Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Внеклассная работа в начальной школе – Башланғыс мәктәптә синыфтан тыш эш



Внеклассная работа в начальной школе – Башланғыс мәктәптә синыфтан тыш эш

Запомните необходимый лексический минимум:

внеклассная (внеурочная) работа – синыфтан тыш (дәрестән тыш) эш

всестороннее развитие – бөтә яҡлы үҫеш

спортивно-оздоровительная деятельность – спорт-һауыҡтырыу эшмәкәрлеге

художественно-эстетическая деятельность – художестволы-эстетик эшмәкәрлек

научно-познавательная деятельность – фәнни-танып белеү эшмәкәрлеге

военно-патриотическая деятельность – хәрби-патриотик эшмәкәрлек

общественно-полезная деятельность – ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлек

проектная деятельность – проектлы эшмәкәрлек

формы организации – ойоштороу формалары

 

Прочитайте и переведите диалог:

- Башланғыс мәктәптә синыфтан тыш эш ниндәй маҡсаттан башҡарыла?

- Башланғыс мәктәптә синыфтан тыш эш балаларҙы бөтә яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелә.

- Башланғыс мәктәптә синыфтан тыш эш ниндәй йүнәлештәрҙә алып барылырға тейеш?

- Башланғыс мәктәптә синыфтан тыш эш шундай йүнәлештәрҙә алып барылырға тейеш: спорт-һауыҡтырыу эшмәкәрлеге, художестволы-эстетик эшмәкәрлек, фәнни-танып белеү эшмәкәрлеге, хәрби-патриотик эшмәкәрлек, ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлек, проектлы эшмәкәрлек.

- Һанап кителгән эшмәкәрлек төрҙәре ниндәй формала ойошторолорға мөмкин?

- Һанап кителгән эшмәкәрлек төрҙәре бик күп төрлө формала ойошторолорға мөмкин.

 

Рауил Бикбаев

(1938–1919)

Ырымбур яҡтары республикабыҙға күренекле дәүләт эшмәкәрҙәрен, хеҙмәт алдынғыларын, әҙәбиәтебеҙгә Даут Юлтый, Ғабдулла Амантай, Сәғит Ағиш кеүек атаҡлы яҙыусыларҙы биргән. Рауил Бикбаев та сығышы менән Ырымбур яҡтарынан.

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровка районының Соран йылғаһы буйындағы Үрге Ҡунаҡбай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1953 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Аҡ-Булаҡ педагогия училищеһында уҡый. 1957 йылда Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, утыҙ йылға яҡын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1996 йылда ул филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә өлгәшә.

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙа башлай. Әҙәбиәт түңәрәгендә ҡатнашыу, оло тәжрибәле ҡәләмдәштәре менән аралашыу ижад өсөн киң мөмкинселектәр бирә. 1964 йылда «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Икенсе китабы «Ҡош юлы» 1967 йылда сыға.

Етмешенсе йылдар уртаһында сыҡҡан китабы «Ғүмер уртаһы» тип атала. Бында автор ижадына йомғаҡ яһай һәм унда кешенең тормошто аңларға тырышыуы, донъя именлеге, бөгөнгө көн, киләсәк өсөн борсолоуы яңғырай.

«Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ» тигән поэмаһы бер кешене лә битараф ҡалдырмай. Шағир Ағиҙел һыуының бысрауы, урмандарҙың ҡырылыуы тураһында хәүефһеҙләнеп, өҙгөләнеп яҙа.

Урман!

Юҡ, ҡурҡма ҡәләмдән,

Ҡурҡ һин бөгөн

Ҡәләм тотҡан ғәмһеҙ әҙәмдән.

Ағиҙел ҙур, киң, матур, бай йылға. Ләкин һыуын эсерлекме?

Ағиҙелдең буйын буйла, имеш,

Һыуын уртлай алмай зарығып,

Илде иңләп аҡҡан изге йылғам,

Ниндәй көнгә килеп тарыныҡ?

Башҡорт әҙәбиәтендә матур традиция йәшәп килә. Ул – заманаларҙың, йәмғиәт тормошоноң ауыр йәки хәл иткес саҡтарында халыҡҡа хат менән мөрәжәғәт итеү йолаһы. Шағир йәш быуындың үҙ телен, әсә телен белмәүенә борсола һәм «Халҡыма хат» тигән шиғырында совет власы йылдарында руслаштырыу һөҙөмтәһендә төрлө милләт балаларының туған телен онотоуы тураһында әсенеп бәйән итә.

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.