Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Йыл уҡытыусыһы” конкурсында башҡорт теле дәрестәрен ФГОС талаптарына ярашлы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр



 

Мөхәмәтова Рәйсә Минеғәле ҡыҙы,Волга буйы Федераль округының Рәсәй геройы В.А. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

“Йыл уҡытыусыһы” конкурсында башҡорт теле дәрестәрен ФГОС талаптарына ярашлы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр

Республика “ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсы 24 йыл үткәрелеп килә. Был бәйгегә талаптар йылдан-йыл үҙгәрештәр кисерә. Бәйге этабының төп күрһәткесе -дәрес, тиһәк, хаталанмабыҙ. Уҡытыусы ниндәй предмет алып барһа ла бәйгелә, минең уйымса, дәрес- уҡытыусының  предмет буйынса белемен, уҡытыу методикаһын, эрудицияһын, ойоштороу һәләтен, уҡыусы психологияһын аңлауын, уҡытыусының ижади һәләтен күрһәтеүсе төп этап.

Республика кимәлендәге конкурста ҡатнашыусы уҡытыусыға иң беренсе тел йәки әҙәбиәт буйынса дәрес күрһәтеүҙе  ныҡлы уйлап һайларға кәрәк, сөнки ҡайһы бер уҡытыусының әҙәбиәт дәрестәре бик уңышлы булһа, икенселәре тел буйынса дәрестәрҙе бик оҫта бирә. Тел дәрестәрен һайлай икән, фонетика, лексика, морфология, синтаксис бүлектәре буйынса класс һайлау мөмкинлеге уҡытыусы иркендә. Урта кластарҙа эшләргә яратһа, 5-6, 7-8 кластарҙы, юғары класс уҡыусылары менән дәрес биреү, әҫәрҙәрҙе анализлау оҡшаһа, 9-11 кластарҙы һайлай ала.

 Дәрес биреү-ул беҙҙең көндәлек эшебеҙ. Көндәлек эшебеҙ, йәғни һәр дәресебеҙ уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, баланың үҙенә генә хас ижади һәләтен асыу, үҫтереү дәресе лә булырға тейеш. “Дәрес –ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелен тоҡандырыусы беренсе осҡон”, -тигән бит бөйөк педагог В.А Сухомлинский.

1.Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы яҡшы һөҙөмтәле дәрес биреү өсөн, уҡытыусыға тәүҙә дәрестең структураһын: ойоштороу, яңы теманы аңлатыу, нығытыу, йомғаҡлау, рефлекция, өй эше биреү этаптарын дөрөҫ итеп планлаштырырға, 40 минут ваҡытты рациональ итеп бүлеп сығырға кәрәк. Юғиһә ҡайһы бер уҡытыусылар дәрестең этаптарын тулыһынса үткәреп бөтә алмай, йомғаҡлауға, баһалауҙы аңлатып биреүгә ваҡыттары етмәй ҡала. Дәрес этаптарының дөрөҫ бүленеше уҡытыусыға эшен  системалы алып барырға ярҙам итә.

 2. Конкурста ҡатнашыусы уҡытыусыға, дәрес темаһын алғас, үҙе дәрес бирәсәк мәктәп уҡытыусыһы менән осрашып һөйләшеү рөхсәт ителә. Шул ваҡытта класс уҡыусыларына дөйөм ҡылыҡһырлама алыу мөмкинлеге була. Был мәғлүмәт дәрескә әҙерләнгәндә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын, белем кимәлен, шәхси мөмкинлектәрен иҫәпкә алырға, проблеманы сисеү һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген дөрөҫ  ойоштороуға ярҙам итәсәк.

3. Яңы стандарттар буйынса ла, дәрестең структураһы үҙгәрмәй, тик стандарт талаптарын тормошҡа ашырыу өсөн, ул яңыса ойошторолорға тейеш.  Уҡытыусы балалар эшмәкәрлегенә системалы йүнәлеш бирә. Бының өсөн дәресте биреүҙе үҙгәртергә, күнегелгән аңлатыу алымынан ситләшеп, уҡыусыларға белемде үҙ аллы, эҙмә-эҙлекле үҙләштереү мөмкинлеген булдырырға кәрәк. Эшлекле йүнәлеш биреү методы белем биреү процесында баланы шәхес булараҡ үҫтереүҙең эҙмә-эҙлеклелеген тәьмин итәсәк.

1. Ойоштороу моменты:

● тема;

● маҡсат, белем биреүсе, үҫтереүсе, тәрбиәүи бурыстар;

● уларҙы ҡабул итеү мотивацияһы;

● планлаштырылған һөҙөмтәләр;

● дәрестең шәхес формалаштырыуға йүнәлтелгән булыуы.

 2. Өйгә бирелгән эштәрҙе тикшереү (әгәр бирелгән булһа).

3. Дәрестең төп этабында һәр уҡыусыны әүҙем уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерләү:

● уҡыу­-уҡытыу маҡсатын ҡуйыу;

● белемдәрҙе актуалләштереү;

4. Яңы материалды еткереү:

● уҡыу-­уҡытыу мәсьәләһен сисеү (хәл итеү);

 ● яңы белемдәрҙе үҙләштереү;

● уҡыусылар тарафынан яңы материалды аңлау кимәлен тикшереү

5. Өйрәнелгән материалды нығытыу:

● белемдәрҙе дөйөмләштереү һәм системалаштырыу;

● контроль һәм үҙконткроль (үҙаллы эш, йомғаҡлау контроле)

6. Йомғаҡлау:

● дәрес һөҙөмтәләрен диагностикалау;

● маҡсатҡа ирешеүҙе рефлексиялау.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.