Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ватан өсөн



Ватан өсөн

Ватан! Ошо бер һүҙ ҡаныбыҙға

Әсә һөтө менән һеңешкән,

Ғәҙәтләндек әйтеп ВАтан һүҙен

Әсә һүҙе менән йәнәштән.

Йотом һауаһы ла был Ватандың,

Бер ус тупрағы ла был ерҙең,

Туҙаны ла, әсе әреме лә -

Беҙҙең өсөн бик - бик ҡәҙерле.

-Ватан өсөн! - тибеҙ, ғәйрәтләнеп,

Тиңһеҙ атакаға барғанда.

-Ватан өсөн! - тип ҡабатлай комбат,

Орудиелар ут асҡанда.

-Ватан өсөн! - Ауыр снарядтар

Дошман окоптарын ҡуптара.

-Ватан өсөн" -

Танктар, "Катюшалар",

Самолеттар алға уҡтала.

- Ватан өсөн! -

Ошо һүҙҙәр яңғырай,

Канонадаларға ҡушылып.

Яңғырай ул беҙгә ҡеүәт биреп,

Ә дошманға - үлем, үс булып. (1944)

2.Ғүмәров Фәйзи Муллағәле улы 1926 йылдың 3 мартында Стәрлебаш районы Иҫке Хәлекәй ауылында тыуған. Быйыл яҙыусының 95 йыллыҡ юбилейын билдәләнек.   Йәшлеге дауыллы- яулы йылдарға тура килә. Ун һигеҙ йәше тулыр - тулмаҫтан һалдат кейеме кейә, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Япон империалистарына ҡаршы һуғышта ҡатнаша.     Һуғыштан һуң Стәрлебаштың район газетаһы хеҙмәткәре, артабан "Һәнәк" журналында, "Ҡыҙыл таң" газетаһында хәбәрсе булып эшләй, Радиация шауҡымы күптәрҙең башына еткән - Силәбе - 40 зонаһында хеҙмәтен дауам итә, ләкин дауалап булғыһыҙ сир менән ауырып, ваҡытынан алда был донъянан китеп барҙы.Ул шиғырҙар яҙыу өлкәһендә эшләй."Алһыу сәскәләр" тип аталған беренсе йыйынтығы балалар өсөн 1965 йылда сыҡты, бер - берартлы башҡа китаптары ла донъя күрҙе. "Һуңғы осрашыу" (2007) китабына юмористик һәм сатирик шиғырҙары инде.

 

3.Хайретдинов Мөжәһит Хәйретдин улы (Хәйретдин Мөжәй) 1901 йылдың 16 мартында Башҡортостандың Туймазы районы Төрөкмән ауылында тыуған. Быйыл яҙыусының 120 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. 1919 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм бөтә ғүмере буйына унда ҡала. 1938 йылда Хасан күле районында япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәренән алып полк командиры подполковник М. Х. Хайретдинов - алғы һыҙыҡта. 1941 йылдың 14 декабрендә "Немец халҡына командир һәм шағир Х. Мөжәйҙән асыҡ хат" декларатив шиғырын яҙа."Мылтыҡлылар" (1932), "Гүзәл йәшлек" (1938) исмеле китаптары билдәле. 1942 йылда ҡаты яраланып, һушын юғалтҡан килеш, әсирлеккә эләгә һәм фашистарҙың ҡот осҡос концлагеры Дахауға эләгә. Бында ла ул йәшерен ойошма етәкселәренең береһе була. Донос буйынса бөтә етәкселәр ҙә тотола.1944 йылдың 4 сентябрендә фашистар М. Хайретдиновты бик ҡаты язалап үлтерәләр. Уның тормошо һәм ижады хаҡында Самат Шакирҙың "Үлемһеҙлек" (1981) тигән китабы сыҡҡан.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.