Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Бәүелсәк. Пролог. Беренсе бүлек.



 

Баныу Ҡаһарманова.

ayli_73@mail.ru

Бәүелсәк

Драма.

Ҡатнашалар:

Вәрәҡә – 50 йәш.

Айман – 29 йәш, Вәрәҡәнең улы.

Дәриғә – 22 йәш, Аймандың ҡатыны, төҫ-башы ябай ғына.

Шәмсиямал – 29 йәш, һылыу тол ҡатын, аҡылдан яҙғанға оҡшаған.

Сәйҙел – 21 йәш, агроном.

Айҙыл - 17 йәш, Вәрәҡәнең һуғышта үлгән улы.

Малай – 7-8 йәшлек.

1-се ҡатын – 50-55 йәштәрҙә.

2-се ҡатын – 45-50 йәштәрҙә.

Бер төркөм ураҡ урған ҡатын-ҡыҙҙар.

Ташландыҡ ауылда бер генә йорт ҡалған – Вәрәҡә унда улы һәм килене менән йәшәй. Ваҡиғалар 1952-53 йылдарҙа бара.

Пролог

Шаршау ябыҡ. Бәүелсәктә бәүелгән ҡатын-ҡыҙҙың көлгән тауышы яңғырай.

Дөбөр-шатыр килеп төшкән тауыш. Ҡыҙ ауыртына: “Ай-й!!!”

Ирҙәр тауышы: Әйттем мин һиңә, бала-сағаланма, тип!

Ҡатын тауышы: Ирешмә миңә!

Ирҙәр тауышы: Ирешмәйем бит. Әйтәм генә...

Ҡатын тауышы: Ә һин әйтмә лә! Ой-ой, ҡалай ауырта!

Ирҙәр тауышы: Ҡайҙа ҡарайым.

Ҡатын тауышы: Мә, ҡара... өф итеп өр, һыйпа... ипләп кенә... Нишләйһең ул... ҡуй... көтөп тор... аһ...

Беренсе бүлек.

Ташландыҡ ауыл ситендә кәртәһе емерелгән зыярат. Бала илаған тауыш яңғырай. Ҡулына арҡан тотҡан Шәмсиямал йүгереп сыға. Алаҡанлап тауыш сығанағын эҙләп, тегеләй-былай йүгерекләй. Бер кемде лә тапмай, ҡаушап юғалып, туҡтап ҡала. Башынан яулығын һыпырып ала. Тауыш алыҫлаша, ул тауыш артынан сығып китә. Һайғауҙар һөйрәтеп Айман күренә. Ул елле кәүҙәле ир, ауыр баҫып атлай. Бер еңе буш, уны ҡайышына ҡыҫтырған. Шунда уҡ ат ялынан үрелгән бауҙар ҙа ҡыҫтырылған. Ул зыярат кәртәһен рәтләргә – һайғауҙы бау менән бәйләргә маташа. Яңынан Шәмсиямал йүгереп килеп инә. Ҡулындағы арҡаны ергә шыуып төшә.

Шәмсиямал. Әле генә ошонда тауыш сыҡҡандай булғайны... Айман?!. Һин ишеттеңме?

Айман. Нимәне?

Шәмсиямал. Бала илаған тауышты...

Айман. Юҡ.

Шәмсиямал. Тимәк, ҡолағыма ғына ишетелгәндер.

Айман. Шулайҙыр.

Шәмсиямал. (һағайып тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалып бер аҙ торғас) Ағастар ғына шаулай... (яулығын башына бәйләй, йөҙөнә битарафлыҡ күләгәһе ята) Ни эшләйһең?

Айман. Күрмәйһеңме ни?

Шәмсиямал. Интеккәнеңде күрәм.

Айман өндәшмәй, эше менән булыша.

Шәмсиямал. Ҡайҙа, ярҙам итәйем.

Айман. Юҡ, кәрәкмәй.

Шәмсиямал һайғауына барып тотона.

Айман. Кәрәкмәй, тинем бит.

Шәмсиямал. Һөйләнмә.

Бала илаған тауыш.

Шәмсиямал ҡулындағы һайғауын төшөрөп ебәрә.

Шәмсиямал. Ишеттеңме?Бала илай.

Айман. (эшен туҡтатып, тыңлап тора – ҡоштар һайраған, һайыҫҡан шыҡырлағандан башҡа тауыштар ишетелмәй). Аҡылыңдан яҙма, Шәмси.

Шәмсиямал айҡалып-сайҡала. Башын тотоп, сүкәйеп ултыра.

Шәмсиямал. Башым ҡайнай, ҡолаҡтарым шаулай.

Айман һуңғы һайғауҙы беркетеп, ситкәрәк китеп эшенә ҡарай.

Артып ҡалған һайғауҙарҙы һөйрәтеп сыға башлай.

Шәмси тороп, аяҡ аҫтында ятҡан арҡанды күтәрә.

Айман.Был бит минең арҡан. Ҡайҙан алдың?

Шәмсиямал.Ә һиңә барыбер түгелме?

Айман.Иртән генә элгән бәүелсәкте ысҡындырып алдыңмы?! Иҫәр! Нишләп тейҙең?! Бир.

Шәмсиямал.Бирмәһәм?.. Һы, бәүелсәк эшләгән берәү. Йәш кәләште бәүелсәк менән әүрәтә, имеш.

Айман. Унда һинең эшең булмаһын.

Шәмсиямал.Бәүелсәк эшләгәнсе, бишек яһар инең.

Айман.Бишек?!

Шәмсиямал.Бишек урынына тишек (арҡанды Айманға ҡарай ырғыта ла, хахылдап көлә-көлә үргә артыла).

Айман арҡанды йыйып ала.

Айман.Диуана Шәмси... Кәләш күреп тә өлгөрмәне инде бәүелсәкте.

Китеп бара. Һайыҫҡандар шыҡырлай.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.