Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Яңы теманы үҙләштереү



7. Өйгә эш.

1.Ойоштороу моменты. (Маҡсат: балаларҙың дәрескә әҙерлеген тикшереү.) Уҡыусылар дәрескә кәрәкле материалды барлай. Уҡытыусы дәрескә ыңғай мотивация тыуҙыра, уҡыусыларҙы яңы белем алыу эшмәкәрлегенә, уңыш ситуацияһы тыуҙырыуға көйләй. Һәр уҡытыусы мотивацияны үҙенсә ойоштора: кемдер йыр менән, кемдер шиғыр менән, кемдер һүрәт, картиналар, йәнһүрәттәр, видеояҙма күрһәтеү менән ойоштора. Ошо һайланған мотивация юлдарары: һүрәттәр, шиғыр, йыр юлдары дәрестең эске йөкмәткеһен аса алырлыҡ булһын.  (Уҡытыусының үҙенә яғымлы, көләс һәм кәйефле булыу мотлаҡ.)

 Уҡытыусы. Мәҫәлән,

 – Хәйерле көн, уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә уңыштар теләйек һәм ең һыҙғанып эшкә тотонайыҡ. Ә беҙҙең төп эшебеҙ: фәндәр тауына менеү. Фәндәр тауының үренә ҡыйыуҙар, тырыштар ғына етә. Мин һеҙгә дәрестә ҡыйыулыҡ, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ теләйем. (Р. Ниғмәтиҙең шиғыр юлдарына мөрәжәғәт итергә була)

Дәрестә ыңғай мотивация булдырыу- дәрестең ярты уңышы. Уҡыусыла яңы белем алыуға теләк уяна, дәрестә әүҙем эшләй, белмәгәнен белергә тырыша, бәләкәй генә уңышы ла уға шатлыҡ килтерә, үҙ көсөнә ышанысын арттыра.

2. Булған белемде актуалләштереү.  Конкурс дәресендә өй эшен тикшереү, үтелгән материалды һорау бик килешеп етмәй һәм хупланмай. Шулай ҙа өйрәнеләсәк яңы тема буйынса уҡыусыларҙың алдағы дәрестәрҙә алған белемдәрен актуалләштереү яңы материалды үҙләштереүгә нигеҙ һалыу йүнәлешендә алып барылһа ғына үткәрергә була. Ғәҙәти дәрестә өй эшен тикшереүҙе төрлө формала ойошторорға була. Уҡыусылар парҙарҙа, төркөмдәрҙә бер-береһенең эшен тикшерәләр, хаталары булһа, хаталарҙы анализлау эше ойошторола. Уҡыусылар үҙҙәре хатаның сәбәптәрен асыҡлайҙар, ҡағиҙәне табып, дөрөҫ яуапты дәлилләйҙәр. Уҡыусы –уҡыусы менән хеҙмәттәшлек итә, үҙ фекерен иҫбатларға өйрәнә, дәреслек, һүҙлек менән эшләү күнекмәләре үҫешә, үҙе тапҡан белемде аңлатып һөйләргә өйрәнә. Был саҡта уҡыусылателәктәшлек күрһәтеү, ярҙамсыллыҡ кеүек  матур характер сифатары (рухи ҡиммәттәр) үҫеш ала, шәхес тәрбиәләүгә йүнәлеш алына.

 Мәҫәлән, 8-се класта “Аныҡлаусы” темаһы буйынса составында аныҡлаусылар булған мәҡәлдәр өй эше итеп бирелә. Аныҡлаусыларҙы табып, аҫтына һыҙырға һәм уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен билдәләргә.

Бер тырышлыҡ унлата ҡайтыр. Ҡалған эшкә ҡар яуыр. Уҡығандың теле икәү. Яҡшы ауыҙға аш тейер, яман ауыҙға таш тейер. Егәрленең ҡулы етәү.

Уҡыусылар, ғәҙәттә, эйәлек килештә бирелген аныҡлаусыларҙы тултырыусылар менән бутай. Был осраҡта уҡыусылар ҡағиҙәне уҡып сығалар, бере-береһенә аңлаталар, миҫалдар менән нығытып, уртаҡ бер фекергә киләләр. (Аныҡлаусылар кемдең? нимәнең? һорауҙарына  ла яуап бирәләр тигән һығымта яһайҙар)

 3.Дәрестең төп этабында һәр уҡыусыны әүҙем уҡыу эшмәкәрлегенә әҙерләү:Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса, уҡыусылар теманы үҙҙәре билдәләргә, маҡсат ҡуйырға тейештәр. Алдағы дәрестә үтелгәндәргә бәйләп, яңы үтеләсәк темаға ярашлы миҫалдар биреп, дәрестең темаһын асыҡлап була. Дәрескә инеү алымдары бик күп: һүрәттәр ярҙамында, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, ребустар, анаграммалар, кроссвордтар, шиғыр юлдары һ.б аша уҡыусыларҙы уйландырырға, теманы билдәләтергә була. Әммә конкурс дәресенә теманы билдәләү өсөн эштәрҙе еңел генә итеп алырға һәм маҡсатты ла уҡыусыларҙың үҙҙәренән тиҙ генә ҡуйҙырырға кәрәк. Ҡатмарлы эш алымы ҡулланылһа, ваҡыт күп китә. Ҡайһы бер уҡытыусылар, үҙе теләгән фекерҙе талап итеп, дәрестең ҡәҙерле минуттарын юғалтыуҙары мөмкин. Уҡытыусы уҡыусы әйткән фекерҙе үҫтерәп ебәрә белергә тейеш. Уҡыусылар тарафынан тема билдәләнеп, маҡсат-бурыстар ҡуйылғас, уҡытыусы үҙе дәрестең темаһын, маҡсат-бурыстарын аныҡ билдәләп ҡуйырға тейеш.

Мәҫәлән, “Аныҡлаусы” темаһынан һуң “Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар” темаһы үтелә. Уҡыусыларға сағыштырыу өсөн ошондай ике һөйләм. шиғыр юлдары, текстан өҙөк бирергә була. Ул һөйләмдәр. шиғырҙар дәрестең лексик темаһы менән бәйле булырға тейеш.

 1.Көҙ етте. Баҡсалағы аҡ, һары, ҡыҙыл сәскәләр сағыулығын юғалтты.

2. Алмағастың эре ҡыҙыл алмалары ла ергә ҡойола башланы.

Уҡыусылар һөйләмдәрҙе уҡыйҙар, билдәләнгән һүҙҙәрҙең ниндәй һөйләм киҫәге булыуын асыҡлайҙар, аныҡлаусыларҙы сағыштыралар,теманы билдәләйҙәр, дәрестең маҡсатын ҡуялар. Теманы билдәләүҙә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа, проблемалы һорау ҡуйыла: ни өсөн беренсе һөйләмдә аныҡлаусылар араһында өтөр ҡуйылған, ә икенсе һөйләмдә ҡуйылмай? Һөйләмдәрҙе сағыштыр, уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын тап, иҫбатла.Әгәр уҡыусылар әйтә алмаһа, уҡытыусы уларға эшлекле йүнәлеш бирә: беренсе һөйләмдә аныҡлаусылар предметтың ниндәй билдәһен белдерәләр? Ә икенсе һөйләмдә предметтың ниндәй билдәләрен белдерә? Уҡыусылар уйлана, бер береһе менән кәңәшләшә, уртаҡ бер фекергә киләләр, бик билдәләй алмаһалар, дәреслеккә мөрәжәғәт итәләр. Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, фән белгестәре нисек уйлай икән?  Уҡыусылар ҡағиҙә уҡыйҙар һәм дөрөҫ яуап табалар, үҙҙәре тапҡан хәтерҙә ҡала. Уҡыусы үҙенә ниндәйҙер яңы асыш яһай ул да үҙен фән белгесе итеп тоя, үҙенә ышаныс уяна, артабанғы эштәргә дәртләнеп тотона. Уҡытыусыға уҡыусының телмәренә, яуаптарына иғтибарлы булырға кәрәк. Ни өсөн тигәндә,  уҡыусылар рус телендәге кеүек һөйләмдәр төҙөйҙәр: мин уйлайым, (я думаю, я предполагаю). Уҡыусыларҙың телмәр хаталарын төҙәтергә, яуаптарына ла иғтибарлы булыу кәрәк.

Ошо урында һүҙлек өҫтөндә эште лә оноторға ярамай. (Ә рус кластарында һүҙлек эше мотлаҡ булырға тейеш.)

4. Яңы теманы үҙләштереү

Дәрестең темаһы билдәләнгәс, маҡсат–бурыстар ҡуйылғас, уҡытыусы үҙе уңышлы тип тапҡан технологиялар менән яңы теманы үҙләштереүҙе ойоштора. Эш төрҙәре ябайҙан ҡатмарлыға үҫә бара. Ғәмәли эштәрҙе үтәгәндә уҡыусыларҙың мөмкинлектәре һәм индивидуаль үҙенсәлектәре иҫәпкә алына һәмпарҙапҙа, төркөмдәрҙә эшләү ойошторола. Төркөмдәргә төрлө ҡатмарлыҡтағы эштәр тәҡдим ителә. Уҡыусы эшмәкәрлеген яҡшы, аңлайышлы итеп ойоштороу уҡытыусының маһирлығынан тора. Уйын технологияһымы, кластер төҙөүмө, терәк-схемалар, таблицалар эшләүме, тест һорауҙары ашамы?

Мәҫәлән, тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар темаһы буйынса ошондай эш төрҙәре бирергә була:



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.