Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Икенсе бүлек.



Икенсе бүлек.

Үргә Вәрәҡә килеп ултыра, иңендәге тоҡсайын һалып, офоҡҡа төбәлә. Эргәһенә Шәмсиямал күтәрелгәс, тертләй.

Вәрәҡә.Ә-ә... һин икәнһең (тоҡсайын үҙенә яҡыныраҡ тарта).

Шәмсиямал.Ҡайҙа булып бөткәнһегеҙ, тиһәм... (Тоҡсайға үрелеп, үлән һабағын тартып сығара) Йөрәк яныуынан юҡмы шунда берәй үләнең?

Вәрәҡә һис ни өндәшмәй, юҡ, тип башын ғына һелкә.

Шәмсиямал.Һин бында. Айман зыяратта. Киленең Ҡыҙҙар тауында. Йәш егет менән.

Вәрәҡә.Ни һөйләйең?! Ғәйбәт таратма.

Вәрәҡә тороп китә башлай, Шәмсиямал уның артынан эйәрә.

Шәмсиямал.Булғанды һөйләйем.

Вәрәҡә.Эйәрмә арттан. Бар ҡайт. Йөрөмә бында күҙ көйөгө булып.

Улар эйәртенешеп күҙҙән юғала.

Дәриғә килеп сыға. Яулығы һыпырылып төшкән, сәсе бер аҙ туҙған, ҡулына сыбыҡ тотҡан.

Дәриғә. Һәү-һәү-һәү! Уй ғынам, ҡайҙарҙа ғына йөрөй икән был биғәләш?! Һәү-һәү-һәү! Әллә ҡайҙа олаға ла ҡуя, ҡоромағыр! Ваҡытында ҡайтһа, исеме юғалырмы икән? Йомаҡай, һәү-һәү!

Ағастар артынан килеп сыҡҡан Сәйҙел, Дәриғәне абайлағас, ҡабаттан ағас артынан йәшеренә.

Дәриғә.Йомаҡай, һәү-һәү!

Сәйҙел. Му-у!

Дәриғә (тауыш килгән яҡҡа йүнәлә). Йомаҡай, һәү-һәү, әйҙә, ҡайтырға ваҡыт.

Сәйҙел(бармаҡтарын мөгөҙ ише башына ҡуйып, һикерәнләп килеп сыға). Му-у, хәҙер ҡайтам-му-у!

Дәриғә. Сәйҙел, атаҡайым, кит! Нимә кеше ҡурҡытып йөрөйһөң?

Сәйҙел. Арғы баҫыуҙарҙы ҡарап ҡайтайым, тигәйнем, бына һин осраның. Әйҙә, минең менән, бәлки һәүкәшең шул яҡтарҙа аҙашып йөрөйҙөр.

Дәриғә. Аҙаштырырһың уны, аҙаштырмай ни. Ҡуйсәле, эйәртенешеп йөрөгәнде күрһәләр, әллә нимә уйларҙар.

Сәйҙел. Кем был ваҡытта йөрөһөн? Кем күрер, тиһең?! Бында һеҙҙән башҡа этем дә юҡ. Нишләп үҙәккә күсмәйһегеҙ, япа-яңғыҙ ташландыҡ ауылда йәшәп ятаһығыҙ. Эшкә лә йөрөүе яҡыныраҡ булыр ине.

Дәриғә. Күптән ҡасыр инем, тик ҡәйнәмдең күскеһе килмәй.

Сәйҙел.Ыңғайлатырлыҡ түгелме?

Дәриғә. Ҡайҙан... Уны, үҙең беләһең, күптәр өгөтләп ҡараны, әммә яйлата алманылар. Юҡҡа ғына Тиҫкәре ҡушаматын таҡмағандар. Уй, һинең менән сафсата һатып торғанымды күрһә, тереләй йотор. Бәлки, ул да артымса малҡайҙы эҙләргә сыҡҡандыр. Йомаҡайҙы анау уйһыулыҡҡа төшөп ҡарайым әле... (китә башлай.)

Сәйҙел. Дәриғә!

Дәриғә. Ни?

Сәйҙел. Биргән һүҙеңде онотманыңмы?

Дәриғә. Юҡ, Сәйҙел.

Сәйҙел. Тимәк, көҙгө уңышты йыйып алғас?

Дәриғә. Эйе, шул мәлдәрәк.

Сәйҙел. Һин аныҡ ҡына әйт.

Дәриғә. Һин дә ҡыҙыҡ ҡына кеше инде, Сәйҙел. Нисек итеп мин һиңә аныҡ ҡына мәлен әйтәйем? (көлөп китеп бара.)

Сәйҙел. Көлөүҙәре... Хас та шишмә сылтырауы (өшәнеп ҡалтырана.) Томан төшә, буғай. Их, бер-ике аҙна ямғыр яумай торһа ярар ине. Дәриғәнең артынан барһам, аңдып, һағалап йөрөй тиерме икән? (сыға.)



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.