Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





сөнсө бүлек.



Өсөнсө бүлек.

Өй эсе. Стенала арҡан эленеп тора.

Дәриғә көйәнтәләп өйгә һыу индерә. Йүгереп өҫтәл әҙерләй башлай: күмәсте өлөшләп һындыра, сөгөндән тәгәскә картуф бушата. Аяҡ аҫтында уралған бесәйҙе алып, түшенә ҡосоп һөйә. Вәрәҡәнең ингәнен күрмәй ҡала. Күргәс, тертләп, бесәйҙе тиҙ генә иҙәнгә төшөрә.

Вәрәҡә. Инде бесәйҙе генә бала урынына ҡосаҡлап һөймәгәнең ҡалғайны... Йүнле бисә күптән балаға уҙыр ине, был бесәй менән уйнауҙан бушамай (ижау менән биҙрәнән һыу эсеп ҡарай ҙа, йөҙөн боҙа.) Тағы бирге шишмәнән һыу алғанһың бит! (биҙрәләрҙе елтерәтеп алып сығып, һыуҙы болдорҙан һирпә.)

Дәриғә (иламһырап). Ҡәйнәм! Биргеһенән түгел, арғы ҡойонан барып алдым! Ысын әйтәм!

Вәрәҡә (уҫал). Миңә әкиәт һөйләмә. Нимә мин арғы менән бирге шишмәләрҙең һыуын айырмайым, тиһеңме? Ялҡауың килмәһен, эсергә һыуҙы арғы шишмәнән алып ҡайт, тип, күпме тылҡырға  мөмкин? Был тиклем дә ҡаты ҡолаҡ булмаҫһың.

Ишек асылып ябылған тауыш ишетелә.

Вәрәҡә. Нимә, күҙеңде упайтып, ҡаттың? Бар, иреңде ҡаршыла.

Дәриғә үрелеп, урҙанан таҫтамал ала.

Вәрәҡә. (уны кире ҡулынан тартып ала) Был һөлгөгә теймә, тинем!

Дәриғә икенсе таҫтамалды алғансы, Шәмсиямал килеп инә.

Шәмсиямал. Бик ваҡытлы килеп индем, буғай. Һаумыһығыҙ.

Дәриғә. Һаумыһығыҙ, Шәмсиямал апай. Хуш килдегеҙ! Түрҙән уҙығыҙ! Маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ, хәҙер сәй эсербеҙ.

Вәрәҡә. (ҡырыҫ) Һаубыҙ. Ни кәрәк? Ни, тип килдең?

Шәмсиямал. Ҡунаҡты шулай ҡаршылайҙармы ни? (урындыҡҡа йәйелеп ултыра.)

Вәрәҡә. Тәңре хаҡына һорайым, бар, ҡайт, Шәмсиямал.

Шәмсиямал. Көтөп тор, Вәрәҡә түтәй, ашыҡма мине ҡыуырға. Бәлки, минең һиңә әйтер һүҙем барҙыр.

Вәрәҡә. Әйтә торған һүҙеңде күптән әйтеп бөттөң.

Шәмсиямал. Ә, бәлки, бөтәһен дә түгелдер... (Дәриғәгә күҙ ташлай. Дәриғә үҙе лә аңғармаҫтан усы менән ҡорһағын ҡаплай, ҡәйнәһенә шөбһәле ҡараш ташлай) Киленең шәп һинең. Өлгөр. Эштә лә өлгөрә, өйҙә лә, тигәндәй. Нисә йыл торалар әле ул Айман менән? Дүрт йылмы? Һаман балалары юҡмы?

Вәрәҡә.Уныһында һинең эшең булмаһын. Ҡыҫылма. Бар-бар, ҡайт!

Шәмсиямал. (енләнеп килеп тора) Ҡыума мине! Эшең булмаһын, тиһеңме?! Булһын! Хаҡым бар тормошоғоҙға ҡыҫылырға! Сөнки һин  дә минең тормошома ҡыҫылып, мине тыпа яңғыҙ иттең! Һин минең баланы үлтерҙең! Ҡыҫылма, имеш... (кинәт тынысланып Дәриғәгә) Вәзирем менән һөйөшөп кенә ҡауышҡайныҡ, һуғыш сығып, башҡынаһын ашаны... Бәпесебеҙҙең тыуғанын да белмәй гүргә инде бит ул... Эй, илаһым, исмаһам, үҙе иҫән ҡайтҡан булһасы... Шулай зарлап йөрөр инемме ни мин?!..

Вәрәҡә. Шәмсиямал, тыныслан! Зинһар, Тәңре хаҡына һорайым, бар, ҡайт.

Айман килеп керә. Дәриғә ире ҡаршыһына йүгерә. Ултырғысҡа тас алып ултырта, мейес өҫтөндәге ҡаҙандан ижау менән һыу алып, уның ҡулына ҡоя. Ҡулы менән ярҙам итергә теләгәнендә, Айман уның ҡулын этәреп ебәрә.

Айман (теш араһынан). Үҙем!

Ул ҡаш аҫтынан һөҙөп Шәмсиямалға ҡарай. Шәмсиямал туҙған сәсен һыйпаштырып, башын текә сөйөп, ҡул һырты менән күҙ йәшен һөртә.

Шәмсиямал. Ярай, хушығыҙ! (Вәрәҡәгә) Беҙҙең иҫәп-хисап бөтмәгән әле! (Дәриғәгә) Сәйгә саҡырыуың өсөн рәхмәт, Дәриғә. Һәйбәт һин, тик... итәгеңде йыйып йөрө! Ха-ха-ха!  

Айман. (Әсәһенә). Һаман юлды онотмаймы?

Вәрәҡә. Онотмаҫ инде ул. Шулай йөрөр...

Айман. Һин, ысынлап, бер ни ҙә эшләй алманыңмы?

Вәрәҡә. (ҡыҙып) Инде һин минең яраға тоҙ һалмаҡсыһыңмы?! Өс кенә ат ҡалғайны. Өсөһө лә арыҡ, шыр тире лә, һөйәк. Хисаплы ғына бесәнде тештәренә тейер-теймәҫ кенә ашатҡас ни... Етмәһә, буран ҡоторҙо. Аттарҙың береһе лә үргә менә алмаҫ ине. Ә миңә уларҙы яҙғы сәсеүгә һаҡларға кәрәк ине. Бер-бер хәл булды ниһә, бының өсөн мине баштан һыйпарҙар ине, тиһеңме? Улымды район үҙәгенә алып барһам, уны һауыҡтырырҙар ине, ти. Ләкин йәшәй торған бала түгел ине, үтә сибек тыуғайны. Барыбер алып барып еткермәҫ ине. (Дәриғәгә) Бар, ни эшләп ултыраһың, хәбәр тыңлап, шишмә һыуын алып кил.

Сәйен дә эсеп бөтөрмәй, Дәриғә көйәнтә-биҙрәләрҙе алып, йүгереп сығып китә.

Вәрәҡә.Килендең күҙе-башы уйнап, сығып китергә алаҡанлап ҡына тора.

Айман. Үҙең сығарып ебәрҙең дә һуң.

Вәрәҡә. Ошо хаҡта аулаҡлап һөйләшер өсөн.

Айман. ..?

Вәрәҡә. Килен шымтанлап Ҡыҙҙар тауы яғына йыш йүгерекләй. Ана, Шәмси ҙә киленеңде йәш егет менән Ҡыҙҙар тауында күрҙем, ти.

Айман. Ниндәй йәш егет?

Вәрәҡә. Сәйҙелдер, башҡа кем булһын... Тыйыр инең бисәңде әҙерәк.

Айман тәгәсен этәреп ебәрә лә, өҫтәл артынан тороп, сығып китә.

Вәрәҡә. Береһенә бер һүҙ әйтерлек түгел. Һеркәләре һыу күтәрмәй. Биҙа инде.

Шәп-шәп өҫтәлде йыйыштыра. Стеналағы фото янына үтеп барышлай, туҡтап, фотоһүрәтте ҡулына ала, еңе менән саңды һөртә.

Вәрәҡә. Балам минең. Күҙ нурым... Ҡолоҡас ҡынам... Ҡайҙарҙа ғына аҙашып йөрөйһөң икән, бәләкәсем минең? Әллә ҡайтыр юлдарҙы таба алмай интегәһеңме, Айҙылҡайым? Урау-урау юлдар менән булһа ла ҡайт, тәҙрә төбөндәге шәмде һүндермәй көтәм һине, улым. Хәбәрһеҙ юғалған, тинеләр. Нисек инде һин хәбәрһеҙ юғалаһаң, улым, улыҡайым? Хәбәрһеҙ юғала торған затмы ни ул һин? Ел тәҙрә сиртһә лә, балам ҡайтҡан икән, тип һикереп килеп торам. Һайыҫҡан шыҡырлаһа, һинең ҡайтыуыңа һөйөнсө һорай, тип юрайым да, һөйөнәм... Ас йөрөмәйһеңме унда һин, Айҙылым? Кипкән ҡоротто яратаһың бит ул һин. Айман фронтҡа киткәндә бер муҡса ҡорот киптереп һалдым. Һин яратҡанса – ваҡ-ваҡ ҡына итеп. Ҡустыңды эҙләп тап, күстәнәсемде тапшыр, тинем. Тик һине осратмай ҡайтты. Һин дә ҡайт, балам! Мин бынан бер ҡайҙа ла күсенмәйем, улым, ҡайтыуыңды зарығып көтәм. (Һөлгөнө ҡулына ала) Һин яратҡан һөлгөнө бер кемгә лә тотондормай һаҡлайым. Ҡайтырһың бит? Ба-ла-ҡа-йым, ҡа-айт, һағындым үлеп , ба-лам, ҡа-айт, ҡайт, зинһар! (таҫтамалды йөҙөнә ҡаплап, үкһеп илай.Сығып китә)



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.