|
|||
хмәтовтар фатиры. Ишеккә шылтыраталар. Пауза. ⇐ ПредыдущаяСтр 5 из 5 12-се сәхнә Әхмәтовтар фатиры. Ишеккә шылтыраталар. Пауза. АТАЙ. СТУДЕНТ. ӘСӘЙ. ЛИТЛСИС. Паспорт артынан килгәндәр! СТУДЕНТ. Мин асам. ӘСӘЙ. Тишектән ҡара тәүҙә... Йоҙаҡ асылған тауыш. Пауза. СТУДЕНТ. Үтегеҙ, рәхим итегеҙ. АДВОКАТ. Хәйерле... хәйерле төн. Мин паспорт артынан. СТУДЕНТ. Эйе, эйе, әлбиттә. Һеҙ яңғыҙмы? АДВОКАТ. Яңғыҙ? Эйе, әлбиттә. Ә нимә? СТУДЕНТ. Йә, ярай, былай ғына. Үтегеҙ. АДВОКАТ. Ҡатыным... Элекке, атаһы, әсәһе бер сәғәт элек осҡандарҙыр инде. Әҙерәк һуңланым. ӘСӘЙ. Сәй эсәйек? АДВОКАТ. Сәй? Әйҙәгеҙ. Һуң түгелме һуң? АТАЙ. Юҡ, үтегеҙ, беҙ сәй эсергә генә йөрөйбөҙ. АДВОКАТ. Ҡуш ҡуллап ризалашам. Көн ауыр булды, ашаныммы-ашаманыммы, иҫемдә лә юҡ... Һеҙҙә – майикмәк икән... ЛИТЛСИС. Улар ҡатыраҡ... Манты һалайыммы? АДВОКАТ. Һалығыҙ, әҙерәк уңайһыҙыраҡ булһа ла. ЛИТЛСИС. Хәҙер йылытам да. АТАЙ. Әллә әҙерәк кенә... СТУДЕНТ. Вискимы? АТАЙ. Эйе. АДВОКАТ. Булаинде. АДВОКАТ. Йәйәү килдем. Күрше генә йәшәйбеҙ икән. Биш минутлыҡ юл. Ихата аша. Пауза. СТУДЕНТ. Тап килгәнен әйт... Паспортты Тастакта тапһам да... ӘСӘЙ. Миңә лә ҡойоғоҙ әле, зинһар. ЛИТЛСИС. Әсәй? ӘСӘЙ. Эйе-эйе, миңә лә. ЛИТЛСИС. Ажекаға ла алып барайыммы? АТАЙ. Юҡ, шулай яҡшыраҡ... Шыйыҡса ҡойған тауыш, быяла сыңы. Эсәләр. АДВОКАТ. Ҡалала тыныс түгел. АТАЙ. Эйе... Мине япҡандар ине, саҡ сығып ҡотолдом. Суд иртәгә икелә! Һәйбәт булды. Күптәрҙеке бөгөн төнөн. Шуға мин шөкөр генә итәм. Әсәйем юғалды, мин ул шунда ултыралыр, тип эҙләп сығып киттем. Ә унда минең әсәйемә оҡшаған икенсе бер олораҡ әбей ултыра... Беҙҙең күрше лә бар... Шаулай башлағайным... СТУДЕНТ. Тегеләргә шул оҡшаманымы. АДВОКАТ. Йүнһеҙҙәр. Һеҙ – афарин! Мин дә түҙмәҫ инем... Пауза. Шыйыҡса ҡойолған тауыш. АТАЙ. Тағы берәрҙе. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. ЛИТЛСИС (адвокатҡа). Һеҙ паспортығыҙҙы юғалтғас ҡатынығыҙ ныҡ көйҙөмө? АДВОКАТ. Мин уны аңлайым да... Хәҙер уға барыһын да үҙенә көйләргә... Ялды күптән планлаштыра инек, аҡса йыйҙыҡ. Уның атаһы менән әсәһе лә шунда... Был минең икенсе ҡатын ине, минән байтаҡ йәш, атаһы ауырыны, әле һауыҡты шикелле, шуға беҙ ҙә иҫән саҡта Европаға сығып йөрөп килергә булғайныҡ... Бына нисек килеп сыҡты... (сәйнәй) Мантығыҙ бигерәк тәмле... Рәхмәт. ӘСӘЙ. Соус һалығыҙ, әсе генә ул. Бына өй ҡаймағы. (Литлсисҡа) Икмәк өҫтә әле. АДВОКАТ. Рәхмәт. Бына быныһы... Һеҙгә рәхмәт йөҙөнән... Алығыҙ инде. Пауза. АТАЙ, ӘСӘЙ, СТУДЕНТ һәм ЛИТЛСИС бер тауыштан кире ҡағалар. АТАЙ. Һеҙ нимә, һеҙ нимә. Бер нәмә лә кәрәкмәй! ЛИТЛСИС. Уйламағыҙ ҙа. Кешенең бәләһе менән ҡулланырға яраймы ни? Битһеҙлек был. ӘСӘЙ. Уйламағыҙ ҙа. АДВОКАТ. Мин бит ысын йөрәктән. Һеҙгә нисек булһа ла рәхмәт әйтер өсөн. Ҡыҙығыҙға берә нәмә кәрәктер бәлки? Нимә алғың килә? ЛИТЛСИС. Алмайым. Һеҙ нимә?! Кәрәкмәй. ӘСӘЙ. Алмаясаҡ. Улар шулай тәрбиәләнгән. Ыҙаламағыҙ ҙа. АДВОКАТ. Нисек инде, етмәһә, мин һеҙҙә ашап та алдым. Уңайһыҙ. Ә һеҙгә адвокат кәрәкмәйме? Эштәремдең туҡһан проценты гел уңышлы сыға. Әйҙәгеҙ, һеҙгә бушлай. Миңә ҡыйынлығы юҡ, ысын. АТАЙ. Һеҙ был делоны алып барып сығара алмаҫһығыҙҙыр ул. Власть вәкилдәрен хурлау осрағы беҙҙә. Хулиганлыҡ та шикелле тағы. АДВОКАТ. Ярай, унан хәтәрерәктәрҙе күргән бар... СТУДЕНТ. Һүгенеү. Бер нисә тапҡыр. АДВОКАТ. Быныһы тағы ла ҡыҙығыраҡ. ЛИТЛСИС. Ә һеҙ Шенгенығыҙға осмаясаҡһығыҙмы? АДВОКАТ. Инде һуң, ахырыһы... ӘСӘЙ. Бөгөн мин бер мөғжизәгә тарыным, һөйләйемме? ЛИТЛСИС. Әсәй, ул шулай тап килгән генә, тип күпме әйтергә була һиңә? Һөйләмә. Башыңды йыуһаң ине. ӘСӘЙ. Күк йөҙө ап-асыҡ ине, бер болотһоҙ. Ҡоштар ҙа юҡ, тотош ҡала буш һымаҡ ине. Һәм – ошо бушлыҡта... ЛИТЛСИС. Әсәй! АДВОКАТ. Һөйләгеҙ, әлбиттә. Мөғжизә – шәп бит ул. Тик башта мин һеҙгә бер генә һорау бирһәм буламы? Бик ҡыҙыҡ. Юл буйы баш ваттым. Пауза. Берәүһең ултырғысы шылған тауыш. Кемдер йүткерә. АТАЙ. Әлбиттә. Һорағыҙ. ЛИТЛСИС. Эйе. Һорағыҙ. СТУДЕНТ. Мин тағы берҙе... (шыйыҡса ҡойған тауыш). АДВОКАТ. Ни өсөн һеҙҙең барығыҙ ҙа шылтыратты миңә? Дүртегеҙ ҙә. Төрлө номерҙарҙан.
Шаршау.
|
|||
|