Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





АЙНУР КӘРИМ



 

АВТОР ПЕРЕВОДА НА БАШКИРСКИЙ ЯЗЫК  © ГУЛЬСАСАК МУСТАЕВА (тел. 89033540169, эл. адрес: guls302@yandex.ru)

При перепечатывании или использовании текста просим соблюдать закон об Авторском праве.

 

АЙНУР КӘРИМ

“ПАСПОРТ”

(радиопьеса)

Ҡатнашалар:

СТУДЕНТ, 20 йәш

ЛИТЛСИС, 16 йәш

ӘСӘЙ, 50 йәш

АТАЙ, 52 йәш

АДВОКАТ, 40 йәш

ЛӘЙЛӘ, 30 йәш

 

1-се сәхнә

Әхмәтовтар фатиры. Сәғәт иртәнге ун бер.

СТУДЕНТ. Әсәй, минең һоро толстовкам ҡайҙа ул?

ӘСӘЙ (ҡысҡырып). Шкафтың ҙур яғында һулдан. Һиңә төшкө ашҡа нимә һалырға: мантымы әллә лагманмы?

СТУДЕНТ. Манты һал. Ашаһам да шул өстәр тирәһендәлер, иртәрәк булмай.

АТАЙ. Нимә ти шул?

ӘСӘЙ. Манты, ти. Өй ризығын ашап туя алмай бәғеркәйем. Атыу мин ҡамыр ҡуяйым. Эх, ҡабаҡ юҡ икән дә... Барып киләңме әллә?

АТАЙ. Ярай, барырмын, список яҙып ҡына бир ҙә.

ӘСӘЙ. Списоклап тормайым, өйҙә барыһы ла бар, ҡабаҡ ҡына алырға.

АТАЙ. Шул ҡабаҡтың ниндәйен, тейем. Ниндәй төҫтәгеһен, күпме.

СТУДЕНТ. Әсәй, минең аҡ нәскиҙәрем ҡайҙа ул?

АТАЙ. Нимә ти шул?

ӘСӘЙ. Аҡ нәскиҙәрен эҙләй. Һул яҡ мөйөштән икенсе йәшниктә... Ҡабаҡ ней шул ҡыҙғылт һары була инде гел. Уртасарағын ал... (ситкә өндәшә) Таптыңмы?

СТУДЕНТ. Әйе! Әсәй, минең аҡ кроссовкиларым бар ине, иҫләйһеңме? Найк.

АТАЙ. Беҙһеҙ бер йыл буйы нисек йәшәне икән ул? Кейенмәй йөрөгәндер, ахыры.

ӘСӘЙ (уйланыбыраҡ). Кроссовки, тиһеңме? Тәәәк... Мин уларҙы ауылға ебәрҙем дә ул, йыртылғандар ине әҙерәк...

СТУДЕНТ. Ысынмы ни?! Улар һәйбәт ине ул, йүгерергә кейә инем!

ӘСӘЙ. Мин ней таҙаланым да, ҡараһам – туҙа биргәндәр һымаҡ. Ауылға ҡайтарҙым. Икенселәрен кей.

АТАЙ (ситкә). Үҙенең тыуғандарына ҡайтарған ул. Минекеләргә – ебәрер ебәрмәй. Ҡырып-һепереп үҙенекеләргә ташый.

ӘСӘЙ. Шула-а-ай, ә кем ағаһына яңы саңғы костюмын бирҙе әле ул? Ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе? Аҙаҡ үҙебеҙгә яңынан һатып алып йөрөнөк... Мин ебәрһәм дә, ыуаҡ-сыуаҡ кейелгәнде ебәрәм. Ә һин эсеп алһаң – һуңғы ыштаныңды сисеп бирәһең һәм алға! Мин булмаһам, ошо фатирыңды ла бөтмәҫ-төкәнмәҫ тыуғандарыңа яҙҙырып ҡуйған булыр инең әле... Ҡустыңа баҡса бирҙеңме? Бирҙеңме? Ә ул уны 2009 йылда тағы ла ҡыйбатыраҡҡа һатып ебәрҙе, беҙгә, исмаһам, бер тине төшһәсе шуның...

СТУДЕНТ (бүлмәнән сығышлай). Әсәй, ул шиналар - 15 йыл элек булған хәл. Үлгәнсе шуны һөйләрһең микән ни?

ӘСӘЙ. Быныһы гел атаһын яҡлар.

АТАЙ. Хайыр булғандыр. Инде онот.

ӘСӘЙ. Ҡан үҙенекен итә. Йөрөтәһең, һыҙланып-ауыртынып табаһың, төндәр буйы йоҡламайһың, имеҙәһең... Ә ул атаһыныҡы, фамилияһы ла шуныҡы, ней исем ҡушырға бирмәнеләр... Ҡан ҡан булыр. Ысынлап та, ҡәйнәм ҡайҙа ул?

АТАЙ. Бүлмәһендә. Пасьянс һуға...

ӘСӘЙ. Исмаһам, беҙҙең өсөн доғалар ҡылып, намаҙ уҡып ултырһа, ә?!

АТАЙ. Минең әсәй һәм намаҙ? Ҡыҙыл ҡар яуғанын көтәһеңме әллә?

ӘСӘЙ. Ошо йәшенә етеп, әҙерәк үҙгәрһә лә була инде. Минең дә олатайым заманында ата коммунист булды, ә ҡартайғас имамдарҙың ауыҙын яптырып ултыртып ҡуя ине. Тормош шулай, ҡалайтаһың. Уның ҡарауы, тыныс күңел менән китте.

АТАЙ. Алланан ҡурҡҡан. Гонаһтары байтаҡ булғандыр. Ә минең әсәй берәүҙән дә ҡурҡмай. Алланан да, шайтандан да, тиерһең... Атеистар – ҡыҙыҡ халыҡ, әйтәгүр.

ӘСӘЙ. Бөгөн бер ҡайҙа ла сыҡмаһын, ҡарап торор кәрәк. Атыу теге мәлдәге кеүек булыр, саҡ табып алдыҡ. Ҡурҡыныс таһа...

СТУДЕНТ. Ярай, мин йүгерергә.

ӘСӘЙ. Ҡайҙа? Йүгерергә?

СТУДЕНТ. Марафонға әҙерләнәм.

АТАЙ. Был бөтөнләй Америка кешеһенә әйләнгән. Улар шулайтып ҡолаҡҡа наушник тыға ла, алға! Улар гел шулай.

ӘСӘЙ. Бына ҡарағыҙ әле. Ярты төн йөрөп ҡайтты, иртән тороуға – һин дә мин. Йәшлек шулай була шул.

СТУДЕНТ. Эсмәнем мин, тиһәң дә була. Кола менән виски ғына инде.

ӘСӘЙ. Америкала бөтөнләй һатмаҫтар ине әле һеҙгә, егерме бер тулмайынса.

АТАЙ. Һы, өйләнергә рөхсәт, ә эсергә алып булмай. Ҡыҙыҡтар ҙа инде.

ӘСӘЙ. Әйҙә, исмаһам, өйҙә сағыңда йүгермәй тор. Каникул да инде!

СТУДЕНТ. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух. Мин унда көн һайын унар саҡрым йүгерәм. Хәҙер өйрәнелгән, көн һайын. Наркотик һымаҡ.

АТАЙ. Бер йыл эсендә шулай үҙгәргәс ней, ике йылдан ҡайһылай булыр икән? Ҡайтыр мәленә ниндәйгә әйләнер икән?

ӘСӘЙ. Ҡайтмаясаҡ ул, күреп тор. Онот. Әле ҡайтмағандарын...

АТАЙ. Алла һаҡлаһын. Алып ҡайтыр үҙе менән ап-аҡ тешле, арт һыны телевизорҙай берәй американка... Уйлауы ғына...

ӘСӘЙ. Балалары аҡыллы булыр ине, исмаһам.

АТАЙ. Ул балаларҙы һин күрермен, тип уйлайһыңмы? Америка алыҫ. Йылға бер Яңы йылға ҡайтырҙар ҙа, вәссәләм. Телде лә белмәҫтәр, мәҙәниәтте лә. Маңҡорттар. Ватанһыҙ-ниһеҙ ҡалырҙар ҙа.

СТУДЕНТ. Әй, әйткәндәй, кисә барҙа бер барсетка табып алғайным. Эсе буш, паспорт менән карточкалар ғына ята. Юл ыңғайы участокка индереп китермен.

АТАЙ. Бушмы ысын? Яҡшылап тикшерҙеңме?

СТУДЕНТ. Эйе, кеҫәләрен ҡарап сыҡтым, буш.

ӘСӘЙ. Ә нишләп официантҡа бирмәнең?

СТУДЕНТ. Һуң да ине, артыҡ ышаныслы ла күренмәйҙәр ине. Участокка алып барып бирһәм, яҡшыраҡ булыр, тип уйланым. Юл ыңғайы лаһа.

ӘСӘЙ. Туҡта, ниндәй паспорт икән, күрһәт әле.

Пауза. Портмонены, паспортты тикшерәләр.

АТАЙ (уҡый). Нурислам Аладар улы... Ҡаҙаҡ түгелме? Ни өсөн паспортта милләтте яҙмаҫҡа инде...

ӘСӘЙ. Ни эшләп ҡаҙаҡ түгел тей?! Ҡаҙаҡ, ҡаҙаҡ.

АТАЙ. Һуң исемен ҡара һуң... Нурислам...

СТУДЕНТ. Эй, таптығыҙ бәлә... Кеше паспортын юғалтҡан. Ҡайтарып бирер кәрәк.

ӘСӘЙ. Йөҙө хәтәр...

СТУДЕНТ. Нимәһе? Ҡәҙимге йөҙ... Паспорт та инде был. Минең дә паспорттағы фотоһүрәтем әллә ҡайҙа китмәгән.

ӘСӘЙ. Ииии, улым, һин паспортта ла, ҡайҙа ла һылыу...

АТАЙ. Хөкүмәт, хакимиәт кешеһенең йөҙө... (ҡатынына) Иҫләйһеңме, һинең атайың уны 39-сы йылда ултыртҡан кеше тураһында һөйләй торғайны? Шуны тыңлағанда күҙ алдыма бына ошо һымағыраҡ йөҙ килеп баҫа ине.

ӘСӘЙ. Бәлки был уның ейәнелер?

СТУДЕНТ. Ысын әйтәһегеҙме ул?! Үсте алайыҡ. (көлә)

ӘСӘЙ. Һәр хәлдә, йөҙө мөләйем түгел.

СТУДЕНТ. Ҡуй, ярай, берәү паспортын юғалтҡан. Тиҙ арала ҡайтарып бирер кәрәк.

ӘСӘЙ. Улым, ярай, йүгер. Мин ҡабаҡҡа сығып инәйем.

СТУДЕНТ. Ярай, хуп. Йүгерҙем.

ӘСӘЙ. “Центр” тирәһендә йүгереп ҡуйма, әллә ни тыныс түгел беҙҙә. Митингылар бара. Алып та китерҙәр.

СТУДЕНТ. Ҡуй инде, әсей, джоггер икәнем күренеп тора ла инде.

АТАЙ. Джо... Кем? Әәй, йүгереүсе бит әле. Яңыраҡ беҙҙә магазиндан һөт, икмәк тотоп ҡайтып барған велосипедтағы бер кешене тоттолар.

ӘСӘЙ. Бер әбей менән бабайҙы ла. Ҡарттар, тип тә торманылар. Һинең Ажекаңдан да олораҡтар улар.

АТАЙ. Һинең Ажекаңды ҡарап ҡына торабыҙ, митингыга сығып китеп бармаһын, тип.

СТУДЕНТ (һене ҡатып көлә). Ут бит ул! Арыҫландарҙай көрәшер.

ӘСӘЙ. Шуға янып барған эшең булмаһа, ҡала буйлап йөрөмәй торорға кәрәк. Аҡыллы кешеләр өйҙә генә ултыра хәҙер.

СТУДЕНТ. Улай булғас, паркта ғына йүгереп алырмын.

ӘСӘЙ. Паркта, тиһеңме? Унда ла хәүефһеҙ, тип әйтмәҫ инем...

СТУДЕНТ. Ярай, урамда ғына йүгерермен улайһа.

АТАЙ. Сәйерерәк әле ул... Беҙҙә берәү ҙә урам буйлап төрөсиксән йүгермәй ул.

СТУДЕНТ. Ярай инде, көлмәгеҙ. Бына тигән шортылар ҙаһа. Ярай, адьес амигос. Әсәй, мантыны өй ҡаймағы һәм ҡыҙыл соус менән ашағы килә. Һуған да мул ғына! Киттем, остом!

Аҙымдар һәм ишек ябылған тауыш ишетелә.

АТАЙ. Хәҙер ул әйләнеп ҡайтҡансы уйландыра инде. Балалар үҫһә, гөрләтеп йәшәрбеҙ, тип әйтә торғайның. Гөрләтерең бында.

ӘСӘЙ. Теге ҡағыҙыңа ҡабаҡ эргәһенә өй ҡаймағы һәм һуған өҫтә. Бер кило етәр.

АТАЙ. Нисә баш була ул?

ӘСӘЙ. Бер ете-һигеҙҙер. Ҡыҙыл түгел, аҡ һуған кәрәк. Ә ҡаймаҡ – инеү менән һулдан тәүге рәт, иң аҫта, дүрткел пластик стакандарҙа.

АТАЙ. Нимә тип яҙылған уларға?

ӘСӘЙ. Бер нәмә лә яҙылмаған, дүрткел пластик стакан.

АТАЙ. Таба алырыммы, юҡмы.

ӘСӘЙ. Табаң. Һатыусыларҙан һорарһың... Әй, ҡуй. Ҡана, ү:ем генә барайым да киләйем.

АТАЙ. Юл ыңғайы паспортты ла индереп кит.

ӘСӘЙ. Кит! Индермәйем мин уны бер ҡайҙа ла.

Еңел баҫҡан аҙымдар ишетелә, ҡыҙ тауышы Happiness йырын көйләй.

ӘСӘЙ. Бына тағы берәү наушник тыҡҡан. Исмаһам өйҙә ҡолаҡтарыңа ял бирһәңсе.

ЛИТЛСИС. Нимә?

ӘСӘЙ. Музыкаңды ҡолағыңдан сығар, тимен.

ЛИТЛСИС. Сығарҙым, сығарҙым.

ӘСӘЙ. Һинең америка ағайың эсендә паспорт булған барсетка тапҡан да, шуны полицияға индереп китеүебеҙҙе һораны. Аҡылдан яҙған, тиерһең. Беҙҙең ҡайҙа йәшәгәнде онотҡан. Полицияға... Хәҙер!

ЛИТЛСИС. Ооо, ҡайҙа ҡарайым әле... Портмонеһы ла бар икән. Ҡыйбатлы күренә, сифатлы тиренән эшләнгән! Эсендә аҡсаһы, әлбиттә, булмағандыр инде.

ӘСӘЙ. Ю-юҡ, ҡайҙан. Бер аҡыллы баш табып бушатты ла, ташлап китте инде. Ә беҙҙең егет уны өйгә үк алып ҡайтҡан.

ЛИТЛСИС. Ҡиәфәтен әйтер инем инде... Күренеп тора – коррупционер, ҡәҙимге эш хаҡына был тиклем һимереп булмай. Аҡсалы кеше, һис һүҙһеҙ... Шылтыратыр кәрәк.

АТАЙ. Һин уға нисек шылтыратмаҡ булаһың?

ЛИТЛСИС. Хәҙер Гуглдан ҡарап, кем булып эшләгәнен беләйем дә. ИНН буйынса энәһенән ебенәсә тикшереп була кешене, хатта бурыстарын да. Телефон һандарын да табырмын бәлки...

АТАЙ. Минеңсә, был гаишниктың үҙе.

ӘСӘЙ. Юҡ, һалым хеҙмәтендә эшләүсегә оҡшаған. Бер ингәйнем офистарына – барыһы бер ҡалыптан, бер иштәр улар.

АТАЙ. Уның ҡарауы, һинең апайың да шул хеҙмәттә эшләй.

ӘСӘЙ. Ул, исмаһам, бер үҙе кешесә йөҙлө.

АТАЙ. Ә бәлки ул ЦОН директорылыр.

ӘСӘЙ. Кем генә булһа ла, прокурор булһа ла... Алла һаҡлаһын. Улай булһа, бәләһенән баш аяҡ – паспортты яндырам ҡуям.

ЛИТЛСИС. Сәбәләнмәгеҙ... Таптым. Нурислам Аладар улы. Ха! Адвокат, лицензияһының номеры... Эй, ҡалай күңелһеҙ... Шылтыратайыммы?

ӘСӘЙ. Адвокат, тиһеңме? Шулайыраҡтыр, тип уйлағайным да.

АТАЙ. Һалым хеҙмәтенәндер, тип уйланың да инде.

ӘСӘЙ. Адвокат та – әллә ни яҡшы эш түгел. Адвокатураға ҡайҙан килгәндәрен оноттоңмо ни? Тәртип һаҡлау органдарынан киткәндәр тура шунда баралар. Унан кәүҙәләре китһә лә, уйҙары китмәй. Шуға йөҙҙәре лә шул килеш ҡала. Һөнәреңде адвокат итеп үҙгәртһәң дә, үҙеңдән ҡасып булмай.

ЛИТЛСИС. Әсәй, ярай инде, бәлки ул ярлыларҙы, көсһөҙҙәрҙе яҡлап йөрөгән берәй адвокаттыр.

ӘСӘЙ. Хәҙер ундайҙарҙың хоҡуҡтарын берәү ҙә яҡламай. Ә бына бының кеүек адвокаттар енәйәтселәрҙе яҡлай. Көсләүселәрҙе, балаларға бәйләнеүселәрҙе.

АТАЙ. Уның эше шулай. Ҡалай итһен ул. Бөтәһен дә яҡларға бурыслы.

ӘСӘЙ. Шуны әйтәм дә бит. Кешеләрҙә принцип тигән нәмә ҡалманы хәҙер.

ЛИТЛСИС. Паспортты алып барып бирәбеҙҙер, әсәй?

ӘСӘЙ. Шулайтмай ни... Юҡ. Сығарабыҙ ҙа ташлайбыҙ, әйҙә башҡа берәйһе алып барып бирһен. Үҙебеҙҙең мәшәҡәттәр ҙә баштан ашҡан.

ЛИТЛСИС. Хәтереңдәме, әсәй, һин дә магазинда сумкаңды онотоп китеп, аҙаҡ ҡайтарып биргәндәре тураһында һөйләй торғайның?

ӘСӘЙ. Йөҙ йыл элек булған хәл бит ул. Унда замана ла икенсе ине. Кешеләр ҙә башҡа ине. Хәҙер иһә улай изгелектәр нимә менән тамамланғанын беләһеңме? “Беҙ паспорт табып алдыҡ”, тип шылтыратырһың, йәшәгән ереңде әйтерһең, биш минуттан килеп тә төшөрҙәр – портмонела 10 мең доллар аҡса бар ине, тип таптырып. Үәт унда-а-а! Үҙеңдең дөйә түгеллегеңде иҫбатла – иҫбатлай алһаң.

АТАЙ. Эйе шул, атай мәрхүм баҙарҙа бер “ҡурсаҡ”ты күтәрҙем, тип, саҡ ҡотолдо бит үҙҙәренән. Мут әҙәмдәр баҫҡан донъяны.

ӘСӘЙ. Шуға әйтәм дә бит, бирегеҙ миңә ул паспортты, йәшерәм дә, онотайыҡ.

ЛИТЛСИС. Ҡайҙа, берҙе генә ҡарайым да... Эйе, коррупцияның үҙе. Йөҙө хас та шуларҙыҡы. Минең физкультура уҡытыусыма ла оҡшаған. Ул инде тамам оятһыҙ, кейем алыштырған бүлмәбеҙ тирәһенән китә алмай.

АТАЙ. Нимә тиһең?

ЛИТЛСИС. Әй, юҡ. Ҡәҙимге кешенең йөҙөнә оҡшамаған, тием.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.