Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Төхфәт Морат (Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы)



  1.Төхфәт Морат (Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы)

1906 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Йылайыр районы Ишембәт ауылында тыуған. Быйыл уның 115 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. Ауылында башланғыс белем ала, Темәстә ФЗУ -ла, унан Ырымбур педагогия техникумындда уҡый. 1927 йылда Өфөгә күсә, Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм "Сәсән" журналы редакцияһында эшләй. Артабан Хайбулла районы мәғәриф бүлеге инспекторы, унан Аҡъяр урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.Армияға 1942 йылдың 2 апрелендә алына, май айында фронтҡа ебәрелә. Уҡсы полкта элемтәсе - телефонист, элемтә отделениеһы командиры вазифаһында һәр ваҡытта алғы һыҙыҡта була.Ҡаты яралана. Артабан 16 -сы Литва уҡсы дивизияһы составында һуғыша: орудие командиры вавзифаһында балтика буйы республикаларын азат итеүҙә ҡатнаша. 1944 йылдың 24 декабрендә алғы ут һыҙығында батырҙарса һәләк була. Шиғыр жанрында әүҙем эшләй. 1960 йылда сыҡҡан"Йыр сафта ҡала" йыйынтығына Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып ҡалған шағирҙарға арналған шиғырҙары индерелгән.

Шиғырҙары.

 Әсә һүҙе.

Улым!

Әсәң күҙҙәренә ҡарап,

Ҡайғыра тип һис тә уйлама!..

Мин посыңа һине

Шатлыҡ менән,

Ҙур ғорурлыҡ менән оҙатам.

Ғәфү ит һин, балам, был шатлығым

Йәш бөртөгө булып тамғанға.

Мин шатланам - бына илем өсөн

Батыр һаҡсы үҫтерә алғанға.

Поста торһаң, унда үҙемде лә

Бергә торған кеүек һиҙәм мин.

Сөнки, улым, һине бергә типкән

Ҡуш йөрәгем итеп тоям мин.

Улым! Әсәң ҙур ышаныс менән

Ил һаҡларға һине ебәрә.

Һин тейешһең уның теләктәрен

Һис бер тайпылмайста үтәргә.

Туҡиа дошманыңды аямайса,

Бул дошманға ҡаты бәғерле.

Ул килтермәһен һинең әсәйеңә

Ҡамсы, бығау, үлем, ҡәберҙе.

Танкта булһаң - уны тапатып уҙ,

Самолеттан утҡа ҡойондор.

Ҡайҙа ғына һине ҡуйһалар ҙа,

Ышанысын аҡла илеңдең.

Аҡла, улым, әсәң ышанысын,

Ышанысын оло атаңдың.

Батыр, һаҡла

һәр ус тупрағын,

һулыш -һауа,

һыуын Ватандың (1941)

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.