Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Мөнир ҠУНАФИН 4 страница



Аҡ ыллы Гвандоя тағ ы һ ынап оҙ аҡ ҡ ына ҡ арап торҙ о ла ҡ ағ ыҙ киҫ ә ген алды. Шунан уфтанып:

– Эйе шул – тип ҡ уйҙ ы.

– Донъя ҡ уласа, бер баҫ маһ а бер баҫ а, имен йө рө, оҙ аҡ йә шә ргә тырыш, яҡ ты донъяларҙ ан кем туйғ ан, – тине лә бә лә кә с ҡ ыҙ ын етә клә п ҡ айтыр яҡ ҡ а йү нә лде Шакира. Бер аҙ атлағ ас, уларҙ ы Гвандоя йү гереп ҡ ыуып етте. Сү кә йеп ултырып Сө мбө лдө ҡ осаҡ ланы, шунан ике битенә н суп-суп ү беп алды.

 

***

Шакира иртә гә яң ғ ыҙ ы булһ а ла урманғ а барып урарғ а булды. Жак утарының ҡ айһ ы тирә лә икә нен яҡ ынса белә. Бә лки унда берә й тө рлө мә ғ лү мә т барҙ ыр, юғ алғ ан ирҙ е ө йҙ ә кө тө п ултырып ҡ ына табып булмаҫ. Ү ҙ е лә һ ағ ынды уны. Тапһ амы, тапһ амы... Быуып ү лтерә сә к, ҡ осаҡ лап-ҡ осаҡ лап, ү беп-яратып быуып ү лтерә сә к.

Киске аш мә лендә балаларына иртә гә урманғ а барып килерен аң латты.

– Атайығ ыҙ ҙ ы эҙ лә п килә м. Иртә гә таң менә н, – тине.

Азалия ә сә һ енә оҙ аҡ ҡ арап торҙ о ла:

– Атайым ҡ айтмаясаҡ, – тип шыбырҙ аны.

Ә сә һ е хә ү ефлә неп балаһ ына ҡ араны.

– Нишлә п, ҡ айҙ ан белә һ ең? Улай тимә, балам. Ө мө тлә нә йек ә ле.

– Ул миң ә ү ҙ е ә йтте. Тө шө мдә, шикелле, мин ҡ айтмайым, ҡ урҡ ам, тине.

– Нимә нә н ҡ урҡ ам, ти.

– Атаййай ҡ уйҡ май, уйай кө слө була, – тип Сө мбө л дә тә телдә гә н булды.

– Белмә йем, – тип башын һ елкте оло ҡ ыҙ ы.

– Ҡ уй, балам, юҡ ты туҡ ыма. Урманда бер йорт бар, шунда ғ ына барам да, тиҙ ү к ә йлә нә м.

 Сө мбө лдө йоҡ ларғ а иртә рә к һ алды, бә пес сағ ындағ ы кеү ек ҡ уйынына һ алып бә ү елтеп, ә бей-бабайҙ ан да, айыу-ҡ уяндан да ҡ асҡ ан йоморо икмә к тураһ ында ә киә т һ ө йлә п йоҡ латты. Йоморо икмә к хә йлә кә р тө лкө ауыҙ ына “барып етмә не”, кө нө буйы ә сә һ е артынан йө рө п арығ ан сабый ә ү ен баҙ арына китте. Барыбыҙ ҙ а хә ҙ ер тө лкө морононда, йыр һ уҙ һ аҡ та, таҡ маҡ ә йтһ ә к тә, алдап булмаясаҡ. Кешелекте йотасаҡ тө лкө, тә млә п йотасаҡ. Һ уң ынан теле менә н ауыҙ -моронон ялап ҡ уясаҡ ә ле. Ә ллә ниндә й уйҙ ар килде ә сә нең башына. Балалар ә киә тенә н дә тормош трагедияһ ы яһ ап ултыр инде. Тө лкө мороно, имеш, барыбыҙ ҙ а Хоҙ ай хө кө мө ндә, Аллаһ ҡ улындабыҙ бө гө н.

Ө лкә н балаларына эш ҡ ушырғ а ла онотманы. Скотҡ а, бесә нде һ ыйырғ а ө ҫ тә н генә һ ал, бункерҙ ың йоҙ ағ ын асып ҡ уймағ ыҙ, малды урлап ҡ уйырҙ ар, тип аң латты. Мал йә нле малай аң лап баш һ елкте. “Һ ө тө н һ ауып индереп ҡ уйҙ ым. Һ ыу һ алдым. Оҙ аҡ ламам”, – тип тә ө ҫ тә не. Ә Азалияғ а, ундай-бындай хә л булһ а, йә мин оҙ аҡ лап китһ ә м, ө йҙ ә н сыҡ мағ ыҙ, туғ аның ды ҡ осаҡ лап ҡ ына ятып торорһ оң, тип бер нисә тапҡ ыр ә йтте.

– Белә м, Сө мбө лдө ҡ арап торорғ а, маң ҡ аһ ы аҡ һ а, һ ө ртө ргә, ө йҙ ә н бер ҡ айҙ а ла сыҡ маҫ ҡ а, – тип яуапланы уныһ ы. Ә сә һ е былай ҙ а ҡ айҙ а барһ а ла ошо ө гө т, йомоштарын ҡ уша инде.

Йоҡ ларғ а ятып ойоп ҡ ына киткә йне Скоттың тауышы һ иҫ кә ндереп ебә рҙ е.

– Ер шары бө тһ ә иблистә р ҙ ә юҡ ҡ а сығ ырмы икә н, Шакира апай?

– Белмә йемсе, ниң ә улай тип һ орайһ ың? – уянғ ыһ ы ла, уйланғ ыһ ы ла килмә й ине ҡ атындың. Скот тороп ултырҙ ы, оҙ аҡ уйланғ ан ахыры. Һ ү ҙ ҙ ә рен аныҡ ҡ ына теҙ еп китте.

– Аллаһ бабай ожмахтан ҡ ыуып, Иблистә рҙ е Ергә генә тө шө рҙ ө мө икә н? Башҡ а планета, галактикаларғ а ла ебә рмә неме икә н, тип кенә һ орауым ине.

Был һ ү ҙ ҙ ә рҙ ә н ә сә нең кү ҙ ҙ ә ре асылыу ғ ына тү гел, аҡ ая тө штө.

– Шунан?

– Нисек шунан? Ә гә р ул иблистә р башҡ а цивилизацияғ а ла таралғ ан булһ а, Ер менә н бергә генә ү лергә лә ҡ уйырғ амы, тип уйлайым.

– Иҫ ә р һ ин. Икенсе планетағ а китмә ксе инең ме ни?

– Китер инем дә... Уларҙ ан барыбер ҡ отолоп булмаясаҡ.

– Башың ды юҡ -бар менә н ҡ атырма, йоҡ ла, Скот.

– Ҡ атырмайым. Ул иблистә р беҙ ҙ ең менә н бергә ү лерме һ уң?

Шакира урынынан тороп, малай эргә һ енә килде. Уны ү ҙ енә һ ыйындырып ҡ осаҡ лап ултырҙ ы:

– Аллаһ ы Тә ғ ә лә гонаһ тары ө сө н Ә ҙ ә м менә н Һ ауаны ожмахтан ергә ҡ ыуғ ан саҡ та ла арттарынан Иблисте эйә ртә. Марсҡ а барһ аң да артың дан эйә реп барасаҡ улар.

– Мин ҡ урҡ ам, улайһ а.

– Ҡ урҡ ма, йоҡ ла.

Урынына барып ҡ ына ятҡ айны, Скоттың тағ ы тауышы сыҡ ты.

– Ә мин атайымдың миң ә ни ө сө н ағ ыулы ит бирмә гә нен белә м.

Тертлә не был һ ү ҙ ҙ ә ргә Шакира. Аң ҡ ы-тиң кене аң ламағ ан тиле ни һ ө йлә й! Яң ынан тороп тағ ы эргә һ енә барып ултырҙ ы.

– Йә һ ө йлә, нимә ә йткең килә, ҡ ә ҙ ерлем? – малайҙ ың башын һ ыйпаны.

– Ул кө ндө ит бешереп, тә ү ҙ ә мине туйғ ансы айырым ғ ына ашаттылар. “Беҙ икенсе донъяғ а кү сә беҙ, балам. Эйе, барыбыҙ ҙ а. Ер шарынан китеп кү ккә менә беҙ. Иблистә р булмағ ан илгә ”, – тине атайым.

– Ә һ ине ҡ алдырабыҙ тинеме? – Шакира тамағ ы тө бө ндә ге тө йө рҙ ө йота алмай бер булды. Йоҡ оһ о бө тө нлә й ҡ асты.

– Эйе, һ ине ҡ алдырабыҙ. Һ ин иблестә рҙ е белмә йһ ең, шуғ а, тине.

– Ә ә сә йең... ә сә йең нимә тине?

– “Аптыратма баланы. Хоҙ айҙ ан ҡ урҡ, исмаһ ам, Джордж. Баланың ни ғ ә йебе? Уны ла алайыҡ ”, тине ә сә йем. Атайым ул кө ндө бик ҡ урҡ ыныс ине. Ҡ анлы тирене ө йгә индереп һ алды. Шунан Хоҙ айҙ ы ә рлә не.

– Нимә тип?

Скоттың атаһ ы булып һ ә м һ ү ҙ мә -һ ү ҙ һ ө йлә ү енә аптыраны Шакира. Баланың шулай хә тере шә пме, ә ллә иҫ ә р Джордждың йә не ҡ апыл улына кү сеп-кү сеп аламы.

– Хоҙ айҙ ан ҡ урҡ ырлыҡ тү гел, ул кешелеккә хө кө м сығ арғ ан да инде. Скоттың ғ ә йебе юҡ, киреһ енсә, Хоҙ ай ғ ә йепле, уны беҙ ҙ ә н ө ҫ тө н итеп яратҡ ан, ул һ ыҙ лана белмә й, ул Иблистә рҙ е танымай, Хоҙ айҙ ы ла. Уғ а ерҙ ең бө тө ү -бө тмә ү е мотлаҡ тү гел. Уның ү ҙ донъяһ ы. Шуғ а мин уғ а ғ ү мер бирә м, тип аҡ ырҙ ы.

Шакира ни тип ә йтергә белмә не. Ү ҙ е баланы ҡ осаҡ ланы, ү ҙ е унан ҡ урҡ ты ла. Ниндә йҙ ер кеше белмә гә н Хоҙ ай шауҡ ымы бар бит был балала.

– Улар һ ине ярата, шуғ а йә ллә гә ндә р. Шуғ а һ ин тере, – оҙ он тынлыҡ тан һ уң шулай тигә н булды.

– Минең улар менә н кү ккә менге килгә йне лә. Бик танымағ ас, иблестә р ҙ ә минең арттан эйә реп барыр, тип ҡ урҡ ам.

Ни ә йтергә белмә не ә сә кеше.

– Кү ң елем былай ҙ а шомло, йоҡ лайыҡ, балам, – тип Скотты ҡ осаҡ лап ятты Шакира.

 

***

Иртә торҙ о. Балаларына ө ҫ тә лгә ризыҡ йә тешлә не. Шунан йоҡ лап ятҡ ан балаларын ябындырҙ ы. Ү ҙ е менә н бер ни алманы, тиерлек. Ни бары бер киҫ ә к икмә кте йоҡ а пальтоһ ының итә к кеҫ ә һ енә генә һ алды. Оҙ он ағ ас һ аплы бысаҡ ты, кә рә к булырғ а мө мкин тип, эс яҡ тан тү ш кеҫ ә һ енә йә шерҙ е.

Ҡ ояш сыҡ маны, башҡ аса сыҡ маҫ та микә н? Айлы тө ндә ге кеү ек ярым асыҡ яҡ тылыҡ. Томан, ҡ араң ғ ылыҡ пә рҙ ә һ ен йырта-йырта Саҡ ма урманына аҙ ашмай килеп инде Шакира. Тағ ы ла ҡ араң ғ ыраҡ, шомлораҡ урманғ а ү тә барғ ан һ айын Ансар, Ансар тип һ ө рә нлә не. Бара-бара онотҡ анда бер ҡ ояш сатҡ ылары кү ренеп ҡ алһ а, кү ккә ҡ арап, Тә ң ренә н, именлек, тереклек бир, тип һ ораны. Кемгә һ ораны уныһ ы билгеһ еҙ ине. Ү ҙ енә ме, иренә ме, ә ллә бө тә кешелеккә ме? Һ ү рә н генә нурҙ арҙ ан шомо таралды.

Жак йорто урынлашҡ ан киң яланғ а имен-аман ғ ына килеп сыҡ ты. Тә ү ҙ ә һ иҫ кә неп тирә -яҡ ҡ а ҡ арап торҙ о. Ултырып хә л йыйырғ а булып китте. Кү ктә бер ни кү рерлек тү гел, болот та томан. Йыраҡ та ут осҡ ондары, ялағ ай кеү ек ялтырауыҡ тар кү ренеп ҡ ала. Йә шен тиер инең, гө рһ ө лдә гә н тауышы юҡ. Бар донъя шомло. Жак яланы икелә тә арттыра был кү ң ел һ ыҡ рауын. Ул берә ҙ ә к ирҙ ә н был тирә лә гелә р бик ҡ урҡ ып бармаһ а ла, юл тө шкә ндә лә, былай ҙ а бик килеп тә, инеп тә бармайҙ ар. Жак – йыһ анда булғ ан кеше, ниндә йҙ ер экспериментта ҡ атнашҡ ан. Ү ҙ телә ге менә н. Роботҡ а уның йө рә ген ҡ уйғ андар, ә тере кешегә – тимер роботтыҡ ын, тип һ ө йлә йҙ ә р. Шуғ а Жак ябай ер кешелә ре менә н уртаҡ тел таба алмай яң ғ ыҙ ы йә шә ргә урманғ а киткә н, тиҙ ә р. “Ә киә ттер уныһ ы, – Ансар шулай ти, – сә йер кеше хаҡ ында имеш-мимештә р кү п була инде ул”. Юл тө шкә ндә уғ а ингелә п йө рө нө ире. “Беҙ ҙ ең һ ымаҡ ике ҡ уллы, һ аҡ ал-мыйыҡ баҫ ҡ ан мужик инде. Армияла кү п электрон китап уҡ ып, ү ҙ донъяһ ын булдырғ ан. Шуғ а кешелектә н ҡ аса. Ҡ асандыр, бик борон, буғ ай, Робинзон Крузо тигә н сә йә хә тсе-ғ алим кеү ек яң ғ ыҙ, аулаҡ утрауҙ а ҡ алғ ым, йә шә гем килә, тигә н. Бик һ ө йлә шмә й. Ү ҙ е ашарғ а бешерә, кә зә тота. Компьютеры юҡ, радиоалғ ыс ҡ ына тоҡ андыра ҡ ай саҡ. Ҡ айҙ андыр ө с ҡ ағ ыҙ китап табып алғ ан, шуны ҡ ат-ҡ ат уҡ ыйым, ти... ” – Ансарҙ ан белгә н бар мә ғ лү мә т ошо ине. Шуғ а унан бик ҡ урҡ ып та барманы ҡ атын.

Яланғ а сыҡ ҡ ас бер аҙ донъя яҡ тырғ ан кеү ек. Ҡ ә ҙ имге кө ндә гелә й яҡ тылыҡ булмаһ а ла, ялан ситендә урынлашҡ ан берә ҙ ә к йортон, унан бер аҙ ситтә рә к оло ҡ ая, тауҙ арҙ ы тө ҫ мө рлә ргә була ә ле. Шакира ағ ас ботағ ы һ ынғ ан тауышҡ а һ иҫ кә неп китте. Берә й йә нлек йө рө ймө ә ллә? Ансар тү гелме? Ултырғ ан еренә н бер аҙ ҡ алҡ ынып тауыш килгә н яҡ ҡ а кү ҙ ен тө бә не. Тик ҡ ара томан араһ ынан бер ни сырамыта алманы. Ү ҙ -ара һ ө йлә шкә н кеү ектә р, кешелә р шикелле. Тын да алмай, кемдә р булыр икә н, тип кө ттө ҡ атын. Был аслыҡ тан, был билдә һ еҙ лектә н кешелә рҙ е ү лтереп талау йө рө ү селә р ҙ ә бар, тигә н хә бә рҙ ә р ҙ ә таралғ айны һ уң ғ ы йылдарҙ а. Шулар булып ҡ уймаһ ын тағ ын. Иремде табам, һ ыйырымды алдырмайым, тип ү ҙ ем ү леп ятмайым тағ ы, минһ еҙ балаларым, ғ ә зиздә рем нишлә р. Иплә п кенә ағ астар араһ ына шыуышты ул.

– Арыманың мы, алтыным? – яғ ымлы ғ ына ир тауышы яң ғ ыраны.

– Юҡ, һ ин янымда саҡ та һ ис тә арымайым.

Таныш тауыштар кеү ек, эйе, Гвандоя менә н Митхунғ а оҡ шағ ан. Нисек улар? Ҡ отолоу карабына юлланғ айнылар тү гелме һ уң кисә? Бө тө нлә й хафағ а ҡ алды ҡ атын. Ергә сит планета вә килдә ре тө шө п, кеше сү рә тенә инеп тә йө рө йҙ ә р тип тә кү рһ ә телә зә ң гә р экрандан. Уларҙ ың кү сермә һ е булып ҡ уймаһ ын, абау! Шакира боҫ ҡ ан урынында ултырыуын белде. Егет менә н ҡ ыҙ ҙ а яланғ а килеп сыҡ ты.

Улар ҙ а туҡ таны, китергә ашыҡ манылар. Сә йә хә тселә р кеү ек тейә нгә ндә р, ирҙ ең елкә һ ендә ге йө к ярайһ ы ауыр ғ ына кү ренә, бер ҡ улына ҡ аҙ ан да тотҡ ан, оҙ аҡ ҡ а һ ә м ныҡ лы йыйынғ андар.

– Ялан да ғ ына ерҙ ең кә кү ге юҡ, ү ҙ Уралҡ айыма ҡ айтайым. Тыуып ҡ ына ү ҫ кә н ергә ни етә, шулай бит? – егет кеше шат ине, ү ҙ енсә нимә лер һ ө йлә п йылмайып та ала. Артмаҡ лағ ан йө гө н ергә тө шө ргә с, ө ҫ тө ндә ге куркаһ ын сисеп йә йҙ е, ҡ ыҙ ҙ ы ҡ улынан тотоп ултыртты. “Оҙ аҡ ҡ а туҡ танылар”

– Ял итеп алайыҡ, – ҡ ыҙ аяҡ тарын һ уҙ ып кирелде. – Уралда ла кә кү к саҡ ырмаҫ инде хә ҙ ер.

Бер нимә нә н ҡ урҡ май, һ иҫ кә нмә й ҡ алай йө рө йҙ ә р! Эйе, улар, шикелле. Шулай ҙ а ҡ уҙ ғ алырғ а баҙ нат итмә йерә к торҙ о ҡ атын. Кем белә, кем ниндә й сү рә ткә инмә ҫ?

– Беҙ бә лә кә й саҡ та ошо ялан шау елә к була торғ айны, ә хә ҙ ер йә шел ү лә не лә юҡ, – ҡ ыҙ тирә -яҡ ты байҡ аны. Шакираның шиктә ре юҡ ҡ а сыҡ ты: йә штә р битлегендә йө рө гә н сит ил кешеһ е булһ а, бындағ ы ғ озурлыҡ ты белмә ҫ, иҫ лә мә ҫ ине... Һ аҡ ҡ ына ҡ алҡ ынды ла, һ аулыҡ та һ орашырғ а онотоп:

– Ә ллә самолетҡ а һ уң ланығ ыҙ мы, Гвандоя? – тине.

Йә штә р һ икереп торғ андарын да һ иҙ мә й ҡ алды. Митхун тиҙ генә ҡ ыҙ ҙ ы ҡ осағ ына алып, ҡ аплай һ алды. Ике ҡ урҡ ыу ҡ атыш аптыраулы ҡ арашҡ а Шакира уң айһ ыҙ ланып китте лә:

– Был мин, Шакира ла һ уң, – тигә н булды. Гвандоя, сибә р һ ә м аҡ ыллы Гвандоя, тиҙ ү к ү ҙ ен ҡ улғ а алды ла ҡ атын янына килде, уны ҡ осаҡ ланы.

– Барғ ым килмә не, яң ғ ыҙ ым... Мин Митхун менә н ҡ алам. Атай менә н ә сә йгә ә йтмә, йә ме.

Ергә тағ ы ла барыһ ы ла йә йелеп ултырҙ ы.

– Арала берә ү булһ а ла иҫ ә н ҡ алыр тигә йнек тә.

– Яҙ мыштан ҡ асып булмай, апай. Кешелек бө тһ ә, кү ктә йө ҙ гә н карап ҡ ына ҡ отҡ ара алыр тиһ ең ме? Минең йә нем, кү ң елем бында, һ еҙ ҙ ең янда ҡ аласаҡ бит барыбер, һ арғ аясаҡ мын унда, – олоғ айып, аҡ ыл ныҡ лы ултырып ө лгө ргә н был ҡ ыҙ ғ а ҡ арап, ғ ү мере менә н шаярмайҙ ыр, тип уйланы Шакира.

– Хә ҙ ер нишлә ргә уйлайһ ығ ыҙ һ уң?

– Ташлыҡ ая мә мерйә һ енә китеп барабыҙ. Донъя бө тһ ә лә, бө тмә һ ә лә шунда булабыҙ ә легә. Башҡ а сара юҡ, – телһ еҙ Митхундың да теле табылды. “Кү рер кү ҙ гә кү ркә м генә ә ҙ ә м икә н дә, Николайҙ ың кү лә гә һ ендә бер мә мә й булып ҡ ына кү ренмә й йө рө гә н”.

– Кө н итергә Митхун кә рә к-яраҡ алғ ан ул, теге... тә ү тормош кешелә ре кеү ек һ унар итә беҙ, ит ө тө п ашайбыҙ, – был хә бә ргә һ аран ғ ына йылмайып ҡ уйҙ ылар.

– Бар кешелек шунан башланғ ан да... Кө нгә ҡ ара, ниндә й ҡ араң ғ ы, бар донъя мә мерйә бит былай ҙ а, – Шакира уларҙ ың ҡ арарын хуплаймы, ә ллә юҡ мы – аң лашылманы.

– Кешелек бө тмә һ ә, беҙ шунда йә шә йә сә кбеҙ, һ унар итеп, йә нлек тирелә ренә н кейемдә р тегеп, мә мерйә таштарына һ ү рә т тө шө рө п, балалар ү ҫ тереп... – Митхун ҡ анатланып-ҡ анатланып һ ө йлә не. Ихлас йылмайып, керһ еҙ ҡ араштары менә н һ ө йгә ненә кү ҙ һ алып. Мө хә ббә т телһ еҙ ҙ е лә сә сә н телле итә тигә ндә ре хаҡ икә н тип уйлап алды Шакира. Ауыҙ ынан бер һ ү ҙ сыҡ май торғ айны бынау ҡ отһ оҙ Николай ярҙ амсыһ ының, ә?

– Ә йткә ндә й, тә гә рмә с һ ү рә тең де алдым, Шакира апай, ташламаным. Мин уны мә мерйә нең иң кү ренеп торғ ан урынына элеп ҡ уям. Беҙ ҙ ә н һ уң килә сә к цивилизация уны шунда табасаҡ, ә гә р ҙ ә -ә...

Митхун ә ҙ ә п ө сө нмө, ә ллә ысынлап та хә лгә инерҙ ә нме, Ансарҙ ы һ орағ ан булды. Уны эҙ лә п килеп сыҡ тым бына, тине Шакира. Хушлашыр алдынан Гвандоя тағ ы ныҡ итеп ҡ осаҡ ланы уны, кү ҙ ҙ ә ренә ҡ арап:

– Мин Митхунһ ыҙ йә шә й алмайым. Карапта унһ ыҙ ү лә сә кмен. Ә тере мә йет, артыҡ йө к... унда нисек ү ҙ емде йө рө тмә к кә рә к. Кү рҙ ем, тип атайыма ә йтеп ҡ уйма, йә ме, – тип ялбарҙ ы.

«Ер йө ҙ ө нә кү пме Зө лә йха, Пенелопа, Лә йлә, Джульетталар... тыуҙ ы, кү пме Йософ, Одиссей, Мә жнү н, Ромеолар... килеп китте. Мө хә ббә т моң он ғ ашиҡ йә ндә р бер-береһ енә йырланы, кү пме йә ш йө рә к уны яң ыртты һ ә м ул бө гө нгә тиклем беҙ ҙ ең кү ң елдә рҙ ә йә шә й. Йә шә йә сә к тә. Шул моң до тү кмә й-сә смә й улар артабан алып китергә тейеш тә, – тип уйлап тороп ҡ алды Шакира. – Кү ҙ теймә һ ен ү ҙ ҙ ә ренә, ел-дауылдар ҙ а, ут-ғ ә рә сә ттә р ҙ ә айырмаһ ын йө рә ктә рен. Ер йө ҙ ө ндә илаһ и мө хә ббә т йә шә йә сә к ә ле».

Ҡ ыҙ менә н егет бер аҙ барғ ас туҡ тап торҙ олар. Оҙ атыусығ а ҡ ул болғ анылар. Шунан ҡ апыл егеттең кү крә генә н ап-аҡ булып кү гә рсен осоп китте лә, кү ккә талпынғ ан ап-аҡ тө ҫ тә н донъя яҡ тыра биргә ндә й тойолдо. Ҡ ош йә штә р ө ҫ тө нә н елпенеп-елпенеп осто ла Митхундың яурынына килеп ҡ унды, шунан улус яғ ына осоп кү ҙ ҙ ә н юғ алды.

– Юлдарығ ыҙ аҡ булһ ын, мө хә ббә т ҡ оштары, – тип уларғ а оҙ аҡ ҡ ул болғ ап торҙ о ҡ атын.

Шакира һ аҡ ҡ ына Жактың ө йө нә килеп етте. Кү ң елен ҡ урҡ ыу алды. “Эй, иҫ ә рмен, ү ҙ ем менә н иптә шкә Митхундарҙ ы алып килһ ә м булмаймы һ уң? Барыбер йә штә рҙ е был Жак танымай, шуғ а Николайғ а ла ошаҡ лай алмай. Башым эшлә мә не. Улай тиһ ә ң, мө хә ббә т илендә гө р-гө р килгә н илаһ и заттарғ а был ҡ отһ оҙ йортто кү рһ ә теп тә... Ү ҙ юлдарында булһ ындар”. Эт- фә лә не юҡ мы икә н ни? Ө ргә н, шылт иткә н дә тауыш булмағ ас, былай ҙ а шомло донъя тағ ы ла хә ү ефле кү ренде. Ул ишеккә килде, ниндә йҙ ер йә нлек тиреһ енә н кө плә нгә н уныһ ы. Тотҡ а тирә һ ендә ге ус аяһ ындай урын, йө нө ҡ ойолоп, ялтырап киткә н. Шул тирә гә йоҙ роҡ менә н һ уғ ып алды ҡ атын.

– Бармы бында берә йһ е?

Тауыш-тын булманы, шунан кә зә баҡ ырғ ан тауыш ишетелгә с, ҡ апыл ишекте тартты ла, ү ҙ е алдындағ ы киң һ ә м тә рә н итеп соҡ олғ ан баҙ ғ а тө шө п китә яҙ ҙ ы. Яң ынан ишек яң ағ ына терә лде лә:

– Бармы берә йһ е? – тип ҡ абатланы. Ө й эсе ҡ араң ғ ы ине, ҡ апыл-ғ ара нимә нелер сырамытыуы ауыр. Шулай ө йҙ ө ң ҡ аршы яғ ында, йә ғ ни баҙ ҙ ың икенсе башында, ө ҫ тә рә к торғ ан карауаттан кемдең дер ҡ алҡ ыныуын кү рҙ е ҡ атын.

– Кү ҙ емә кү ренмә йһ ең ме? – тине ҡ арлыҡ ҡ ан тауыш. – Тик кенә тор, кем һ ин? Атлаһ аң атам, йә баҙ ғ а ҡ олайһ ың.

 “Атам” тигә ненә н ҡ урҡ ты Шакира.

– Улустан килдем. Ансарҙ ы кү рмә нең ме? Уның ҡ атыны Шакира мин.

– Кү рҙ ем, иҫ ә рлә нгә н ул... – Жактың  хә бә ре Шакираның кү ң еленә йылылыҡ ө ҫ тә п ебә рҙ е. Тимә к, тере. Иң мө һ име шул. Иҫ ә рлә нһ ә ни. Хә ҙ ер һ ыйырҙ ы тартып алмаҫ тар.

 

 

***

Ансар урманғ а таң менә н ҡ уҙ ғ алырғ а булды. Тә ү ҙ ә һ арайына сығ ып һ ыйырына бесә н һ алды. Йә й аҙ ағ ында малды ө йҙ ә кө т инде, ниндә й заман, ниндә й зауыҡ! Урамғ а сыҡ ҡ ан мал һ инеке тү гел, һ ә р кеме тотоп ашарғ а йә биклә ргә генә тора. Һ уң ынан һ орашып та, юллап та таба алмайһ ың. Ә былай зарядлы йоҙ аҡ һ аҡ лай. Ҡ ояш батареяларының ҡ еү ә те бө тһ ә, ул да эшлә мә йә сә к. Шуғ а Ансар ярты йыл элек тимер бағ аналар, тимер ҡ алайҙ ар менә н һ ыйыр торғ ан урынды уратып ҡ аплап ҡ уйҙ ы, ике бә лә кә й тә ҙ рә һ е лә тимер рә шә ткә ле, ү терлек тү гел, ныҡ лы бункер булды һ ө т биреү се малҡ айғ а. Ир ә ле тағ ы ла бағ аналарғ а һ уҡ ҡ ылап уның ныҡ лығ ын тикшерҙ е. Ишеккә йоҙ аҡ һ алғ ас, тартҡ ылап ҡ араны. Кү ҙ ҡ араһ ы кеү ек һ аҡ лайҙ ар хә ҙ ер һ ыйырҙ ы ла, аҙ ығ ын да. Бесә нде ү ткә н йә й мул ғ ына тырыштырғ айны, унан бигерә к витаминлы он тип Ҡ ытай аҙ ығ ын тонналап алып ҡ алғ айны, бишенсе йыл шуның менә н малының кү ң елен кү рә. Иҫ ке бесә нгә, башҡ а ҡ ара-ҡ ороғ а шуны бутап бирһ ә ң, һ ә ү кә штә рҙ ең тамағ ына ү теп китә. Уғ а барыһ ы ла һ ыйыр тиһ ә ң дә, наҙ ланып киткә н саҡ тары ла була уның. Ә бына был он допинг кеү ек, бер ус ҡ ушаһ ың, алдындағ ын ялап тигә ндә й ҡ уя. Һ ө тө лә кә мемә й. Ә лбиттә, һ ө ттә лә, иттә лә сә йер бер тә м барлыҡ ҡ а килә, тик... бө тө нлә й булмағ андан булғ аны ҡ ә ҙ ерле. Ансар һ ыйырының ашағ анын оҙ аҡ ҡ арап торҙ о.



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.