|
|||
Халҡыма хат. Работа с родителями в начальной школе. – Башланғыс мәктәптә ата-әсәләр менән эшХалҡыма хат (поэманан өҙөк) Туған телем минең! Күпме һүҙең Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана. Тамырыңды уйлап ғорурланам, Бөгөнгөңдө күреп хурланам.
Туған телкәйемдең хәлдәренән Бәғерҙәрем яна, теленә. Халҡыма мин ошо хатты яҙам, Оран һалам башҡорт иленә.
Еркәйемдең тарих һөйләмәгән Юҡ һукмағы, һыуы, юҡ тауы. Ишетәмен әле ҡылыс сыңын, Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.
Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа, Күпме наҙ бар дала елендә. Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып, Һөйләшәләр башҡорт телендә.
Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә Мең йыл уйылып ҡалған эҙем бар. Быуындарға ялғап быуындарҙы, Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын Ҡайһы быуаттарға яҙмаған. Күпме аҫыл ерҙәренән яҙған, Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған, Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған, Тик моңонан, теленән яҙмаған.
Работа с родителями в начальной школе. – Башланғыс мәктәптә ата-әсәләр менән эш Запомните необходимый лексический минимум: родительское собрание – ата-әсәләр йыйылышы психологическая помощь – психологик ярҙам педагогическая дискуссия – педагогик дискуссия (бәхәс) взаимоотношения – үҙ-ара мөнәсәбәттәр родительский клуб – ата-әсәләр клубы родительский комитет – ата-әсәләр комитеты лекция для родителей – ата-әсәләр өсөн лекция консультация для родителей – ата-әсәләр өсөн консультация
Прочитайте и переведите диалог: - Башланғыс мәктәптә ата-әсәләрҙең роле ниндәй? - Балалар, ата-әсәләр, уҡытыусылар – бер мәктәп коллективының ағзалары. Уларҙың барыһын да бер төрлө проблемалар берләштерә. Шуның өсөн ата-әсәләр менән эш даими алып барылырға тейеш. - Башланғыс мәктәптә ата-әсәләр менән эш нисек ойошторола? Ниндәй йүнәлештәрҙә алып барылырға мөмкин? - Башланғыс мәктәптә ата-әсәләр менән эш шундай йүнәлештәрҙә ойошторолорға мөмкин: а) ата-әсәләрҙең психологик-педагогик белемдәрен арттырыу; б) ата-әсәләрҙе уҡытыу-тәрбиә эшенә йәлеп итеү; в) ата-әсәләрҙең мәктәп менән идара итеүҙә ҡатнашыуы; г) ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте климатының шарттарын булдырыу. - Башланғыс мәктәптә ата-әсәләр менән эш ниндәй формаларҙа ойошторолорға мөмкин? - Башланғыс мәктәптә ата-әсәләр менән эштең шундай формалары бар: ата-әсәләр йыйылышы, коллектив һәм индивидуаль консультациялар, әңгәмәләр, лекциялар, конференциялар, уҡыусыларҙың өйөнә барыу, презентациялар, уҡыусыларҙың эштәренән күргәҙмәләр ойоштороу һәм башҡалар. Слова-помощники: берләштерә – объединяет даими – постоянно алып барылырға мөмкин – может вестись ойошторолорға мөмкин – может быть организована ата-әсәләрҙең психологик-педагогик белемдәрен арттырыу – просвещение психолого-педагогических знаний родителей уҡытыу-тәрбиә эше – учебно-воспитательный процесс йәлеп итеү – вовлечение мәктәп менән идара итеү – управление школой үҙ-ара мөнәсәбәт климатының шарттарын булдырыу – создание условий климата взаимоотношений уҡыусыларҙың өйөнә барыу – посещение семей учащихся
|
|||
|