Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Ноғман Мусин. Тормошо



Ноғман Мусин

(1931)

Прозаик, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

Тормошо

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Башта үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, тыуған ауылына уҡытыусы булып ҡайта. Буласаҡ яҙыусы Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡый, һуңынан районда мәғариф бүлегенең мәктәптәр буйынса инспекторы булып эшләй. Әммә тиҙҙән хәрби хеҙмәткә алына.

1953 йылда армиянан ҡайтҡас, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй, аҙаҡ үҙенең тыуған ауылындағы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре бирә. Ә 1958 йылда “Ағиҙел” журналына эшкә килә һәм ошонан һуң әҙәби ижадтан айырылмай.

Ижады.

Ноғман Мусин ижады 1953 йылда баҫылған “Минең дуҫ” исемле хикәйәһенән башлана. Өс йылдан һуң “Зөһрә” тигән повесы донъя күрә.

Илленсе йылдар аҙағында һәм алтмышынсы йылдарҙа яҙылған «Ғорурлыҡ», «Ер биҙәге», «Кеше йылмая», «Ауылым юлы» исемле повестары китап һөйөүселәр араһында киң тарала.

70-се йылдарҙа Ноғман Мусин яңы, киңерәк жанрҙарға ынтыла. Ошо йылдарҙа уның «Мәңгелек урман», «Ҙәнгәр тауҙа аҡ болан», «Һайлап алған яҙмыш» романдары донъя күрә.

Ноғман Мусин ижады тамырлы, геройҙары – төрлө мөхиттән, төрлө һөнәр кешеләре - инженеры, геолог, врач (табиб), уҡытыусы, һалдат, механизаторҙар, ғалим, ер кешеһе, йәмәғәт эшмәкәре... Яҙыусының әҫәрҙәре тәрән мәғәнәле, еңел уҡыла. Геройҙары тормошто аңлайҙар, эш һөйәләр. Хатта кире персонаждары ла ауырлыҡтар үтеп, тормошта үҙ юлдарын таба. Уның персонаждарына матур сифаттар хас.

Повестары: «Ғорурлыҡ», «Ер биҙәге», «Кеше йылмая», «Ауылым юлы», «Зөһрә». Романдары: «Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәр тауҙа аҡ болан», «Мәңгелек урман».

Ответьте на вопросы:

− Ноғман Мусин нисәнсе йылда тыуған?

− Ҡайһы мәктәптә уҡый?

− Юғары белемде ҡайҙа ала?

− Кем булып эшләй?

− Уның беренсе әҫәре нисәнсе йылда баҫылып сыға?

− Уның персонаждарына ниндәй сифаттар хас?

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.