Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Күп нөктәләр урынына тейешле аныҡлаусыларҙы ҡуйып яҙығыҙ.



1.Күп нөктәләр урынына тейешле аныҡлаусыларҙы ҡуйып яҙығыҙ.

Көҙ. Ҡояшлы ..... көн. Эйе, ...... алтын көҙ етте. Ағастар үҙҙәренең ......, .....,

...... күлдәктәрен кейҙеләр . Урман ..... матур келәм кеүек күренә.

Белешмә өсөн аныҡлаусылар (аяҙ, йылы, һары, ҡыҙыл, көрән, биҙәкле)

2. Аныҡлаусылар өҫтәп, тыныш билдәрен ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ.

 Киң ...... ялан йәйрәп ята.

 Бейек .... тауға менәбеҙ. 

Ҡуйы ......урманға килеп еттек.

 Киң ....... һыулы йылға ағып ята.

 Бай ...... еребеҙ менән һоҡланабыҙ.

 3. Бирелгән һүҙҙәргә тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар өҫтәп, тыныш билдәләрен ҡуйып яҙығыҙ, улар менән бәйләнешле текст төҙөгөҙ

.... .... урман

..... .... ағастар

..... ..... алмалар

.... ..... грушалар

..... ......  баҡса

Ғәмәли эштәрҙән һуң уҡыусылар менән берлектә йә таблица, йә схема эшләһәң, уҡыусының хәтерендә нығыраҡ ҡала. Мәҫәлән, ошондай таблица эшләү отошло була.

Аныҡлаусы

Тиң аныҡлаусылар Тиң булмаған аныҡлаусылар
Предметтың бер төрлө билдәһен Предметтың төрлө билдәһен
Тиң аныҡлаусыларҙың урындарын алмаштырып була, һөйләмдең мәғәнәһе үҙгәрмәй Тиң булмаған аныҡлаусыларҙың урындарын алмаштырып булмай, һөйләмдең мәғәнәһе үҙгәрә
Тиң аныҡлаусылар араһында өтөр ҡуйыла Тиң булмаған аныҡлаусылар араһында өтөр ҡуйылмай. Иҫкәрмә: Предметҡа йәки затҡа тулы, һәр яҡлап характеристика биргәһәләр, өтөр ҡуйыла

 

Һәр дәрестә ял минуты үткәреү кәрәк, тип уйлайым. Ул төрлө формалала һәм темаға ярашлы булырға тейеш. Физминутка яһау, йыр йырлау, күҙҙәргә гимнастика яһау, музыка тыңлап, тын ғына ултырыу.

5. Белемдәрҙе актуалләштереү өсөн (нығытыу)- уҡыусыларға ғәмәли эштәр тәҡдим ителә. Ғәмәли эштәрҙә лә дәрестең грамматик темаһы лексик тема менән үрелеп барырға тейеш. Уҡыусылар парҙарҙа, төркөмдәрҙә һәм индивидуаль формала эшләйҙәр. Мәҫәлән, артабан көҙ темаһын дауам итеп, тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусыларҙы ҡулланып, телмәр үҫтереү эше бирелә. Был осраҡта “Көҙгө урман”, “Бай баҡса”, “Мул уңыш”темаларын тәҡдим итергә мөмкин, йә иһә һүрәттәр биреп, шуның буйынса бәләкәй инша, шиғыр яҙыу кеүек ижади эштәр тәҡдим ителә. Ә ауырыраҡ үҙләштереүсе балаларға аныҡлаусылар менән һүҙбәйләнеш, ҡыҫҡаҡ һөйләмдәр төҙөү, карточкабуйынса эш бирергә була. Лексик теманы ла оноторға ярамай, грамматик тема менән бәйләп, үҫтерә барырға кәрәк. Көҙ. Көҙгө баҡса. Көҙгө урман. Матур яҙылған эштәргә маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәй, хупларға кәрәк. Маҡтау һүҙе балаларға ҡанат ҡуя, яңы үрҙәргә дәртләндерә.   

    Башҡорт дәүләт телен өйрәнеүсе уҡыусыларға  һүҙлек эше, диалог төҙөү һәр дәрестә булырға тейеш. Минең уйымса, аудирование- тыңлап аңларға өйрәнеүҙе лә дәрестең һәр этабына индереү кәрәктер. Был осраҡта уҡыусылар дикторҙы тыңлайҙар, аҙаҡ үҙҙәре лә дикторға оҡшатып, дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнәләр. Интернет аша балалар өсөн булған тапшырыуҙарҙы ҡарау, юғары класс уҡыусылары менән йәштәр сайтында аралашыу телмәрҙәрен генә үҫтереп ҡалмай, уларҙы шәхес булараҡ үҫтереүгә булышлыҡ итә. (электрон уйын мәктәбе, интерактив башҡорт теле һ.б. сайттарҙа эшләргә була)

6. Йомғаҡлау, һығымта яһау.Конкурста ҡатнашҡан уҡытыусылар нығытыу этабына эш төрҙәрен күп итеп алалар, һәр эш төрөн үтәргә тырышып, уҡыусының телмәренә, яуаптарына иғтибарҙы кәметәләр йә бөтөнләй иғтибар итмәйҙәр. Шунлыҡтан йомғаҡлау менән рефлекцияға ваҡыттары етмәгән осраҡтар ҙа булғылай. Әлбиттә, запасҡа эш төрҙәрен әҙерләргә кәрәк, ләкин дәрес барышында, уҡыусыларҙың мөмкинлектәренән сығып эш итергә кәрәк. Ә дәрестең йомғаҡлау һәм рефлекция этабы ФГОС буйынса мотлаҡ үткәрелергә тейеш.

Йомғаҡлауҙа һорау-яуап (уҡыусылар үҙҙәре бер-береһенә, йә булмаһа бер төркөм икенсе төркөмгә тикшереү һорауҙары бирә),  тест алымдары киң ҡулланыла. Парҙарҙа тикшерәләр. Уҡыусы үҙен уҡытыусы ролендә тоя. Был ваҡытта ярыш сәме лә уянып китә: һәр береһе үҙенең төркөмө өсөн тырыша.

Бер –береһенең эшен тикшерәләр. Уҡытыусы һәр баланың эшен анализларға тейеш. (интерактив таҡтаға дөрөҫ яуаптар, тест һорауҙврының яуаптары сығарыла.) Мәҫәлән, “Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар” темаһы буйынса ошондай бәләкәй генә тест һорауҙары ҡулланырға мөмкин, ул күп ваҡыт талап итмәй.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.