Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





ТЫУҒАН ЕРЕМ. БЙӘЛИЛ ГҮЗӘЛДӘРЕ. ЫҘЫЛ  БУЙЫ  ҠЫҘҘАРЫ



ТЫУҒАН ЕРЕМ

            Хөсәйен Әхмәтов музыкаһы

 

Шоморт күҙле тыуған илем,

Шоңҡарлы ҡаялары.

Ҡаяларға тамға һалған

Тарихтың саялары.

Көңгөрт күҙле аҫыл илем,

Бал еҫле лә урмандарың.

Яҡты тормош яулап алған

Баһадир уландарың.

 

Зәңгәр күҙле гүзәл ерем,

Йырлы йылға-күлдәре.

Ҡуйыныңда мәғдәндәрең,

Ҡосағыңда гөлдәрең.

Нурлы күҙле башҡорт ере,

Киң сәхрә далаларың.

Һиндә тиңһеҙ бәхет төҙөй

Йөҙ милләт балалары.

 

ҠЫҘЫЛЫМ

           Зөһрә Фәйзуллина музыкаһы

          Салауат Сәлмәнов эшкәртеүендә

 

Ҡыңғыраулы ҡолонсаҡтай,

Төнөн дә ул йор.

Шаршыһында, ал мунсаҡтай,

Йылҡылдай йәйғор.

 

Ҡушымта:

Сылтыр-сылтыр тарих һөйләп,

Аға ла аға.

Ярын түгел – кешеләрҙең

Күңелен ҡаға.

 

Сылбыр-сылбыр тулҡындарын

Уй-хискә элә.

Һыу арбаған муйылдары

Бейейҙәр елдә.

 

Ҡушымта:

Еремә йәм, йән индергән

Эй гүзәл йылға!

Елегемә май һеңдергән

Ул оҙаҡ йылға.

 

Ҡая ҡырҡып, Ҡырҡтытауға

Сәстәй уралған...

Мин бит унан китә алмайым,

Ә ул – Уралдан.

                                                             

Ҡушымта:

Сылтыр-сылтыр тарих һөйләп,

Аға ла аға.

Ярын түгел – кешеләрҙең

Күңелен ҡаға.

ӘБЙӘЛИЛ   ГҮЗӘЛДӘРЕ

 

                    Сания Мортазина музыкаһы

                     Салауат Сәлмәнов эшкәртеүендә

 

Көн тип тормай, төн тип тормай,

Сылтыр-сылтыр серен һөйләй

Ҡыҙылдың һыуы.

Сылтыр тауышҡа ҡушылып ,

Йөрәк һағыштарын көйләй

Ҡыҙыл һылыуы.

 

Яҙ тип тормай, көҙ тип тормай,

Йәшнәп-йәшнәп тарих әйтә

Ҡырҡтыла һәр таш.

Сая тарихҡа ҡушылып,

Һөйөү уттарын йәшнәтә

Сибәр ҡараҡаш.

 

Һил тип торма, ел тип тормай,

Саҡма ярҙарға бәрелә

“Өскүл” дә тулҡын...

Әбйәлилдең гүзәлкәйе

Хистәрен арнай йәренә,

Хистәре упҡын.

 

ҠЫҘЫЛ  БУЙЫ  ҠЫҘҘАРЫ

                          Сания Мортазина музыкаһы

                     Салауат Сәлмәнов эшкәртеүендә

 

“Һеҙҙең яҡта ниндәйерәк

Иҫәләр, - тиһәң, - елдәрҘ” –

Елдәр беҙҙә гөл еҫлеләр:

Сөнки бар беҙҙә Гөлдәр.

 

“Һеҙҙең яҡта ниндәй сәскә

Туғайҙарға йәм бирәҘ” –

Тип һораһаң, серҙе сисәм:

Нур-йәм бирә Гөлсирә.

 

Беҙҙең яҡта, Гөлсирәләй,

Гел сибәр ҡыҙҙар булғас, -

Иртә-кисен туғайҙарҙа

Иҫереп һайрай һандуғас.

 

Беҙҙең яҡта, Гөлдәр кеүек,

Сәскәләй ҡыҙҙар барҙа, -

Иҫертерлек, иҫ китәрлек

Елдәр иҫә таңдарҙа.

 

 
 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.