Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





БЙӘЛИЛ БАЛАЛАРЫНЫҢ ЙЫРЫ



ӘБЙӘЛИЛ БАЛАЛАРЫНЫҢ ЙЫРЫ

                       Сания Мортазина музыкаһы

                     Салауат Сәлмәнов эшкәртеүендә

 

Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙарында

Нурҙар сәсеп ята Әбйәлил...

Был ерҙең беҙ көләс балалары,

Был ер – беҙҙең гөрләп үҫкән ил.

 

Был ерҙе беҙ йәнә йәмләр өсөн,

Данлар өсөн тыуҙыҡ – теләк бер.

Атайҙарға ныҡлы таяныс беҙ,

Әсәйҙәргә ныҡлы терәк беҙ.

 

Был ерҙең беҙ лайыҡ вариҫтары,

Ошо ерҙең бәхет-ҡото беҙ...

Баҡса итер өсөн тыуған ерҙе

Олатайҙар рухын оттоҡ беҙ.

 

Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙарында

Йәйрәп-иңләп ята Әбйәлил...

Ошо ерҙең беҙ шат балалары ,

Әбйәлил ул – беҙҙең һөйгән ил.

 

 

 

 

Әсхәл Әхмәтҡужиндың тыуған яҡ,

Асҡар ауылына арналған шиғырҙарына

башҡорт композиторҙарының

йырҙары һәм романистары

тупланмаһы

Асҡар 2021

 

 

 

 

Төҙөнө: үҙәк район китапханаһының библиографы - Абушахманова Д.Ш.

 

МБУК “Үҙәк район китапханаһы”

Әбйәлил МР

Мәғлүмәт-библиография бүлеге

 

 

Тыуған еренә дан йырлаусы

библиографик ҡулланма

 

  

 

 

     

Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге, Бәләбәй ҡалаһының Фәтих Кәрим исемендәге төбәк-ара, Әбйәлил районының әҙәбиәт өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов исемендәге һәм Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличныгы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Әбйәлил районының Почетлы гражданы шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт –Хужаның был  библиографик ҡулланмаһына концерт залдарында, радиола, телевидениела йыш яңғыран романстары, һәм көндәлек тормошта – клуб сәхнәләрендә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ололар ҙа, кеселәр ҙә яратып башҡарған йырҙары һәм романстары тупланды.

 

          



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.