|
|||
Алтынсы бүлек.. Етенсе бүлек. ⇐ ПредыдущаяСтр 6 из 6 Алтынсы бүлек. Ҡатын-ҡыҙҙар ураҡ ура, көлтә бәйләй. Араларында Вәрәҡә күренмәй. Малай йүгереп инә. Малай. Вәрәҡә әбей! Вәрәҡә әбей, Айҙыл һуғышҡа китә! 1-се ҡатын. Ай, әттәгенәһе, бригадир Оҙонғор буйында бит әле! 2-се ҡатын. Йүгертәйек йәштәрҙең берәйһен! Малай. Вәрәҡә әбей, Айҙыл һуғышҡа китә-ә! Бирге үрҙә Айҙыл күренә. Көләкәс кенә, асыҡ йөҙлө егет. Айҙыл. Әсә-әй, мин фронтҡа китәм! Әсәйем ҡайҙа? 1-се ҡатын. Айҙыл, нисек инде “фронтҡа”? 2-се ҡатын. Һинең йәшең етмәгән дә һуң! Айҙыл. Өҫтәп яҙҙырҙым. Бөгөн үк юлға сығырға ҡуштылар. Әсәйем ҡайҙа? 1-се ҡатын. Оҙонғор буйында, хәҙер килеп етер. Ирҙәр тауышы:Айҙыл, әйҙә, йәһәтерәк, тотҡарлама! Айҙыл. Миңә ваҡыт. 2-се ҡатын. Әсәйеңде күрмәй ҙә китәһеңме ни? Айҙыл. Мин башҡаларҙы көттөрә алмайым... Ирҙәр тауышы:Шәберәк, Айҙыл! 1-се ҡатын. Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, Айҙыл! 2-се ҡатын.Минекеләрҙе күрһәң, сәләм күндер! Айҙыл (йүгереп киткән ыңғайы). Әсәйем көтһөн мине! Мин әйләнеп ҡайтырмын! Ул күҙҙән юғалыу менән Вәрәҡә йүгереп сыға. Йүгереүҙән тыны ҡыҫылған. 1-се ҡатын. Саҡ ҡына өлгөрмәй ҡалдың, Вәрәҡә. 2-се ҡатын.Ана, күҙҙән дә юғалдылар. Вәрәҡә. Айҙыл! (йүгереп үргә менә, кире төшә, алғы планға сыға) Балам! Балаҡайым! Ниңә ут эсенә минән фатиха ла алмайынса киттең? Юлыңа аҙыҡ та һалманым бит! Кире әйлән, балам! Кире әйлән... (теҙләнеп, үкһеп илай). Йә, раббым, баламды ҡотҡар, һаҡла балаҡайғынамды... (кескәй бала илаған тауыш көсәйгәндән-көсәйә) Ут һүнә. Етенсе бүлек. Өй эсе. Бишектә бала ярһып илай. Битенә һөлгө ҡаплап илаған Вәрәҡә урындыҡтан тороп, һауыт-һабаны шалтырата, мейескә ут өҫтәй, эскәмйәгә үләндәр киптерергә һала. Дәриғә йүгереп килеп инә. Өҫ-башын сисеп бәреп, сабыйын ҡулына ала. Дәриғә.Ҡәйнәм, нишләп уны илатып һалып ҡуйҙығыҙ? Ярһып бөткән бит. Сеү-сеү, бәпәйем. Вәрәҡә. Ҡороп ҡалһын көсөгөң дә, үҙең дә! Дәриғә.Ҡәйнәм, ауыҙығыҙҙан ел алһын! Ни булды? Вәрәҡә. Битһеҙ! Ирле көйө йәш егет менән уйнаш иткәнһең! Бына, осрашырға һөйләшеп килешкән яҙыуығыҙҙы Шәмси килтереп китте (ҡағыҙ остоғон Дәриғәнең йөҙөнә бәрә) Мәсхәрәгә ҡалдырҙың, ҡара йөҙ! Әйтәм дә, Шәмси, бала Аймандыҡы түгел, агрономдыҡы, тип донъя тултырған! Дәриғә. Ҡәйнәм, зинһар, тыңлағыҙ мине! Сәйҙел менән минең арала бер ни ҙә юҡ. Беҙ имтихандарға әҙерләнер өсөн генә осрашып йөрөнөк. Вәрәҡә.Шым!Ауыҙ асырға ла хаҡың юҡ һинең был өйҙә, ҡара йөҙ. Дәриғә. (илап) Ҡәйнәм, зинһар, ҡысҡырмағыҙ, баламды ҡурҡытаһығыҙ. Хәҙер мин тиҙ генә имеҙеп алам да, шишмәгә һыуға йүгерәм. Аймандың ҡайтыуына шишмә һыуынан сәй әҙерләрмен. Вәрәҡә. Айманды телгә алаһы булма, шаҡшы! Һепертке булып һөйрәлеп йөрөгәнһең бит һин, әҙәмдән оят... Дәриғә. Ҡәйнәм, улай түгел! Кәмһетмәгеҙ мине! Ярай, һеҙ мине күрә алмайһығыҙ ҙа, ти. Мин һеҙгә сит бауыр. Ләкин ниңә һеҙ Айманды яратмайһығыҙ? Уны йәлләр инегеҙ. Ул бит һеҙҙең берҙән-бер улығыҙ! Вәрәҡә. (аҡыра) Берҙән-бер түгел! Минең Айҙылым да бар! Ни беләһең һин яратыу тураһында? Ни беләһең?! (юлындағы үләндәр ятҡан эскәмйәне күтәреп иҙәнгә бәреп, атылып сыға) Фанер сумаҙан тотҡан Сәйҙел килеп инә. Сәйҙел. Ишегегеҙ шар асыҡ, Дәриғә. Вәрәҡә апай мине күрмәй ҙә янымдан үтеп китте. Ни булды? (эскәмйәне күтәреп ҡуя) Нишләп йыуатмайһың бәпесте? Дәриғә. Ниңә килдең һин бында? Сәйҙел. Мин үҙемә шул һорауҙы көн дә бирәм: “Ниңә килдем мин бында?” Дәриғә. Сеү-сеү, тыныслан, бәпәйем. Кит бынан, Сәйҙел. Сәйҙел. Китәм. Китергә килдем мин, Дәриғә. Хушлашырға. Икенсе ергә эшкә күсереүҙәрен һорап, ғариза яҙғайным, үтенесемде ҡәнәғәтләндерҙеләр. Һинең менән һаубуллашмайынса китә алманым. Ҡулдарың ҡалтырай, үҙең дә ярһығанһың. Ҡайҙа, бир миңә бәпесте (баланы ҡулына ала. Йылмая). Ғүмеремдә тәүге тапҡыр бәпәй тотам, Дәриғә. Хатта, ҡурҡыта бер әҙере. Еп-еңел! Ҡауырһындай ғына! Дәриғә.Донъям түңкәрелеп бара, Сәйҙел... (өйҙө йыйыштыра) Миңә артыҡ бер ни ҙә кәрәкмәй – Айманымдың миңә бер һөйөп ҡарауы етер ине. Ҡарурманда йәшәйем... Сәйҙел. Ҡарурман уҡ түгел инде. Дәриғә. Һин аңламайһың. Һөйөү булмаған тормош - минең ҡарурманым (үләндәрҙе йыя). Элек иремдең исемен әйткән һайын телем осонда ҡуҙғалаҡ тәме ине. Әскелтем, әммә танһыҡ... Сәйҙел. Ә хәҙер? Дәриғә. Әрем. Мин үҙем дә ҡуҙғалаҡтан әремгә әйләнеп барам. Сәйҙел. Ә ниңә ҡуҙғалаҡ? Дәриғә. Әсәйем оҙаҡ балаға уҙа алмаған. Шунан уға утар мәрйәләре бер ай буйына иртән ҡуҙғалаҡ ашарға кәңәш иткән. Һәм мин тыуғанмын. Әсәйем мине гел дә, ҡуҙғалағым, тип һөйҙө. Һәр танһыҡ, тәмле нәмә минең өсөн ҡуҙғалаҡ тәме менән. Сәйҙел. Улың йоҡланы. Дәриғә. Бишеккә һалайыҡ. Айман килеп инә. Йоҙроғо йомарлана. Айман. (теш араһынан) Бир баланы. (Сабыйҙы тартып тигәндәй ала. Бала иларға тотона) Дәриғә. Айман! Ҡайҙа, бир Айҙарҙы, бишеккә һалайым. Айман. Арҡанды ал. Дәриғә. Арҡан нимәгә һиңә, Айман? Айман. Ал! Сәйҙел. Ярай, хушығыҙ. Миңә китергә ваҡыт. Айман. Туҡта! Һин бер ҡайҙа ла китмәйһең! Дәриғә. Айман, тыныслан, ул бөтөнләйгә китә, хушлашырға ғына ингән! Айман. (Дәриғәнең ҡулынан арҡанды алып, Сәйҙелдең аяҡ аҫтына ырғыта) Элмәк эшлә. Дәриғә. Ниндәй элмәк, Айман? Айман? Айман. Әйткәнде үтә! Юғиһә... (баланы ҡайнаған ҡаҙан өҫтөнә күтәрә) Дәриғә. (Уның ҡулына барып аҫылына) Айман, аҡылыңа кил! Айман. Мин көтәм. Дәриғә. Сәйҙел, зинһар, үтә әйткәнен. Ул шаярта ғына бит. Айман, һин беҙҙе ҡурҡытырға ғына итәһең, шулай бит? Юрый ғына бит?! Зинһар, баланы бир миңә... Сәйҙел элмәк яһай. Айман. Бишекте ал да, арҡанды шуның сөйөнә эл. Дәриғә. Айман, ҡәҙерлем, шаярттың, етер инде. Бир миңә улыбыҙҙы. Ҡурҡытмайыҡ уны. Айман. Эскәмйәгә баҫып, элмәкте муйыныңа кей. Сәйҙел. Айман ағай, етер уҫал шаярырға. Мин хушлашырға ғына индем. Миңә китергә ваҡыт. Айман. Муйыныңа эл, юғиһә... Дәриғә (йөгөнләп Айманды аяғынан ҡосаҡлай) Ғәфү ит, һинең алда ғәйептәрем булһа, кисер, Айман! Үтенәм, балаҡайымды бешерә күрмә! (Сәйҙелгә ташлана) Сәйҙел, үтә уның әйткәнен, ул шаярта ғына бит. Беҙҙе ҡурҡытыр өсөн генә шулайта. Сәйҙел. (илай) Айман ағай, ни ғәйебем бар һеҙҙең алда? Ебәрегеҙ мине. Айман. Мин көтәм. Дәриғә. Сәйҙел! Үтә әйткәнен! Ул шаярта! (үҙе элмәкте кейҙерешә) Дәриғә. Айман, күрҙеңме, ул элмәкте кейҙе. Инде бир миңә Айҙарҙы. Айман. Мен янына. Дәриғә. Ни? Айман. Янына менеп баҫ! Дәриғә. Аҡылдан яҙҙыңмы әллә, Айман? Ни эшләүең был һинең? Айман. (аҡыра) Мен янына! Дәриғә. Тыныслан, Айман, хәҙер, хәҙер. Айман. Кей элмәкте. (Сәйҙел ашығып элмәкте муйынынан ысҡындыра башлай.) Бер элмәкте кейегеҙ! Сәйҙел. Айман ағай, мин китәйем, зинһар, ебәрегеҙ мине. Дәриғә.Сәйҙел, ҡурҡма, ул шаярта ғына. Хәҙер элмәкте кейһәк, ул беҙҙе ебәрәсәк. Шулай бит, Айман?(элмәккә башын тыҡҡан саҡта Сәйҙел элмәкте муйынына ысҡындырып, тәкмәсләп барып төшә һәм ҡаса) Сәйҙел. Ҡәбәхәттәр, күрә алмайым һеҙҙең барығыҙҙы ла, күрә алмайым! (Ишекте шартлатып япҡан мәлдә эскәмйәнең аяғы һына, Дәриғә сәбәләнеп һауала аҫылына. Шаҡ ҡатҡан Айман бер мәлгә юғалып ҡала, шунан баланы урындыҡҡа һалып, бер ҡулы менән уны күтәрергә маташа ). Айман (бар көсөнә аҡыра).Дәриғә-ә! Әсәй! Ярҙамға килегеҙ! Бала ярһып илай. Шәмсиямал килеп инә. Шәмсиямал.Балам тағы илай ҙа илай! Ҡайһы ғына ерең ауырта икән?! Хәҙер һине дауаханаға алып барһам, унда “һә” тигәнсе дауаларҙар. (Аҫылынған Дәриғәне күреп, башына тотоноп, ауыҙын баҫа. Тегеләй-былай һуғылып, сығып китер саҡта күҙе балаға төшә. Баланы алып ҡаса). Ишектә Вәрәҡә менән бәрелешә яҙалар. Вәрәҡә арҡанды ысҡындырыша. Айман Дәриғәнең башын ҡосаҡлап, тубыҡлана.Вәрәҡә көҙгө ярсығын килтерә лә, теҙләнеп, тынын тикшерә. Вәрәҡә. Ай, балам, нишләнең һин? Айман.Нишләнек... Үлтерҙек. Һин ғәйепле, әсәй. Һин. Һинең ыңғайыңа йөрөнөм. Ниңә һин Дәриғәне күрә алманың, арабыҙға индең? Ниңә, әсәй? Вәрәҡә. Көнләшеүҙән. Һиңә шундай иҫе китеп, һөйөп ҡарағанын күреп, һине минән һыуындырыр, тип уйланым. Айман. Нисек мин һинән һыуынайым, ти?! Һин бит минең әсәйем. Вәрәҡә. Һине үҙенә эҫендерер ҙә, үҙәккә алып китер, тип ҡурҡтым. Яңғыҙым ҡалырға ҡурҡтым. Айҙылды көттөм. Айман. Һин мине һис ҡасан шулай зарығып көтмәнең. Һәр ваҡыт Айҙылды яҡыныраҡ күрҙең. Вәрәҡә. Улай тимә. Ҡайһы бармағымды тешләһәм дә, бер тигеҙ ауырта. Айман. Ә шулай ҙа һин уны нығыраҡ яраттың. Мине түгел. Вәрәҡә. Кисер, Айман. Һин дә минең балам. Тик тыуғандан атаңа оҡшап, ҡырыҫ булдың. Айман. Наҙыңа мохтаж инем бит мин дә! Наҙға мохтажлығымды Дәриғәм генә тойған ине. Бәүелсәктә бәүелеп өлгөрмәне (арҡандан бәүелсәк элә). Вәрәҡә. Мохтаж булғанһыңдыр... (ауыр ҡуҙғалып тора) Үлгән артынан үлеп булмай... Кәнсәләргә хәбәр итергә кәрәк. Кәфен әҙерләргә (һандыҡтан тауар ала), ләхет таҡтаһын... (тәҙрәгә ел туҡылдата) Вәрәҡә. Кемдер туҡылдаттымы шул? Айман. Ел... Вәрәҡә. Әллә Айҙылмы, тигәйнем. Айман. Әсәй, ул бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ! Ғүмерҙә лә әйтмәм, тигәйнем, ә хәҙер әйтәм – ул һәләк булды, әсәй! Вәрәҡә. ? Айман. Яуҙа яраланып, санитар вагонда нисәнсе ҡат үлеп терелгәс, миңә ҡалаҡлап һыу эсергән ҡаҙаҡ ағайы, беҙҙең халыҡҡа тартымһың, ҡайһы заттан, атың кем, тип һораны. Үҙемде атағас, бында иҫһеҙ бер танкист егет: “әсәй”, “Айман”, тип һаташа, һинең кеүек истәк, буғай, тигәс, тәнтерәкләп янына барҙым. Танкыла янып, күмергә әйләнгән, ыҙаланып, һыҙланып ҡына йән бирә алмай ятҡан егет Айҙыл ине, әсәй. Вәрәҡә. Алдайһың! Юҡты һөйләмә! Тере Айҙыл! Ишетәһеңме, иҫән ул! Айман. Битенә күҙ йәшем төшкәндә ул йән бирҙе. Вәрәҡә. Юҡ-юҡ... (ҡысҡыра) Ю-юҡ! Ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш! Айман. Әйтмәм, тигәйнем... Бала күтәргән Шәмсиямал инә. Шәмсиямал. Балаҡай илай ҙа илай. Бишеккә һалып бәүетергә ине. Бишек элегеҙсе... Бишек йырын йырлай. Шәмсиямал.Әлли-бәлли, бәү итә, Улым йоҡоға китә. Атаһы киткән арғы осҡа, Инәһе киткән бирге осҡа - Уларҙы ҡайҙан табайым? Әллә-бәлли бәү-бәү... Тал бишеккә һалайым, Кәзә туны ябайым, Әлли-бәлли, бәү итә, Улым йоҡоға китә... Сеүегеҙ... бәпес йоҡлай... сабыйҙың йоҡоһон фәрештәләр һаҡлай... ана, яныбыҙға фәрештәләр йыйыла ла башланы... сеүегеҙ.... Аҡ кейемдәрҙә егеттәр һәм ҡыҙҙар сығып, өйрөлә.... Әлли-бәлли, бәү итә, Улым йоҡоға китә. Атаһы киткән арғы осҡа, Инәһе киткән бирге осҡа - Уларҙы ҡайҙан табайым? Шаршау.
|
|||
|