмәп тә алып йөрөйҙәр. Сөнки ул йыш ауырыған була, етмәһә мәктәп тә, интернат та һыуыҡ була.

«Һаулыҡтарыбыҙ ошо юлда йөрөп ҡаҡшаны инде»,– ти ул уфтанып. Себерҙә ул–«Надя Хисмятова» булып йөрөй. Бында ҡайтҡас исем-шәрифемдән уҡытыусылар көлә торғайны, тип хәтерләй Нәбирә апай. Себерҙә гел бишкә уҡыған ҡыҙ бында өлгәшә алмай. Асҡарҙан Ҡырҙасҡа йәйәү икмәк өсөн ҡайтып йөрөйҙәр. Сөнки Асҡарҙа икмәк өсөн ҙур сират була.

Интернатта ашаған ризыҡтары–һурпаһы һыу өйрә, икмәкһеҙ…

–Нюся исемлеһе тәмлерәк бешерә ине, Нәфисә тигәненекен ауыҙға ла алып булманы,– ти ул.

Тормоштары нисек кенә ауыр булмаһын, ата-әсәһенең тырышлығы арҡаһында мал көтөп, бесән сабып йәшәп китәләр .

Ҡырҙаста «Кулак балаһы!, Кулактар!», – тип әрләнеп үҫеп еттеләр.

Атайҙары яйлап ат тота башлай. Өс һыйыр булып китә. Тамаҡтары туйып кешесә йәшәй башлайҙар. Ни тиһәң дә ғаилә ишле генә бит!

Атайыбыҙ эшкә шәп булды, шуға ла күрә алмаусылар ҙа күп ине, – ти Нәбирә апай. Васил ағайҙары Ҡырҙаста йәшәргә ҡалғас, алама әҙәмдәрҙән уға күп эләгә, яман һүҙҙәрҙе уға күп ишетергә тура килә.

Барыһын да йәне әсеп һөйләне, күҙҙәренә йәштәр ҙә эркелеп китте, заманалар шулай булғас, нишләһен инде?!

Ҡарындашының яҙмышы менән һис тә риза булмай ағаһы. Уның иртә тормошҡа сығыуы, Себергә эләгеүе уны бөтмәҫ ҡайғыға һала.

– Ғәли апа беҙҙең ғаилә менән аралашып йәшәне. Ҡайтҡан һайын осрашып һүҙҙәребеҙ бөтмәҫ ине…– ти Нәбирә апай Мырҙагилдина.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.