|
|||
Балдан татлы. баланы һаҡлап. Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ.Стр 1 из 4Следующая ⇒ Балдан татлы баланы һаҡлап
Йыл һайын республикала машина аҫтына 500-ҙән ашыу бала эләгә. Бик хәүефле күрһәткестәр. Төп сәбәп нимәлә икән? Әлбиттә, тәрбиәлә. Шуға күрә ата-әсәләр ғаиләһенә ҡаза килмәһен өсөн, барыһын да эшләргә тейеш:
Ø балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, уларға төрлө хәл-осраҡта үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген аңлатығыҙ. Ø мәктәп уҡыусыларының юлын өйрәнеп, уның хәүефһеҙ урындарын билдәләгеҙ. Артабан балағыҙға тик шул ерҙән генә юлды үтеү мөһимлеген аңлатығыҙ. Ø баланы хәүефте алдан күрә белергә өйрәтегеҙ.
Әлбиттә, ололар һәр ваҡыт эш менән мәшғүл, уларҙың мәңге ваҡыты юҡ. Шулай ҙа: Ø балағыҙ өсөн бер көн буш ваҡыт табып, уның менән ҡала урамдары буйлап йәйәү йөрөп килегеҙ. Ø балағыҙҙың юл ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүен һәм үтәүен тикшерегеҙ. Ø уның мәктәпкә тиклем юлын икәүләшеп өйрәнегеҙ. Ø балағыҙҙың велосипед, мопед, скутер тураһындағы хыялын тормошҡа ашырыр алдынан, тәүҙә йәшәгән ерегеҙҙең юл ҡағиҙәләре яғынан хәүефһеҙлегенә иғтибар бирегеҙ. Баланың үҙ урамынан сығып икенсе яҡҡа йүнәлеүе бар. Ә машиналар йөрөгән юлда үҫмерҙәр генә түгел, ә водитель таныҡлығы булған кешеләр ҙә юғалып ҡала.
Шулай уҡ РФ закондарына ярашлы, ü юл буйлап велосипедта йөрөү – 14, ü мопедта 16 йәштән генә рөхсәт ителә. Бөгөн руль артында ултырған өлкәндәр янында баланы ла күрергә мөмкин.
Хөрмәтле ата – әсәләр, ҡағиҙә барыһына ла бер: v үҙегеҙ руль артында саҡта 12 йәше тулмаған баланы махсус автокреслола йөрөтөүҙе, v 12 йәштән һуң хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерергә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.
Юл ҡағиҙәләренә каникул юҡ. Шуға күрә: v каникул мәлендә балағыҙ ҡайҙа ғына ял итһә лә, уға юл ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ. v уларҙы урамда яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, v машина юлында уйнарға рөхсәт итмәгеҙ.
|
|||
|