|
|||
Тест һорауҙары.. Баһалау. Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлеге объектив баһаланырға, баһалар аңлатып ҡуйылырға тейеш. ⇐ ПредыдущаяСтр 4 из 4 Тест һорауҙары. 1.Көҙ көнө урман ҡыҙыл, һары, көрән төҫтәргә инә. Был һөйләмдә ниндәй аныҡлаусылар бирелгән? 1. Тиң аныҡлаусылар. 2. Тиң булмаған аныҡлаусылар. 3. Был һөйләмдә аныҡлаусылар бирелмәгән. 2. Бейек йәшел ҡарағайҙар урманды һаҡлап торалар. Был һөйләмдә ниндәй аныҡлаусылар бирелгән? 1. Тиң аныҡлаусылар. 2. Тиң булмаған аныҡлаусылар. 3. Был һөйләмдә аныҡлаусылар бирелмәгән 3.Беҙҙең урманда зифа буйлы, йәшел ҡуйы япраҡлы, аҡ ҡайындар үҫә.Аныҡлаусылар араһында өтөр ҡуйыламы? 1. Ҡуйылмай. 2. Ҡуйыла. Баһалау. Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлеге объектив баһаланырға, баһалар аңлатып ҡуйылырға тейеш. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү-ирешмәүгә уҡытыусы үҙе анализ яһап, дәресте йомғаҡлай. 7. Рефлекцияның дәрестә булыуы мотлаҡ.Уны дәрескә ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? Маҡсаттарға ирештекме? Нисек ирештек? Һөҙөмтәләр ниндәй? Бөгөнгө белемде тормошта ҡайҙа һәм нисек файҙаланырға мөмкин? Һинең ҡайһы эшең бигерәк уңышлы килеп сыҡты? тигән һорауҙар ярҙамында үткәрергә мөмкин. “Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар” темаһы буйынс уҡыусылар ошондай һығымта яһайҙар: Аныҡлаусылар телмәребеҙҙе матурлай, байыта. Бөгөнгө дәрестә көҙгө тәбиғәттең матурлығын, баҡсаларыбыҙҙың муллығын, байлығын тел байлығы аша һүрәтләп бирә алдыҡ. Һүрәтләүҙә тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусыларҙы киң ҡулландыҡ. Улар беҙҙең телмәребеҙҙе байыта. Тел байлығы кешенең эске донъяһының да байлығын, матурлығын күрһәтә. Эске донъяһы бай кеше генә матурлыҡты күрә, уға ҡарап һоҡлана, һоҡланыуҙарын тел байлығы аша башҡаларға еткерә белә. 8.Өй эше: Өй эшен дифференциаль итеп биреү отошло, индивидуаль итеп биреү ҙә хуплауға лайыҡ. Өй эше лә аңлатып бирелергә тейеш.
|
|||
|