Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Бишенсе бүлек.



Бишенсе бүлек.

Үрҙә Сәйҙел тегеләй-былай йөрөй. Көйәнтә аҫҡан Дәриғә уның янына күтәрелә. Тирә-яғына алан-йолан ҡараш ташлай. Сәйҙел уға ҡаршы барып, биҙрәләрен ала.

Сәйҙел. Килмәҫһең, тип уйлап, ҡайтырға йыйынып бөткәйнем инде.

Дәриғә. Эйе шул, нисек килмәйем, ти.

Сәйҙел. Дәфтәрең ҡайҙа?

Дәриғә. Хәҙер! Артыңа борол! Әйлән-әйлән, ҡарама! (итәген күтәреп, ойоҡбашҡа ҡыҫтырылған дәфтәрҙе ала. Ойоҡбашынан тағы ниҙер эҙләй) Сәйҙел, һин мине әрләрһеңме икән? Мин тағы ҡәләмде төшөрөп ҡалдырғанмын.

Сәйҙел. Ярай, үҙемдекен бирәм, тик, ҡара уны, юғалтма. Миндә Әндрәй ҡаҙнаһы юҡ. Бөгөн арифметика. Өйгә эште эшләнеңме?

Дәриғә. Эйе, бына, ошонда яҙылған.

Сәйҙел. Тә-әк... Ун биш быҙауҙың береһе үлгән, ҡалған - ун дүрт. Ул ун дүрттең һигеҙе орғасы, ҡалғаны...

Дәриғә. Сәйҙел?

Сәйҙел. Нимә?

Дәриғә. Мин техникумға инә алырмынмы икән?

Сәйҙел. Ентекле әҙерләнһәң, инә алаһың. 

Дәриғә. Ә уҡырға хәлемдән килерме?

Сәйҙел. Тырышһаң - булдырырһың.

Дәриғә. Һәм мин дә һинең кеүек агроном булырмынмы?

Сәйҙел. Булырһың. Яҡшыраҡ та булырһың әле.

Дәриғә. Һин шулай тип уйлайһыңмы?

Сәйҙел. Мин быға ышанам.

Дәриғә. Сәйҙел, ә минекеләр уҡыуыма ҡаршы. Хәҙер йөрө инде ошолай ҡасып-боҫоп имтихандарға әҙерләнеп... Ярҙамың өсөн рәхмәт һиңә!

Сәйҙел. Рәхмәтеңде аҙаҡ әйтерһең, тәүҙә уҡырға ин.

Дәриғә. Киләһе йыл инәм мин, ҡыш буйы әҙерләнәм дә. Уҡып ҡайтҡас, ошо үрҙең итәгендә баҡса үҫтерәсәкмен. Алмағастар үҫтерәсәкмен!

Сәйҙел. Ә игенде кем үҫтерер?

Дәриғә. Һин! (көлә)

Сәйҙел. Юҡ инде, мин үҙ яғыма ҡайтам. Беҙҙә, беләһеңме, ниндәй иркенлек?! Иген йәйрәп үҫә! Уға һис бер ашлама ла кәрәкмәй. Ә көндәр һәм төндәр беҙҙә нисек йылы, их-х!

Дәриғә. Ә беҙҙә һыуыҡмы?

Сәйҙел. Һалҡын, бр-р... Ҡырыҫ яҡта йәшәйһегеҙ. Был яҡта алмағастар үҫеренә шикләнәм мин. Яҙын гөрләп сәскә атҡан мәлдәрендә ҡырау һуғыр ҙа торор. Һәр ергә тик үҙ ағасы, үҙ сәскәһе, үҙ үләне генә ерегә бит ул.

Дәриғә. О-о, мин уларҙы хәтәр итеп ҡараясаҡмын, һәр ағасым мотлаҡ емеш бирәсәк, күр ҙә тор.

Сәйҙел. Хыялыңда булһа ла уларҙы үҫтер, әлбиттә, Дәриғә. Юғары уй-хыялдар менән янмайынса, уларға ынтылмайынса, үрҙәргә артылыу мөмкин түгел.

Дәриғә. Сәйҙел...

Сәйҙел. Ни?

Дәриғә. Бер нәмәкәй әйтәйемме?

Сәйҙел. Әйт.

Дәриғә. Ҡысҡырып әйтергә тартынам.

Сәйҙел. Шыбырлап әйт.

Дәриғә. (ҡолағына эйелеп шыбырлай) Мин буйға ҡалғанмын.

Сәйҙел (һикереп тора) Ысынмы?

Дәриғә (оялып ҡына) Эйе.

Сәйҙел(уның ҡулын ҡыҫа) Ҡотлайым, Дәриғә! Бар йөрәктән һеҙҙе ҡотлайым, дуҫҡай! Айман ағай бәхеттең етенсе ҡатындалыр был яңылыҡтан.

Дәриғә. (күңелһеҙләнә) Ә мин уға әйтмәнем.

Сәйҙел. Дәриғә, ул беренсе белергә тейеш ине был шатлыҡлы хәбәрҙе.

Дәриғә. Ҡурҡам мин уға әйтергә.

Сәйҙел. Иҫәркәй. Ул бит һинең ирең.

Дәриғә. Ул мине яратмай, шикелле.  

Сәйҙел. Айман ағай – ошонда тыуып-үҫкән, ошо ерҙең балаһы, шуға ҡырыҫыраҡтыр. Әммә балағыҙ булыуына ул бик ныҡ ҡыуанасаҡ, күр ҙә тор.

Дәриғә. Әллә инде. Әйтәм, тип, бер-ике тапҡыр уҡталдым, ләкин ул һуңғы ваҡытта гел миңә асыуланғандай йөрөй. Һөйләшмәй, һүҙ ҡушһам, өндәшмәй, гел артын ҡуя. Шундай ыҙалайым мин. Уның янында уны юҡһынып, һағынып интегәм.

Сәйҙел. Шулай уны яратаһыңмы?

Дәриғә. Ошонда мин уны беренсе тапҡыр күрҙем. Япраҡ бәйләп, үтә һуңға ҡалғайным. Ҡая ситендә торған яңғыҙ һынды шәйләп, тәүҙә шомланып, ҡасырға уйланым, шунан кире боролдом. Янына менеп, һеҙгә әллә ярҙам кәрәкме, тип өндәштем. Тауышыма боролоп, күҙҙәремә тултырып ҡарағайны, ҡойолдом да төштөм. Ул миңә өнһөҙ ҡарап торҙо-торҙо ла, мине үҙенә тартып, маңлайымдан үпте... Сәйҙел, ул – минең йондоҙло күгем...

Сәйҙел. (үҙ алдына) Ә һин – минең йондоҙло күгем...

Дәриғә. Ни тинең?

Сәйҙел. Бер ни ҙә. Арифметика дәресе тамам. Ҡайт өйөңә, Дәриғә. Һөйөндөр иреңде. Янып барам (биҙрәне күтәреп эсә).

Дәриғә. Уй, эсеп бөтөрмә! Тамсыһын да сайпылтмай ғына алып ҡайтып бара инем. Сәйҙел, һин миңә өйгә эш бирмәй тор, быҙауҙарҙың эсе китә, ошо көндәрҙә ҡәйнәм менән дарыу үләндәрен йыйырбыҙ, тим. Бушағасыраҡ шөғөлләнербеҙ, йәме.

Сәйҙел. Йәме.

Дәриғә. Анауынан Шәмсиямал апай үтеп бара. Тағы беҙгә юлланған, ахыры... Ҡурҡам мин унан.

Сәйҙел. Хоҙай бәндәһе бит ул, ҡурҡма.

Дәриғә. Күҙҙәрен алартып, әллә нимәләр һөйләй башлаһа, яман ҡурҡыныс. Сәйҙел, күрше утар мәрйәләре, Хоҙай бәндәгә ул күтәрерҙәй генә һынауҙарҙы бирә, ти. Ә бит кемдер үҙенең башына төшкән һынауҙы күтәрә алмай, Шәмсиямал апай ише аҡылдан да яҙып ҡуя.

Сәйҙел. Йә һынаһың, йә сынығаһың инде.

Дәриғә. Үтә сынығып, йөрәк ҡоросҡа әйләнһәсе? Ҡәйнәмдеке ише?

Сәйҙел. Ундай мәлдә яныңда ҡоросто иретерҙәй кешеләрең дә булһын шул.

Дәриғә. Һәр кем уныға эшкинмәйҙер, Сәйҙел, йөрәк тик берәүгә генә ҡорос ҡабырсағынан асылалыр. Һау бул! Артымса уҡ ҡуҙғалма (көйәнтәһен аҫып, ашығып төшөп китә)

Сәйҙел. Ярай. Һау бул! (ҡайын олонона йоҙроҡлап һуға.) Ҡайҙан килдем бында?! Йәндәй күргән кешеңдең башҡа берәүҙең йәре булыуҙан да әрнеүерәк ни бар? Үҙ яғыма ҡайтырға ине тиҙерәк, ҡасырға бынан! Ҡасырға...



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.