![]()
|
|||||||
Лейтенат Туимов иҫтәлегенә. 1940. (Өҙөк) ⇐ ПредыдущаяСтр 4 из 4 Лейтенат Туимов иҫтәлегенә. 1940. (Өҙөк) Фронтовиктар ҡайтты. Ул юҡ ине. Аңлашылды һүҙһеҙ был хәбәр. Бәхет хаҡы күп ғүмерҙәр тора, Ҡәҙерле ул ирек шул ҡәҙәр. Ир һәм ата үлеме ауыр, дуҫтар, Бер семьяға ауыр булмаһын, - Батырҙарса үлгән лейтеннаттың Беҙ күтәреп алдыҡ улдарын. Матәм маршы киҫте йөрәктәрҙе, Бөтә баштар түбән эйелде. Миңә уттар тәмәке лә түгел, Бар күҙҙәрҙә балҡып күренде.
Ул юҡ бөгөн, ләкин ошо юҡлыҡ Тик көсәйтте уның барлығын. Тойҙом: нисек ул үлемгә һыймай, Ҡәберҙәрҙең уға тарлығын.
1941 йылда үҙе теләп фронтҡа китә.1941 -1942 йылдарҙа Черкасск хәрби пехота училищеһын татамлағандан һуң, стрелковый рота командиры булараҡ, Карелия һәм Көньяҡ -Көнбайыш фронттарында ҡатнаша. ике тапҡыр яралана. 1943 йыл - дивизия газетаһының редактор урынбаҫары., артабан III Украина фронты ҡаршаһында татар телендә сыға торған "Совет сугышчысы" тигән газетаға хәбәрсе -ойоштороусы итеп алына.1946 йылда демобилизациялана. Хикәйә, очерктары баҫыла, "Тальян гармун" музыкаль комедия яҙған һәм башҡа пьесалары баҫыған. 7. Асанбаев Нәжиб (Асанбаев Николай Васильевич) 1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районы Ахман ауылында тыуған. 2021 йылда уның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Ауылда башланғыс мәктәптә уҡый, артабан Мостафа, Балыҡлы мәктәптәрендә уҡыуын дауа итә, Өфө финанс - экономик техникумын тамамлай, Башҡорт Дәүләт педагогия институтына уҡырға керә, тамамлай алмай, Йәрмәкәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1940 йылда Совет Армияһы сафына алына, Рязандаге артиллерия училищеһында уҡый. 1942 - 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры булараҡ ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, "Батырлыҡ өсөн" һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.1949 йылға тиклем хеҙмәт итә. Нәжиб Асанбаев драма әҫәрҙәре менән китап уҡыусылар араһында киң билдәле яҙыусы.
1954 - 1981 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите журналисы була, бер үк ваҡытта 1956 - 1958 йылдарҙа һәм 1960 - 1981 йылдарҙа бүлек мөдире вазифаһын үтәй. Әҙәбиәткә 60 -сы йылдарҙа килә. «Оҫта малай» исемле тәүге китабы 1960 йылда нәшер ителә. Файыҡ Мөхәмәтйәнов 11 шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары авторы.
|
|||||||
|