Хелпикс

Главная

Контакты

Случайная статья





аҡ булығыҙ, скутер!



Һаҡ булығыҙ, скутер!

Ер ҡарҙан әрселеп, ҡояш юлдарҙы киптерә башлау мәлен юл хәүефһеҙлеген һаҡлаусы инспекторҙар, һағайып ҡаршы алалар. Сәбәбе - мотоциклдар һәм скутерҙар юлға күпләп сығыу менән фажиғәле хәлдәр артыу.

   

 

 

Халыҡ араһында мотоцикл һәм скутерҙарҙы

 “Ике тәгәрмәсле үлем ” тип тә йөрөтәләр.

 

Йөрөтөүселәрҙең,

ü рөхсәт ителгән тиҙлекте күпкә арттырыуы,

ü рәт ҡағиҙәһен боҙоуы,

ü йәйәүлеләрҙе үткәрмәүе,

ü хәүеф тыуҙырып, ҡаршы һыҙатҡа сығыуы,

ü хатта спиртлы эсемлек ҡулланып, руль артына

ултырыуы менән аңлатырға була.

 

 

 Һанап үтелгән ҡағиҙә боҙоуҙар йыш ҡына үлемесле тамамлана. Мәҫәлән, үткән йылда Сибайҙа скутерҙа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы ике үҫмер йөк автомашинаһы бәрелә. Ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоу һөҙөмтәһендә үҫмерҙәрҙең береһе һәләк була, икенсеһе ауыр тән йәрәхәттәре ала.

Балаһына мопед һатып алып биреүсе ата-әсәләр был аҙымдың ни тиклем хәүефле булыуын аңлаһын ине.

 

 

Автомобилдә йөрөүселәр шуны белергә тейеш,  ни әйтһәң дә уларҙы техниканың корпусы һаҡлай, хәүефһеҙлек мендәре, ҡайышы бар, ә скутер, мотоциклдағын баш шлемы, терһәк, тубыҡты еңел - елпе ҡаплағыстан башҡа һаҡларҙай ышаныслы әйбере юҡ.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, балаһының һәр теләген үтәргә әҙер ололар, скутер алып биргәс, уның һаҡ йөрөрөргә вәғәҙә биреүенә, балаһының яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ышана.

 

 

Балалар башта баҡса юлында, ауылда йөрөй. Хәйер, унда ла бәлә-ҡазаһыҙ түгел. Һуңынан юл хәрәкәтенә ҡушыла һәм, ҡағиҙәләрҙе бөтөнләй белмәү сәбәпле, фажиғәгә осрай.

 

Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, мотоцикл һәм скутер (мопед) араһында ҙур айырма бар.

- мотоциклды иҫәпкә ҡуйыу өсөн һәм йөрөтөү өсөн “А”категориялы водитель танытмаһы булырға тейеш

- скутерҙың двигатель күләме 50 куб сантиметрҙан кәм булһа, бер

- ҡайҙа ла теркәлмәй, танытма ла кәрәкмәй. Берҙән-бер шарт уны йөрөтөүсегә 16 йәш тулған һәм , әлбиттә, ул алкоголь йәки наркотик ҡулланмаған булырға тейеш.

Балиғ булмаған ҡағиҙә боҙоусылар өсөн ата-әсәһе яуап бирә!

 



  

© helpiks.su При использовании или копировании материалов прямая ссылка на сайт обязательна.