|
|||
хмәтовтар ғаиләһендәге уйҙар.5-се сәхнә Әхмәтовтар фатиры СТУДЕНТ. Мин бер кинола йөрөп ятам һымаҡ. Ышанмаҫлыҡ хәлдәр! Үҙемде семтемәһәм (семтей). Уй! ЛИТЛСИС. Өйгә рәхим ит! Бында ауыр, әммә бер ҡасан да күңелһеҙ булмай. Был һиңә Америка түгел. СТУДЕНТ. Атай менән әсәйҙең Ажека менән сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡта йәшәүҙәрен белә инем, әммә ул тиклемдер үк, тип уйламай инем... ЛИТЛСИС. Эйе, залдағы диван хәҙер бер майҙанға әүерелде инде. Һәр кис көрәшәләр. СТУДЕНТ. Ысынмы? ЛИТЛСИС. Эйе, реалити-шоу төшөрһәң дә була. Мин ипләп кенә видеоға төшөрәм шунда. Бәлки киләсәктә үҙ каналымды булдырырмын, подписчиктар йыйырмын. Реклама менән аҡса эшләрмен... СТУДЕНТ. Баш ҡатҡыс бында. Ярай, ҡайҙа әле теге паспорт? Эйәһенә ҡайтарып бирәйек. Телефонын таптыңмы? ЛИТЛСИС. Аладаровичтыңмы? Эйе, гуглда... Ә паспортты... Әсәй үҙе менән алды шикелле, ташлар микән... СТУДЕНТ. Уй, ғәләмәт донъя. Уйламаһын да, тип яҙайым әле әсәйгә. Кемдеңдер паспортын ташлау – ул енәйәт... ЛИТЛСИС. Ни өсөн шул тиклем ҡайғыртаһың ул? СТУДЕНТ. Сөнки кеше менән улай ҡыланырға ярамай. ЛИТЛСИС. Ярай инде, беҙҙең бер кемебеҙ ҙә түгел. Йөрөгәне менән бер әҙәм... СТУДЕНТ. Ҡайһылай ваҡсылһың ул, һеңлем! Танырлыҡ түгел. Барыһы ла яҡшымы, әллә берәйһе ҡыйырһытамы үҙеңде? Томшоғона ултыртырмын, юғиһә. ЛИТЛСИС. Рәхмәт, мин үҙем көрәшкә йөрөйөм. СТУДЕНТ. Ҡайҙа? ЛИТЛСИС. Боксҡа. Әхирәттәрем менән яҙылдыҡ. Хәҙерге заманда һаҡлана белергә кәрәк. СТУДЕНТ. Әәә... Ниңә фәҡәт боксҡа барырға булдың? ЛИТЛСИС. Унда йүгереү ҙә бар. Тренер әйтә, тондорорға ла, йәһәтерәк йүгерергә, ти. Ҡысҡырыуҙың фәтүәһе юҡ, ярҙамға берәү ҙә килмәй, төшөрһәләр видеоға төшөрәрҙәр, шуға тиҙерәк, матурыраҡ ҡасырға кәрәк, ти. СТУДЕНТ. Һин нимәгә әҙерләнәһең ул? ЛИТЛСИС. Тормошҡа. СТУДЕНТ. Ниндәй? ЛИТЛСИС. Ҡәҙимге беҙҙең. Атайҙы ултыртһалар, миңә яҡты киләсәктә бынан ҡасып булмаясаҡ. СТУДЕНТ. Улай уҡ түгел. Бөтөнләй улай түгел. Тормош ундай түгел. Теләһә ҡайҙа йөрөмәһәң, кәрәкмәгән ергә ҡыҫылмаһаң... ЛИТЛСИС (бүлеп). Матур кейемәһәң, буянмаһаң, түшең булмаһа... Хәйер, күҙгә күренмәҫлек шәүлә булһаң... СТУДЕНТ. Бушты һөйләйһең. Уның ҡарауы, ниндәй бокс ти ул. Ҡулдарыңды ҡара, һәр хәлдә егеттәрҙеке һымаҡ көс юҡ уларҙа. Һуғышма, хәйләкәрерәк бул. ЛИТЛСИС (тиҙәйткес итеп). Хәйләкәр бул, йомшаҡ бул, наҙлы бул... Ҡаты өндәшмә, яғымлы бул, нәзәкәтле бул, гел йылмай... йылмай... йылмай... СТУДЕНТ. Быныһы нимә булды... ЛИТЛСИС (дауам итә). Күндәм бул, уңайлы бул. Һин бит ҡыҙ кеше. Йылмай. Һығылмалы бул. Тап кил. СТУДЕНТ. Мин улай тип әйтмәнем. ЛИТЛСИС. Һинән башҡа ла әйтеүселәр бар... Һулдан хук күрһәтәйемме? СТУДЕНТ. Ни өсөн һулдан? ЛИТЛСИС. Һөжүм ит. Ҡапыл – һулдан. Һуғыу. Студент ыңғырашып ҡуя. ЛИТЛСИС. Нисек? Әле мин яртылаш ҡына. СТУДЕНТ (теш араһынан). Әттәгенәһе, ни эшләйһең һин? ЛИТЛСИС. Бынан был яғына минең өсөн борсолмаһаң да була. Күрҙең? СТУДЕНТ. Миңә улай оҙаҡҡа китмәҫ кәрәк булған. ЛИТЛСИС. Юҡ, киткәнең һәйбәт. Ә бына ҡайтыуың – башҡа һорау. СТУДЕНТ. Әсәйҙәр беләме? Боксҡа йөрөгәнеңде? ЛИТЛСИС. Юҡ, һин нимә. Улар мин сальсаға йөрөй, тип уйлай. Тренерымды күргең киләме? Матур ғына, текә ул. Әллә таныштырайыммы? СТУДЕНТ. Юҡ, кәрәкмәй, рәхмәт... Минең йөрөгән ҡыҙым бар. ЛИТЛСИС. Американкамы? Аҡ тешле, телевизорҙай арт һынлымы? Бына, ҡара, беҙҙең тренер. СТУДЕНТ. Арты ҡәҙимге ул, ундараҡ түгелсе... Ох, әй... Үәт һин аны! Шәп, тик татуировкалары күберәк. ЛИТЛСИС (ситкә). Уның ни өсөн татуировкаларға тулғанын ағайыма һөйләр инем дә бит, ни эшләптер уңайһыҙ. Кемдеңдер ҡылығы өсөн үҙеңде ашау тойғоһо һымаҡ бер хис. Уларға оят түгел, ә һиңә оят. Шулай, минең дә тренер. Егерме биш йәш. Ун йыл элек – ун биш йәшлек һылыу – беренсе синыфтан уҡ тигәндәй яҡын дуҫтар булған малайға имтиханға бергә әҙерләнергә бара. Атай-әсәйе өйҙә булмай, егет үҙенә бер-нисә дуҫын саҡыра. Артабан ниҙәр булғанын төҫмөрләйһегеҙҙер... Ҡанға батҡан ҡыҙсыҡ саҡ ҡайтып инә өйөнә. Ике ғаилә эште шым ғына бөтөрөргә ҡарар итә. Малайҙар шаярып алған, кем менән булмаҫ был хәл, тип... Ҡыҙҙы алыҫ бер ҡалаға оҙаталар, күҙҙән юғалталар, бер кемгә лә был хәлде хәтерләтеп, кәйеф боҙоп йөрөмәһен өсөн яңғыҙын ебәрәләр... Ҡыҙ уҡый, йәшәй, эшләй, әммә гел генә башын ташҡа бәреп, тиреһен боҙғоһо килә уның. Шул осорҙа башлана боксы. Татуировкалары. Хәҙер ул заман менән бергә атлай. Көслө. Ҡыйыу. Минең дә, төркөмөбөҙҙәге башҡа ҡыҙҙарҙың да уның кеүек булғыбыҙ килә... СТУДЕНТ. Ярай, әсәй телефонын алмай. Интернет та саҡ-саҡ эшләп тора. Мин дә сығайым, Ажеканы табыр кәрәк бит. Паспортты ла тапшырайым. Һин өйҙә бул. ЛИТЛСИС. Биштә – минең тренировка. СТУДЕНТ. Бөгөн бармай торһаң буламы? ЛИТЛСИС. Нилектән? СТУДЕНТ. Минең бахыр илемдә нимәләр барғанын белеп булмай ҙаһа... ЛИТЛСИС. Һин әле өйрәнмәгәнең. Беҙгә ул әллә ни һымаҡ түгел. СТУДЕНТ. Йөрөмә. ЛИТЛСИС. Быныһы инде абьюз. СТУДЕНТ. Ҡайҙан өйрәнәһең ул ундай һүҙҙәрҙе? ЛИТЛСИС. Уҡыйым, уйланам. Мейемде эшләтәм. СТУДЕНТ. Сығып йөрөмә, зинһар... Итәғәтле һораныммы? Ярай, киттем. Теге кешенең телефонын бир әле, кәрәге тейер бәлки. ЛИТЛСИС. Нимәгә ул? Паспорт юҡ та инде. СТУДЕНТ. Тапшырайыҡ. Алыу менән үк шылтыратырмын. ЛИТЛСИС. Ватсапта ебәрермен. Ул мәхлүк һиңә рәхмәт әйтер. СТУДЕНТ. Ҡара әле, бер белмәгән кеше тураһында нисек шулай итеп һөйләй алаһың һин? Ниндәй хәлдә булғанын белмәйһең бит. ЛИТЛСИС. Лузер лузер инде ул. Уның ҡатыны булған булһам, күптән айырылған булыр инем. Кемгә кәрәк ул иҫәр?
6-сы сәхнә Адвокаттың фатиры. ЛӘЙЛӘ (шым ғына). Бына шулай, иҫәргә кейәүгә сығып... Иҫәрҙең иҫәренә... (ҡысҡырып уҡый) “Нурислам исемле кешенең портмонеһы, документтары юғалды... Фәлән дә төгән... Һинең тулы исем-шәрифең... Тиҙ арала ҡайтарып биреүҙәрен үтенәбеҙ. Һөйөнсөһө буласаҡ. Бәлки суммаһын да яҙырғалыр? АДВОКАТ. Уны кемдәр күрәсәк? ЛӘЙЛӘ. Фейсбуктағы минең барлыҡ дуҫтарым. Улар үҙ сәхифәләренә күсерһә, уларҙың дуҫтары ла күсерһә, уларҙың дә дуҫтары күрһә... АДВОКАТ. Нисә дуҫың бар унда һинең? ЛӘЙЛӘ. Дүрт мең туғыҙ йөҙ туҡһан ике. АДВОКАТ. Шулар барыһы ла күрәсәкме? ЛӘЙЛӘ. Мәғәнәһе лә шунда бит. АДВОКАТ. Һинең барлыҡ туғандарыңмы? ЛӘЙЛӘ. Эйе. АДВОКАТ. Беҙҙекеләр ҙәме? ЛӘЙЛӘ. Эйе. Уларҙың да туғандары. Дуҫтары. Һәм ары. Адвокат ауыр һулап ҡуя. АДВОКАТ. Ҡара. Бер ҡыйынлығы ла юҡ. Франкфуртҡа килеп төшөү менән ошо билдәне эҙлә. Аңлашыламы? Башыңды күтәрергә генә кәрәк, юл күрһәткән билдәләр һәр ерҙә ҡуйылған ул. Шулар буйынса барығыҙ. Юл ыңғайы паспорт тикшергә ерҙе үтерһегеҙ. Һин барлыҡ билеттарҙы, отель ҡағыҙҙарын тотоп алдан төш. Барыһын да күрһәтерһең. Атайың менән әсәйең артыңдан барырҙар. Шулай итеп багаж яғына килеп сығырһығыҙ. ЛӘЙЛӘ. Сәхифәгә күсерергә кәрәк! Сәхифәгә... Тәк... Интернет ҡайҙа булған? Вайфай ҡайҙа? АДВОКАТ. Юҡ. Таңдан алып һүндерәләр. ЛӘЙЛӘ. Әйтерһең дә, ахрызаман... АДВОКАТ. Ярай, артабан. Йөгөгөҙҙө алғас “Сығыу” билдәһе буйлап барығыҙ. Йәнем... Ишетәһеңме мине? ЛӘЙЛӘ. Фейсбук эшләмәй... Йән көйөгө. Эйе... Ватсап та туҡтаны... Шул ғына етмәй ине беҙгә... 7-се сәхнә Ватсапта аудиохәбәрҙәр алышыу бара СТУДЕНТ. Ғаилә, прием. Паркты ҡарап сыҡтым, Офицерҙар йортон, Мәңгелек утты ла. Юҡ ул бында. Элек Ветерандар хорында бергә йырлаған әхирәтенә инеп сыҡтым, унда ла юҡ. Хәйер, әхирәте үҙе лә юҡ. Әллә икеһе бергә микән? Телефоным тотороҡһоҙ эшләй. ЛИТЛСИС. Телефоныңа бер нәмә лә булмаған, интернетты ғына мәле-мәле менән һүндерәләр. Шуға. Фейсбукка бөтөнләй инеп булмай. ӘСӘЙ. Мин Иҫке майҙан яғында. Йүгергеләп эҙләйем, әлегә табылманы. АТАЙ. Нимә һөйләгәнегеҙ насар ишетелә. Яҙығыҙ. ӘСӘЙ. Һин ҡайҙа? Яҙып ултырырға ваҡыт юҡ, тауышын асыңҡыра. АТАЙ. Һары-Арка. Күреүселәр юҡ. ЛИТЛСИС. Мин уға шылтыратам, алмай. Ишетмәйҙер ул да, күрәһең. СТУДЕНТ. Йә телефонын тартып алғандарҙыр. ӘСӘЙ. Миңә бында шикләнеп ҡарай башланылар. ЛИТЛСИС. Әсәй, кеше араһына ин. Юғал. ӘСӘЙ. Бында кеше юҡ, полициянан күп нәмә юҡ. Улар араһына нисек инәйем? СТУДЕНТ. Фурманов урамы буйлап төшөп барам. ЛИТЛСИС. Исеме күптән улай түгел дә инде. СТУДЕНТ. Мәғәнәһе аңлашыла бит. Төшөп барам. Әсәй, паспортты ташлама. Мин уны алып барып тапшырасаҡмын. ӘСӘЙ. Бөтөнләй онотҡаным да мин ул ҡәһәр һуҡҡыр паспорт тураһында. Ҡайҙа ул? СТУДЕНТ. Һиндә! ӘСӘЙ. Миндә юҡ ул. ЛИТЛСИС. Өйҙә лә юҡ ул. СТУДЕНТ. Ҡайҙа һуң улай булғас? ӘСӘЙ. Өйҙә, өйҙә. СТУДЕНТ. Әсәй, ташланыңмы, дөрөҫөн әйт. Тот та ташла, нисек инде ул? ӘСӘЙ. Ташламаным мин, һеҙ нимә. Өйҙә ята. Ә һеҙ ошондай сетерекле хәлдә нисек әллә ниндәй бер паспорт тураһында уйлай алаһығыҙ ул. Бында Ажека юғалған! ЛИТЛСИС. Йыуыныу бүлмәһендә дарыуҙар ятҡан ерҙәлер... Йә иһә аш-һыу бүлмәһендә шкафта – макарондар аҫтында... Һулдан өсөнсө ҡыҙғылт-һары ҡапҡаслы банка. Киттем эҙләргә. ӘСӘЙ. Һин ул банканы ҡайҙан беләһең? ЛИТЛСИС. Иҫән ҡалғың килһә, белерһең дә... Ҡайһы берҙә аҡса ныҡ ҡына кәрәк була... Аҙаҡ урынына кире һалам мин. Мин – ғәҙел ҡатын. СТУДЕНТ. Паспорт шундамы? ЛИТЛСИС. Юҡ, күренмәй. Иххх... Һеҙ юҡ саҡта теге әҙәмгә шылтыратып һөйөнсөләйем тигән инем. Миңә айфонға саҡ ҡына тулмай. СТУДЕНТ. Күпме етмәй һиңә? ЛИТЛСИС. Күп. Йөҙ мең. ӘСӘЙ. Талай, тиҙәр. Уйлама ла. Йә Хоҙай, кемде тәрбиәләп үҫтергәнем мин. СТУДЕНТ. Һин ысынлап та шул кешенән аҡса алыр инеңме ул, ә? ЛИТЛСИС. Бирәм тиһә, алыр инем. Алмаҫҡа мин иҫәр түгел. Бирәләр икән, ал. Туҡмайҙар икән, ҡас. Барыһы ла ала. Беҙҙең илдә, һәр хәлдә. СТУДЕНТ. Ул кеше ҡыйын хәлгә тарыған, ә һин... Театр яғындағы бәләкәй паркка табан боролдом. Шунан, ҡайҙа паспорт? Әсәй, ысын һиндә түгелме? ӘСӘЙ. Юҡ, юҡ, әйттем бит. СТУДЕНТ. Литлсис? ЛИТЛСИС. Юҡ, бер ерҙә лә юҡ. СТУДЕНТ. Бер ни аңламайым. Ҡәһәр һуҡҡыр паспорт... Юғала ла юғала... АТАЙ. Миндә паспорт. Пауза. Шау-шыу, ҡысҡырышыуҙар, күмәк кешеләр, машиналар тауышы ишетелә. ЛИТЛСИС. Атай, һин ҡайҙа? Нисек унда? АТАЙ. Һәйкәлгә үтеп барам. Кеше күп, күренмәй. СТУДЕНТ. Ә паспорт нимәгә һуң? Атай? Геүләү көсәйә. АТАЙ. Ант биргән инем. Әсәйемде тапһам, паспортын эйәһенә ҡайтарып бирәм, тип. Хоҙайға рәхмәт итеп. ӘСӘЙ. Һантый. Ә һине әгәр ят паспорт менән тотһалар? Бының хаҡында уйланыңмы һин? АТАЙ. Нимә, дөрөҫөн әйтәсәкмен. ӘСӘЙ. Нимә тип әйтәсәкһең? АТАЙ. Нисек бар, шулай тип. Дөрөҫөн! ӘСӘЙ. Сәйер һүҙ, әйтәгүр. ЛИТЛСИС. Һиңә ышанмаясаҡтар, атай. АТАЙ. Нимә тиһең? ЛИТЛСИС (ҡысҡырып). Ышанмаясаҡтар! Геүләү тағы ла көсәйә. АТАЙ. Бында кеше күп, бер нәмә лә күренмәй ҙә, ишетелмәй ҙә. Барыһы ла ҡайҙалыр китеп бара... Дөрөҫөн әйтәсәкмен. Дөр... Аудиохәбәр ҡапыл өҙөлә. СТУДЕНТ. Атай, ни булды? Атай? Пауза. ЛИТЛСИС. Алло… Һеҙ унда? Һеҙ ҡайҙа ул?.. Бәйләнеш юҡ, әттәгенәһе. Ахырызаман һымаҡ.
8-се сәхнә Адвокаттың фатиры. АДВОКАТ. Бер ҡыйынлығы ла юҡ, машинаның руле һул яҡтан. Беҙҙәге һымаҡ. ЛӘЙЛӘ. Юҡ, булмай. Сит илдә йөрөй алмаясаҡмын мин! АДВОКАТ. Бәлки йөрөтөргә кәрәкмәҫ тә. Әгәр визаны тиҙ алһам, кәрәкмәҫ тә. Ул-был хәл була ҡалһа, тип кенә, өйрән. ЛӘЙЛӘ. Юҡ. Юҡ. Йөрөтә алмайым мин. АДВОКАТ. Йәнем... ЛӘЙЛӘ. Әгәр хәҙер генә интернетты тоҡандырмаһалар, мин шартлайым. АДВОКАТ. Иҫеңдә генә ҡалдыр. ЛӘЙЛӘ. Ни өсөн һин бер нәмә лә эшләмәйһең ул? Бер нәмә лә хәл итмәйһең. АДВОКАТ. Сөнки бөгөн – ял көнө. Нимә эшләмәк кәрәк? ЛӘЙЛӘ. Һаман ышана алмайым әле мин. Алмайым. Нисек планлаштырған инек, шулай. Бергә осабыҙ. Ҡуртымға машина алабыҙ. Һин беҙҙе Франция һәм Италия буйлап йөрөтәһең. Планға ярашлы. Хәҙер күҙҙәремде йомам да, күҙ алдыма килтерә башлайым... АДВОКАТ. Йәнем... ЛӘЙЛӘ. Минең иремдең паспортын тапҡан кешеләр!!! Зинһар, ҡайтарып бирегеҙ! Үҙегеҙ теләгән һөйөнсөгә! Нимә теләйһегеҙ, шуға! Кешелекле булығыҙ! Ҡайтарып бирегеҙ! Үтенеп һорайым! Түләрбеҙ! Күпме теләйһегеҙ, шунсаны! АДВОКАТ. Йәнем... ЛӘЙЛӘ. Ҡайтарып бирәсәктәр бит, эйеме? Табып килтерәсәктәр? Беҙҙең илдә яҡшы кешеләр йәшәй, атайым гел шулай ти. Иң яҡшы халыҡ – беҙҙә! АДВОКАТ. Машина йөрөтөүҙе иҫеңдә ҡалдырҙыңмы? ЛӘЙЛӘ. Ниндәй машина, ти ул!? Аҡылдан яҙҙыңмы ни? Мин сит илдә йөрөтә алмаясаҡмын. АДВОКАТ. Унда ла шул уҡ инде! Халҡы ғына кешелеклерәк һәм ҡағиҙә боҙмайҙар. Алма атала машина йөрөтә алаһың икән, тимәк Европала самолет менән идара итә аласаҡһың, ысын әйтәм! ЛӘЙЛӘ. Юҡ, заказыңды юйҙыр. Таксила йөрөрбөҙ. Ял буйына машина алып бир ҡуртымға. Шоферы ла булһын. АДВОКАТ. Һин мине миллионер, тип уйлайһың шикелле. ЛӘЙЛӘ. Атыу. Шул миллиондарың өсөн генә кейәүгә сыҡтым да инде һиңә. Шундай оятһыҙ, битһеҙ бит мин. Ялға барабыҙ, нимә теләйһең, шуны ал, аҡса бар, тип үҙең әйтеп торҙоң түгелме?! Үҙеңде миллионер һымаҡ тотһаң, аңың да шуға ышана ла, һин ысын миллионер булып китәсәкһең! Ыңғай фекерләү, теге Тони Роббинс, тағы кемдәр бар әле... АДВОКАТ. Ниңә шул тиклем яратмай һөйләйһең? Лекцияларына һин дә йөрөнөңмө ни? ЛӘЙЛӘ. Эйе, йөрөнөм. Әле бына “паспорт бында”, “паспорт беҙҙең эргәлә” тип әйтеп-әйтеп ултырам, ә ул килеп сыҡмай! Ҡайҙа ул һинең ыңғай фекерләүең? Эсеп алып паспорт юғалтҡанда шул ыңғай фекерләүең ҡайҙа булып торҙо икән? АДВОКАТ. Ярай, етәр. ЛӘЙЛӘ. Етәр инде, етәр. Әйҙә. Шоферлы машина. Хаҡына төкөрәйем. Эшләрбеҙ әле тағы аҡса. АДВОКАТ. Йәнем. ЛӘЙЛӘ. Нимә? АДВОКАТ. Беҙҙең аҡсабыҙ улай уҡ күп түгел. ЛӘЙЛӘ. Улай тип әйтмә. Аңың ишетеп ҡалыр ҙа, ышаныр. АДВОКАТ. Кредит алырға тура килде. ЛӘЙЛӘ. Нимә? АДВОКАТ. Ишеттең дә һуң. ЛӘЙЛӘ. Юҡ, ишетеп бөтөрмәнем, күрәһең. Ниндәй кредит? АДВОКАТ. Шул инде. Кәрәк-яраҡҡа. ЛӘЙЛӘ. Ысынмы? Нимәгә ул... АДВОКАТ. Ике апелляция биргәндәр. Клиенттар аҡсаһыҙ ҡалды... Бер аҙға күсереп торорға булдыҡ... Шуға аҡса кәрәк булды. ЛӘЙЛӘ. Шуны әйтеп булмай инеме? АДВОКАТ. Кәйефеңде боҙғом килмәгәйне. ЛӘЙЛӘ. Юҡ, һин мине үлтерәһең... Ғүмер буйы үҙе кредит алған кешеләрҙән көлөп йөрөнө. Туйға, мәжлестәргә, тип. Үҙең көлөп йөрөнөң дә инде... АДВОКАТ. Ярай, тиҙ генә түләп бөтәсәкмен мин уларҙы... ЛӘЙЛӘ. Кредитҡа ялға китеп барам. Ул нимә була инде ул... Мин кем ул? Кредитҡа кейәүгә, кредитҡа ялға... Башыма һыймай... Кем хәленә төшкәнмен мин? АДВОКАТ. Ҙур бәләгә әйләндермә инде. Хәҙер барыһы ла шулай йәшәй. ЛӘЙЛӘ. Эйе, әммә мин “барыһы ла” түгел бит? Мин башҡа... Бүтәндәр һымаҡ түгел... АДВОКАТ. Йәнем... ЛӘЙЛӘ. Бәлки мин һеҙҙең ғаилә тормошо тураһында тағы нимәнелер белеп етмәйемдер? АДВОКАТ. Әйҙә, Венецияны ҡарайыҡ. ЛӘЙЛӘ. Нимәне? АДВОКАТ. Венецияны, Венецияны. Италиялағы ҡала. Һыуҙа ултыра. Кеҫә телефоны тауышы ишетелә. ЛӘЙЛӘ. Йәнем, телефоның! Телефоның! Йәһәтерәк! Етеҙ аҙымдар ишетелә. Пауза. Өмөтһөҙ һулыш алыу. ЛӘЙЛӘ. Атайым... Үҙең әйтәңме... Әллә юҡ. Әле әйтмәй тор. Әгәр тағы шылтыратһалар? Юҡ, улай түгел. Паспорт табылған, беҙгә шылтыраталар, тип әйтергә кәрәк. Беҙ аэропортҡа китеп барабыҙ. Ошолай итеп – ха-ха-ха-ха – тип көләйек беҙ. Әйҙә. Бергә көләйек! (көлә). Ниңә шым тораһың? Әйҙә, ыңғай фекерләү! Хахаха! АДВОКАТ (трубкаға). Ҡайным, мин һеҙгә шылтыратырмын... (Ләйләгә) Йәнем, тыныслан. Тыныслан, тинем мин. Ләйлә иҫәрләнеп көлөүен дауам итә. Аҙымдар, һыу аҡҡан, һирпкән тауыш. Көлөү ҡапыл туҡтай. АДВОКАТ. Тынысландыңмы? ЛӘЙЛӘ. Эйе. АДВОКАТ. Атайың шылтыратты. Уға яңынан итергә кәрәк. ЛӘЙЛӘ. Нимә тип әйтәбеҙ? АДВОКАТ. Белмәйем... ЛӘЙЛӘ. Дөрөҫөнмө? АДВОКАТ. Әле дөрөҫөн әйтергә иртәрәк түгелме? Пауза. ЛӘЙЛӘ. Ярай... Көтөңкөрәйек...
9-сы сәхнә Әхмәтовтар ғаиләһендәге уйҙар. СТУДЕНТ. Ҡыҙыҡ инде, ҡала буйлап телефон тотоп йүгереп йөрө әле. Экранында – оло ханым. Ихлас күңелле, изге, аҡһыл берет кейгән, бәйләнгән кофта. Үҙенә камера төбәлгәнен һиҙеү менән йылмая торған ғәҙәте бар Ажеканың. Бәлки шуға кешеләр уны танымағандарҙыр ҙа. РОВД-ға шылтыратып һораштым, мәғлүмәттәре юҡ, тип һалҡын ғына трубка ташланылар. Миңә ҡапыл Ажеканың мине боҙҙа шыуыу түңәрәгенә алып барғаны иҫемә төштө. Һимеҙ, ҡурҡаҡ, килбәтһеҙ инем мин, тренерға ауырыраҡҡа төшә ине шуға. Ә Ажека миңә шул тиклем мөхәббәт менән ҡарап ултырыр ине, хатта тренер ауыр һулаһа һулап, минең кәүҙәне боҙ буйлап этәр ине... Интернет ҡапыл килеп сыҡҡан мәлдә бөгөнгө Фейсбукты ҡарап, тамам ҡурҡыуға ҡалдым. Мин тағы ла бәләкәй, ҡурҡаҡ, килбәтһеҙгә әйләндем... ЛИТЛСИС. Беҙҙең зал ҡаланың үҙәгендә урынлашҡас, тренерыбыҙ “Ҡуй, бәләнән баш-аяҡ, бөгөн шөғөлләнеп тормайыҡ”, тине. Тренировка булмаясаҡ. Өйҙә эйелеп-һуҙылып алырға ҡушты. Өйҙән сыҡманым, интернетым үлде, хатта ВПН да ярҙам итмәне. Тәҙрәләргә килеп, тышты ҡарап торҙом. Әйтерһең дә, мин тышҡы донъянан айырылғанмын, сәйер тойғо. Мин үҙемде интернетһыҙ иҫләмәйем дә. Мин интернет менән тыуҙым. Әйтерһең дә, бөгөн ҡулһыҙ, башһыҙ ҡалдым. Ажека тураһында ла уйландым. Башҡалар белмәһә лә, уның ҡайҙа икәнлеген белдем. Һөйләшкәнен тыңлап торғайным, берәүгә лә өндәшмәнем. Кеше нисә йәшлек булыуына ҡарамаҫтан, ун бишме уға, биш йөҙмө, минеңсә, һәр кемдең үҙе ҡарар ҡабул итергә, иреккә, фекеренә хоҡуғы булырға тейеш. Шулай итеп, әлеге мәлдә Ажека күршеләрҙә бер әхирәтендә йә кәрт уйнай йә сериал ҡарайҙарҙыр. Һуңғы арала “Игра престолов”ты яратып ҡарай ине, бишенсе миҙгеленә барып етте... Митингыга барманы, һуңғы хәлдәрҙән һуң тамам өмөтөн өҙҙө. Атай менән әсәй уны эҙләргә барып, үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайтһындар өсөн йәшенде ул. “Һуҡыр күҙҙәре менән күрһендәр”, тип. Шундай декабристка ул беҙҙең... Бер яҡтан, атай менән әсәйҙе йәл дә... Икенсе яҡтан, Ажеканы һатып ултырайыммы ни... Ҡуй, бокс менән шөғөлләнеп киләйем. Интернет тағы бер сәғәт булмаһа, майҙанға үҙем үк сығып та китермен. Уй Алла... ӘСӘЙ. Кемгә Ажека, кемгә әсәй, кемгәлер ҡәйнә лә. Ҡәй-нә. Инәй. Туйыбыҙға бер йыл алдан үлде әсәйем. Яман шеш. Мин дә үлермендер, тип уйлай инем. Тын алырға ла онота инем, үҙемә гел тын ал, тип иҫләтеп торорға тура килде. Унан инде мөхәббәт, уныһы-быныһы, оялып та китә инем хатта – әсәйем үлеп китте, ә мин йөрөйөм ғашиҡ булып, үбешеп, туйға әҙерләнеп... Мин ғаиләләге кинйә малай, әсәйем менән бергә йәшәйәсәкбеҙ, тигәс, мин әсәйемде юҡһыныуҙан ҡыуанып та ҡуйғайным әле. Шул тиклем һағына инем әсәйемде. Бер-беребеҙҙе тәү күреүҙән оҡшаттыҡ, дуҫлаштыҡ, бер ҙә талашманыҡ... Шулай ҙа... Ни тиклем яҡшы булһа ла, ул да һиңә, һин дә уға туған йән була алмайһың икән. Ҡәйнә менән килен араһындағы иҫ киткес мөхәббәт тигән тарихтарға ышанмайым мин. Ихтирам итәһең, эйе. Өйрәнәһең. Әммә унан ары түгел. Әсәйем булһа, минең менән шулай итер инеме һуң? Юҡ, әлбиттә. Әсәйем бәлеш бешереп, сәй яһап, мине саҡырыр ине, һөйләшеп ултырыр инек... Әсәйем мине бигерәк тә ошондай заманда борсолдормаҫ ине... Ә мин бынау ҡурҡыныс урам буйлап китеп барам. Супермаркеттың буш пакеттары тултырылған арбаны һөйрәп... Такси саҡыртып булмай. Интернет булмағас, Убер ҙа юҡ. Ҡәйнәмде тотоп алып, махсус урынға ебәргәндәрҙер инде, иремде лә тиҙҙән ултыртһалар, балаларҙы нисек уҡытып сығарырмын икән – белмәйем. Әсәй... Әсәкәйем, ҡәҙерлем, ишетәһеңме? Ишетһәң, зинһар, белгерт. Нисек булһа ла – ел өрһөнмө, болот ҡаплаһынмы, башыма ҡош сысһынмы, нисек кенә булһа ла... Әсәй. Әсәкәйем. АТАЙ. Формалы егеттәрҙең һәр береһенә килеп, күҙҙәренә инәлеп ҡарап, фотоһүрәтте күрһәтеп маташтым. Кемдәрелер ҡараны ла башын ҡаҡты, кемдәрелер ҡарап та торманы. Мине лә, телефонды ла күрмәгәндәй, балыҡтыҡылай буш күҙҙәре менән баҡтылар... Һәм, ниһайәт, береһе миңә күҙ ҡыҫҡандай булды. Телефонымды уға яҡыныраҡ күрһәттем. Ауырыуҙан ҡасҡандай ситкә ырғыны. Ҡустым, һинең әсәйең барҙыр бит, тинем. Был донъяға һине кем тыуҙырған? Теге адресты әйтте. Ике һүҙ менән. Тиҙ генә боролдо ла, һыҙғыра башланы. Рәхмәт әйтеп, телефонымды кеҫәмә һалдым. Ситкә китеп, такси саҡырҙым. Теге ике һүҙҙе әйттем. Һәм улыма шылтыраттым.
|
|||
|