Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ТЫУҒАН ЯҒЫМА



ТЫУҒАН ЯҒЫМА

                     Камил Ниғмәтов музыкаһы

 

                    Салауат Сәлмәнов эшкәртеүендә

 

Ожмахһың тип күкрәк ҡаҡмайым,

Шыҡһыҙһың тип яла яҡмайым –

Күҙ алдымда бары һаҡлайым

Һәр саҡ һине, тыуған яҡҡайым!

 

Ҡыҙылың да көмөш һыу түгел,

Ҡырҡтытауың алтын тау түгел,

Муйылдарың ләкин ҡыу түгел,

Һиндә генә минең һау күңел.

 

Һәр йәмеңә ғашиҡ малайың –

Урманыңды туймай айҡайым:

Кәкүк зарыҡтырып, таң һайын

Көтә мине күпме аҡ ҡайын.

 

Болоноңда сәскә гөл-генә –

Һуштарымды ала гел генә,

Яҡын килһәм, һөйләй сер генә,

Тик гөл телен тыңлай бел генә:

“Бәхетем, - ти, - берҙән-бер генә-

Йәшәргә көс биргән ер генә!”

 

        

ҠЫҘЫЛ МЕНӘН ҠЫРҠТЫ  БУЙҘАРЫ

 

                                                    Рафиҡ Сәлмәнов музыкаһы

 

Ҡайҙа барһам, ҡайҙа йөрөһәм дә,

Бер моң сыңлай йәндә һыҙылып:

Бар һыуҙарҙан тәмле Ҡыҙыл һыуы,

Бар йылғанан йәмле Ҡыҙылым.

 

Ят илдәрҙә күпме йәшәһәм дә,

Ят яҡтарға ятмай күңелем:

Ер шарының барлыҡ тарафынан

Ҡырҡтытауым тора күренеп.

 

Өндәремдә –иҫтә, төнөн төштә

Йәшлек сағым уҙған яҡты ил:

Һағындыра, өҙөлөп һағындыра

Ҡыҙыл буйы, Ҡырҡты, Яҡтыкүл.

  ӘБЙӘЛИЛ

                  Айрат Ғайсин музыкаһы

 

Әбйәлилдә тауҙар офоҡтарҙы

Асманғаса тора таятып,

Ә далалар Себер киңлегенә

Тоташҡандар монар тағатып.

 

Бейеклектәр менән сикһеҙлекте

Ҡауыштырған бында ниндәй көс?!

Тауҙар сәмен, үҙәндәрҙең ғәмен

Табыштырған бында ниндәй хис?!

 

Ул хис, ул көс – беҙҙең йөрәк уты,

Ул хис, ул көс – беҙҙең яҡташтар,

Беҙ булғанға – дала алтын игә,

Хазиналар һибә күк таштар.

 

Әбйәлилдә күлдәр, диңгеҙ кеүек,

Аҡ елкәндәр ҡыуа, сайҡалып.

Урмандарға керһәң, ҡоштар кеүек,

Йырлап ебәрәһең, таң ҡалып.

 

Зәңгәр сафлыҡ менән йәшеллекте

Ҡауыштырған бында ниндәй көс?!

Аҡсарлаҡтар менән былбылдарҙы

Табыштырған бында ниндәй хис?!

Ул хис, ул көс – беҙҙең йөрәк уты,

Ул хис, ул көс – беҙҙең яҡташтар,

Беҙ булғанға – күлдәр көмөш һыулы,

Бал еҫтәре бөркә ағастар.

 

 

Ер йөҙөндә Әбйәлилдә, ахыры,

Ожмахтарға тиңдәш сәхрәләр,

Башҡортостан гөл баҡсаһы икән,

Беҙҙә үҫә иң хуш сәскәләр.

 

Матурлыҡтар менән батырлыҡты

Ҡауыштырған бында ниндәй көс?!

Ҡурай моңо менән йыр-бейеүҙе

Ярыштырған бында ниндәй хис?!

Ул хис, ул көс – беҙҙең йөрәк уты,

Ул хис, ул көс – беҙҙең яҡташтар,

Әбйәлилдә тыуыу оло бәхет,

Беҙҙең яҙмыш бында уҡмашҡан

 

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.