Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





се сәхнә. Адвокаттың фатиры.



2-се сәхнә

Адвокаттың фатиры. Сәғәт – көндөҙгө ун икенсе ярты.

ЛӘЙЛӘ. Иии, матурымды.

АДВОКАТ. Кит.

ЛӘЙЛӘ. Матур. Ҡаштарың ҡыйыу... Эйәгеңғәйрәтле... Ә күҙҙәрең... Үҙенсәлекле ҡарашың.

АДВОКАТ. Шулай тей...

ЛӘЙЛӘ. Пластырь алыр кәрәк, аяҡты өйкәй башлаһа фәлән. Бөгөн йөрөйһө ерҙәр күп... Тағы сәй яһайыммы?

АДВОКАТ. Эйе...

ЛӘЙЛӘ. Сәйер генә шымғанһың. Әйттем мин һиңә – юл алдынан эсмә, тип. Хәҙер ултыраһың өндәшә лә алмай. Көнө буйы ауырытыр әле ул һине. Ҡытай туҡмасын бешерәйемме?

АДВОКАТ. Кәрәкмәй...

ЛӘЙЛӘ. Кәрәк, кәрәк. Күберәк һыу эс. Әсәйемдәргә нимә тип әйтәйем? Нисәләрҙә барып аласаҡбыҙ?

АДВОКАТ. Ун берҙә. Киске.

ЛӘЙЛӘ. Атайым тәҡәтте ҡоротто инде. Сит илгә тәүгә оса. Самолетта һуңғы тапҡыр мин тыумаҫ элек осҡан. Ленинградҡа. Булған бит әле шундай бер ҡала... Атайым эргәһенә ултыраңмы?

АДВОКАТ. Ярай.

ЛӘЙЛӘ. Әсәй ҙә аптыратты инде. Ике сумаҙан тултырған, ә әйберҙәре һаман һыйып бөтмәгән. Көймәҫһеңме?

АДВОКАТ. Юҡ... Әй, көйәм... Йәнем...

ЛӘЙЛӘ. Әү.

АДВОКАТ. Һин сәбәләнмә генә.

ЛӘЙЛӘ. Нисек сәбәләнмәйһең. Ялға көн дә осмайбыҙ. Етмәһә, алыҫҡа – Франция, Италия. Ҡасандыр был тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял ғына ине бит...

АДВОКАТ. Юҡ, мин ғөмүмән, тимен. Көймә, тыныс бул.

ЛӘЙЛӘ. Нимә булды?

АДВОКАТ. Йәнем, мин кисә ҡайҙалыр барсеткамды ҡалдырып киткәнмен.

ЛӘЙЛӘ. Шунан?

АДВОКАТ. Шул…

ЛӘЙЛӘ. Нимә шул?

АДВОКАТ. Мин уның ҡайҙа икәнен белмәйем. Иртән бөтөн ерҙе эҙләп, һәр береһенә шылтыратып сыҡтым...

ЛӘЙЛӘ. Барсеткала нимә бар ине? Аҡса? Карточкалармы?

АДВОКАТ. Эйе... Портмонем шунда ине, ыуаҡ-сыуаҡ аҡса, банк карталары, ярай, улары мөһим түгел... Йәнем, минең унда...

ЛӘЙЛӘ. Нимә?

АДВОКАТ. Паспортым.

Пауза.

ЛӘЙЛӘ (көлә). Ха-ха, тағын алдандым! Яратам да инде мине шулай етди йөҙ менән шаяртыуыңды. Һәр ваҡыт ышанам бит әле, ҡыҙыҡ! Ха-ха-ха! Юмор оҫтаһы һин! Ярай, башҡа улай уҡ итеп шаяртма! Мин былай ҙа ҡыҙған. Атай-әсәй менән ялға осоу шаярыуҙан ары тора!

АДВОКАТ. Туҡта әле... Уйлап та ҡуйҙым әле мин... бөгөн шәмбе. Дүшәмбе иртә менән ғариза яҙһам, шишәмбегә яңы паспортым әҙер ҙә буласаҡ. Саҡ ҡына һуңыраҡ мин дә...

ЛӘЙЛӘ. Ха-ха-ха! Етте, тоҙһоҙ шаярыуың.

АДВОКАТ. Тик бына виза менән... Германия консуллығында өс көн эсендә эшләйҙәр, тейҙәр ул, былай...

ЛӘЙЛӘ (яйлап). Ха-ха-ха... ха-ха-ха-ха... ха... Ысын юғалттыңмы ни? Туҡта әле. Ысынлапмы ни?

АДВОКАТ. Һуң әйтеп торам бит, йәнем...

ЛӘЙЛӘ. Көтөп тор әле. Ә паспорт барсеткала инеме? Һин ниңә уны үҙең менән алған инең һуң?

АДВОКАТ. Йүләрлек. Паспортта кемдең йөҙө ҡурҡынысыраҡ, тип егеттәр менән һүҙ ҡуйышҡан инек... Еңермен, тип өмөтләнгәйнем.

ЛӘЙЛӘ. Еңдеңме шунан?

АДВОКАТ. Юҡ. Мин матур ҙа инде...

ЛӘЙЛӘ. Еңмәгән. Өҫтәүенә, юғалтҡан.

АДВОКАТ (ҡытҡылдап). Эйе, әллә нисек килеп сыҡты...

ЛӘЙЛӘ. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Башҡа һыймаҫлыҡ... Нисек инде? Ә карточкаларың? Яптырҙыңмы?

АДВОКАТ. Эйе, яптырҙым. Уныһы еңел ул... Бына паспортты табырға ине...

ЛӘЙЛӘ. Эскеселәр. Һин дә, дуҫтарың да... Һуңғы тапҡыр ҡайҙа күрҙең паспортыңды?

АДВОКАТ. Киске унда... Таксила... Башҡа күрмәнем. Юғалды. Таксистҡа шылтыратып ҡараныҡ, машинаһында юҡ – өс тапҡыр эҙләп сығылды...

ЛӘЙЛӘ (ҡабаланып). Туҡта, миңә шылтыратып алырға кәрәк, берәйһе менән һөйләшергә, ҡайғымды уртаҡлашырға, туҡта әле, ватсапта булһа ла һөйләйем...

АДВОКАТ. Йәнем... Ниндәй ватсап ти, туҡта...

ЛӘЙЛӘ (аудиохәбәр яҙҙыра). Ҡыҙҙар, SOS! SOS! Тәүге тапҡыр Европаға юлландыҡ, әсәйемдең хыялындағы Парижды күрергә, һуңынан – Италияны. Ә был дуҫтары менән отпускыһын йыуа... Уйламаған ерҙә паспортын ҡалдырып китеүҙән дә яҡшыраҡ эш ҡыла алмай... Унда – шенген визаһы... Ул визаны алыр өсөн күпме көс түгелгәнен аңлап тораһығыҙҙыр. Эс кейемдәребеҙҙе әйләндереп сығарғандай, бар нәмәбеҙҙе тикшерҙеләр. Һуңғы өс ай эсендә иҫәптәрҙәге һәр операцияны, һатып алған һәр нәмәбеҙҙе, беҙҙең, Йә, Хоҙай, бахыр күсемһеҙ милекте, әсәйемдең пенсияһын, атайымдың дачаһын, һәр нәмәне! Хәҙер килеп миңә: Йәнем, тип тора. Төнөн осорға беҙгә. Инглизсә бер һүҙ белмәйем. Аэропортта уҡ аҙашасаҡмын, етмәһә, икенсе самолетҡа күсеп ултырырға. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр Европаға китеп барам. Ҡыҙҙар, йәтер һүҙем юҡ. Аптыраған. Ишетәгеҙме? Шаңҡыған.

АДВОКАТ. Ҡуй, туҡта әле, барыһы ла хәл ителер, ниңә тотаһың да бар донъяға яу һалаһың...

ЛӘЙЛӘ (дауам итә). Бахыр атайым үҙенә һыу инергә кейем алған булған ине. Әсәйем – алты яңы күлдәк әҙерләгән ине. Хәҙер нимә тип әйтәйем мин уларға? Нисек кенә әйтәйем?

АДВОКАТ. Табам мин ул паспортты, табам!

ЛӘЙЛӘ (дауам итә). Юҡ, күҙ алдына килтерәгеҙме? Шул кешене яратҡаным бит әле мин. Ышанғанмын. Айырылған булһа ла, алимент түләһә лә, элекке ҡатыны һаман ҡаңғырһа ла, фатир ипотекаға алынған булһа ла, ҡәҙимге, ышаныслы адвокатҡа кейәүгә сығам, тип уйлаған булам бит әле! Һүҙен тота, имеш. Кеше бушҡа ғына айырылышмай, берәй ғилләһе барҙыр, тигәйне шул әсәйем. Һиҙгән һымаҡ бит әле...

АДВОКАТ. Ысын шулай тип әйттеме?

ЛӘЙЛӘ (дауам итә). Ҡыҙҙар, ни эшләргә инде хәҙер?

АДВОКАТ. Мин киттем!

ЛӘЙЛӘ. Ҡайҙа?

АДВОКАТ. Кисә йөрөгән ерҙәремде барлап сығам.

ЛӘЙЛӘ. Ә мин ни эшләйем?

АДВОКАТ. Атай-әсәйеңә әйтмәй тор. Хәл итербеҙ.

ЛӘЙЛӘ (үсекләп). “Атай-әсәйеңә әйтмәй тор”, имеш. Үҙ репутацияһын уйлай әле ул. Нисек хәл итмәк булаһың, нисек? Ә?

АДВОКАТ. Итәм тигәс, итерем.

ЛӘЙЛӘ. Итә ул... Гел шулай, бер-бер хәл була ҡалһа, ҡаса. Китмәй тор, әйтеп бөтмәнем әле!

АДВОКАТ. Киттем.

ЛӘЙЛӘ. Китә ул... Ә миңә ни эшләргә?

АДВОКАТ (шым ғына). Инглиз телен өйрән.

ЛӘЙЛӘ. Ә? Нимә тинең?

АДВОКАТ. Артыҡ булмаҫ.

ЛӘЙЛӘ. Ишеттем мин. Ишеттем. (Ишек шарт ябыла). Үәт һин уны! Ҡайтып та йөрөмә! Паспортһыҙ ҡайтырға уйлама ла!!! (ишеккә нимәлер килеп бәрелгәне ишетелә)

3-сө сәхнә

Әхмәтовтар фатиры.

Һыу аҡҡан, уға ҡушылып Студенттың Happiness йырлағаны ишетелә. Һыу ябыла. Ишек асылған тауыш, аҙымдар ишетелә.

СТУДЕНТ. Әсәй! Минең майкам ҡайҙа ул, таҙа ине!

ӘСӘЙ. Мин уны йыуырға ташлағайным.

СТУДЕНТ. Етеҙһең инде, әсәй. Тәк, кискеһен егеттәр менән великтарҙа йөрөйәсәкбеҙ, башлығым ҡайҙа икән... Шлем, шлем, һин ҡайҙа? Әсәйем һине ҡайҙарға олаҡтырҙы икән? Ә, бына! Шәп! Оһооо Әсәй! (етеҙ атлап) Паспортты алып барып бирмәнегеҙме ни?

Пауза.

АТАЙ (шым ғына). Әйттем мин һиңә.

ӘСӘЙ. Паспорттымы? Әй, эйе шул. Оноттом. Ташланым да оноттом.

СТУДЕНТ. Башлыҡ эсенәме ни?

ЛИТЛСИС. Улар паспортты кире ҡайтармаҫҡа булған.

АТАЙ (улына). Урамда нисек? Тынысмы?

СТУДЕНТ. Эйе, шикелле. Ни эшләп һорайһың?

ӘСӘЙ. Хәүефле шул, улым.

ЛИТЛСИС. Эйе, йә ғәйепләрҙәр беҙҙе. Судтарға саҡырып теңкәне ҡороторҙар. Ултыртып та ҡуйырҙар.

СТУДЕНТ. Нимәлә ғәйепләп?

ӘСӘЙ. Урлауҙа. Мин әйтте тиерһең, хәҙер ул әҙәмгә шылтыратып, паспортығыҙ миндә, килеп алығыҙ, тип адресыңды әйт кенә, биш минуттан беҙҙең ишек төбөпогонлылар һәм тәртип һаҡлаусылар менән туласаҡ. Ҡулыңды шаҡара башлаһалар, әйтмәгәнеңде әйттерерҙәр, Кеннедины ла һин үлтергәндәй итерҙәр.

ЛИТЛСИС. Бастилияны ла һин алған булып сығырһың...

СТУДЕНТ. Фантазияғыҙ иҫ китерлек.

ӘСӘЙ. Фантазия түгелсе. Ана беҙҙең бер хеҙмәткәр шулай итеп кошелек табып, шылтыратып, ахырҙа бахырҙы бер йыл судтарҙа йөрөттөләр. Енәйәт эше, тип. Ғүмеренең тотош бер йылын әрәм ителде шуға!

СТУДЕНТ. Әсәй, нимә һөйләйһең ул...

АТАЙ. Ә минең хужаның ҡустыһы бер ҡыҙ менән төн үткәреп, иртәгеһенә уны алып та киттеләр. Имеш тә, көсләгән. Биш йылға ултыра яҙҙы.

ЛИТЛСИС. Хәҙер иһә ул барлыҡ егеттәргә “яҙма рөхсәт булмайынса – енси мөнәсәбәттәргә кермәҫкә”, типаҡыл өйрәтеп йөрөй. Шаһиттар булһын, видеоға төшөрөү ҙә ҡамасауламаҫ...

ӘСӘЙ. Ауыҙыңды яп, йүнһеҙ.

СТУДЕНТ. Һин ундай нәмәләрҙе ҡайҙан беләһең ул, Литлсис? Иртәрәк түгелме әле?

ЛИТЛСИС. Ул ҡыҙ өсөн ҡыуанам мин. Дәғүәләренән баш тартһын өсөн ул егеттән күпме аҡса төшкәндер әле уға... Ниһайәт ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән өҫтөнөрәк кимәлгә менде.

АТАЙ. Нимә һөйләй ул?

ӘСӘЙ. Минең дә мәле менән һаңғырауға әйләнгем килә.

СТУДЕНТ. Был айырым бер осраҡ. Барыһының да улай булыуы мөмкин түгел.

ӘСӘЙ. Айырыммы, айырым түгелме, кешенең ғүмере тапланды. Манты әҙер. Соус та. Һалайыммы?

СТУДЕНТ. Юҡ, участокка барып киләм. Паспортты тапшырыр кәрәк.

ЛИТЛСИС. Барып та ыҙалама, барыбер унда берәү ҙә юҡ. Будкалары тора, үҙе буш. Анау мәлде участоктың ҡаршыһында күршенең сумкаһын ҡулынан тартып алдылар. Көпә-көндөҙ. Бер кем бер ниндәй сараһын күрмәне.

СТУДЕНТ. Улайһа ни эшләйем? Юғалған әйберҙәр бюроһына алып барайыммы?

ӘСӘЙ. Икегеҙҙең береһе йөрөмәһен. Мәшәҡәттәр былай ҙа етәрлек, йөрөмәгеҙ.

СТУДЕНТ. Ниндәй мәшәҡәттәр? Барыһы ла яҡшы түгелме һуң? Нимәнелер йәшерәһегеҙме?

АТАЙ. Килешкәйнек бит һуң... Әйҙәгеҙ, ашарға.

СТУДЕНТ. Әсәй, ниндәй мәшәҡәттәр?

ЛИТЛСИС. Атайҙың хужаһын ултырттылар.

СТУДЕНТ. Ысынмы? Нимә өсөн?

ЛИТЛСИС. Мине лә АҠШ-ҡа ебәрегеҙ әле. Минең дә шулай “изге йән” булаһым килә.

СТУДЕНТ. Әсәй? Шунан нимә?

ӘСӘЙ. Нимә, нимә... Ниндәйҙер тендерҙар, тейҙәр... Атайың, Аллаға шөкөр, әлегә шаһит булараҡ ҡына...

СТУДЕНТ. Нисек һин, атай?

АТАЙ. Ҡәҙимге. Тәүгә түгел бит...

СТУДЕНТ. Аһ... Аңламайым.

ӘСӘЙ. Һине шым ғына уҡытып сығарырға уйлағайныҡ. Диплом алһаң инде, беҙ ҡулды йыуабыҙ, тигәндәй... Ҡуй, күҙ алдымдан алығыҙ әле бынау паспортты, күргем дә килмәй. Ажеканы саҡырығыҙ өҫтәлгә.

ЛИТЛСИС. Бәләле паспорт булды был...

СТУДЕНТ. Әйҙәгеҙ, алып барып тапшырайыҡ. Визаһы бар бит бында. Иртәгәнән башлана. Ялға китеп бара, күрәһең.

ӘСӘЙ. Аҡыллы кешеләр бындай ваҡытта ялға бармай. Шенгенға, етмәһә.

ЛИТЛСИС. Шенген – ил түгел бит ул. Европалағы бер бәләкәй генә ауыл...

ӘСӘЙ. Аҡыл һатма. Күҙемдән юғалтығыҙ шул паспортты, әйттем-бөттөм. Мәшәҡәттәр баштан ашҡан былай ҙа.

АТАЙ. Беҙ бөгөн ашайбыҙмы юҡмы?

ӘСӘЙ. Ажеканы саҡырҙығыҙмы? Һеҙҙән башым ауырта хатта.

ЛИТЛСИС. Ҡайһылай йәтеш! Бер-бер хәл булһа, һин – был ғаиләнән түгел.

ӘСӘЙ. Әсәйем – “кейәүгә сыҡһаң да, биш бала тапһаң да, ҡайны-ҡәйнәңде ҡараһаң да, улар өсөн барыбер ят буласаҡһың”, тиер ине гел. Дөрөҫ әйткән. Шуға үҙ фамилиямда ҡалдым да инде, тамам шәүләгә әйләнмәҫ өсөн.

ЛИТЛСИС. Мин кейәүгә сыҡҡанда һин бер нәмә лә әйтмәһәң буламы?

ӘСӘЙ. Ажеканы саҡырығыҙ. Ашайбыҙ. Был паспорт тураһында ишеткем дә килмәй. Бәләһенән баш-аяҡ.

СТУДЕНТ. Әлеге мәлдә - кемдә мәшәҡәт, ошо Нурисламдың үҙендә... Исеме шулай бит әле..

ЛИТЛСИС. Аладар улы. Адвокат та ул. Иҡтисади енәйәттәр буйынса эшләй. Ажека, ашарға сыҡ. Ажека? (ишеген шаҡый). Бында юҡ бит ул.

ӘСӘЙ. Йыуыныу бүлмәһен шаҡып ҡара әле, бәлки шундалыр. Хәҙер башҡаларҙы хәстәрләү хәүефле. Көндән-көн мутлашыу, кешене талау арта. Күршеләрҙең фатирына төштөләр, улар полиция саҡыра һалды, һәм нимә булды, тиһең?

СТУДЕНТ. Полиция ҡайтҡандан һуң айпад та юғалған.

ӘСӘЙ. Һин ҡайҙан беләһең?

СТУДЕНТ. Ул саҡта мин бында инем әле.

АТАЙ. Хәҙер бер нәмә лә иҫбатлап булмай. Элекке полиция түгел хәҙер.

ЛИТЛСИС. Ваннала һыу аҡҡаны ишетелә, тик ишеге бикле түгел шикелле. Асайыммы? (шаҡый). “Элекке” тигәндә һеҙ коммунизм заманын күҙ уңында тотаһығыҙмы?

АТАЙ. Нимә ти?

ӘСӘЙ. Коммунизмды көтөп ала алманыҡ беҙ, әммә шул тирә осорҙо телгә алабыҙ, эйе. Ул саҡтағы милиционерҙарҙы ныҡ ихтирам итә инек беҙ.

ЛИТЛСИС. Ысынмы? Күрергә ине шул заманды.. Әсәй! Һыу ағып тора, ә Ажека юҡ.

Пауза.

ӘСӘЙ. Нисек юҡ? Яҡшылап ҡараныңмы?

ЛИТЛСИС. Шаршау артында юҡ, ванна аҫтында ла юҡ. Унитазды ҡарайыммы?

АТАЙ. Нимә һөйләй ул?

СТУДЕНТ. Төрттөрә. Беҙҙең ҙур йыуыныу бүлмәһенең ҡайһы ерендә юғалһын бер әбей, ти.

АТАЙ. Ҡасҡандыр.

ӘСӘЙ. Беҙгә шул ғына етмәй ине.

АТАЙ. Отто беҙҙе әбей!

ӘСӘЙ. Әйтеп торам, һеҙҙең ғаиләнән сыҡҡан бәләләр...

АТАЙ. Кеше аяғы баҫмаған утрауҙа йәшә һуң, мәйелең.

ӘСӘЙ. Ҡайҙан табайым мин уны хәҙер?

АТАЙ. Тегендә.

ӘСӘЙ. Әгәр уны тотҡан булһалар. Үҙеңдең башың ҡатҡан.

АТАЙ. Шуны минут һайын иҫләтмәһәң булмаймы? Әгәр тотһалар, участокка алып баралар инде. Яҡындағы берәйһенә.

ӘСӘЙ. Теге мәл йөҙ саҡрымдан ашыу ергә алып киткәндәр ине. Ҡалалағы изоляторҙарҙа урын ҡалмаған, тейҙәр ине. Телефондарын тартып алалар. Кешеләр туғандарын өсәр көн таба алмай йөрөйҙәр!

СТУДЕНТ. Ҡуй, ҡаңғырмағыҙ, барыһын да тейәп алып китә алмайҙар ҙа инде. Урын етмәй ундайға!

ӘСӘЙ. 37-се йылдар осорондағы бикле подвалдарҙы асҡандар хәҙер, тиҙәр...

АТАЙ. Буш хәбәр. Ул подвалдарҙа күптән – ресторандар, сауналар.

СТУДЕНТ. Әбейҙе лә тоторҙар микән ни? Ҡулдары нисек күтәрелһен?

ЛИТЛСИС. Беҙҙекенме? Тоталар! Ух, ҡыҙыу бит ул! Әллә кемгә оҡшап.

ӘСӘЙ. Шулай. Ҡандары ҡайнап тора, тамырҙары буйлап – революция.

ЛИТЛСИС (ситкә). Олатай-өләсәйҙәре аслыҡ йылында, Сталин репрессияларында ҡырылғандыр инде, Ажека улар тураһында бер ни белмәй. Ә бына уның әсәһе 1942 йылда – Икенсе донъя һуғышы мәлендә балалар йортонан фронтҡа ҡасҡан. 15 йәшлек кенә булып. Йәшен 17 тип алдаған да, ҡыҙыу нөкәтәлә шәфҡәт туташы булып эшләй башлаған. Ярай ҙа тәрбиәсеһе шунда яҡында һуғышып йөрөгән, госпиталгә эләгеп, быны күреп ҡалған. Көс-тауыш менән өләсәйемде кире өйгә ҡайтарғандар, ә ул ярты йылдан тағы тайған... Шулай булғас, ҡалай итәһең. Ажека – хас та әсәһе. Арыҫландай көрәшсе... Афарин!

СТУДЕНТ. Әйҙәгеҙ эҙләйек. Нимә кейгән ине?

ЛИТЛСИС. Иртән халатта ине. Подъезда, күрәһең, кейемен алыштырып алғандыр. Йомшаҡ бәрхәт спорт костюмы бар уның. Яңы йылға бүләй иткәйнем. “Пати анимал” тигән яҙыулы.

СТУДЕНТ. Әттәгенәһе.

АТАЙ (студентҡа). Һин йөрөмә. Мин барам. Бик булмаһа, әбей Альцгеймер ауырыулы, тип әйтермен.

ӘСӘЙ. Йүләрһеңме ни. Юғиһә, аҙаҡ ул һинең үҙеңде төрмәгә тығыр, юҡ итер. Ҡаймаҡ алырға сыҡҡайны, тип әйт.

АТАЙ. Ярай, шым ғына. Бер һүҙһеҙ алырмын да ҡайтырмын.

ӘСӘЙ. Булмай. Ҡара формалы, намордник кейгәндәрҙән әллә ни артыҡ күренмәҫһең...

ЛИТЛСИС. Атай, ипләп. Арыҫландай көрәшәсәк ул.

АТАЙ. Ул саҡта ни эшләргә?

ӘСӘЙ. Ейәндәренең яҡты киләсәге хаҡына өйгә ҡайтһын, тип әйт...

ЛИТЛСИС. “Шул ейәндәрем хаҡына сыҡтым да инде”, тип әйтәсәк ул...

СТУДЕНТ. Атай, мин һинең менән.

АТАЙ. Юҡ, төркөм булып йөрөмәү яҡшыраҡ.

СТУДЕНТ. Һеҙ нимә, ысын һөйләһегеҙме ни?

ӘСӘЙ. Ҡуй, мин барайым. (Студентҡа) Һин ултырып тор, шул ғына етмәй ине. Беҙ айырым барасаҡбыҙ. Күҙ буяр өсөн кәрзин этеп барам әле. Беҙһеҙ ашағыҙ. Иҫәрҙәр йорто, тиерһең дә.

 

4-се сәхнә. Адвокаттың фатиры.

ЛӘЙЛӘ (телефонға). Юҡ, күҙ алдыңа килтерәһеңме? Башҡа һыймаҫлыҡ хәл... Ҡайтарып бирерҙәр микән? Беҙҙең заманда? Хәҙер берәү ҙә берәүгә лә нәмәһен ҡайтарып йөрөмәй! Ҡайтарыр булһа инде, төшкә лә инмәгән аҡса һорар... Шенген визаһын күрһәләр инде, юғалтыусының ниндәй хәлдә икәнен төшөнһәләр... Мин, мәҫәлән, берҙе кошелек таптым. Эсендә визиткалар, танытма ята ине. Фейсбукта иғлан яҙҙым, хужаһы табылды. Шылтыратҡайным, “Һылыу, миңә башҡа шылтыратмағыҙ, мин күптән яңыларын эшләттем инде”, тип яуапланылар көйгән тауыш менән. Аңлайһыңмы? Әйтерһең дә, мин унан ниҙер талап иткәнем. Шунан һуң, бына, эшлә инде кешегә изгелек. Тимәк, был хәл дә тап шулайҙарҙан... Эйе... Ни эшләргәлер, белмәйем... Теге юҡ, йөрөй, эҙләй... (Ишек асылған тауыш ишетелә). Ооо, ҡайтты. Ярай, яңылыҡтар булһа, тағы шылтыратырмын. Хуш... (ситкә) Шунан?

АДВОКАТ. Юҡ...

ЛӘЙЛӘ. Юҡ инде...

АДВОКАТ. Бөтәһенә лә шылтыратып сыҡтыңмы?

ЛӘЙЛӘ. Эйе.

АДВОКАТ. Тотош Ҡаҙағстан белә инде улай булғас.

ЛӘЙЛӘ. Һине шул ғына борсой шикелле... Ә мин юғалған кошелектар, паспорттар, телефондар тураһында төрлө тарихтар йыйҙым, исмаһам...

АДВОКАТ. Шунан?

ЛӘЙЛӘ. Ҡайһыныһынан башлайым?

АДВОКАТ. Иң һәйбәтенән.

ЛӘЙЛӘ. Әхирәтем сумкаһын кафела өҫтәлдә ҡалдырған. Эсендәге кошелегы, документтары менән... Аптырап-сабып килеп еткән өс сәғәттән. Нисек ҡалдырған, шулай хәлдә кире ҡайтарып биргәндәр.

АДВОКАТ. Шәп тарих!

ЛӘЙЛӘ. Хәйер, был Дубайҙа булған хәл.

АДВОКАТ. Әәәә...

ЛӘЙЛӘ. Хәҙер насарынмы?

АДВОКАТ. Юҡ, әйҙә уртасаһын.

ЛӘЙЛӘ. Бер танышымдың кеҫәһенән смартфонын урлағандар. Артыҡ ҡыйбат булмаһа ла, эсендә ғаилә фотолары һаҡланған булған. Шулай, иртәгеһенә ишек төбөнә үк алып килеп ҡалдырғандар. “Баҡтиһәң, беҙ һеҙҙең менән туғандар икән”, тигән хат та яҙып ҡыҫтырғандар. Уйлап ҡара...

АДВОКАТ. Ысын булғанмы?

ЛӘЙЛӘ. Эйе...

АДВОКАТ. Кем булғанын асыҡлай алғанмы?

ЛӘЙЛӘ. Юҡ, ҡайҙан... Үҙең беләһең, беҙҙең бер яҡтан ғына туғандар ҙа 300-ҙө ашып китә... Хәтәр хәл булған, әйтәгүр... Ҡаҙаҡтар өсөн махсус, тиерһең...

АДВОКАТ. Атай-әсәйеңә өндәшмәнеңме?

ЛӘЙЛӘ. Әлегә юҡ... Тағы бер-ике тарих һөйләйемме? Әллә тура иң насарына күсәйемме?

АДВОКАТ. Иң насары беҙҙең хәл түгелме һуң?

ЛӘЙЛӘ. Беҙҙеке түгел, һинеке. Самолетҡа тиклем 8 сәғәт бар, шуға беҙ әле был тарихтар араһына инмәйбеҙ. Киләһе хәлде тыңла –бер әхирәтемдең әхирәте операция эшләтергә була. Тәүҙә, ғәҙәттегесә, бик күп анализдар тапшырырға тура килә. Барыһын да тапшыра, ҡағыҙҙарын әҙерләп дауаханаға юллана, һәм тотош пакетын таксила онотоп ҡалдыра.

АДВОКАТ. Ҡот осҡос.

ЛӘЙЛӘ. Таксист пакетты тәүҙә аңғармай, операция кисектерелә. Кискә генә күреп ҡалып, документтарҙы эйәһенә ҡайтарып бирә. Ун мең һорай. Шулай хәлдәр, үәт.

АДВОКАТ. Яуыз.

ЛӘЙЛӘ. Улай ғына булһа, ярай ҙа. Иң һуңғыһы: әхирәтем эсендә водитель танытмаһы, карточкалар, аҡса булған портмоне таба. Иренән хужаһына шылтыратып, ҡайтарып биреүен үтенә. Һөйөнсөһө булыр, тип уйламай ҙа әле. Тапҡан икән, кире бирергә кәрәк, тип кенә уйлай. Тышта осрашырға килешәләр.

АДВОКАТ. Күп тәртипһеҙ егеттәр менән ҙур ҡара машина килеп туҡтай. Яртыһы формалылар, етмәһә.

ЛӘЙЛӘ. Ҡайҙан беләһең?

АДВОКАТ. Ҡайҙалыр уҡыным, шикелле, әллә берәү һөйләнеме. Өс йыл элек тирәһе.

ЛӘЙЛӘ. Ышанмыҫлыҡ хәл. Ысын булған бит ул! Жаннаны иҫләйһеңме? Шулар бит!

АДВОКАТ. Эйе... Ысын.

ЛӘЙЛӘ. Ярай... Фейсбукта яҙайым, исмаһам... Алдынғы кешеләр шулай итә, алты ҡул ҡыҫыш принцибы буйынса табып та ҡуялар ҡайһы берҙә.

АДВОКАТ. Ысын табыламы?

ЛӘЙЛӘ. Ҡайһы берҙә.

АДВОКАТ. Шулаймы? Ә кемдәргә күренәсәк ул?

ЛӘЙЛӘ. Кемгә күренәсәгән уйлар мәл түгел... Кем күрер, кем нимә уйлар, тигәне барыбер миңә! Беҙҙең бронь! Шул виза арҡаһында барлыҡ отелдәргә лә алдан түләргә тура килде, хәҙер кире алырһың-алмай... Юҡ, йәнем көйә минең!!! Фейсбук ҡайҙа булған? Нимәләр булып бөткән ул? Ватсапта ла берәү ҙә яҙмай...

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.