Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Шиғыр Ҡаны, йәнең менән түләрһең! (Өҙөк)



Шиғыр "Ҡаны, йәнең менән түләрһең! (Өҙөк)

Аршын ярым сатин,

Мендәр тышы,

Йөн юбкаға күҙең майланды.

Ҡомһоҙ ҡараҡ булып,

Ишек емереп,

Һандыҡ ватып, ауыл әйләндең.

Урамдарҙа уйнап йөрөй торған

Үҫмер балаларҙы аттың һин,

Кәүҙәләрен киҫәктәргә турап,

Ҡарсыҡтарҙы утҡа яҡтың һин.

Минең илем - өлкән,

Ерем - изге,

Халҡым минең - батыр арыҫлан,

Илемә лә, изге еремә лә

Халҡым мөхәббәте йәбешкән.

Аҫһаң да һин,

Атһаң, яндырһаң да,

Маҡтанһаң да утлы көс менән,

Илемде лә, халҡым, еремде лә

Еңер көсөң юғын мин беләм!

4. Ғайнан Әмири (Әмиров Ғайнан Ғимазетдинович) 1911 йылдың 25 авгусында Янауыл районы Яңы Артауыл ауылында тыуған. Быйыл яҙыусының 110 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ. 1938 йылда К. А. Тимерязов исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай. 1942-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышының иң яуаплы фронттарында булған: Мәскәү, Сталинград янындағы, Орел - Курск дуғаһы, Днепрҙы аша кисеп сығыу һуғыштарында ҡатнашҡан. Ошо йылдарҙа тыуған шиғырҙар китабы "Һалдат йөрәге" тип аталған.Ижадының төп темаһы булып Ватан өсөн барған һуғыштарҙа, социализм тантанаһы өсөн тыныс хеҙмәттә тиңһеҙ ҡаһарманлыҡтар күрһәткән замандаштарына дан йырлау, уның фиҙакәрлеген, халыҡ мәнфәғәттәрене бөтәһенән дә өҫкә ҡуйып, изге дөйөм маҡсат хаҡына уның хатта үлемгә барырға ла әҙерлеген әҙәби оҫталыҡ аша һүрәтләү тора.

Шиғырҙар.***

Бөгөн Волгала фашистар

Бала - саға, ҡатын - ҡыҙ

Тейәлгән ҙур пароходты

Бомба ташлап батырҙы.

Ошоно күргән күҙҙәрем

Түҙҙе, сыҡманы сатнап!

Тик йөрәгем әүерелде

Утлы, асыулы ташҡа! (Сталинград, 1942).

***

Түҙемлелек.

Йәшенле ямғырҙан боҫа

Торған инек беҙ элек.

Бөгөн дошман мең - мең бомба

Ташланы беҙгә килеп.

Ҡурҡманыҡ! Әйтерһең дә был

Көндәлек бер эш кенә

Йәки бала саҡтан күргән

Ҡурҡыныслы төш кенә. (Сталинград, 1942).  

 

5. Мөхәмәтйәров Хәй (Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы) 1911 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ (хәҙерге Сосновка) районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Үҙ ауылында башланғыс мәктәпрте тамамлай, Өфөлә Ленин мәктәбендә уҡый. 1037 йылда Башҡорт Дәүләт педагогия институтын тамамлай. 1940 йылдың 7 февралендә РККА - ға алына, тәүҙә дивизия политбүлегендә, унан дивизия газетаһы редакцияһында хеҙмәт итә.Һуғыш башланыуҙың тәүге көндәренән - алғы ут һыҙығында.Смоленск, Калинин йүнәлешендәге ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша һәм 1941 йылдың декабрь айында батырҙарса һәләк була.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.