Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





Мөнир ҠУНАФИН 1 страница



Мө нир Ҡ УНАФИН

Инстинкт

 йә ки кү ктә йондоҙ ҙ ар болара…

(повесть)

Два основных инстинкта человека по Фрейду: инстинкт жизни и инстинкт смерти. Инстинкт жизни включает силы, побуждающие человека сохранить

 и продолжить жизнь, свой род. Общее название этих сил – Эрос.

Инстинкт смерти – группа сил проявления агрессии, жестокости, стремления к перекрещению жизни, уничтожению, смерти – Тонатос.

Главным, основным и сильнейшим З. Фрейд считал сексуальный инстинкт.

Мощная сила сексуальных инстинктов – Либидо.

 Энергия либидо движет человеком и находит разрядку в сексе.

Эти инстинкты не осознаются, но управляют поведением индивида.

(Фә нни хеҙ мә ттә рҙ ә н)

Когда Вселенную настигнет день конечный,

И рухнет небеса, и Путь померкнет Млечный, –

Я, за полу схватив Создателя, спрошу:

«За что же ты меня убил, владыка вечный? »

Ахыр заман етеп, кө нө байығ анда,

Кү к ҡ ыйралып ҡ ош юлы ла юҡ булғ анда,

Һ аҡ алынан һ елкеп тотоп Тә ң ренә н мин

“Шулмы эшең, – тип һ орармын, – был Йыһ анда”.

(Ғ ү мә р Хә йә м

Рә ми тә ржемә һ е)

– Ҡ ә ҙ ерле радио тың лаусылар, ватандаштар! Ҡ ыҙ ғ анысҡ а ҡ аршы, Һ еҙ ҙ е һ ө йө ндө рө рлө к яң ылыҡ тарыбыҙ юҡ. Билдә һ еҙ  Х Планетаһ ы Ергә яҡ ынлашыуын дауам итә. Еребеҙ ҙ е, ысынлап та, ҡ отолғ оһ оҙ һ ә лә кә т кө тә. Ике аҙ нанан саҡ ырылмағ ан ҡ унаҡ атмосфераны йыртып ү тә башлаясаҡ, тип фараз ҡ ыла белгестә р. Был ысынғ а тура килә ме, юҡ мы, кө тә беҙ. Йыһ ан киң лектә рендә ге беҙ аң ламағ ан сер-кү ренештә р йоғ онтоһ о арҡ аһ ында ул траекторияһ ын ү ҙ гә ртергә лә мө мкин, ти скептиктар. Ҡ ә ҙ ерле ерҙ ә штә р, был кө ндә рҙ ә бер-берегеҙ гә бигерә к тә мә рхә мә тле булығ ыҙ. Ә хә ҙ ер һ аҡ ланыу саралары хаҡ ында...

Шакира иренеп кенә тағ ы радионы тоҡ андырҙ ы. Розеткағ а тығ ып. Тейешле нө ктә лә ргә баҫ ҡ анда ҡ улдары ҡ алтыранды. Кө н дә ҡ абатлана был телә р-телә мә ҫ нө ктә гә баҫ ыу, ҡ улды итә ккә һ алып, башты эйеп диҡ ҡ ә т биреп тың лау. Кө н дә, сә ғ ә т иртә нге туғ ыҙ тулһ а, радио ебә релә һ ә м ун минут яң ылыҡ тар тың ланыла. Телә к юҡ та, тик... бә лки, ө мө тлә ндергес хә бә р булыр, тигә н уй нө ктә гә баҫ тыра.

 Ике аҙ нанан... донъя бө тә. Эйе, ҡ ыҙ ыҡ яң ғ ырай, Ер шары юҡ ҡ а сығ асаҡ. Ун дү рт кө ндә н. Кискеһ ен телевизор тоҡ андырасаҡ, унда мелодрамалар, концерт-тамашалар кү рһ ә телә. Илап китһ ендә р был донъянан, тип ҡ уйыуҙ арылыр.

Ҡ ә ҙ имге тимер сымдар аша килгә н электр кө сө кү птә н юҡ ҡ а сыҡ ты, ҡ ояш яҡ тылығ ынан килгә н ҡ еү ә т менә н генә, ул радио-телевидение, компьютерҙ арҙ ы бер нисә сә ғ ә ткә тоҡ андырып ҡ ына, оло донъялағ ы хә лдә рҙ е белеп була. Ә ҡ ояш кө ндә н-кө н һ ү релә бара, һ ү нә бара.

Ҙ ур йыһ ан есеменең ергә килеү е ү ҙ ен һ иҙ ҙ ерә башланы. Эйе, Ер шары бө тә, тип кешелекте ҡ урҡ ытыуҙ ар элек тә булғ ан. 2012 йылдың 12 декабрендә ниндә йҙ ер бө тҡ ә н Майя ҡ ә билә һ е фараздары буйынса, кешелек юҡ ҡ а сығ ырғ а тейеш ине лә, йә шә й, юҡ ҡ а сыҡ мағ ан ә ле был донъя. Бына хә ҙ ер йө ҙ йыл ү ткә с, Ивә л(evil) тип нарыҡ ланғ ан билдә һ еҙ Х Планетаһ ы Ер шарына яҡ ынлашты. Кү ккә ҡ араһ аң, иртә н дә, тө нө н дә һ ары тө ҫ тә ге томан, шө кә тһ еҙ бер ғ ифриттың Ергә яҡ ынлашҡ анын, ҙ урайғ андан ҙ урая барғ анын шә йлә ргә мө мкин ул. Радионан һ ө йлә ү ҙ ә ренсә, телевизорҙ ан кү рһ ә теү ҙ ә ренсә, Америка һ ә м Европа илдә рен һ ыу баҫ а башлағ ан да инде. Йеллоустон супервулканы ҡ уҙ ғ алғ айны, оло-оло ҡ алаларҙ ы ҡ алдырып, американдар именерә к илдә ргә, ерҙ ә ргә ынтыла. Беҙ ҙ ең илгә уларғ а инеү ҡ ә тғ и тыйылғ ан, һ алҡ ын һ уғ ыш закондары шулай ҡ уша. Илебеҙ сигендә, индереү пункттарында ө йө р-ө йө р кешелә рҙ ең йыйылыуы, йә шә р урын биреү ҙ е, мә рхә мә тлек кү рһ ә теү ҙ е талап итеп ү ткә н митингтар яң ылыҡ тарҙ а кү ренгелә п ҡ ала. Ундағ ы халыҡ тың, ояһ ы туҙ ҙ ырылғ ан ҡ ырмыҫ ҡ а илә ү е ише, ғ ауғ аланыуҙ арын, аң ламаҫ лыҡ хаосҡ а инеү ҙ ә рен кү реү е Уралда тыныс ҡ ына йә шә п ятҡ ан ә ҙ ә мдә ргә ышанмаҫ лыҡ, фантастик фильмды хә терлә тте тә ү ҙ ә. Йыраҡ та, беҙ гә ҡ ағ ылмаҫ был мә хшә р, тигә н уй тыуҙ ырҙ ы башта, теге һ ары болот яҡ ынлашып, айҙ ы, кү ктә ге йондоҙ ҙ арҙ ы оло тү ң ә рә ктең яртыһ ы булып ҡ аплай башлағ ас, йә ндең тыныслығ ы юғ алды. Улар ҙ а Оло Ер шарында йә шә й икә н дә, уларғ а ла ҡ ағ ылырғ а мө мкин икә н дә һ ә был мә хшә р.

Шакира Ер шары бө тө рө н ике йыл элек ү к тө ҫ мө рлә гә йне. Был турала хә бә р ун йыл элек ныҡ лы ҡ уйыртыла килһ ә лә, ярты кешелек ышанманы. Унан бигерә к, фә нни яҡ тан иҫ батлай алмай интектелә р, йә нә һ е лә, Ивә л(evil) тигә н билдә һ еҙ кү к есеме ҡ апыл килеп сыҡ ҡ ан. Тағ ы шуныһ ы: баҡ һ аң, ул саҡ ырылмағ ан ҡ унаҡ сифатында 3600 йыл һ айын Ергә ә йлә неп ҡ айтып тора икә н. Был турала мә ғ лү мә т боронғ о таш яҙ маларҙ а һ аҡ ланып ҡ алғ ан... Ул саҡ та ла цивилизациялар ҡ ыйралып саң -таш аҫ тында ҡ алдымы икә н, ә ллә Ер эргә һ енә н сә лә м генә биреп ү ткә нме был гонаһ шомлоғ о – ул хаҡ та аныҡ факттар юҡ.

Хә ҙ ер айырым сығ анаҡ тар сер итеп кенә башҡ аны еткерә: эре, ү ҫ ешкә н илдә рҙ ең етә кселеге тиҫ тә йылдар уҡ ныҡ лы белгә н, шуғ а бар ҡ еү ә тен кешелекте йә ү ҙ иле кешелә рен һ аҡ лар урынғ а, йә мғ иә ттең айырым “ҡ аймаҡ лы” ҡ атламына һ аҡ ланыу бункерҙ ары, ҡ алалары, йыһ ан караптары, осоу станциялары тө ҙ ө ү гә йү нә лткә н икә н. Һ уң ғ ы йылдарҙ а һ алымдарҙ ың ҡ ырҡ ҡ а артыуы шул хаҡ та һ ө йлә й шикелле. Элек һ ис кенә лә һ алым һ алынмағ ан ҡ орт балына уның 50 процентҡ а етеү е, йә ғ ни тапҡ ан табышың дың тап яртыһ ын дә ү лә ттең тартып алыуын, эй, ауыр ҡ абул иткә йне халыҡ. Шау-шыу ҙ а ҡ уптарып маташты, космонавтарғ а кә рә к тигә с, килештелә р. Эйе, шул осорҙ а ғ ү мерҙ ә булмағ анса космонавтикағ а артыҡ иғ тибар биреп ташлағ айнылар шул. Ай һ айын тигә ндә й, йыһ анғ а остолар, Айғ а, Марсҡ а экспедициялар йышайҙ ы.

 Ә Шакира шунда уҡ һ иҙ енде, һ ә м ул ғ ынамы: мең ә р йылдар һ аҡ лана торғ ан солоҡ балын юҡ ҡ а йыймайҙ а-ар. Тә биғ ә ттә лә ү ҙ гә рештә р ҡ апыл башланды. Илдең уң дырышлы һ аналғ ан кө нъяҡ ө лө шө ндә йә й урталарында ҡ ар яуып йонсотто, был яҡ та, Уралда, ҡ ыш селлә һ е урынына ҡ ар иреп, донъяны һ ыу баҫ ты, ә һ уң ынан иртә яҙ ҙ ан ҡ ара кө ҙ гә сә бер тамсы ямғ ыр тө шмә не. Тә биғ ә т ү ҙ асылын юғ алтты, ҡ апыл ҡ артайҙ ы, ү лерен тойомланылыр.

Шакира алдан һ иҙ енде, эйе. Тә ү ҙ ә һ ыйыры ике башлы быҙ ау һ алғ ас,  бө тө нлә й быуынһ ыҙ ҡ алды. Был хә шә рә ттә н тиҙ ерә к ҡ отолайым, тип һ ыйыры ялап торғ ан имә нес йә н эйә һ ен һ арай артына һ ө йрә п сығ арҙ ы. Ү кереп-ү кереп ө ҫ тө нә менеп килгә н һ ыйырын һ ә нә к һ абы менә н ҡ ыуып кө скә -кө скә һ арайына биклә не лә, артҡ а сығ ып, ике башлы быҙ ауғ а һ ә нә к менә н сә нсте. Бө тһ ө н ошоноң менә н бар ҡ азалар, Хоҙ айым ошо имә нес зат менә н бергә еремә, илемә килгә н яуҙ арын да, дауҙ арын да бергә алып кит, тип уҡ ынды ла шундағ ы тиреҫ менә н кү меп тә ҡ уйҙ ы. Тик Сыбарҡ айының тамаҡ ярып ү кереү е туҡ таманы, улай ғ ына тү гел, уғ а ауылдағ ы башҡ а мал-тыуар ҡ ушылды, баҡ ырыу, аҡ ырыу, ү кереү ҙ ә н бар тирә -йү н шомғ а кү мелде, уларҙ ың трагик симфонияһ ын эт ө рө ү е, аҙ аҡ олоуы дауам итте. Мә хшә р ҡ упты ауылда. Ана шул саҡ бауырына ауыр таш ятты Шакираның. Ә иртә гә һ енә һ алым агенты Николай  ярҙ амсыһ ы Митхун менә н килеп тә етте.

– Ошо кө ндә рҙ ә һ ыйырың быҙ ауларғ а тейеш ине, теркә ргә кә рә к, – тине агент.

– Ү леп тыуҙ ы ул, кү мдек, – тине Шакира бер ни булмағ андай.

– Һ ә р һ ыйыр, һ ә р ир – ил байлығ ы, һ ин быны белә һ ең, шуғ а миң ә хә бә р итергә тейеш инең, кү рһ ә т, – тип бойорҙ о.

Ысынлап та, һ уң ғ ы ун йылда, илдә иҡ тисадтың ҡ апыл аҫ ҡ а тә гә рә ү е арҡ аһ ында, ауылда һ ә р баш мал һ ә м һ ә р баш... ир иҫ ә птә ине.

Бынан ун йыл элек илдә һ алым органдарында реформа ү ткә релеп, ойошма шул тиклем киң ә йтелде, һ ә р ауылғ а тиерлек агент һ ә м уның ярҙ амсыһ ы булдырылды. Унда илгә тоғ ро һ ә м намыҫ лы кешелә рҙ е генә алабыҙ, тип иң ҡ анһ ыҙ һ ә м тә ккә ббер кешелә рҙ е һ ынап, ете тапҡ ыр ү лсә п кенә алдылар. Николай ана шундайҙ арҙ ан ине. Намыҫ лы һ ә м планды арттырып эшлә гә не ө сө н дә ү лә ттең аҡ һ ө йә клелә р исемлегенә инде. Тик барыбер ҙ ә ү ргә алманылар, ауыл һ ә м зона халҡ ын зар илатып бында эшлә ү ен белде. Ярҙ амсыһ ы Митхун ипле егет тә, бында нисек килеп ингә ндер, билдә һ еҙ, ә ммә баһ адир кә ү ҙ ә һ е таң ҡ алдырыр, шуныһ ы менә н оҡ шағ андыр баяғ ы ете ҡ ат ү лсә ү селә ргә. Николай нимә ҡ уша, шуны ғ ына ү тә ү се ул, кешегә ауыр һ ү ҙ ә йтмә ҫ, тик хужаһ ы шуны эшлә йбеҙ тиһ ә, зар илағ ан кешелә ргә лә иғ тибар итмә й, кү ҙ ен йә шереп тигә ндә й, закон шулай ҡ уша, тигә н булып, ү ҙ бурысын атҡ ара. Халыҡ ер тырнап иламаймы икә н. Икеһ е лә ҡ анһ ыҙ, йә нһ еҙ ә ҙ ә мдә р шулай.

Ә биш йыл элек иң кү тә рмә ҫ тағ ы бер һ алым һ алынды. Ир, йә ғ ни ғ аилә башлығ ы һ ә м 18 йә ше тулғ ан ир балалар барыһ ы ла иҫ ә пкә алынды, ә гә р уларҙ ың береһ е аҫ ылынып йә башҡ а юл менә н ү ҙ енә ҡ ул һ алһ а, йә эскелек йә наркомания арҡ аһ ында ү леп китһ ә, ғ аилә нә н һ ыйыр тартып алына. Эйе, һ ыйыр тө п байлыҡ хә ҙ ер, ул йә шә ү сығ анағ ы ла. Унан бигерә к, илгә ирҙ ә р кә рә к ине. Айырым тө ҙ ө лө штә ргә, мө һ им эштә ргә, һ ә р саҡ һ уғ ыш сығ ыу ҡ урҡ ынысы янап торғ анда, телә гә н ваҡ ытта еткә н ирҙ е алып китергә мө мкиндә р ине. Шундай ҡ урҡ ытыу һ алымы менә н ир-заттың ғ ү мерен һ аҡ ларғ а ынтылды ил етә кселеге.

Тә ү ҙ ә уғ а ул тиклем ә һ ә миә т бирмә й маташты ғ аилә лә р. Элеккесә эстелә р, бауғ а ла тотондолар. Агент Николай етә кселегендә ге тө ркө м тартҡ ылашып, ҡ атындарҙ ы, балаларҙ ы ҡ ан илатып һ ыйырҙ ы алып китә торҙ о. Барыбер эскелек тә туҡ таманы, ғ ү мер ҙ ә ҡ ә ҙ ерһ еҙ була килде. Тик ике йыл элек теге урамда йә шә ү се бер урмансы бисә һ ен кө нлә шеп ү ҙ енә ҡ ул һ алғ ас, ө с балаһ ы менә н ҡ алғ ан ҡ атыны һ ыйырҙ ан да яҙ ғ ас, барыһ ы ла аслыҡ тан шешенешеп ү лгә с, зона халҡ ы айнып киткә ндә й булды. Илдә сә псек ү лмә й тиһ ә лә р ҙ ә, хә ҙ ер башҡ ағ а бү лешер аҙ ыҡ та юҡ кешелә. Элекке кеү ек сә скә н ү ҫ мә й, урмандан емеш-елә к, ҡ ош-ҡ орт килмә й. Булғ анын да ҡ ара кө нгә һ аҡ лай ә ҙ ә м. Булһ а, май, ҡ орот, ҡ аҡ итеп. Шуғ а аҡ тыҡ һ ыйырын кү ҙ ҡ араһ ылай һ аҡ лай. Икә ү ҙ е тотор ине лә, ашатырғ а бесә н, башҡ аһ ы ла юҡ. Кешелек ү ҙ е лә ү лемгә китеп бара, буғ ай.

Кү рһ ә тте ике башлы быҙ ауын Шакира. Николай тә ү ҙ ә ух та ух килеп ҡ араны, шунан һ ә нә к сә нселгә н урынын кү ргә с, тынып ҡ алды.

– Илгә ҡ аршы һ ә нә к кү тә реү се булғ ан тү гелме? – тип ҡ атындың кү ҙ енә ҡ араны.

Уныһ ы бер ни аң ламағ ан булып:

– Кем кү тә ргә н? – тип һ ораны.

– Бына эҙ е бар. Һ ә нә к эҙ е. Кемдер ү лтергә н быны.

– Иҫ ә рме һ ин ә ллә, Николай? Бынау заманда кем малғ а ҡ ул кү тә рһ ен, икмә ккә тө кө рө ү гә тиң дә һ ә ул.

– Ҡ айҙ ан килеп сыҡ ҡ ан һ ә нә к эҙ е?

– Шул ике башлы имә нес нә мә не ҡ ул менә н тейеп буламы ни, һ арай артына һ ә нә к менә н шылдырғ айным, яң ылыш сә нселгә ндер.

Уғ а оҙ аҡ ҡ арап торҙ о Николай. Шунан, барыбер теркә ргә кә рә к, тип планшетын сығ арҙ ы. Һ ыйырҙ ың ҡ арынында ү лгә нме, ә ллә тыуғ ас хә рә кә т булғ анмы, һ ыйыр ү ҙ е тапҡ анмы, тартып сығ арғ анда зыян килмә гә нме... – барыһ ын да тө псө нө п яҙ ып алды. Һ ыйыр ү ҙ е тыуҙ ырғ ан, быҙ ау ун минут йә шә гә н дә башын, дө рө ҫ ө рә ге, баштарын, кү тә рә алмай ү лгә н – шул һ ү ҙ енә н китмә не хужабикә. Һ алымсының ярҙ амсыһ ы Митхун, мыҡ ты кә ү ҙ ә ле, алсаҡ йө ҙ лө егет, имә нес быҙ ауҙ ы тегелә й-былай ә йлә ндереп тә, тотҡ олап та ҡ арағ ас, ү ҙ е ү лгә нгә оҡ шағ ан, апай алдашмай, тип башын кү тә рмә й генә мығ ырҙ ағ ас:

– Ярай, улайһ а, һ ә нә к эҙ ен теркә мә йем, – тине, шулай ҙ а мут ҡ ына йылмайҙ ы етә ксеһ е.

***

Тө рлө хә бә рҙ ә р таралып, бар халыҡ донъя бө тө ү енә ә ҙ ерлә нһ ә лә, кү ң елендә ө мө т йә шә тте Шакира. Кү к тә ң релә ренә ышанды, улар кешелекте һ ә лә кә ткә бирмә ҫ, тип юраны. Ысынлап ышанды. Бар кү ң еле менә н. Бар булмышы менә н. Килә сә ккә булғ ан ө мө тө н йө рә к тү рендә йө рө ттө. Шул ө мө т уғ а һ ә р саҡ йылмайып йө рө ргә саҡ ырҙ ы. Тө ң ө лмә, бө гө лмә! – ана шул саҡ ырыу уны дә ртлә ндерҙ е. Донъя бө тә, тип башын баҫ ып, һ ө мһ ө рө ҡ ойолоп йө рө гә н йә ндә р йә л дә ине, хатта улар уғ а диуана кеү ек кү ренде. Ә тә с ҡ ысҡ ырмаһ а ла, таң ата барыбер, тип йә шә не бығ аса.

Ай-ай ярым элек кү рше Джордж ағ ай ғ аилә һ енең юҡ ҡ а сыҡ ҡ анын белгә с, ысынлап та донъя бө тә сә ген аң ланы Шакира. Шулай ҙ а ҡ атын-ҡ ыҙ ҙ арғ а хас бө тмә ҫ мә шә ҡ ә те менә н тулы тормош ағ ышын ү ҙ ҙ ә ренсә ең елерә к тә, хә срә тһ еҙ ҙ ә ҡ абул итеп ҡ араны, ҡ ара уйҙ арын кире ҡ ағ ып маташты. Тик был хә ҡ иҡ ә т, буласаҡ ә се хаҡ лыҡ булғ ан ө мө тө н быуа барҙ ы, йота барҙ ы барыбер.

Джордждың тиле Скот исемле малайы йү гереп килеп ингә с, быуынһ ыҙ булғ айны Шакира. Шайтан балаһ ы кеү ек ни ҡ ыланғ анын белмә й аҡ ыра, аунай ине бала. Ү ҙ е йорттарына табан кү рһ ә тә. Барып еткә с, ишектең эстә н бикле икә не аң лашылды. Туҡ ылдатты, бер тауыш-тын юҡ. Ү релеп тә ҙ рә гә баҡ ты, тартылғ ан пә рҙ ә лә р ҡ амасауланы. Баланың хә ү еф тулы кү ҙ ҙ ә ренә н, аң һ ыҙ баланың мә ғ ә нә тулы ҡ арашынан ү тә лә ҡ урҡ ыныс хә л-ваҡ иғ а булғ анын аң лағ айны ә сә кеше. Ире Ансар менә н ишекте ҡ айырып ингә с, ө й эсендә ге кү ренештә н кү ҙ алды ҡ араң ғ ыланды ҡ атындың. Ғ аилә нең Скоттан башҡ а тағ ы ике ғ ә зиз балаһ ы, ҡ ыҙ һ ә м малай, ҡ атыны һ ә м Джордж ү ҙ е тө пкө бү лмә лә йә нһ еҙ ята. Улай ғ ына тү гел ҡ ан эҙ ҙ ә ре ҡ атып бө ткә н һ ыйыр тиреһ е ө ҫ тө ндә ине улар. Балалар рә т-рә т булып теҙ елешеп ятҡ ан да, ә сә гә һ ыйынғ ан, ә ғ аилә башлығ ы ситкә рә к ауғ ан... Ә мейестә ҡ аҙ ан тулы ит бешкә н. Ө ҫ тә лдә, иҙ ә ндә мө нйә лгә н һ ө йә к, тигеҙ генә киҫ елгә н ит киҫ ә ктә ре ята.

Ансар кү ршеһ енең ҡ ул суҡ тарынан ө ҫ тә рә к ҡ ан тамырын ғ ына тотоп ҡ араны ла ҡ оро тауыш менә н, полиция саҡ ыртам, Николайҙ ы алып килә м, тип урамғ а сыҡ ты. Ә Шакира ө нһ ө ҙ булып ҡ атып ҡ алды. Ҡ апыл ни эшлә ргә белмә не. Баяғ ы мә ғ ә нә ле ҡ араш бө тө нлә й юғ алып, хайуандарғ а оҡ шаш буш һ ә м яуыз кү ҙ ҙ ә р генә уйнағ ан, алан-йолан ҡ аранғ ан Скот бер ит киҫ ә генә ташланғ ас аң ына килде Шакира. Ашама, ул ағ ыулы, тип тегенең ҡ улынан итте тартып алды. “Мин асыҡ тым, ныҡ асыҡ тым. Улар миң ә бирмә не, ү ҙ ҙ ә ре генә ашаны”тип ҡ ысҡ ырып, ә рһ еҙ малай бирешергә телә мә не, икенсе киҫ ә ккә ү релде. Ҡ атын уның ҡ улдарынан тотоп ҡ алды, вә т, киҫ екһ еҙ, теймә иткә тим, тип ҡ ысҡ ырҙ ы. Шаҡ шы бала унан ҡ отолорғ а телә п, уның ҡ улын ҡ анатҡ ансы тешлә п алды. Быны кө тмә гә н Шакира сығ ырынан сығ ып, баланы кү тә реп алды ла, эт балаһ ылай сыйылдатып ишек аша тышҡ а ырғ ытты, тегеһ е һ икереп тороп тағ ы ө йгә ынтылғ айны, уның алдында ғ ына ҡ айырылғ ан ишекте кө скә ябып, биклә п ө лгө рҙ ө. Тегеһ е һ аман ө йгә инергә ынтылды, ишек шаҡ ып бер булды. Ү тә лә асығ ыуымы, ә ллә тиле аҡ ылы менә н бар яҡ ындарын юғ алтыуын аң лауы шулай иттеме, бер мә л ул атҡ ан таштан тә ҙ рә селпә рә мә килде. Шакира һ иҫ кә нде, ни эшлә ргә белмә не. Бә лки, уғ а ысынлап ит киҫ ә ге бирергә лер, хә ҙ ер нисек кө н кү рә инде ул? Барыбер бер нисә кө ндә н ү лә сә к.

Кү ҙ е ө ҫ тә лдә ге ҡ ағ ыҙ киҫ ә генә тө штө. “Донъя бө ткә нен кү ргебеҙ килмә не. Иртә рә к ҡ уҙ ғ алабыҙ. Кисерегеҙ, туғ андар. Скотҡ а ҡ ул барманы, мө мкин булғ ан тиклем йә шә һ ен. Ул был фанилыҡ ҡ а аҙ ашып килеп сыҡ ҡ айны, аҙ ашып мә ң гелеккә китер ҙ ә. Келә ттә ге ит ашарғ а яраҡ лы, ө йҙ ә геһ енә теймә геҙ, улары ағ ыулы. Джордж. ”

Фанилыҡ тың ни икә нен аң ламағ ан тиле Скотты ғ ына аяғ анмы атай кеше? Донъя бө тө р һ ә лә кә тте аң лар заттан тү гел, кисерә алыр тип уйланымы – уныһ ына ағ ыулы ит бирмә гә н икә н.

Шакира ватыҡ тә ҙ рә янына килде. Урамғ а кү ҙ һ алды. Бала яртылаш ҡ ороғ ан алмағ ас тө бө нә йә йелеп ултырғ ан килеш тынысланғ ан буғ ай. Ҡ арашын ү ҙ е ө йҙ ә н алмай. Шакираны кү рҙ е, ҡ уҙ ғ алманы. Ҡ араштары һ ыуынғ ан. Саң ғ а ә йлә нгә н тупраҡ ты ике услап алды ла, ө ҫ кә кү тә реп, башына, кә ү ҙ ә һ енә ҡ ойҙ о. Янында саң борхоп китте. Ү ҙ е, Шакира апай, мин ит ашамайым, сыҡ, бында ер йылы, тине. Баланың ни ә йткә нен ныҡ лы ишетмә һ ә лә, ҡ атын уның ни тиклем был донъяла яң ғ ыҙ булғ анын һ ә м буласағ ын бар йө рә ге менә н тойҙ о. Йү гереп сығ ып ү ҙ ен һ ығ ып ҡ осаҡ лағ ыһ ы килде. Уның ата-ә сә һ е тарафынан ни тиклем ҡ аҡ ҡ ыланып-һ уҡ ҡ ыланып ү ҫ кә нен белгә нгә лә, хатта ү лемгә лә бергә алмағ андар, тип уфтанды. Аҙ ашҡ ан зат. Бер киҫ ә к ит йә ллә гә ндә р.

Шакира ө ҫ тә лдә н ит алды ла ватыҡ тә ҙ рә аша балағ а ырғ ытты. Һ аман да саң менә н ҡ ойонғ ан тиле һ иҫ кә нде, уйынынан (ә ллә уйынан) ҡ апыл туҡ тап ҡ алды. Ит янына килде. Шакира ҡ ыҙ ыҡ һ ынып кү ҙ ә тте, ү ҙ е шарҡ ылдап кө лө п тә алды: “Аша, Скот, аша”.

Тегеһ е итте ҡ улына алып еҫ кә п ҡ араны. “Уғ а себен дә ҡ унмай, ул саң лы, ” – тип бер усы менә н таҙ артты.

– Аша, нишлә п ашамайһ ың?

– Атайым йоҡ лаймы ә ле?

– Эйе, ул ныҡ йоҡ лай, тормаясаҡ.

– Ит ашаһ аң ул ә рлә шә.

– Хә ҙ ер ә рлә шмә й... ә рлә шә алмай, аша.

Тиле итте еҫ кә п ҡ араны. Шунан ҡ апыл, мә, ү ҙ ең аша, тип тә ҙ рә аша Шакирағ а бә реп ебә рҙ е. “Мин ысынын да асыҡ маным, улар тә ү ҙ ә миң ә ашаттылар, “ – тиле тағ ы баяғ ы урынына барып ултырҙ ы. “Бына бер һ антый... – ултыра тө штө ҡ атын. – Һ анты-ый, тере йә н эйә һ ен ү лтерә яҙ ҙ ым. Ғ ү мере бө тмә гә н дә... ”



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.