Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Шәйхем мулланан ҡотолоу



Бесән сабып, йыйып, әллә күпме кәбәнен ҡойоп бөтөрөр-бөтөрмәҫтән (1922 йыл), Шәйхем бабайҙың арышы өлгөрҙө. Ураҡҡа төштөк. Дүрт кеше: атайым, ағайым, мин, Мөъминә, бөтә семьябыҙ менән эшләйбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә ура беләбеҙ. Арыш яҡшы уңған. Көлтәгә бәйләп, кибә төшкәс әүенгә һала барабыҙ. Алай ҙа Хажғәле ағайым бар. Бөтә ауыр эште ул бер үҙе тигәндәй алып бара. Эшкә бик шәп булды ул. (Фатима Ишбулатованың атаһы).

Инде эш бөттө тиһәк, хужабыҙ бөтөнөбөҙгә лә эш табып тора. Ә үҙе ҡулына һепертке, сүкеш кеүек еңел генә эш ҡоралын да тотмай. Бойороп ҡына, аҡыртып-баҡыртып ҡына йөрөй. Беҙҙе сыптыртырға ҡулында сыбыҡ-мыбығы, таяҡ-һаяғы булмаһа ла, уның күҙ ҡарашынан уҡ йөрәгең алына, Батша заманында ул ауыл старостаһы, 20-25 йыл судья булған икән.

Шәйхемдән арләнмәҫ өсөн, атайым беҙҙең эргәлә йөрөп, һәр эште урын еренә еткереп эшләргә өйрәтә.

Арышын тәпәс менән һуғып, һарайына ташып бирҙек. Мине ҡышҡа малайлыҡҡа ҡалдырҙы. Тамаҡ ялына утынын, бесәнен ташыйым, малын ҡарайым, уларҙың аҫтын таҙартам. Өс бүлмәле ҙур өйҙө, мал өйөн йылытырлыҡ, аҙна һайын мунса яғырлыҡ утын ҡырҡып ташыйым.

Шәйхем байға әллә ҡайҙарҙан муллалар, бай ҡунаҡтар йыш килә. Уларҙың аттарын ҡарау ҙа, килгән береһенә мунса яғып, йылғанан һыу ташыу ҙа минең елкәгә төшә. Ә үҙенең минең менән йәштәш улы Мосаууар бер нәмә лә эшләмәйенсә, иренен һалбыратып, маңҡаһына баш була алмай сәкән һуғып, буҡ тибеп тик йөрөй.

Мөъминә лә көн һайын килеп Шәйхем байҙың йә өйөн йыйыштырып, иҙәнен йыуып, йә керен йыуып китә. Шәйхем үҙе лә урынлы-урынһыҙ уҫал булғанғалыр инде, инәй йыуашайып, “ә” тигәндә “мә” тиеп, күңеле бойоҡ, кәйефе төшөңкө, өнһөҙ ҡолға әйләнгән. Ул беҙҙе йәлләп, яҡлап Шәйхем муллаға һүҙ ҡыҫтырырға ла ҡурҡа торғайны.

Шәйхем байҙан беҙ генә түгел, бүтәндәр ҙә шөрләй ине.

Йән өҙгөс һыуыҡ бер көндө утынды Ҡырмайҙан ғына алып ҡайттым. Юлда мине һыбай лесник, сабып килеп тотоп алды ла:

 –Ҡайҙан йыҡтың был ҡайынды?–тип ҡысҡырып ебәрҙе. Мин тотлоға-тотлоға:

–Ҡыр-Ҡырай… Ҡырайҙан, тинем.

–Кем ҡушҡан һиңә унан ҡайын йығырға? Давай балтаңды?

– Һыуыҡ бит, лесник ағай. Кейемем бик йоҡа. Алыҫҡа бара алманым.

–Ә кемгә алып ҡайтаһың утынды?

–Шәйхем байға.

–Шәйхе… Шәйхислам ағайғамы ни?– минән Шәйхем һүҙен ишетеү менән уның ҡото осто.– Үҙегеҙгә түгел ме ни? Бар кит, алай булғас, тип, мине ҡыуып уҡ ҡайтарып ебәрҙе.

Лесниктан анһат ҡотолһам да, ҡайтҡас, хужамдан миңә мәңге онотмаҫлыҡ туҡмаҡ эләкте. Тешләнеп-тешләнеп саптырҙы ул мине. Бынан һуң бындай ҡарға ояһы (ваҡ утын) алып ҡайтма! – тип бер һуға.

–Бынан һуң утынға Денекәйгә бар!– тип тағы һуға.–Бынан һуң эре, бәрәкәтле утын алып ҡайт!– тип йәнә һуға…

Атайым йыш ҡына килеп, кәртә-ҡаралты төҙөклөгөн ҡарап, йүнәтеп китә. Теге Ҡырмай тураһында һөйләгәс, атайым:

– Ярар инде, улым, түҙгәс түҙ инде,– тигән булды.

Бер аҙҙан Шәйхем мулла бер нисә бала менән миңә кис–ҡырын ҡөръән уҡыта башланы.

1923 йылдың яҙында атайым, ағайым, мин, өсәүләп, Шәйхем байға иген сәсергә яланға киттек. Үҙе лә барҙы. Ҡар һыуы ла кибеп бөтмәгәйне әле. Асҡарҙан Иҙәш йылғаһы тирәһен бата сума көскә үтеп, Ҡоръятмаҫҡа үрләп, Юлдаш ауылы аша Әүнәш йылғаһына ҡарай барабыҙ.

Ул йылда беҙҙең ауылдан иген сәсергә, байтаҡ кеше беренсе тапҡыр барғайны. Совет хөкүмәте һәр хужалыҡҡа 2-3-әр бот бойҙай, һоло орлоғо бирҙе. Гусево ауылының тубән яғына, Әүнәш буйына, борондан үҙ ауылыбыҙ ере булған Таш моронға (хәҙер Йәнгел совхозы үҙәге) артель булып барып төштөк. Бында барыусыларҙың күбеһе ауылдың үрге осонан ине. Аръяҡтан да бер нисә хужалыҡ барғайны. Тамаҡ ялғар-ялғамаҫтан күптәр, йәмәләшеп, аттарын һабанға егеп, ер һөрә генә башлағайны, ҡайҙандыр сабышып, дау ҡуптарып, ҡулдарына тимер һәнәктәр тотҡан һыбай кешеләр килеп сыҡты. Улар һөрән һалып, һәнәк, лом менән ҡурҡытып, беҙҙе бынан ҡыуа башланылар. Ауыл халҡын башлап алып барған, 1921 йыл партияға кергән, таҙа кәүҙәле Вәхит Хәйруллин улар алдына баҫып, руссалап, тегеләрҙең үҙҙәренә китергә ҡушты. Ә улар яман шаулашып, ғыу килеп, һуғыша башлап, араларынан берәүһе Вәхитте тимер һәнәк менән күҙ тәңгәленән башын үтә сәнсте лә, күҙҙән юғалды. Ҡалғандары ла уның артынан олаҡтылар. Тик берәүһе генә нисектер ятып ҡалды. Вәхит ағай шунда уҡ үлде…

Шулай ҙа беҙҙең ауыл халҡы үлтереүҙән ҡурҡманы. Килтергән орлоҡто сәсеп бөтөрҙөк.

Ҡайтҡас ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙе баҫтырып йөрөп, ҡыуып тотоп, өҫтөбөҙгә биҙрә-биҙрә һыу ауҙарҙылар. Ашлыҡ уңһын тип, беҙҙе һабан һыуына ҡойондорҙолар. Ҡыҙҙарҙан Мәрхәбә, Нажия, Фәрүәз һәм башҡалар мине кейемем менән Ҡаҙмаш йылғаһында үрле-түбәнле һөйрәп йөрөттөләр. Ҡаршы килә алмайһың, сыҙайһың. Йола бит!

Көҙ көнө шул ашлыҡты урырға барҙыҡ (1923). Шәйхем бай миңә лә ураҡ тотторҙо. Үҙе ҡарап ҡына йөрөй. Бер-ике көн һәйбәт кенә урҙыҡ. Әүнәшкә һыуға барғанда әллә ниңә урағымды ла алып барҙым. Һыу ингәндә юғалтып ҡуймайым, үлән араһында күренеп торһон, юғалһа, Шәйхем ҡарт, йәнемде алыр, тип ҡурҡып, ураҡты осо менән ергә сәнсеүем булды, урағым ташҡа төртөлөп, өс яғынан шырт итеп һынып та ҡуйҙы. Урырға эшкенмәне.

–Бар ураҡ табып алып кил!– тип екеренеп Шәйхем мулла ҡолағымды бороп, сикәмә уңлы-һуллы эләктерҙе лә, ауылға 30-35 саҡрым ергә йәйәү ҡайтарып ебәрҙе.

–Иртәгә кире әйлән,– тип бойорҙо. Ней атайым, ней ағайым уға ҡаршы бер һүҙ ҡата алманы.

Ауылда ураҡ табылмағас, шул ураҡты үҙен ослап алырға булдым. Бер юлы Мөъминәнең сулпыһын да йүнәтеп бирергә кәрәк ине. Мөъминә эргәһендә түшкегә һалып, эйелеп кенә сүкей башлағайным, атылып осоп торған утлы сатҡыларҙың береһе уң күҙемә инде лә китте. Сулпылар ҙа, ураҡ та, сүкеш тә фара-фара барып төштө. Башты артҡа ташлап ебәрҙем. Күҙем бөтә нәмәне һарғайтып күрһәтә башланы. “Һуҡыраймаҫ борон шул күҙем менән донъяны күреп ҡалайым”, тип, түбәлек башына менеп киттем. Ауыл әйләнәһендәге Илекле ҡыр, Сусаҡтау, Ҡырҡты, Бабаш, Ҡырмай, Ҡаран тауҙары, урмандар, Ҡыҙыл таш–бөтәһе лә, Убаларҙан төшөп килгән һыйыр ҙа башта һарғайып күренде, аҙаҡтан ҡыҙарҙы. Төнөн һыҙланы-һыҙланы ла, иртәгеһенә был күҙем күрмәҫ булды.

Мин әйләнеп барыуға Шәйхем ҡарт ураҡ табып ҡуйғайны инде. Һыныҡ ураҡты минән тартып алып, ситкә быраҡтырҙы ла:

–Мә ураҡ! Һындырған ураҡты эш менән түләрһең!–тине. Риза булмай хәлең юҡ. Ә минең күҙҙән яҙыуым уның өсөн бер нәмә лә түгел ине. Атайым менән ағайым ғына әрнене бының өсөн.

Көҙ, ҡыш буйы үҙенә эшләргә ҡушты миңә Шәйхем бай. Бөтәбеҙгә лә эш таба. Беҙҙең эшләгәнебеҙ өсөн ул үҙ йомошобоҙ менән ҡайҙа барһаҡ та, туры атын йәки ҡонанын ектереп, йә мендереп ебәрә. Бүтәнсә хаҡ түләү юҡ.

Ҡар төшкәс Шәйхем мулла йәнә Ҡөръән уҡыта башланы. Дин, алла хаҡында ул ҡыҙыҡ ҡына, әҙәм ышанмаҫлыҡ нәмәләр һөйләй.

Ул, мәҫәлән:

–Утты алла үҙе күккә аҫып ҡуйған. Шуның өсөн ут юғарыға ҡарай янып, ерҙе, ерҙәге кешеләрҙе яндыра алмай, донъя көн-фәйәкүн булмай, – ти.

Шәйхем мулланың ошондай сихырлы, әкәмәт һүҙҙәрен мин атайыма һөйләп барам. Атайым быға, бара торғас эсе бошто, асыуы килде. Бер көн ул:

–Шәйхемдән Ҡөръән уҡып мулла булмаҫһың, өгөт–мөгөтөн тыңлап мырҙа булмаҫһың.– Әйҙә, улым!–тине лә мине Асҡарға уҡытырға алып китте. Мартҡа тиклем (1924) уҡығас, шул уҡ атайым:

–Әйҙә, улым, кеше булырһың. Өфөгә уҡыусылар һорағандар,–тип, мине Өфөгә ебәреү уйы менән, ауылға алып ҡайтты.

Мөъминә Ҡырҙасҡа кейәүгә бирелде. Ағайым да өйләнеп, Шәйхемдән ҡотолоп, үҙ донъяһын ҡороп алды. Хәҙер өйҙә атайымды көтөрлөк, ҡарарлыҡ кеше ҡалмағас, атайым Һаҡмар башынан (Әхмәттән) Ҡәлимә исемле әбей алды. Уның артынан Мәрзиә тигән бик тыңлаулы ҡыҙы килде. Ҡәлимә инәйҙең һөтлө ала һыйыры ла бар. Ҡәҙерләүсеһе булғас, атайым рәхәтләнеп, шәбәйеп үк китте. Ә Мөъминәгә ҡалым итеп бирелгән йәш кенә ҡара һыйыр быҙауламайынса, эсе үткәшеп йөрөй торғас, серкене.

Өфөгә китер ваҡыт етте. Атыбыҙ юҡ. Шунлыҡтан атайым Сафый байҙың ҡара йөрөк айғырын егеп, минең менән уның улы Фоатты Белоретҡа алып барҙы. Белоретта ике кис ҡунырға тура килде. Атайым атҡа һыу эсерә барғанда ла, эсергәндә лә, унан ҡайтҡанда ла өс көн заводтың ҡара төтөнөнә сәсәй-сәсәй йөрөгән.

–Шунан аҙаҡ хәлем насарланды, тамағымдың кибеүе, сатнауы көсәйҙе лә китте,– ти торғайны ул. Элек тә Үҙәнгә бесән һатырға барып, бесәнен ҡара төтөн аҫтында бушатып, ныҡ ауырып ҡайтҡан…

Атайым Белореттан ҡайтып китте. Беҙ поезд менән 5-се көн тигәндә Өфөгә килеп төштөк. Ҡалаға йәйәү менеп киттек (ул саҡта трамвай фәлән юҡ). Ҡойоп ямғыр яуа. Мин кейеп килгән былай ҙа оҙон тиртун (тиренән тегелгән тун) уғата ныҡ һуҙылып, тауис ҡойроғондай йәки батша бисәләре итәгендәй ерҙә һөйрәлеп йөрөй. Шул көйөнсә беҙ БашЦИК, Совнаркомға (хәҙерге Обком йортона) барып индек. Инеү генә түгел, дөйөм ятаҡ әҙер булғансы ошо йорттоң коридорында, икенсе этажға менә торған күтәрмәнең тәҙрә эргәһендәге һикәләтәһендә дүрт кеше ике-өс көн ҡунып яттыҡ. Шунан һуң, ямғырҙа ебеп, әлеге итәктәре һөйрәлгән тиртонды кейеп, оло баҙар аша (хәҙерге Кизе-мамыҡ комбинаты) элекке Реальный училище йортона (һуңынан БИНО, хәҙер завод) ҡарап киттек.

Әй көлдөләр беҙҙән баҙарҙа һатыу итеп торған һәр төрлө сауҙагәр-купецтар.

–Ҡара әле, ҡара! Уҡырға килгәннәр! Ха – ха – ха! Шушы йолҡошлардан да кеше чыҡсын, имеш!.. – тип, беҙгә төртөп ҡалалар.

Беҙ бер ауылдан өс кеше уҡырға инеп киттек.

Яланаяҡ, яланбаш, киндер күлдәк-ыштан кейеп, салбарһыҙ-ниһеҙ, етмәһә, ҡаласа булһын тип, билде ҡайыш менән быуып, урам буйлап, тротуарҙа яланаяҡ сапылдата баҫып йөрөп ятабыҙ…

Был турала атайыма, беҙҙән башҡа берәү ҙә былай йөрөмәй, тип яҙғайным, ул мине йәлләп, ҡайҙандыр аҡса табып ебәрҙе. Бер тинен дә әрәм итмәйенсә ул аҡсаға толчоктан иҫке генә булһа ла ситса күлдәк, кейелгән гимнастерка-салбар алдым. Шунан һуң атайым берҙән-бер кәзәбеҙҙе 7 тәңкәгә һатып, аҡсаһын ебәргәйне, ул 7 һумға магазиндан итек алып кейҙем. Шулай итеп, һаман шул атайымдың йүнселлеге арҡаһында кеше рәүешенә керҙем.

Ауыл, волость Советтары башҡармаларында эшләү өсөн кадрҙар әҙерләү курсында (5 айлыҡ) уҡыйбыҙ. Уҡытыуҙары бик һәйбәт. Уҡытыусылар араһында ҙур белемле кешеләр: Зиннәт Булашев, Шәриф Манатов, Булат Ишемғолов, Рәүеф Сафаров, Зөфәр Сатлыҡов, Зәбих Исламғазин, Мостафа Бикбулатов ағайҙар һәм башҡалар бар.

Был курс ул саҡтарҙа ойошторолған курстарҙың тәүгеләренән береһе булғандыр. Шунлыҡтан, унда кәрәкле нәмәләр хәҙерге курстарҙа булыуынса етешле түгел ине. Иҙәнде үҙебеҙ һепереп , үҙебеҙ йыуабыҙ. Керебеҙҙе йыуыу ҙа үҙ өҫтөбөҙҙә. Хатта 50-60 кешегә аҙыҡты ҡаланың икенсе осондағы складҡа барып, үҙебеҙ йөкләп алып ҡайтабыҙ. Ашты ла повар бабайға ярҙамлашып, утын ҡырҡып, дежур менән үҙебеҙ бешерәбеҙ.

Мин ауылға, Һиҙиәт ағайҙың улы, уҡырға бик зирәк булған Кәбиргә хат яҙып, уны Өфөгә уҡырға килергә саҡырҙым. Ә минең менән бергә уҡып йөрөүсе Фоат ауылдағы йәштәргә хат ебәреп, унда тарбай-торбай торған ҙур бет һүрәтен төшөрөп, бында ошондай беттәрҙән талаталар, уҡырға килә күрмәгеҙ, тип яҙып, уҡырға китергә теләүселәрҙең күңелен һүрелдергән.

Уҡып ҡайтҡас, Асҡарҙа Волос башҡармаһында күсереүсе булып эшләнем. Комсомолға индем. Бер аҙҙан (18 йәштә сағымда) Боранғол ауыл Советына секретарь итеп һайланылар (председатель Мөхәмәдия Зарипов ине.) Минең шулай эшләп йөрөүемә эй шатланды атайым мәрхүм, шатланып бөтә алманы. Ауылға бер ҡайтҡанда атайым миңә:

– Ағымға оторо булма, улым, ҡаршы барма, тип, бының мәғәнәһен аңлатып,– халыҡ, күпселек ыңғайында бул, халыҡ яңылышмай ул,– тине.

Хажғәле ағайыма хөкүмәт бөтөнләй түләүһеҙ, бушлай ат (йәш кенә ерән бейә) бирҙе. Ул атайыма ла ат һатып алып биреште. Хәҙер инде үҙебеҙҙең һары бейәбеҙ, ала һыйырыбыҙ бар. Атайым аҡҡа туйып, күңеле күтәрелеп китте. Көҙгә табан һары бейә туры ҡолон ҡолонлап бирҙе. Шул һары бейәне егеп, туры ҡолондо эйәртеп, атайым 1924-25 йылдарҙа, ауырыу көйөнсә, Түбә руднигында руда ташыны. Бөтөнөбөҙҙөң дә өҫ-башын бөтәйтеп алдыҡ.

–Әлкәр тыуғас тыуған ҡолон был. Толпар булыр,–ти торғайны атайым, һары бейәнең шул туры ҡолонон күрһәтеп.

Теге зәғифләнгән күҙем ныҡ ҡына һыҙлай башланы. Асҡар врачы мине 1925 йылдың йәй башында Белоретҡа ебәрҙе. Ә Белореттағы врачтар:

–Һиңә өҙлөкһөҙ дауаланырға кәрәк. Ошо Белоретта ҡала алмайһыңмы?– тинеләр.

Комсомолдың кантон комитетына барғайным, мине Кантисполком ҡарамағына ебәрҙеләр. Унда Кантисполком секретаре Ғәлекәйев Зиннәт ағай (Сермәндеке), председатель Багаев менән һөйләште лә, секретариатта эш йөрөтөүсе итеп эшкә ултыртып та ҡуйҙы.

Көн һайын күҙ врачына йөрөргә мөмкинлек тыуҙы.

Зиннәт ағай эшемде яратты. Атайымдың хәлен дә, үҙемдекен дә һорашып тора.

–Әйҙә атайыңды ошондағы больницаға һалайыҡ,– тине ул бер көн.

–Ауыл кешеһе бит ул. Нишләп шул хәтле (85 км) ерҙәге кешене бындағы больницаға һалһындар? – тинем мин.

–Һалырҙар. Атайыңа хат яҙ. Килһен,– тине Зиннәт ағай. Шунан һуң, минең ике йыл инде профсоюзда тороуымды белеп, үҙем эшләп тә йөрөгәс, минең ғаиләм страховать ителгәнлеген әйтте.

Бында эшләгәндә ошондай ҡот осҡос хәл дә булып алды.

Беҙҙең бүлек кешеләре Зиннәт ағайға ишек аша ултыра. Ул урта ишек һәр ваҡыт тиерлек асыҡ була. Эҫе йәй көнөндә көндөҙ ҡапыл ҡойоп ямғыр яуа башланы. Зиннәт ағай бүлмә тәҙрәһен ябырға өлгөрмәгән. Ә уның тәҙрәһе тәңгәлендә ишек алдына сыға торған ишек тә асыҡ ҡалған. Бер заман Зиннәт ағай ултырған өҫтәл эргәһенән генә, беҙҙең алдыбыҙҙан күҙҙе сағылдырғанса яҡтыртып, ҙур ут йомғағы үтеп китте лә, ике ҡатлы ҙур йортто ҡалтырандырып, тәҙрәләрҙе салтыр-солтор килтереп, шарт итеп ҡалды. Эргәләге ҡатын-ҡыҙ сар-сор килде.

Был – йәшен шары булып, тышҡы асыҡ тәҙрәнән инеп, бүлмә аша асыҡ ишектән үтеп, тимер-томор ятҡан һарайға, конюшняға барып бәрелгән. Тимерҙәр ирегеләп киткән, һарайҙағы ике ат та үлгән. Ә беҙгә бер нәмә лә булманы, сарпыуы ла ҡағылманы.

Атайым, хатты алып, Белоретҡа килеү менән үк уны бик анһат ҡына больницаға ла һалып ҡуйҙылар. Шул Зиннәт ағай еле менән эшләгәндәр инде.

– Ҡалай ҡәҙерләйҙәр беҙҙе больницала. Бөтә нәмә ап-аҡ. Кейеме лә, ҡардаһы ла, ашатып-эсереүе лә, ҡарауы ла – бөтәһе лә хөкүмәттән. Һай- һай!– тип ғәжәпләнә атайым.

Ул йылы ваҡытта килгәйне. Байтаҡ ятты. Мин көн һайын тиерлек янына барып йөрөйөм. Атайымда алға барыш бик үк ныҡ һиҙелмәне. Минең дә күҙ насарланғандан-насарлана. Бөтә нәмә ҡуш булып күренә башланы. Теге ҡорос ярсығы тутлап, сереп, икенсе күҙҙе лә боҙа ахрыһы. Врачтар, бик тиҙ операция яһарға кәрәк тинеләр. Ә Белоретта ундай операция яһалмай икән. Өфөгә телеграмма һуҡтылар. Унан бик тиҙ: больница ремонтта булғанлыҡтан, Ишбулатовты ебәрмәй тороғоҙ, хәбәр итербеҙ, тигән телеграмма алынды.

Атайымды больницанан сығарҙылар. Ул минең квартира хужаларымдан (Перчаткиндарҙың) минең хаҡта: эшкә нисек йөрөй, шаярмаймы, теләһә кемгә эйәрмәйме, тип һорашҡан. Ә хужалар, улың һәйбәт икән. Бик тыңлаулы, буш ваҡытында беҙгә лә ярҙам итә: утынға, бесәнгә барып ҡайта, ишек алдын таҙартыша, тип маҡтағандар. Ҡайтып китер сағында атайым миңә:

–Шулай тырыш булһаң ғына кеше булырһың. Ауылға үҙемә ярҙамсы итеп алып ҡайтырға тип ятҡайным әле больницала. Ҡал инде. Квартира хужаларың да алып ҡайтмаҫҡа кәңәш бирҙе. Эшлә лә уҡы, уҡы ла эшлә, улым,– тип хушлашты ул минең менән.

Ҡайтып бер аҙ торғас, ул көҙгө бысраҡта йәнә Түбиндә руда ташып йөрөгән. Шунан ауырып, хәле бөтөп, ҡайтып йығылған.

Сентябрь башында мине бер сестра Өфөгә алып барҙы. Унда 3-4 көндән Алексеев, Лужинский тигән оҫта ҡуллы врачтар бик ауыр, ул заманда, күрәһең, яңыраҡ яһала башлаған бик ҡатмарлы операция яһанылар.

Ваҡытында операция яһатып, икенсе күҙемде һаҡлап алып ҡалыуҙы ла шул уҡ Зиннәт ағай миңә һиҙҙермәй генә хәстәрлек күргәндәр тип беләм. Әгәр эшкә уларға эләкмәһәм, әллә ниҙәр булып бөтөр ине. Шуның өсөн Зиннәт ағайға һаман рәхмәттәр уҡыйым. 1946 йылда Асҡарҙа уның ҡатыны мине үҙе таныны. Уға ла мин ошо рәхмәтте еткерҙем. Шулай. Иткән яҡшылыҡ бер ваҡытта ла онотолмай. Был еңгәй мине 21 йыл буйы күрмәй йөрөһә лә, бер күреүҙә таныны ла ҡуйҙы. Ғәжәп бит!

Бындай операциянан һуң миңә ике-өс ай шул уҡ врачтарға әленән - әле күренеп торорға ҡуштылар. Мин Өфөлә ҡалырға булдым. 

Тик берәй ергә эшкә инергә кәрәк ине. Совнарком янындағы Башҡорт теленән ғәмәлгә ашырыу комиссияһына барҙым. Анда Зөфәр Сатлыков (председатель), Рәүеф Сафаров, Ғәбделәхәт Вилданов, Нурағзам Таһиров 1924 йылда курста уҡыған саҡтан мине беләләр. Улар үҙҙәренә эш йөрөтөүсе итеп алдылар ҙа, шуның өҫтөнән ауыл Советтары, волисполкомдар өсөн работниктар әҙерләү курсында уҡырға ҡуштылар. Тас атайым әйткәнсә килеп сыҡты: эшләйем дә уҡыйым, уҡыйым да эшләйем. Тел комиссияһы мине уҡырға Мәскәүгә ебәрергә әҙерләне.

Ләкин… курсты тамамлаған саҡта ғына атайымдың был донъянан китеүен хәбәр иттеләр. Илай-илай эшемдән сығып, 25-се йылдың аҙағында ауылға ҡайтып индем. Ауылда әлеге Шәйхем мулла тап булып:

–Әәә, теләһә ҡайҙа аҙып йөрөһәң, ана шулай була ул,– тип үсене.        

–Ҡайҙа тығаһың инде хәҙер был һиңмай башыңды?

 Ҡайҙа бараһың инде хәҙер? Тегендә-бында тығып йөрөтөргә атаң да, хатта ятып инергә өйөң дә юҡ бит хәҙер, – тип, үңәсен элмәйтеп, ауыҙын йырып көлдө. Ул беҙҙең Советтар заманында йәшәүебеҙҙе һанға һуҡмаған була ине.

Ҡәлимә инәйемдең һөйләүе буйынса, атайым бахыр, һағынып, мине, Шәһүәлиҙе һәр ваҡыт иҫенә төшөргән. Илағылап та алған.

Ул ашай алмағас, ябыҡҡан, көҙгө һыуыҡта өйҙә лә бик ныҡ өшөгән. Шунлыҡтан, өй эсенә, ишек төбөнә, мөйөшкә мунса ташы өҫтөндә ята торған булған. Шул ятҡан еренә яҡын ғына минең 18-се йылда һуҙған сымдарым һаман һаҡланып торған әле. Атайым үҙе ятҡан таш өҫтөнән ҡулын һуҙып, бармаҡтары менән шул сымдарҙы зыңлатып:

–Улымдыыың «скрипкаһы»,– тип һыҡтаған. Был саҡта әсәйем мәрхүмә лә, өй эсе тулып йөрөгән балалары ла атаҡайымдың күҙ алдына килгәндер инде… Быны күреп, Ҡәлимә инәйем менән Мәрзиә лә иламай ҡалмаған.

Атаҡайым ана шул таш өҫтөндә ятҡан ерендә вафат булған. Теге Шәйхем мулла ла, аңлауымса, ошоға төрттөрөп үсәп ҡыуанды.

Мин ауылға ҡайтҡанда Советтарға һайлау компанияһы бара ине. Мине Ҡаҙмаш ауыл Советына комсомолецтарҙан волос күләмендә беренсе председатель итеп һайланы ла ҡуйҙылар. (19 йәштә инем).

Шуның өҫтөнә, уҡыу-яҙыуым яҡшы булғас, секретарлек эшен дә үҙемә йөкмәттеләр.

Атайым мәрхүм был көндәрҙе күрә алманы. Күрһә, бик шатланыр ине.

Ауыр йылдар, сирле ваҡыттар шулай үтеп китте.                                             

Ауырыу-һыҙланыуҙың ни икәнен белмәйенсә, рәхәтләнеп, бер йылға яҡын ауыл Советында эшләгәйнем, Белоретҡа Комсомол канткомына саҡырҙылар. Бүлек мөдире Яфаев ағай эргәһенә ингәс:

–Һине Өфөгә уҡырға ебәрергә уйлайбыҙ. Нисек ҡарайһың?– тине.

–Барам, барам! Үҙем әле ғариза яҙып һорарға йөрөй инем,– тинем.

–Ҡайҙа: Рабфаккамы, Педтехникумғамы, әллә Совпартшколағамы? Һөйләшә торғас, һәр яҡлап белемемде лә тикшергәс, ул Рабфакты тәҡдим итте. Үҙемдең дә шунда барғым килһә лә, анда гел русса ғына уҡытасаҡтары, башҡаларға эйәреп бара алмам, тип, башҡортса, татарса уҡытҡан Совпартшколаға китергә булдым.

Ауылға ҡайтҡас, Волисполком председателенә: уҡырға китеүем сәбәпле, минең урынға председатель итеп “өс көн эсендә кеше ҡуйығыҙ”, тип яҙып ебәрҙем. Волисполком председателе Рәмиев ағай Ҡаҙмашҡа килеп, әй тетте мине.

–Хаҡың юҡ һинең беҙгә срок ҡуйып, әмер биреп ятырға! Китмәйһең уҡырға!– тип ҡысҡыра. Партияның волком секретаре Закир Тукабаев минең яҡлы булды, тик эшләргә үҙебеҙгә ҡайтыу шартын ҡуйҙы.

 Өфөгә уҡырға китеп барҙым.

Ауырыуҙар шәлкеме

 Мин уҡый башлаған Совпартшкола медпунктында шул уҡ Алексеев, (минең күҙгә 1925 йылда операция яһаған врач), йәш врач Ғабдулла Кодаяров (хәҙер данлы профессор) эшләй ине. Улар – күҙ врачы ла, терапевт та, невропотолог та. Тәүге инеүҙә Кодаяров мине бик ентекләп ҡараны ла, ҡулдарымдың тейешленән ҡыҫҡараҡ булыуын әйтеп, үҙенә яҙып үк алды. Ул ысынлап та шулай. Күлдәк еңдәрем һалбырай ҙа йөрөй. Ә Алексеев тәүҙә өс ҡатлы йорттоң баҫҡыстарынан өс рәт үрле-түбәнле йүгертә, шунан һуң ғына үпкәне, йөрәкте тыңлай.

–Йурак–то у тебя немного шалит,– тип, әллә ниндәй тимер, йод тәме килгән дарыуҙар бирә.

Совпартшколаны уҡып бөтөрөргә ике ай ҡалғас, 29-сы йылдың майында мине республика газетаһында («Яңы ауыл») редакцияһына эшкә ебәрҙеләр. Эшләйем дә, уҡыйым да, зачет та, имтихан да бирәм. Коммунист булғас, партияны таҙартыу йыйылыштарына йөрөргә лә өлгөрәм.

Тап ошо ваҡытта Хажғәле ағайымдың көтмәгәндә вафат булыуын Фәтхислам еҙнәй хат менән хәбәр итте. Ағайым әлеге шул «толпар буласаҡ» туры дүнәнде менеп, колхозға орлоҡ белешергә тип, Асҡарға китеп бара икән. Яҙғы бысраҡта Ҡырҡты менән Әюкә араһындағы тумарлы, батҡаҡлы Ҡара йылғаны сыҡҡанда аты һөрөнөп китеп, ағайым тумар араһындағы һыуға йөҙ түбән барып төшкән. Шунда ныҡ биртенгән. Кешеләр күреп, күтәреп алғансы ул һыу эсендә ятҡан. Асҡар больницаһында врач ҡараған да ауылға ҡайтарырға ҡушҡан. Уны ауылдаштары, колхозсылар оҙон күкрәк арбаға һалып алып ҡайтҡандар. Иртәгеһенә ағайым мәрхүм булып ҡалған. Мин, ҡайтырға тип, редакциянан да, партшколанан да һорап ҡараным. Ләкин улар мине ҡайтарманылар. Үлеүенә лә ике аҙна самаһы булып киткәйне. Ағайымдан өс бала: Нажия, шулай уҡ бәләкәй генә Фатима, сабый ғына Нәғим етем тороп ҡалдылар…

… Көҙ көнө, редакцияла эшләп йөрөгәндә, шул уҡ Кодаяров менән Кузахметова күҙемдән ниндәйҙер ауырыу таптылар. Бер йыл самаһы көн һайын үҙҙәренә үк йөрөп дауаланып, ул ауырыуҙан ҡотолдом.

Редакция работниктары сәләмәтлеген партия Өлкә Комитетының врачтар комиссияһы йыл һайын тикшереп, ҡарап ала торғайны.

 

                             (Әбйәлил йәштәре, 1930 йыл)

Шул комиссия 1930 йылда үпкәмдән ауырыу табып, ике йыл рәттән йәй көнө Аксеновола (Чехов исемендәге санаторийҙа) бик яҡшы ҡымыҙ эсерҙеләр. Үпкәм төҙәлде лә китте.

1931 йыл аҙағында йөрәгем хөртәйҙе. Йөрөп булмай. Йөрәк һәр ваҡыт ысҡынып төшөп киткәндәй булып тора, үҙе ҡысытып ойой. Башым аңҡы-тинке килеп, аяҡ быуындарым тирелеп, лып итеп ултырам да ҡуям. Шул уҡ Обком комиссияһы мине больницаға һалырға тәҡдим итте. Өфөлә физиотерапия больницаһында 1932 йыл башында миокардит ауырыуы менән ай ярым ятҡас, арыуланып сыҡтым. Анда мине профессор Ворошилов менән йәш невропотолог Абдрахманов (хәҙер профессор) дауаланы. Баязит Баянов, Сәләм Ғәлимов, Баязит Бикбай кеүек бик яҡын иптәштәрем йыш ҡына барып, хәлемде белешеп йөрөнөләр.

Ошо ауырығанымда шул уҡ врачтар ашҡаҙанымдың кислотаһы бик түбән булыуын белеп, резина эсәк менән ғүмеремдә беренсе тапҡыр ашҡаҙан һутын алдылар (1923). Бер ыңғайҙа ашҡаҙанымды ла дауанылар. Шулай ҙа был ауырыу һаман шаша барып, ахилликеский гастрит, катар желудка, хроническое воспаление желудочного пузыря һ. б. тип йөрөтөлдө. Төн йоҡоһо бирмәй ауыртҡан саҡтары күп булды. Иртәнге сәйҙән һуң, эшкә китер алдынан 15-20 минут ашҡаҙаныма грелка ҡуйып алам да эшкә йүгерә торғайным. 35 йыл самаһы этләне был ауырыу. “Голубчик” тип Е.Ф. Соболев, «туғанҡай» тип Ғ. Н. Тереғолов (профессор) дауалай торғас, был сир ҙә еңелде. Ашҡаҙаным хәҙер нормаға килде. Хатта һөт тә, йомортҡа ла ашай алам. Ә бер заман мин быларҙың тәмен дә онотҡайным.

1933–34-се йылдарҙа Ишимбайҙа эшләгәндә псориаз тигән нәмә тән тиреһенең күп өлөшөн, ә һуңыраҡ бөтә тәнемде тиерлек ҡаплап алды.

Был теңкәгә тейә торған ауырыу 4 йыл Сочи-Мацестаға барып, өҙлөкһөҙ Өфөлә дауаланһам да 40 йылдан ашыуыраҡ инде интектерә. Бөтмәҫкә төндө. Ярай әле йоғошло түгел.

 

                                             (1933 йыл)

1935 йыл мартында (Мөхәмәтҡолой МТС-ында политотделда эшләгән саҡта) «Боровое» курортында ҡаҙаҡ ҡымыҙын эсеп, ҡыҙара бүртеп, ундағы саф, ҡарағайлы тау-урман һауаһында саңғы, күлдәрендә коньки шыуып ял иттем. Шунан аҙаҡ үпкәм дә, йөрәгем дә рәтләнеп ҡуйғайны.

1935 йылдың йәйендә мин, Нәзирә, улыбыҙ (иң тәүге балабыҙ), өсәүләп ауылға ҡайтып ял иттек. Буҙыҡайҙағы Мөслимә апайҙарҙа аҙна-ун көн ҡунаҡ булдыҡ. Апайымдың бер ниндәй ҙә ауырыуы юҡ. Тап-таҙа ине. Ә көҙ көнө баланан үлгән дә ҡуйған. Шулай итеп, 13 кешелек ғаиләнән Мөъминә менән икәү генә тороп ҡалдыҡ. Мөъминә ғүмере буйы ревматизымдан һыҙланып йәшәне. Шығырҙаҡ арба оҙаҡ йөрөй, тигәндәй, уның менән беҙ иң ныҡтары булып сыҡтыҡ. Шулай ҙа Мөъми-нә минән алдараҡ, 1976 йылдың апрелендә ҡапыл ғына донъя ҡуйҙы, 9 баланан мин бер үҙем тороп ҡалдым. (Аңлатма өсөн: Мөъминәнең бала-лары–Нәбирә Мөхтәруллина, Зөһөрә Галина, Мөнирә Суфьянова, улдары–Васил, Нәжип Хисматовтар.Ҡырҙас ауылында тыуып үҫәләр).

                   (Мөъминә ҡыҙы Зөһөрә менән, октябрь, 1966 йыл)

 

  1957 йылда А.Г. Якина менән З.И. Воронцова (профессор) күҙемдә һуҡырайыуға алып бара торған глаукома ауырыуы таптылар. Ул – башты әмәлһеҙ ауырттыра торған яман ауырыу булып сыҡты. Уны көн һайын өҙмәй дауалау арҡаһында ғына шаштырмай тотоп киләм. Йөрәк, тире сирҙәрен, ревматизм, радикулит, полиартрит, подагра ауырыуҙарын, бронхитты дауалау өсөн мин 1939, 1948 йылдарҙа Йоматауҙа, 1949, 1950, 1962, 1963 йылдарҙа Сочи – Мацестала булдым. Дүрт йыл Нәзирә менән бергә барҙыҡ. Быуын ауырыуҙарына был санаторийҙарҙың бер ни тиклем файҙаһы тейһә лә, бүтән сирҙәремә Кавказда файҙанан бигерәк зарары күберәк булды. Белгән булһам, йөрөмәҫ инем. Сочиға 1950 йыл барғанда ваннанан һуң һыуыҡ тейҙереп, ике ҡолағымдың да эсен шештереп (двухсторонее воспаление среднего уха), юғары температура менән санаторийҙа ауырып яттым. Ярай әле бик һәйбәт профессор дауалап, ауырыуымды ары ебәрмәне. Хәҙер ҙә ике ҡолағымды ла мамыҡ менән тыҡмайынса, дауаламайынса йөрөй алмайым.

                         ( Өфө , сентябрь, 1954 йыл )



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.