Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ГҮЗӘЛ ЙЫЛҒАМ  ҠЫҘЫЛЫМ



ГҮЗӘЛ ЙЫЛҒАМ  ҠЫҘЫЛЫМ

                     Сания Мортазина музыкаһы

                     Салауат Сәлмәнов эшкәртеүендә

 

Ҡыңғыраулы ҡолонсаҡтай,

Төнөн дә ул йор,

Шаршыһында, ал мунсаҡтай,

Йылҡылдай йәйғор.

 

Ҡушымта:

Ҡая ҡырҡып, Ҡырҡтытауға

Сәстәй уралған...

Мин бит унан китә алмайым,

Ә ул –Уралдан.

 

Сылтыр-сылтыр тарих һөйләп,

Аға ла аға,

Ярын түгел, кешеләрҙең

Күңелен ҡаға.

 

Ҡушымта:

Сылбыр-сылбыр тулҡындарын

Уй-хискә элә,

Һыу арбаған муйылдары

Бейейҙәр елдә.

 

Ҡушымта:

Еремә йәм, йән индергән,

Эй гүзәл йылға!

Елегемә май һеңдрергән

Ул оҙаҡ йылға!

 

 

Ҡушымта: 

АСҠАР БАҠСАҺЫ

                       Рафиҡ Сәлмәнов музыкаһы

 

Йәшлек таңдарыма бер ҡараһам,

Һағыш тулы йөрәк менән баҡһам,

Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

Йәшел суҡлы яулыҡ болғай баҡсам,

     Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

     Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

     Йәшел суҡлы яулыҡ болғай баҡсам,

     Аҡ ҡайынлы баҡсам.

 

Бейек ҡояшыма көлөп баҡһам,

Ғүмерем ҡаяһына мереп баҫһам,

Йәшел суҡлы яулыҡ болғай баҡсам,

Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

Гөл сигелгән яулыҡ болғай баҡсам,

            Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

                 Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

                 Гөл сигелгән яулыҡ болғай баҡсам,

                 Аҡ ҡайынлы баҡсам.

 

Ҡар-ямғырлы юлдарыма баҫһам,

Күҙ йәшемде саҡ-саҡ тыйып барһам,

Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

Һары ебәк яулыҡ болғай баҡсам,

           Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

           Онотолмаҫ тәүге йәрем кеүек,

           Һары ебәк яулыҡ болғай баҡсам

           Аҡ ҡайынлы баҡсам.

АСҠАР АУЫЛЫНА ЙЫР

                        Айрат Ғайсин музыкаһы

 

Зөбәржәтен теҙеп йәшел йәйҙең,

Ынйыларын йыйып аҡ ҡарҙың,

Иҙәш туғайында йәйрәп ята,

Аҡ баҡсалы гүзәл Асҡарым,

Гөл баҡсалы гүзәл Асҡарым.

 

Алмас-тауым, алмас кеүек балҡып

Һағыштарҙы ала аҡтарып.

Алыҫтарҙан үҙенә саҡырып тора

Аҡ баҡсалы гүзәл Асҡарым,

Гөл баҡсалы гүзәл Асҡарым.

 

Таңатарҙың йәшмә ярҙарында

Йәшнәп үтте йәшлек саҡтарым.

Мәрмәр тәнле ҡайындары менән

Әсир итә гүзәл Асҡарым,

Гөл баҡсалы гүзәл Асҡарым.

 

Аҫылташтар, аҫыл заттар иле,

Бәхет иле –тыуған яҡтарым.

Әбйәлилем –алтын йөҙөк икән

Йөҙөк ҡашы бит ул Асҡарым.

Аҡ баҡсалы гүзәл Асҡарым,

Гөл баҡсалы гүзәл Асҡарым.

                                         



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.