Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





айса Хөсәйенов



Ғайса Хөсәйенов

(1928)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, киң профилле ғалим (лингвист, тарихсы, тәнҡитсе, философ), профессор, педагог, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Ғайса Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.

1947‒1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай. 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай.

1996‒2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов – йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙа. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыға.

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.

 Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙа.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ғалим – Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә. 2008 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә.

Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул ‒ Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.

 

Ответьте на вопросы:

- Кем ул Ғайса Хөсәйенов?

- Ғайса Хөсәйенов ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?

- Яҙыусы ниндәй мәктәптә белем алған?

- Юғары белемде ҡайҙа ала?

- Ниндәй яуаплы вазифалар башҡара?

- Ғайса Хөсәйеновтың ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

- Әҙиптең ниндәй наградалары бар?

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.